Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һуғыш эсендә йөрөмәһәм дә, дары еҫе таныш миңә...”
“Һуғыш эсендә йөрөмәһәм дә, дары еҫе  таныш миңә...” Йәнтимер ауылында­ғы алты балалы Апляевтар ғаиләһендә­ге өсөнсө бала Сергей Иванай урта мәктәбен тамамла­ғандан һуң, 1982 йылдың апрелендә, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. – Бик күңелһеҙ көн ине. Аяҡ аҫты батҡаҡ, епшек ҡар яуа... — тип иҫкә ала ул мәлде Сергей Иванович.

Өфө ҡалаһында ике көн булғандан һуң Башҡортостандан саҡырылған 170 егетте Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһына алып китәләр. Унда хәрби кейем кейәләр һәм өсөнсө көн тигәндә самолетҡа ултырып Ташкентҡа осалар. Егеттәр ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәктәрен дә белмәй. Ташкенттан поезға тейәлеп Сәмәрҡәндҡә юлланалар. Бында өс аҙна торалар, хәрби ант ҡабул итәләр һәм инженер ғәскәре составында Афғанстан еренә аяҡ баҫалар.
— Ҡабулдан йыраҡ түгел бригада полкы урынлашҡайны. Шунда хеҙмәт итергә тура килде. Үрге Иванай ауылынан Геннадий Байбулатов автобатальонға эләкте, ә мин Курастан Александр Макаров менән бергә хеҙмәт иттем. Тау аръяғында атышыуҙар, шартлауҙар көнө-төнө тынманы. Тәүлегенә нисәмә тапҡыр “тревога”ға күтәргәндәрҙер, хәтерләмәйем. Һуғыштың эсендә булмаһам да, дары еҫе таныш миңә, һөжүм итеүҙәр булды. Калашников автоматы иңебеҙҙән төшмәне. Бәхеткә, яраланманым. — Ир уртаһы яугир-интернационалсы хеҙмәт йылдарын хәтерләгәндә әле лә тетрәнеп ҡуя.
Ике йыл да дүрт ай хеҙмәт итә райондашыбыҙ. 1984 йылдың авгусында ғына ауылына ҡайта. Ул ваҡыттағы алдынғы “Большевик” колхозында механизатор булып эшләй. “ДТ-75” тракторын хеҙмәтләндерә. Тырышлығы алдынғылар рәтенә сығара. Ышаныслы егеткә хужалыҡҡа ҡайтарылған өр-яңы техниканы бирәләр. Уҡып водитель таныҡлығы алған килеш тә бер нисә йыл дауамында яратҡан эшенән айырылмай.
— Ул осорҙа йәш кешегә яңы тракторға ултырыу бер ғорурлыҡ ине, — ти Сергей Иванович, матур кисерештәрен яңыртып.
Ауылдаш ҡыҙы Ирина менән ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Колхоздың техника паркы яңыртыла, тулылана. Сергей Апляев “Урал” машинаһына күсә. Һуңынан “ГАЗ-53”-тө хеҙмәтләндерә.
Апляевтар ғаиләһендә бер-бер артлы донъяға килгән ике ул, бер ҡыҙ ҙа үҫеп буй еткерә, улар һәр ҡайһыһы уҡып һөнәр үҙләштерә. Улдары ғаиләле, үҙҙәре ҡыҙ һәм малай үҫтерә, ҡыҙҙары күптән түгел генә уҡыуын тамамлап ҡайтҡан.
Яугир-интернационалсы Сергей Апляев “Афған һуғышы ветераны” билдәһе менән бүләкләнгән. Шулай уҡ уның күкрәген “Рәхмәтле афған халҡынан — яугир-интернационалсыға”, “СССР Ҡораллы Көстәренә — 70 йыл”, “Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр тамамланыуҙың 25 йыллығы иҫтәле­генә” һәм башҡа юбилей миҙалдары биҙәй.
Апляевтар тырышып донъя көтә. Төпкөлдә урынлашҡан Йәнтимер ауылында һоҡланғыс тормош алып барған ғаиләләрҙең береһе улар.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509