Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин – ҡатын-ҡыҙ. Хәстәрҙәрем ябай...”
“Мин – ҡатын-ҡыҙ.  Хәстәрҙәрем ябай...” “Һәр яңылыҡ – ихлас онотолған иҫкелек” тигәнерәк әйтем бар көнкүрештә. Был һүҙҙәрҙе иһә мең йоҙаҡ һәм сер менән уратылған гүзәл зат күҙлегенән тикшермәксемен. Яңы һаналған күренештәргә ысынлап та бығаса шаһит булмағанбыҙмы беҙ? Заман тиҙлеге талап иткән, төрлө юҫыҡтағы үҙгәрештәр, асыштар гүзәл зат вәкилдәренә нисек тәьҫир итә? Файҙаһы бармы? Улар еңел үҙләштереләме?

Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, ҡатын-ҡыҙҙың, нисә йәштә булыуына ҡара­маҫтан, йыш ҡына ҡул эштәре менән шөғөлләнеп, аралашып, моңланып кис ултырыуға йыйылғанын күрәбеҙ. Эскелек менән мауыҡҡан, ғөмүмән, иҫергән гүзәл затты шәм яҡтыртып эҙләһәң дә табырлыҡ түгел. Егеттәр менән танышыу өсөн төнөн “ау”ға сыҡҡан ҡыҙ-ҡырҡын да күренмәй. Ҡайҙа инде ул ирҙәр менән бергә баҫып көйрәтеп йә гәпләшеп тороу?! Ана, бер егет ат санаһын, йүгән-ҡамыттарын рәтләп, оя-ҡураны ныҡлап ябып, йортҡа табан ыңғайланы. Иртәгә ата-әсәһе менән һөйгән ҡыҙын һоратырға барасаҡ...
Бөгөн был һоҡланғыс күренешкә тап булыуы икеле, әммә буш ваҡытында ҡул эше менән шөғөлләнгән, китап уҡыған, рухи һәм физик сәләмәтлеген ҡайғыртҡан, күңелендә нәзәкәтлек, нескәлек, наҙ сәскәләрен үҫтергән, буласаҡ иренең – берҙән-бере, таянысы, йыуанысы, ғаиләнең ҡото, йәме булырға әҙерләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреү, уларҙың барлығына инаныу шатландыра.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағында асылған “Нәфислекте үҫтереү мәктәбе” – боронғо кис ултырыуҙарҙың яңы бер һынла­ны­шы. “Йылы аралашыу. Сағыу тәьҫорат­тар. Сәләмәт, бәхетле булыу, гармо­нияға өлгәшеү, Аллаһҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү өсөн файҙалы ғилем” тигән һүҙҙәр урын алған уның “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе түрендә.
Һуңғы арала ҡатын-ҡыҙҙарға камиллашыу, төп тәғәйенләнешен оҫта, ихлас башҡарыу өсөн белем алыу мөмкин­лектәре булдырған мәктәптәрҙең асылыуы ят түгел. Техниканың йылдам үҫеше, аралашыу ысулдарының заманлашыуы күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү­ҙәрҙе, фекер алышыуҙарҙы сикләгән кеүек. Көнбайыш елдәре гүзәл затты “ҡыйыу”, “ал бирмәҫ”, “буйһон­маусан” булырға әйҙәүҙән туҡтамай, ахыр сиктә күпселек ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте һәм заман “талабы” араһында буталып, уларҙы бергә килештерә алмай аҙаплана. Эстән яна, сөнки “мах” бирмәй теттереп йәшәү дөрөҫ юл тип уйлай. Салонда һыҙҙы­рылмаған ҡашты, сит илдә үткәрелмәгән ялды, ябыҡ, тыйнаҡ кейемде, итәғәт­лелекте, ярҙамсыллыҡты хурлыҡ билдәһе һанай. Яҙылмаған, әммә матди байлыҡты даулаған ҡанундарға ярашлы йәшәүҙең бәхет икәнлегенә ышана. Һәм хаталана. Гүзәл заттың ошо рәүешле яңылышы­уына юл ҡуймау, дөрөҫ юл күрһәтеү маҡсатында ойошторола ла инде алда әйтеп үтелгән мәктәптәр. Сөнки тыумыштан һалынған тәғәйен­ләнешен, йәшәүенең төп маҡсатын – илдең йәме, йылы усағы, киләсәге, наҙы, әсәй, өләсәй булыу бурысын үтәмәгән, уны аша атлап сығырға маташҡан ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә үрҙәр яуламаһын, ҡайҙа ғына аяҡ баҫмаһын, барыбер тонсоғасаҡ, нәзәкәтлек тәбиғә­тенә һыуһаясаҡ. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәй, ҡатын-ҡыҙ булараҡ эске тауышыңа, Хоҙай тарафынан яҙылған бурысыңа тоғро ҡалып, күңелеңде сафландырып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр...
“Нәфислекте үҫтереү мәктәбе” етәксеһе Илмира Арыҫланова әйте­үенсә, ҡатын-ҡыҙҙар, бергә йыйылып, аулаҡ ойошторорға тейеш. Ғаиләнең именлеген һаҡлау, стресс мәлдәренән арыныу өсөн дә ҡулай бындай сара.
– Күп мосолман ҡатын-ҡыҙы ғаилә темаһына ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә башлағас, улар менән тығыҙ бәйләнеш барлыҡҡа килде, һөҙөмтәлә ошондай мәктәп асырға ниәтләнем. Тәҡдимемде әллә ҡайҙарҙа яҡлап та йөрөмәнем. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте сикһеҙ, ярҙам һорап доғалар ҡылдым, һәм Ул барлыҡ кәрәкле юлдарҙы асып һалды, мөмкинлектәр үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Белемгә ынтылғандар – Аллаһ юлында, ошо хаҡта оноторға ярамай, – ти Илмира.
Әлегә нәфислек мәктәбендә 20-нән ашыу уҡыусы шөғөлләнә. Улар гүзәл зат тәбиғәтенең асылына төшөнә, нәзәкәтлек, мөләйемлек серҙәрен өйрәнә. Ире алдындағы йөкләмәләрен, хоҡуҡтарын теүәл үтәп, ғаилә усағының йылыһын һаҡларға, эргә-тирәләгеләре, яҡындары менән килешеп, тулы гармонияла йәшәү ғилеме лә бирелә.
– Нәфис, сағыу, маҡсатлы, яратҡан һәм тыңлаусан ҡатын-ҡыҙ – иң бәхет­леһе һәм абруйлыһы. Ир-егеттең хыялындағы гүзәл зат кимәлен тотор өсөн көн һайын үҙ өҫтөңдә эшләү зарур. Иң яҡшы, тәрән аҡыллы ҡатын булыу өсөн дә уҡырға кәрәк. Һылыуҙарыбыҙҙы хәләл ефеттәренең ғорурлығы булырға, бөйөк эштәргә илһамландырырға һәм уның сикһеҙ рәхмәтенә өлгәшергә өйрәтәбеҙ, – тип бәйән итә ике бала әсәһе Илмира Арыҫланова.
Әйтергә кәрәк, эшмәкәрлеген күптән түгел башлаған белем мәктәбендә үҙ тормошонда бейек үрҙәр яулаған, ныҡлы ғаилә ҡорған һоҡланғыс, төплө фекерле, бәхетле остаздар уҡыта. Улар әйтеүенсә, дәрескә йөрөгән ҡыҙҙарҙа ыңғай һөҙөмтәләр асыҡ һиҙелә. Әле иһә уҡыусылар “Триллионлыҡ Леди” бәйгеһенә әҙерләнә. Конкурс исеменән уҡ матди нигеҙгә ҡоролған кеүек күренһә лә, маҡсат бөтөнләй башҡаса: ҡатын-ҡыҙ булып донъяға килеп, Аллаһ тарафынан бирелгән миллион-триллион мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙа­ланып, уларҙың йәмен, ҡәҙерен тойоп, үҙ тәғәйенләнешеңде оло мөхәббәт менән башҡарып, бар яҡлап камиллашып, тулы күңел, ихлас, мөләйем йөҙ менән йәшәү – уның асылы.
Шулай уҡ кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Love is” төркөмө булдырылып, унда мөхәббәтте һәм гармонияны һаҡлау серҙәренә өйрәтеү ҡаралған. Инглиз, ғәрәп телдәрен үҙләштереү, рәсем, мехенди төшөрөү, массаж яһау, аш-һыу әҙерләү, яулыҡ ябыныу, тегеү-бесеү курстары үҙен ихтирам иткән, гүзәл тәбиғәтенең асылына, мөғжизә­һенә төшөнөргә теләгән һәр һылыу өсөн мөһим, кәрәкле ғилем. Күңел донъяһын аңлай алмағандарға шәхси мәсьәлә­ләрен хәл итеү өсөн психолог ярҙамы күрһәтелә, тәжрибәле оҫталар төплө кәңәштәр бирә. Сәләмәтлекте нығытыу, тышҡы ҡиәфәтте тәртиптә тотоу, дөрөҫ биҙәнеү буйынса тулы мәғлүмәт менән байытыла дәрестәр.
Тимәк, яҙманың башында телгә алынған, заман талап иткән “үҙгәреш­тәр”ҙе ҡуш ҡуллап ҡаршы алып, уларҙы үҙ файҙаңа әйләндереп, йәғни көнит­мешеңде ысын ҡатын-ҡыҙ тормошо итеп ҡороуҙың бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ. Кис ултырыуҙар, йәмле йыйылыштар, серҙәр уртаҡлашыу, нәсихәт алыу, күркәмлеккә ылығыу – әсәй-өләсәйҙә­ребеҙҙән ҡалған һоҡлан­ғыс тәрбиәгә, ҡиммәтле тәжрибәгә әйләнеп ҡайтыу ул, минеңсә. Был үҙенсәлекле эшмәкәр­лектең файҙаһын һәр кем үҙендә көндән-көн һиҙеренә шигем юҡ. Хәйер, был серҙәрҙе өйрәнәһе лә түгел, бары тик бикле ятҡан эске донъябыҙҙы асырға ғына кәрәк..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840