Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәүе... күңелһеҙ
Йәшәүе... күңелһеҙ Билдәле фантаст-яҙыусыларҙың берәй әҫәрен булһа ла уҡығанһығыҙҙыр. Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың шаҡ ҡатырғыс фантазиялары ваҡыт үтеү менән ысынбарлыҡҡа әүерелә бара. Мәҫәлән, ярты быуат элек үк фантаст-яҙыусы Айзек Азимов 2014 йылда халыҡтың иң ҙур мәшәҡәте эс бошоу буласаҡ тигән. Йәнәһе, күпселек эште роботтар, машиналар башҡарасаҡ, ижад кешеләре генә үҙ-үҙҙәренә тоғро ҡалып, тулы ҡәнәғәтлек кисерәсәк.

Уйлап ҡараһаң, ул әллә ни яңылыш­маған да бит. Бөгөн ҡайҙа ҡарама – автоматлаштырылған ҡорамалдар, электрон аппараттар, роботтар... Элек сит дәүләттәрҙә беҙҙең туристарҙы хайран иткән күренештәр хәҙер илебеҙҙә лә ғәҙәтигә әйләнеп бара. Ә Америка иҡти­садсылары һәм сәйәсмәндәре ни бары ун йылдан миллиондарса ватандаштарының эшһеҙ ҡалыуын күҙаллай.
Ысынлап та, эшҡыуарға уңайлы бит: кешенән айырмалы рәүештә, техника ри­заһыҙлыҡ белдермәй генә тәүлек әйләнә­һенә алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Ваҡыт үтеү менән тәүҙә ныҡ ҡиммәт торған ҡора­малдар ҙа осһоҙлана, теләһә кем һатып алырлыҡ була. Шуға ла сәнәғәт тарма­ғында, айырыуса машина төҙөүҙә, электр техникаһы етештереүҙә эштәр автоматлаштырылып бөттө тиерлек.
Пилотһыҙ осоу аппараттары күптән ҡулланылһа, тиҙҙән юлдарҙа водителһеҙ машиналар – гуглмобилдәр барлыҡҡа киләсәк. Улар бер нисә илдә һынау үткән дә инде. Әйткәндәй, бер-икеһе генә һәләкәткә осраған, унда ла башҡа транспортты йөрөткән кешеләр ғәйебе менән. Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында шундай машина 5630 саҡрымлыҡ юлға сығып, Сан-Франциско ҡалаһынан Нью-Йоркка имен-аман барып еткән. Тиҙҙән ро­бот-комбайндарҙы ла тәжрибә майҙан­сығы көтә. Япония алдағы биш йыл эсендә был эшмәкәрлеккә ете миллиард доллар тотонмаҡсы.
Көнкүрешебеҙҙәге ыңғай үҙгәрештәр ҙә күҙгә ныҡ ташлана. Аҡыллы машиналар өй йыйыштыра, ашарға бешерә, хатта беҙҙең күңелебеҙҙе аса. Ҡайһы берҙә уйланырға, баш ватырға ла кәрәкмәй. Мәҫәлән, күптән инде нимәнелер күңелдән һанауҙы оноттоҡ. Бер ҡарауға, яҡшы һы­маҡ. Әммә тап ошо хәлдәр йәшәйешебеҙҙе бер төрлө, эс бошорғос итә түгелме? Иғтибарға алғанһығыҙҙыр: ауылдарыбыҙ ҡыш көнө генә түгел, йәйгеһен дә үлеп барған төҫлө. Рәхәт: ҡайһы берҙә икмәкте, туҡмасты ла һатып ҡына алабыҙ. Балалар шау-гөр килеп урамда уйнамай, ауыр эш башҡарыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, бер мө­йөштә телефон экранына текләп көнөн уҙғара. Өлкәндәр ҙә йә компьютер, йә телевизор алдында ултырырға әүәҫләнде. Йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге тикше­реүҙәренән күренеүенсә, Рәсәй халҡының 46 проценты телевизор ҡарап ял итә. Ә улай фантазияға, хыялға урын ҡалмай. Хыялланған кеше генә алға бара, үҫешә бит һуң!
Аптыраҡ: бер яҡтан, эш кәмене, икен­сенән... ваҡыт юҡ. Ысын, бер нимәгә ваҡыт етмәй – йоҡларға, ял итергә, ҡунаҡҡа йө­рөргә, хатта ҡайһы саҡ телефондан ғына шылтыратып хәл белешергә, тыуған көн менән ҡотлап смс-хәбәр ебәрергә лә. Ҡайҙа ул элекке кеүек сәйгә алыуҙар, урам буйында тороп, ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә ултырып гәп һатыуҙар...
Иҫләйем, беҙ бала саҡта иртәнге, төшкө, киске аш мәлдәре үҙе бер байрамға әйләнә торғайны! Әсәйҙең тәмле еҫтәр сығарып бешеренгәнен күҙәтеп, ҡасан өҫтәл артына саҡырыр тип түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөйбөҙ. Ә атай тыштағы эшен бөтөп инмәйенсә – ярамай. Шунан һәр кем үҙенә тәғәйенен ҡәҙерләп тәғәм итә. Әлбиттә, атайға – ризыҡтың иң ҙур өлөшө. Малай­ҙарға – бот ите, ҡыҙҙарға – ҡанат. Ошолай артыҡ һүҙ сарыф итмәй генә тәрбиәлә­гәндәрҙер ҙә инде беҙҙе.
Ә хәҙер, бигерәк тә ҡала ерендә, ҡасан бөтә ғаилә бергә йыйылып тамаҡ ялғаған да онотолған инде. Һәр кемдең – үҙ ваҡы­ты. Ысынында кемделер көтөп торорға ваҡыты юҡ. Өйгә ҡайта, арлы-бирле ҡап­ҡылай ҙа телефонын, планшетын, ноутбугын ҡосаҡлап ятып китә йә телевизорға тексәйә. Асыҡҡанын тойһа, йәһәт кенә аш бүлмәһенә сығып, һыуытҡысты асып, берәй ризыҡ киҫәген эләктерә лә кире бүлмәһенә йүнәлә. Һәм “йәнһеҙ” таныштары, дуҫтары менән аралаша, уларға “йәнһеҙ” бүләктәр ебәрә, “йәнһеҙ” уйындар уйнай. Шунан ниңәлер йәшәүе күңелһеҙ тип зарлана. Хатта ки унда – виртуаль донъяла, зәңгәр экрандарҙа тормош гөрләп торһа ла...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840