Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихи мираҫ һағында
 Тарихи мираҫ һағында Илебеҙ, республикабыҙ тарихына ҡағылышлы документаль мираҫ архивтарҙа һаҡлана. Бөгөнгө йәмғиәттә уларҙың әһәмиәте бик ҙур. Борондан тупланып килгән дәүләт документтарын, халҡыбыҙ йылъяҙмаһын һаҡлау нисек ойошторолған? Республика архивтарының хәҙерге торошо, уларҙың эшмәкәрлеге, уңыштары һәм проблемалары хаҡында һөйләүен үтенеп, беҙ Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы И. В. ҒӘЛЛӘМОВҠА мөрәжәғәт иттек.
– Илфат Ваис улы, Рәсәй архивтары көнө алдынан гәзит уҡыусы­ларҙы был иҫтәлекле көндөң тарихы, Һеҙ етәкләгән ведомствоның күҙгә бик салынып бармаған эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Ысынлап та, архив хеҙмәте – ул күптәрҙең иғтибарынан ситтә, күләгәлә торған тармаҡ. Был шулай булырға тейештер ҙә. Сөнки архив кәштәләрендә илебеҙҙең һәм республи­кабыҙҙың ғәйәт бай тарихын сағылдырған тәүсыға­наҡ­тар һаҡлана. Ә инде архив хеҙмәткәр­ҙәренең төп бурысы – дәүләт әһә­миәтендәге ошо ҡиммәтле мираҫты һаҡлап алып ҡалыу һәм киләһе быуындарға еткереү.
Архивтар көнө ниндәйҙер кимәлдә беҙҙең тармаҡ тура­һында хәтергә төшөрөү өсөн генә уйлап сығарылған иҫтә­лек­ле көн түгел, ә быны ил етәк­селегенең дәү­ләтсе­легебеҙҙә архивтың тотҡан урынын юғары баһалауы, уның әһәмиәтен яҡшы аңлауы тип тә ҡарарға кәрәк.
Был иҫтәлекле көндөң рәсмиләш­терелеү тарихы шунан ғибәрәт: 1720 йылдың 10 мартында Петр I «Генераль регламент йәки Устав» тип нарыҡланған документҡа ҡул ҡуя. Унда Рәсәй дәүләтенә идара итеүҙе ойоштороу нигеҙҙәре билдәләнә. Нәҡ ошо доку­мент­ҡа ярашлы, артабан Рәсәйҙең барлыҡ власть органдарында ла архив эшен ойоштороу башлана. Ә инде Рәсәйҙең Федераль архив хеҙмәте коллегияһы тәҡдиме менән 2002 йылдан алып илебеҙҙә Архивтар көнө билдәләнә.
2013 – 2018 йылдарға иҫәп­ләнгән «Башҡортостан Респуб­ликаһында архив эшен үҫте­реү» дәүләт программаһы бурыстарын үтәү маҡсатында Архив эштәре буйынса идаралыҡ ҙур эш алып бара. Ошо көн­дәр­ҙә үткән коллегия ултырышында 2015 йылда башҡа­рылған эштәргә байҡау яһалды, проблемалар тураһында етди һөйләшеү булды һәм киләһе йылға аныҡ бурыстар бил­дәләнде. Коллегия ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе И. А. Тажетдиновтың ҡатна­шыуын һәм сығыш яһауын юғары даирәләрҙең беҙҙең тармаҡҡа ҙур иғтибар бүлеүе тип ҡабул иттек. Илшат Азамат улының ҡулынан почет грамоталары, рәхмәт хаттары алып ҡыуаныс кисергән алдынғы архив хеҙмәткәрҙәре киләсәктә лә ауыр һәм яуаплы эштәрендә һынатмаҫ, тип ышанам.
– Архив учреждениелары башҡар­ған эш күләме тураһында әйтеп китһәгеҙ ине. Халыҡ һеҙгә күп мөрәжәғәт итәме?
– Хәҙерге көндә республикала бер дәүләт архивы (Баш­ҡортостан Респуб­ликаһының Милли архивы) һәм 63 муниципаль архив иҫәпләнә. Халыҡ һис тә архивтарға һуҡмаҡты һыуытмай. Һуңғы йылдарҙа эш күләме күп тапҡырға артты. Мәҫәлән, 1993 йылда архив учреждениеларына 3 мең самаһы кеше мөрәжәғәт иткән бул­һа, былтыр иһә ойошмаларҙың һәм ябай кешеләрҙең 193698 үте­несе ҡәнәғәтләндерелгән (2014 йылда – 184254, 2013-тә – 168307). Хаттарҙың тематикаһы ла бик киң: иң күбе пенсияға сығырға йыйынған кешеләр хеҙмәт стажы, эш хаҡы, дәүләт наградалары менән бүләк­ләнеүе тураһында мәғлүмәт алыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә, ер биләмәһе, милекте хосусилаштырыу буйынса ла белешмә алырға теләүселәр байтаҡ ҡына.
Башҡортостан Рес­публи­каһының Архив фондында (дәүләт һәм муниципаль архив­тарҙы ла индереп) әле 4 миллион 400 меңдән ашыу доку­менттың төп нөсхәһе һаҡлана. Архив мәғлүмәттәрен файҙа­ланыусылар иҫәбе былтыр 198 мең самаһы булды. Ә инде Архив эштәре буйынса идара­лыҡтың сайтына (www.gasrb.ru) инеүселәр 71 мең тәшкил итте. Һандарҙан күренеүенсә, архив­тарҙың бөгөнгө йәмғиәттең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә әһәмиәте ғәйәт ҙур.
– Һуңғы йылдарҙа күптәр үҙ нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһына башланы. Был мәсьәлә буйынса һеҙгә нисек мөрәжәғәт итергә?
– Эйе, үҙенең нәҫел та­мырҙары менән ҡыҙыҡ­һыныусылар хәҙер бик күбәйҙе, шунлыҡтан шәжәрә төҙөп биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итеүселәр йылдан-йыл арта. Беҙҙең сайтта үҙ нәҫел ағасын эшләргә теләүселәр өсөн «Шәжәрә» исемле махсус бүлек булдырылған. Унда урынлаштырылған методик белешмәләр менән танышып сыҡҡан кеше архив сығанаҡтары буйынса нәҫел-нәсәбен тиҙ үк асыҡлай аласаҡ. Әлбиттә, баш ҡаланан алыҫ йәшәгәндәр Милли архивҡа үтенес хаты ебәрә ала. Һуңғы ваҡытта бындай мөрәжәғәттәр күбәйә бара, беҙгә күрше төбәктәрҙән, айырыуса Татарстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килеүселәр ҙә артты. Шуны ла әйтмәй булмай: шәжәрә эшләү хеҙмәте түләүле. Был мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙар менән 276-55-21, 276-49-07 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә йәки баш ҡаланың К. Маркс урамындағы 4-се йортта урынлашҡан Баш­ҡортостан Республикаһының Милли архивына килергә була. Әйткәндәй, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы иҫәп алыу мәғлү­мәттәре («Ревизские сказки») менән Идаралыҡтың сайтында ла танышырға мөмкин.
– Илфат Ваис улы, документтарҙы һаҡлау – архив хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы, тинегеҙ. Был йәһәттән эш нисек ойошторолған һуң?
– Дөрөҫөн әйткәндә, был – иң ҡатмарлы мәсьәлә. 1830 йылда төҙөлгән төп архив бинаһы бик иҫкергән, асылда авария хәлендә, шунлыҡтан федераль күҙәтеү ойошмалары беҙгә уны кисек­мәҫтән ябып, барлыҡ документтарҙы икенсе урынға күсереү тураһында күр­һәтмә бирҙе. Ләкин бәлә шунда: санитар талаптарға яуап биргән махсус биналар Өфөлә юҡ. Хәйер, дәүләт архивы өсөн яңы бина төҙөү мәсьәләһе уҙған быуаттың 80-се йылдарынан уҡ күтәрелеп килә, хатта өс проект эшләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема һаман­ғаса хәл ителмәй килде. Ә хәҙер илдә иҡтисади көрсөк хөкөм һөрә...
– Башҡортостанда тәүге архив барлыҡҡа килеүгә тиҙҙән 100 йыл була. Ошо дәүер эсендә унда республиканың бер етәксеһе лә аяҡ та баҫып ҡарамаған. Шуныһы ҡыуа­ныс­лы: былтыр сентябрҙә Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәми­тов төп архив учрежде­ниеһының эше һәм торошо менән ентекле танышып китте. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне – Башҡортостан Хөкүмәте тиҙ арала Дзержинский исемендәге типографияның буш торған бинаһын беҙгә файҙа­ланыуға тапшырыу тураһында ҡарар сығарҙы. Әммә ул архив документтарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнмәгән, шуға әлегә ремонт талап ителә.
Ғөмүмән, һуңғы коллегия ултырышында баш ҡалала яңы Архив йортон төҙөү мәсьәләһе ҡәтғи ҡуйылды. Кисекмәҫтән осһоҙораҡҡа төшкән яңы проект эшләтеп, финанс мәсьәләһен хәл итергә һәм яҡын йылдарҙа төҙөлөш эшенә керешергә ҡарар ителде. Барлыҡ талаптарға яуап биргән заманса бина булғанда ғына беҙ алтынға бәрәбәр документтарҙы тейешле режимда, һәйбәт физик торошта һәм хәүефһеҙ шарттарҙа һаҡлай аласаҡбыҙ.
Сер түгел, Милли архивта урын булмау сәбәпле, һуңғы ваҡытта күп кенә предприятие һәм ойошмаларҙан һаҡлауға архив документтарын ҡабул итә алманыҡ. Был иһә уларҙың юғалыуына, эштән сығыуына килтерергә мөмкин. Ҡуртымға бирелгән бинаны тиҙ арала ремонтлап алһаҡ, емерелеп төшөү дәрәжәһенә еткән архив һаҡлағыстағы документтарҙы быйыл унда күсереп бөтөрбөҙ һәм предприятие-ойошма­ларҙың архивын ҡабул итә башларбыҙ тигән өмөттәмен.
– Башҡортостандың Милли архивынан тыш, һеҙ етәкләгән Идара­лыҡҡа муниципаль архивтар ҙа буйһона. Уларҙың эшмәкәрлегенә ниндәй баһа бирер инегеҙ?
– Республиканың бөтә ҡала-район хакимиәттәренең дә архив бүлектәре бар. Күптәре барлыҡ талаптарға яуап биргән биналарҙа урынлашҡан, һаҡ һәм янғын сигнализацияһы эшләй. Өфө, Күмертау, Октябрьский, Сибай, Стәр­летамаҡ ҡалалары һәм Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Буздәк, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Иглин, Ҡалтасы, Көйөр­гәҙе, Шишмә, Яңауыл райондары хакимиәттәре архив документтарын һаҡлауға тейешле шарттар булдырған. Шул ва­ҡытта Салауат ҡалаһы, Әбйә­лил, Әлшәй, Белорет, Ғафури, Дыуан, Ҡыйғы, Кушнаренко, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Федоровка райондарының архивтары өҫтәмә бинаға мохтажлыҡ кисерә.
Архив эштәре буйынса ида­ралыҡ йыл һайын урындарҙағы архив учреж­дениеларының эшен тикшереп тора. Былтыр, мәҫәлән, Рәсәй Федера­ция­һының архив эше тураһындағы закондары нисек үтәлеүен өйрәнеү маҡса­тында 40 тикшереү ойошторолдо, һөҙөм­тәлә архив ҡанундарын боҙған өсөн 13 вазифалы кешегә күрһәтмә бирелде.
– Архивтарҙың эшмәкәр­ле­гендәге уңыш-ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Әлбиттә, ҡыуаныстарыбыҙ ҙа етерлек. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһы хакимиә­тенең архив бүлеге мөдире Ниля Зәйнуллина, федераль округта былтыр үткә­релгән тармаҡ конкурсында ҡатна­шып, «Рәсәй муниципаль архивының иң яҡшы хеҙмәткәре» номинацияһы буйынса еңеүсе булды. «Йәш архивсы» Бөтә Рәсәй конкурсында иһә Башҡорт­остан уҡыусылары һәйбәт сығыш яһап, лауреат булыуға өлгәште.
Былтыр «Башҡортостан Республи­каһы телдәре һәм халыҡтары. Дәүләт телдәре: тарих һәм бөгөнгө заман» йыйынтығының дүртенсе һәм бишенсе өлөштәре нәшер ителде. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығына арнап архив хеҙмәт­кәрҙәре көсө менән З. Биишева исемен­дәге «Китап» нәшриә­тендә ике китап («Республика Башкортостан в период Великой Отечественной войны 1941-1945 гг. Хроника основных событий», «Подвиги их – бессмертны») әҙерләп сығарыуға өлгәштек. Һуңғы китап Баш­ҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалер­ҙарына һәм маршал, генерал, адмиралдарға бағышланған. Бынан тыш, «Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә 2016 йылға иҫтәлекле көндәр, байрамдар һәм юбилей даталары календары донъя күрҙе.
Архив эштәре буйынса идаралыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт һәм Фән советтары, шулай уҡ эксперт-тикшереү комиссияһы ла ырамлы эшләй. Йыл һайын фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Былтыр, мәҫәлән, Ҡырым Респуб­ликаһы, Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре ҡатнашлығында «Көньяҡ Урал археографияһы. Граждандарҙы туплауҙа тарихи хәтерҙең әһәмиәте» тип аталған ғилми ҡор айырыуса юғары кимәлдә үтте.
Ҡыҫҡаһы, республиканың архив учреждениелары хеҙ­мәткәрҙәре быуаттар ауазын беҙгә еткергән ҡиммәтле документтар тейешенсә һаҡланһын, улар менән киң халыҡ ҡатламы иркенләп таныша алһын, кәрәкле тарихи мәғлүмәткә эйә булһын өсөн бар көсөн һала. Хеҙмәттәштәремде, тарих­сыларҙы, тыуған яҡты өйрәнеү­селәрҙе, үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы Рәсәй архивтары көнө менән ихлас ҡотлайым!
– Илфат Ваис улы, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт.

Н. ХӘМЗИН әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512