Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ысын хәүеф юҡ, имеш...
Ысын хәүеф юҡ, имеш... Ишетмәнеләр... Әллә ишетмәмешкә һалыштылар. Үҙҙәренсә ғорур булып ҡыландылар инде... Ә бит Путиндың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы сығышынан һуң күптәр хәл-ваҡиғаларҙың ошондайыраҡ ағышын фаразлағайны. Шул саҡта уҡ бер төптән егелеп, террор тигән яуыз көскә ҡарата эҙмә-эҙлекле көрәш башлағанда, бәлки, бөгөнгө хәлгә лә килеп етмәҫ инек. Әммә АҠШ битараф ҡалды. Европа союзы ла теләктәшлек күрһәтмәне. Кемде-кемде, Рәсәйҙе һанламайҙар, йәнәһе. Һөҙөмтәме? Париж... Ливия... Мысыр... Төркиә... Һәм, бөгөн килеп, Брюссель... Исемлектең иртәгә ниндәй ил, ҡала менән тулыланырын күҙаллауы ла ҡурҡыныс.
Иң аяныслыһы: йәмғиәт үҙе үк бындай террор акттарына күнегеп бара кеүек. Тегендә шартлат­ҡандар, бында яндырғандар... Шунса-шунса ҡор­бан... Һәм барыһы ла артабан үҙ яйына дауам итә. Ҡурҡыу, хәсрәт тойғоһо ла юҡ. Әйтерһең дә, шулай булырға тейеш.
Ысын хәүеф юҡ, имеш...Террорсылыҡ тормошобоҙға шул тиклем ныҡ үтеп инде. Ниндәйҙер кимәлдә ул хатта ғәҙәти ысынбарлыҡҡа әүерелә барған кеүек. “Етәкселәрҙе һиҫкәндерер, битарафлыҡтан сығарыр өсөн, психологик термин менән әйткәндә, шаңҡытыу тера­пия­һы кәрәк. Ҡорбандар аҙ... Әгәр террор акттарын­да миллиондарса кеше һәләк була башлаһа, бәлки, берләшерҙәр ине”, – тигәйне бер депутат үҙенең сығышында. Ҡот осҡос! Тимәк, әлегә террор­сылыҡ үҙ маҡсатына өлгәшеп етмәгән... Мил­лион­лаған ҡасаҡ, меңләгән ҡорбан, ҡан ҡойош, күҙ йәш­тәре... Барыһы ла “репетиция” ғына булып сыға...
Ысын хәүеф юҡ, имеш...Хәйер, берләшер өсөн, миллионлаған ҡорбандан да бигерәк, бәлки, үҙаллылыҡ кәрәктер. Шул уҡ АҠШ менән Европа Союзын ғына алып ҡарайыҡ. Улар бит бөгөн эске сәйәсәттә генә түгел, хатта ул уҡ хәүефһеҙлек мәсьәләһендә лә бер-береһенә буйһона. Системалы эш юҡ. Йәки Брюссель. Ошоғаса террорсылыҡ, хәүефһеҙлек хаҡында күпме генә һөйләһәләр ҙә, Бельгия бындай хәл-ваҡиғаларға бөтөнләй әҙер булмай сыҡты. Илдә мәхшәр. Берлек юҡ. Брюсселдең үҙендә генә бер-береһенә бөтөнләй буйһонмаған алты полиция участкаһының эшләүен нисек аңларға? Ирекһеҙҙән Крыловтың Аҡҡош, Ҡыҫала һәм Суртан хаҡындағы мәҫәле иҫкә төшә. Хәйер, бөгөн бар донъя йәмәғәтселеге шундай хәлдә кеүек: берәүҙәр тыныслыҡ яҡлы, икенселәр үҙ кеҫәһен ҡайғырта, өсөнсөләр бөтөнләй ни теләгәнен дә аңламай. Уның ҡарауы, террорсылыҡ “сәскә ата”. Бәлки, кемдеңдер кеҫәһен тикшерәһе, санкциялар менән ҡурҡытаһы, Рәсәйгә ҡаршы виртуаль һуғыш алып бараһы урынға ысынбарлыҡтағы яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшергә кәрәктер?
Уҙған быуаттың икенсе яртыһында илебеҙ халҡы коммунизм хаҡында хыялланып бер булды, уны ҡасан күрербеҙ инде, тип баш ватты. 90-сы йылдар болғанышы етеп, СССР тарҡалғас, артҡа боролоп ҡараһаҡ, бәй, коммунизмдың үҙендә йәшәгәнбеҙ икән! Иртәгәң тыумайынса бөгөнгөңдөң ни ҡәҙәр яҡшы булғанын белмәҫһең, тиҙәр бит.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840