Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көнбайыш төбәк һыуһыҙ интекмәйәсәк
Көнбайыш төбәк һыуһыҙ интекмәйәсәк Ошо көндәрҙә Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында, Йәрмәкәй һәм Туймазы райондарында булды. Республика Башлығы Октябрьскийҙа өр-яңы һыу тәьминәте системаһын ғәмәлгә индереүҙә ҡатнашты, етештереү һәм инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты.

Йәрмәкәй районының Иҫке Шах ауылы эргәһендә төбәк етәк­сеһе Стәвәнжи йылғаһындағы һыу һаҡлағыстың насос станцияһын эшкә ҡушты. Объект Октябрьский ҡалаһының һыу тәьминәте системаһына инә.
“Октябрьсккоммунводоканал” муниципаль унитар предприя­тиеһы етәксеһе Айҙар Иманғолов әйтеүенсә, әлегә тиклем халыҡты һыу ме­нән тәьмин итеүҙә йыш ҡына өҙөклөктәр булған. Һөҙөмтәлә Стәвәнжи йылғаһында һыу һаҡлағыс төҙөргә ҡарар ителгән. Уның күләме – 19 миллион кубометр, ә һыу өҫтө майҙаны 272 гектар тәшкил итә.
Эште тамамлау һәм һыу тәьминәте системаһын проект ҡеүә­тенә сығарыу өсөн һыу бүлгестең икенсе тармағын һалырға һәм таҙа һыу өсөн йәнә бер резервуар төҙөргә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов насос станцияһын ҡарап сыҡҡандан һуң Спутник ҡасабаһындағы баҫымлы резервуар майҙансығында булды. Бында ул лабораторияның, һыуҙы таҙартыу ҡулайлама­ларының эше менән танышты.

Ижади көстәр нығына

Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда уҡыусыларҙың “Минең республикам” тигән республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Конкурсҡа бөтәһе 300 уҡыусынан шиғырҙар, хикәйәләр, әки­әт­тәр килгән. Ҡатнашыусылар үҙ хеҙмәттәрен башҡорт, урыҫ, та­тар, сыуаш телдәрендә башҡарған. Башҡортостандың Яҙыу­сы­лар союзы ағзаларынан торған жюри шуларҙың иң яҡшыларын билдәләне.
Туғыҙ лауреат республиканың “Йәйләү” лагерына юллама менән бүләкләнде. Ә ике еңеүсегә “Башҡортостан” концерт залында ижади коллективтарҙа бер йыл бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеге тейҙе. Иң яҡшы тип танылған эштәрҙең авторҙарына бүләктәрҙе парламент рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова тапшырҙы.

Ҡышҡыһын да —
яңы өлгөргән йәшелсә


Башҡортостанда 2020 йылға тиклем теплицаларҙа үҫтерелгән йәшелсәнең тулайым йыйымын
1,5 тапҡырға арттырып, 78 мең тоннаға еткереү күҙаллана. Ошо маҡсатта ҡышҡы теплицалар майҙанын икеләтә киңәйтеү ҡарала.

Асыҡ һауала үҫтерелгән йәшелсәне иҫәпкә алғанда, йыллыҡ уңышты 450 мең тоннаға еткереү мөмкинлеге бар. Һөҙөмтәлә рес­публика халҡы үҙебеҙҙең ризыҡ менән тулыһынса тәьмин ителәсәк.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына теплицалар төҙөүгә ете ғариза тапшырылған. Ведомствола әйтеүҙә­рен­сә, халыҡты йәшелсә менән тотороҡло тәьмин итеү генә аҙ, продукцияны һаҡлау һәм эшкәртеү системаһын да яйға һалыу шарт. Әле республикала йыйылған уңышты һаҡларлыҡ келәт майҙандары етешмәй.
Былтыр йәшелсә уңышы 366 мең тонна булған. Был элгәре йыл менән сағыштырғанда 17 мең тоннаға күберәк. Ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары йәшелсә етештереүҙе ике тапҡырға тиерлек арттырған.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, Д. ҒИЛМАНОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509