Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамсыла ҡояш сағыла
Тамсыла ҡояш сағыла “Һыуҙың тамсыһын да әрәм-шәрәм итмә, балам...” Элек өләсәйҙәрҙең шулай тигәненә аптырай инек: күпме исрафлаһаң да, бөтмәй бит ул! Һыу ағымы икһеҙ-сикһеҙ! Шишмә-йылғалар ярҙарына һыйыша алмай аға, ҡоҙоҡтар ҙа, урамдағы һыу үткәргес торбалары ла буш түгел...

Ә бит боронғолар белеп әйткән. Бөгөн уларҙың хаҡлы булғанын айырыуса асыҡ аңлайбыҙ. Ер 70 процентҡа һыуҙан торһа ла, уның 96,5 проценты тоҙло океандарға тура килә. Ҡалған 3,5 процент эсәр һыуҙың йәнә 70 проценты – боҙлоҡтар. Әле егерме йыл элек кенә илебеҙҙә һыу һатыуҙа булмай торғайны, бөгөн ул бензин хаҡына тиңләште. Ә берәй ҡасан алтын-көмөштән дә ҡиммәтерәк буласаҡ. Ошо сәбәпле дәүләттәр араһында низағ-ыҙғыштар, ҡораллы бәрелештәр булмаҫ тимә. Ер­ҙә бөтә нәмәне лә ни менәндер алмаштырырға мөмкин дә бит, һыу ғына шул көйөнсә ҡаласаҡ. Бер бәләкәй генә тамсыла ла ҡояш сағыла, ә ҡояш – ул тормош.
Ысынлап та, хәҙерге заманда хатта аҙыҡ-түлек күсермәһен эшләргә өйрәнделәр. Лаборатория­ларҙа яһалма иткә хәтлем етештереүгә өлгәште­ләр. Сөнки донъяла халыҡ һаны артҡандан-арта бара. Шуға күрә ризыҡ етешмәүе – тәбиғи хәл. Әле планетаның бер кешеһенә көнөнә өс мең литр һыу тура килһә лә, ете миллиард халыҡтың бер миллиарды тәүлегенә ике-өс литр эсемлеккә лә өмөт итә алмай. Ҡитғаларҙа һыу запасы тигеҙ бүленмәгән шул. Етмәһә, уның сифаты ла төрлө урында төрлөсә. Тимәк, таҙа һыу – милләт сәләмәтлеге, ғүмер оҙонлоғо билдәһе.
Ер йөҙөндә көньяҡ илдәр электән һыуһыҙ сарсай. Ярлы Африкала халыҡ бысраҡ һыу эсергә мәжбүр булһа (планетала йыл да шул сәбәпле биш миллион кеше вафат була!), Яҡын Көнсы­ғыштың бай дәүләттәре һыуҙы ситтән һатып, океандан таҙартып ала. Һиндостан Ганг йылғаһы буйында һыу аҫты һаҡлағыстары төҙөй, Египет Нил йылғаһында яңы үҙән яһап, кеше йәшәргә яраҡһыҙ булған ҡоролоҡло көнбайыш төбәктәргә йән өрмәксе. Сәғүд Ғәрәбстаны, Бахрейн, Оман, Катарҙа эсәр һыу етештереүсе ҙур-ҙур заводтар сафҡа инеп тора. Был маҡсатта нефть һатыуҙан килгән миллиард-миллиард доллар тотонола.
Беҙҙең илдә хәл ул тиклем ҡырҡыу тормағас, мәсьәлә көнүҙәк һаналмай. Рәсәй бит һыу ресурс­тары күләме буйынса донъяла икенсе урынды биләй. Шулай ҙа ул байлыҡ тигеҙ бүленмәгәс, ҡайһы бер төбәктәр ҡыйынлыҡ кисерә. Йәй көндәре әле был ерҙә, әле теге урында һыуһыҙ ыҙалауҙары тураһында хәбәр ишетелеп тора. Сәнәғәт үҫешеүе сәбәпле, эсәр һыуҙың сифатына ла дәғүә етерлек.
Киләсәктә кешелекте ни көтә һуң? Ғалимдар әйтеүенсә, эсәр һыу запасы мәңгелек түгел. 2025 йылға Ер йөҙөндәге дәүләттәрҙең яртыһында ул етешмәйәсәк, ә быуат уртаһына – 75 процентында. Иң беренсе был бәлә Африка, Көньяҡ Азия, Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ Ҡытайға янай. Ошо төбәктәрҙән башҡа илдәргә ҡасаҡтар ағыласаҡ. Үҙ сиратында йәнә бер донъяуи көрсөк – һыу менән бәйләнгәне – тыуасаҡ.
Һыу – Хоҙайҙың күркәм бер бүләге. Уйлап ҡараһаң, ул – уникаль матдә, күренеш. Һыуҙы әүәләп тә, йәмшәйтеп тә, телеп тә булмай, унда бер эҙ ҙә ҡалмай. Нимә генә эшләһәң дә, иң баштағы беренсел торошон юғалтмай. Әҙәмдәрҙең дә аҡыл-зиһене шул һыу кеүек һығылмалы, саф, тоғро булып ҡалһын ине. Юғиһә килер заман – бер тамсы һыуға зар-интизар булып ултырырбыҙ...



Әхтәм ҒӘББӘСОВ,
Ағиҙел һәм Урал бассейны йылға­ларын күҙәтеү
буйынса федераль дәүләт учреждение­һының
бүлек мөдире:



– Республикабыҙҙағы һыу хужалығы фондына дөйөм оҙонлоғо 57 мең километрҙан ашыу булған 13 мең йылға, ике меңдән ашыу күл, 608-ҙән ашыу һыу һаҡлағыс һәм 160-ҡа яҡын ер аҫты һыуҙары ятҡылығы инә. Дөйөм алғанда, республиканың һыу ресурстары менән тәьмин ителеү кимәле Рәсәй менән сағыш­тырғанда бер аҙ түбәне­рәк. Башҡортостанда бер кешегә тәүлегенә 24 кубометр һыу тура килә, ә ил буйынса был күр­һәткес – 80 кубометр.
Төбәктең көньяҡ-көнсығыш райондарындағы һыу объекттары әүәлгесә сифат йәһәтенән проблемалылар иҫәбенә инә. Урал йылғаһында һәм уның ҡушылдыҡтарында һыу күләменең түбән булыуы, бысраныуы арҡаһында был райондарҙағы йылға-күлдәрҙә ауыр металдар миҡдары юғары. Тупраҡтағы ошо компоненттар, шулай уҡ тау-руда производствоһы, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ та быға йоғонто яһай.
Йылғаларҙың күләме буйынса донъяла икенсе урынды биләгән Рәсәй өсөн һыу ресурстарын көйләүҙең һәм уларға идара итеүҙең һөҙөмтәле иҡтисади алымын ғәмәлгә индереү ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Һыуҙы түләп ҡулланыу мөһим. Әле һыу объекттарын файҙаланған өсөн түләү ҙә, һыу һалымы ла тейешле сараларҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән аҡса күләмен ҡапламай. Түләүҙәр ставкаһы түбән булғанға күрә, ресурстарҙы һаҡлау мөмкинлеге юҡ. Ҡулланыусылар ҙа һыуҙы һаҡсыл тотонмай. Ауыл хужалығы, һыу транспорты кеүек тармаҡтар һыу объекттарын файҙаланған өсөн бөтөнләй түләмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518