Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хәүефһеҙлек паспорты” кемгә кәрәк?
Ҡала хакимиәтендә террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш, оборона һәм янғын хәүефһеҙлеге, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Тәү ҡарашҡа “эш мәле” булараҡ ҡына тойолған был сарала бөтә ил кимәлендәге мөһим мәсьәләләр тикшерелде.

…Беҙ – уҡытыусы, журналист, һатыусы, водитель. Был йә­һәт­тән төп бу­ры­сыбыҙ, әлбиттә, уҡытыуға, гәзит-журнал сыға­рыу­ға, йөк йәки ке­ше­ләр­ҙе йөрөтөүгә ҡайтып ҡала. Шул уҡ ваҡытта эшебеҙ менән йәнәш торған башҡа бурыстар ҙа бар бит әле – хәүефһеҙлекте ҡай­ғыр­тыу, мәҫә­лән. Тик, үкенескә ҡаршы, һуңғыһына иғтибар бирергә яратмайбыҙ, икенсе планға күсерәбеҙ. Йәнәһе, уның өсөн “икмәк ашаған” тейешле хеҙмәттәр бар. Бик тә булмаһа, Хоҙай һаҡлар, тип өмөт итәбеҙ. Әммә Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит.
– Бөгөн халыҡ күпләп йыйылған урындарҙағы хәүефһеҙлек хаҡында һөйләшәсәкбеҙ, “хәүефһеҙлек паспортын” әҙерләү кимә­лен тикшерә­сәк­беҙ, – тип эш тәртибе менән таныштырҙы ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Марат Мусин, кәңәшмәне асып.
Асыҡлыҡ индереп үткәндә, халыҡ күпләп йыйылған урын тип 50-нән ашыу кеше бер тирәгә тупланған урын билдәләнә. Башлыса был хәл төрлө саралар үткәндә күҙәтелә.
“Хәүефһеҙлек паспорты”на килгәндә иһә, был документтың маҡсаты – учреждениела террор акты, тәртип боҙоу, ғәҙәттән тыш хәлдәр булған осраҡта эҙемтәне кәметеү йә иһә бөтөнләй ундай хәлдәрҙе булдырмау. Документ махсус хеҙмәттәр менән бергәләшеп эшләнә.
Был тәңгәлдә ҡалала эш, үкенескә ҡаршы, һүлпән бара икән. Улай ғы­на түгел, янғын хәүефһеҙлеген ҡайғыртыуға ҡайһы бер учреждениелар бө­төнләй яуапһыҙ ҡарай. 60-тан ашыу етешһеҙлек осрағы асыҡланған: кешеләргә запас сығыу урыны, тейешле билдәләр, янғын һүндереү ҡо­ра­малдары юҡ һ.б. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡа­лалағы күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге начальнигы урын­баҫары Ирек Ибраһимов еткерҙе. Белгес фекеренсә, ошо йәһәттән яуаплылыҡты көсәйтеү маҡсатында пландан тыш тикшереү эштәре йәйелдереләсәк.
Өлгө алырҙай учреждениелар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, ҡала мә­ға­риф бүлеге шундайҙар рәтендә. Әлбиттә, балаларыбыҙҙың хә­үефһеҙлеге иң тәү сиратта иғтибар үҙәгендә булырға тейештер.
Террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса ҡалала хәл тотороҡло, тип бил­дәләнде сарала. Донъяла мөнәсәбәттәр ҡатмарлашҡан мәлдә бын­дай һүҙҙәр, әлбиттә, күңелгә май булып яғылды. Әммә уяу булыу бер ҡасан да артыҡ түгел. Хәйер, тотороҡлоҡтоң да нигеҙендә нәҡ тейешле хеҙмәттәрҙең эш һөҙөмтәһе, һиҙгерлек ята түгелме ни?
– Бигерәк тә йәштәр менән ныҡлы эшләргә кәрәк. Исем өсөн генә үт­кә­релгән сараларҙа сағылырға тейеш түгел был. Егет-ҡыҙҙарҙа уяу­лыҡ­ты көсәйтер өсөн класс сәғәттәрендә, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә беҙҙең хеҙмәт вәкилдәре менән осрашыуҙар ойоштороу ҡиммәт, – тип билдә­ләне был йәһәттән Федераль хәүеф­һеҙлек хеҙмәтенең Стәрлетамаҡтағы бүлек на­чальнигы Рушан Ҡотлояров. Рушан Наил улы йәнә бер етеш­һеҙ­лек ха­ҡында әй­теп үтте. – Биналарҙағы элекке вахтерҙар, яңы за­кон талаптарына ярашлы, шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә әйләнде. Әммә улар һаман да башлыса документ тикшереү менән генә мәшғүл. Атап әйткәндә, күпләп халыҡ йыйылған урындарҙа хәүефһеҙлек тейешле кимәлдә булырға тейеш.
Докладсыларҙың төрлө йүнәлештәге сығыштарында бер уртаҡ фекер бар: иҡтисади хәлдең тотороҡһоҙлоғона һылтанып, хәүефһеҙлеккә ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Кәрәкле ҡорамалдар, өйрәтелгән кешеләр булырға, халыҡты иҫкәртеү тейешле кимәлдә ойошторолорға тейеш.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518