Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өйҙәр йылы һыуыҡ ҡышта ла
Өйҙәр йылы һыуыҡ ҡышта ла Тәбиғәт йоҡонан уяна, ҡояш нурҙарына иркәләнеп түбәләрҙән тәүге тамсылар тама. Шундай саҡта үҙенән-үҙе донъяға һоҡланаһы килә. Ә донъя беҙ йәшәгән ерҙән башлана. Был осраҡта һүҙ ҡала мөхите хаҡында бара. Меңдәрсә кешелек ҡалалағы күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәклеген “Теплоэнерго” йәмғиәте директоры Розалия Аҡбашева яҡшы белә.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәт­ләндереүе – ауыр ҙа, яуап­лы ла эш. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөм­тәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡы­уандыра. Шуға күрә беҙҙә уңған­дар, тырыштар, үҙ көсөнә ышан­ғандар ғына эшләй, – ти етәксе, үҙенең хеҙмәт­тәштәре менән ғорурланып.
Ғорурланырлыҡ та шул! Йәм­ғиәт Бәләбәй ҡалаһында ғына түгел, республикала алдынғы булып танылған. Тап ошо көн­дәр­ҙә Розалия Аҡбаше­ва­ның фи­ҙакәр хеҙмәтен баһалап, уны “Баш­ҡорт­ос­тан Республикаһы­ның атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткә­ре” исеме менән бүләкләнеләр. Улар хеҙ­мәт­ләндергән йорттарҙа йәшәгәндәр хаҡлы рә­үештә, йәмғиәттән уң­дыҡ, ти­ҙәр, сөнки хеҙмәт­ләнде­реү сифаты юғары.
Розалия Аҡбашева оҙаҡ йылдар “Бәләбәйавтонормаль” заводында баш бухгалтер булып эшләй. “Башкиргаз” йәмғиәтенең “Бәләбәй” филиалында тәж­рибә туплай. Һуңғы ун йылда “Тепло­энерго” йәмғиәтенә етәкселек итә. Зифа буйлы, йөҙ һәм күңел күркәмлеге менән үҙенә тартып торған нәзәкәтле был ханымдың сәмлелегенә, саялы­ғы­на, ойоштороу маһирлығына һоҡланмау мөмкин түгел.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһын­дағы биш эре ҡаҙанлыҡтың эше өсөн яуаплы, бынан тыш, Приют, Аксаков ҡасаба­һын­да, “Аҡсар­лаҡ” балалар һауыҡтырыу комплексында – йәмғеһе ун бер ҡа­ҙан­лыҡ­тың эшен көйләй. Предприятие йөҙ саҡ­рымдан ашыу йылылыҡ селтәрен хеҙ­мәтлән­дерә, ҡалалағы 521 торлаҡ йортто йылы һәм 138-ен эҫе һыу менән тәьмин итә.
Быйыл ун йыллыҡ юбилейын билдә­ләйәсәк йәмғиәт Башҡорт­ос­тандың Тор­лаҡ-коммуналь хужалығы министр­лы­ғы тәҡдиме буйынса тармаҡта Рә­сәй­ҙең ун алдынғы ойошмаһы милли реестрына индерелде. “2013 йыл пред­прия­тиеһы” исеменә лайыҡ булыуҙары ла оло абруй, фиҙакәр хеҙмәт хаҡында һөйләй.
Розалия Аҡбашева быны тотош кол­лективтың уңышы тип билдәләй. Предприятиела тырыш эшсәндәр етерлек. Баш энергетик Ришат Заһретдинов, баш инженер Риф Хәйретдинов, участка начальнигы Владислав Болдырев, баш бухгалтер Римма Камартдиноваға таяна етәксе. Ғаилә династияһынан Әхмәҙиев­тәр, Ғилметдиновтар, Водопьяновтар, Филенко, Лущиц ғаилә­ләре уңғандары тәүлектең телә­һә ҡайһы мәлендә эшкә тотонорға әҙер.
“Теплоэнерго” хеҙмәткәрҙәре Бәлә­бәй халҡынан үҙҙәренең эшмәкәрлеге айҡан­лы тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 313

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 008

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 203

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 308

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 114

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 345

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 083

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 408

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 386

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 328

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 358

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 278