Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер күңелдең балҡышы
Бер күңелдең балҡышы Танылған журналист Рәйсә Абдуллинаны студент саҡтан уҡ беләм. Яғымлы, һылыу, алсаҡ, егәрле ҡыҙ һәйбәт уҡыу менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша торғайны. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәген йәнләндереү өсөн ваҡытын йәлләмәне. 1996 йылдан алып ул – Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре.
Йылдар һәм заман елдәре әҙәм балаһын төрлөсә һынай. Бергә үтелгән тиҫтә йылдар эсендә Рәйсә эҙләнеүҙәре, асыш-табыштары, йөкмәткеле тапшырыуҙары менән һоҡландыра, уйландыра, ғәжәпләндерә һәм ҡыуандыра килә. Үҙенең күңел йылыһын, нурын тапшырыуҙарына һала белеүе, яғымлылығы, мөләйемлеге менән айырылып торған журналистарҙың береһе ул. Үтә лә нескә күңелле зат тип тә ҡабул итәбеҙ. Тик шул нескәлек һәм наҙ эсендә заман елдәре бөгә алмаҫ саҡматаштай рухи көс бар. Һүҙ яҡтылығы, күңел яҡтылығы, юл яҡтылығы шунан. Борон-борондан халҡыбыҙ саҡматашты ҡулынан ысҡындырмаған. Һәр дәүерҙә лә уның осҡоно ҡараңғылыҡты яҡтыртҡан.


– Донъяны һәр бала үҙенсә аса, һығымталар яһай. Һеҙҙең шундай ҡыҙыҡ асыштарығыҙҙы әсәйегеҙ йәки өләсәйегеҙ телгә алғаны булғандыр?
– Әҙәбиәткә һөйөү тыумыштан һалын­ғандыр, тип уйлайым, уҡырға иртә өйрән­дем. Ағайымдың әҙәбиәт китабынан тырышып-тырмашып “Граждандар һуғышы бәйете”н ижекләгәнемде күргәс, әсәйем магазиндан өр-яңы “Әлифба” алып ҡайтып бирҙе. Балалар баҡсаһында алға сығарып ултырта ла әкиәт уҡыта торғайнылар. Тиҫтерҙәрем аңларлыҡ итеп уҡый алдыммы икән, тип хәҙер аптырайым. Тәрбиәсе­ләремә байрам һайын ҡотлау открыткаларын баш хәрефтәр менән үҙем яҙа инем.
Атайымды шәп математик, шахматсы һәм бик шиғри йәнле кеше ине, тип һөй­ләйҙәр. Ысынлап та, өй тулы шиғыр китабы булды. Бала саҡтан шуларҙы уҡып үҫтем. Атайым үҙе лә шиғырҙар яҙған. Ҡаҙ теше һымаҡ теҙелеп торған тигеҙ хәрефтәр менән яҙылған ҡулъяҙмалары әле лә һаҡлана. Сатирик шиғырҙары “Һәнәк”тә баҫылған. Иртә китте… Миңә ни бары һигеҙ йәш ине, һеңлемә – биш, ағайыма – ун ике.
Әсәйем, етемлекте тоймаһындар тип, бөтә тырышлығын һалды. Ниндәй һәлә­тебеҙ бар, үҫтерергә тырышты. Балалар баҡсаһында уйынсыҡ пианино тора ине. Шунда бер бармаҡ менән “Әпипә” көйөн сығарғанмын. Шуны белеп, әсәйем почта аша “Ионика” тигән ҙур булмаған фисгармония алдырҙы. VI класта уҡығанда Өфөгә барып, баян һайлап алдыҡ. Музыка түңәрәгенә йөрөнөм. Бер йыл эсендә бер нисә көй өйрәнгәс, түңәрәкте алып барған тарих уҡытыусыһы: “Хәҙер һин минән дә күберәк беләһең, артабан үҙаллы шөғөллән инде”, – тине. Шуның менән музыкаль белем алыуым тамамланды тиергә була.
Өйҙә китап та, гәзит-журнал да күп булды. Әле лә “Ағиҙел” менән “Ҡазан утлары”ның әллә нисә йыллыҡ төргәге ята. Бигерәк тә пьесалар уҡырға яратам. Уҡыған мәлдә сәхнәләге донъя төҫмөр­ләнә, персонаждарҙың йөҙө күҙ алдына килә, тауыштары ишетелә. Китап уҡыуҙан алған ләззәт урам уйындарынан да татлыраҡ булғандыр, күрәһең. Әсәйемдең ҡат-ҡат: “Исмаһам, ҡыҙҙар менән урамда бер аҙ уйнар инең”, – тигәне хәтерҙә.
Мәктәп йылдарында “Башҡортостан пионеры” күңел һыуһынын ҡандырҙы, унда әүҙем яҙыштым. Хатта тәүге ебәргән шиғырым менән “Борғо тауышы” конкурсында еңеүсе тип танылдым. Аҙаҡ ундай конкурстар күп булды. Редакцияларҙан килгән һәр бүләкте мәктәп линейкаһында ҙурлап тапшыра торғайнылар. Йыш ҡына мәктәптән дә өҫтәп иҫтәлекле бүләк бирҙеләр.
VII класта “Йәш хәбәрсе” танытмаһы алыуым, һигеҙенселә мәктәпкә Зөһрә апай Ҡотлогилдинаның килеүе, гәзиттә минең турала ҙур ғына мәҡәлә яҙып сығарыуы күңелемде шул тиклем үҫтерҙе. Мин журналистиканан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмай инем инде.
– Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Муса Ғәли кеүек мәшһүр шағирҙарыбыҙҙы биргән ерҙә тыуғанһығыҙ. Бала саҡта уларҙың ижадына айырым бер ҡыҙыҡһыныу булдымы? Әллә уның өсөн күңел әҙерлеге кәрәкме?
– Мин татар мәктәбендә уҡыным, Ҡазанда сыҡҡан дәреслектәр буйынса белем алдыҡ. С. Ҡудаш, М. Кәрим, М. Ғә­ли тураһында әҙәбиәт дәрестәрендә һөйләмәй торғайнылар. Яҡташ шағир­ҙарҙы беҙ үҙаллы танып белдек.
Мин әле мәктәптә уҡымай ҙа инем, ауылыбыҙға Муса Ғәли килде. Ауыл клубында буласаҡ осрашыуға көндөҙ үк әҙерләнә башланыҡ. Өлкәндәрҙән кемдер Муса Ғәлиҙең ике томлығын алып ҡайтты, мин шунан бер шиғырҙы һайлап алып ятланым да кис сәхнәгә менеп һөйләнем. Әлегеләй иҫемдә: “Асия, Асия, ҡулыңда – биш сейә. Ҡалдыр ҙа өсәүһен, бир миңә икәүһен”. Шағирҙың күпереп торған ап-аҡ сәсенә ғашиҡ булғаным да хәтерҙә.
Нәнәйемдең (атайымдың әсәһе) һөй­ләүе буйынса, Ғабдрахман ағай (Муса Ғәли) беҙҙең ауылда уҡытыусы булып эшләгән, нәнәйемдәрҙә фатирҙа торған. Ул саҡта һыуытҡыс-фәлән юҡ. Киске һөттө күнәге менән болдорҙағы сөйгә элеп ҡуйыр булғандар. Уйындан һыуһап ҡайтҡан йәштәр күнәкте күтәреп кенә эсә торғайны, тип хәтерләр ине нәнәй. Тик Ғабдрахман ағайға үпкә һаҡламаны. Йәштәр бит.
Алда телгә алған “Борғо тауышы” конкурсында еңгәс, бүләккә китап ебәр­гәй­неләр. Халыҡ шағирҙарының йыйынтығы ине ул. Дүрт бөртөк кенә инеләр әле ул ваҡытта – Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим. Яҡташ шағирҙар ижады менән беренсе тапҡыр тик шунда – IV класта уҡығанда таныштым. “Россиянмын” шиғырын ятлап, үҙешмәкәр сәнғәт сараларында һөйләп йөрөгәнем хәтерҙә.
Мәктәп программаһындағы етешһеҙ­лек­тәрҙе өйҙә бөтөрөү мөмкинлеге бар ине. Атайым шиғыр яратҡас, үҙе лә яҙғас, әҙәбиәт менән танышып барған. Һәр яңы китапты һатып алыр булған. Айырыуса шиғыр китаптары күп ине өйҙә. Башҡорт­остан әҙиптәре ижады шуға бала саҡтан күңелгә һеңгән.
Яҡташ шағирҙар менән ғорурланыу тойғоһо, улар ижадының мөһимлеген аңлау үҫә төшкәс килгәндер. Шишмә райо­нынан сыҡҡан ҡәләм әһелдәре күп түгел, ләкин уларҙың һәр береһе башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөк ҡашы булырҙай.
– Бала саҡтың иң сағыу хәтирәләре нимә менән бәйле?
– Әлбиттә, “Башҡортостан пионеры”, пионер тормошо менән. Буяу еҫе аңҡып торған яңы гәзит, һәр һанды бер тынала уҡып сығыу, төн йоҡламай шиғыр, мәҡәлә яҙыу, көнөнә унарлап килгән хаттарға яуап биреү, пионер акциялары, сборҙар, интернациональ дуҫлыҡ клубы, тимур отрядтары – шул тиклем күңелле һәм файҙалы үткән бала саҡ. Бер генә буш минутыбыҙ ҙа булмай торғайны. Көнө буйы мәктәптәбеҙ. Уның араһында өйгә ҡайтып мал ҡарашып, өй эштәрен эшләшеп китәһең. Шул ваҡыттағы көн тәртибе ҡанға һеңеп ҡалған.
“Башҡортостан пионеры”ның 50 йыл­лыҡ юбилей сараларында ҡатнашыу, телевидениенан сығыш яһау, йәш хәбәр­се­ләрҙең республика слеты, башлап яҙыусыларҙың республика семинары, Бөтә Союз “Артек” пионер лагерында ял итеү – бала саҡтың иң сағыу хәтирәләре. Етенселә уҡығанда КПСС-тың XXVI съезына арнап поэма яҙҙым. “Йөрәк менән һөйләшеү” тип атаным. Яҙғанымдың поэма икәнен строфалар һанына, күләмгә ҡарап билдәләнем. Сағыштырып ҡарау өсөн өйҙә шиғыр йыйынтыҡтары күп. Етмәһә, атайымдан ҡалған “Әҙәбиәт теорияһы” бар. Уҡыйым, шиғри техника, образлылыҡ, яңы жанрҙар – ниндәй генә мәғлүмәт юҡ унда! Үҙемсә шәп килеп сыҡты. Тик гәзиттә өҙөгөн генә баҫтылар, исемен дә “Бәхет юлы” тип үҙгәрттеләр. Хәҙер көлкө кеүек. Ул заманда һәр күҙәнәгебеҙ менән коммунизмға ышанып йәшәнек – беҙ коммунизм төҙөүсе быуын.
1980 йылдың йәйендә – йәш хәбәрсе­ләрҙең, 1981 йылда башлап яҙыусыла­р­ҙың республика семинарҙары үтте. Гәзит биттәрендә исемдәрен генә күргән йәки хат алышҡан ҡәләмдәштәр менән осраш­тыҡ. Беҙҙең быуын йәш хәбәрселәре – Рәшиҙә Лотфуллина (Мәһәҙиева), Люда һәм Римма Назаровалар, Фаил Фәтхет­динов, Илдус Фазлетдинов, Олег Төхвә­туллин, Гемир Нуретдинов, Ирина Закирова, Фирҙәүес Сөләймәнова, Земфира Ҡаҙыханова, Римма Ғабдуллина, Фәниҙә Исхаҡова.
– Өләсәйегеҙҙең бала саҡтарында йәйләү йәйләгәндәре, ҡымыҙ эшләгән­дәре, бейә бәйләгәндәре тураһында ла бер телгә алғайнығыҙ…
– Эйе, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ныҡлап һорашып ҡалмағанмын. Шунан башҡаһын хәтерләмәйем. Хәйәт нәнәйем, атайымдың әсәһе, аҙаҡ икенсе балаларына күсеп китте, мин – Ейәнсурала, бик аралашырға тура килмәне.
– Шулай ҙа боронғолоҡ, тарих, йолалар тураһында ишетеп үҫкәнһегеҙ бит. Уларҙың әһәмиәте хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Бала саҡ Хәйәт нәнәйем янында үтте, дөрөҫөрәге, уның ҡосағында үҫтем тиһәм дә була. Уның уҡыған сүрәләре һаман ҡолағымда яңғырай. Өҙөк-өҙөк булып хәтергә һеңеп ҡалған. Яҙырға өйрән­гәс, минән шул сүрәләрҙе, бәйеттәрҙе күсертә торғайны. Уҡымышлы булды. Китапҡа ихтирам менән ҡарарға өйрәтте. Мәктәпкә барғансы мин татар телендә “Ҡөрьән серҙәре” тигән китапты уҡып сыҡҡайным инде. Аш-һыуға оҫта булды, туйҙан-туйға йөрөттөләр үҙен.
Әсәйемдең әсәһе – Сәлимә нәнәйем халыҡ йырҙарын оҫта башҡара торғайны. “Сәлимәкәй”ҙе йырлағанда тауышы сылтырап ҡына аҡҡан шишмәне хәтерләтә, талғын, моңло, әллә ҡайҙан алыҫтан ишетелгән кеүек. Әбүбәкер ҡартатайымды тирә-яҡта Хужа Насретдин тип йөрөттөләр. Уның мәҙәктәрен әле һаман һөйләп көләләр. Шул тиклем йор һүҙле, оҫта ҡуллы кеше ине – үҙе балта оҫтаһы, тирмәнсе, быймасы, умартасы… Улар менән күберәк аралашып, боронғо тарихты һорашып ҡалмағанмын тип үкендерә хәҙер.
Тамырҙарыңды белеү бик кәрәк. Үҙеңде нисектер ышаныслыраҡ, ҡурсаулыраҡ тояһың. Өлкәнерәк туғандар иҫән саҡта барыһын да яҙып алаһы бар әле. Яҙып алып, балаларға тапшыраһы.
– Шишмә районы баш ҡалаға яҡын ғына. Шулай булғас, бәләкәй саҡтан уҡ уның менән танышһығыҙҙыр. Ә Р. Ға­рипов исемендәге гимназияға уҡырға килеүегеҙ әсәйегеҙҙең теләге һәм тырышлығына бәйлеме?
– Әсәйем йәй һайын Өфөгә алып барып, парктарҙа, иҫтәлекле урындарҙа йөрөтөп алып ҡайта торғайны. Ленин урамындағы трамвай ҡулсаһын да, “Балалар донъяһы” магазинын да, “Луч” кинотеатрын да, уның ҡаршыһындағы китапхананы ла хәтер­ләйем. Баш ҡалала уҡырға бәләкәйҙән хыялландым. Етмәһә, “Башҡортостан пионеры”нда иғландар сыға. Башта Ғ. Әлмө­хәмәтов исемендәге музыка мәктәбенә, унан һуң Ҡ. Дәүләт­килдеев исемендәге һынлы сәнғәт мәктәбенә барам, тип ныҡыштым. Һигеҙенсене тамамлағас, һүҙемде һүҙ итеп, ул ваҡыттағы 1-се республика мәктәп-интернатына киттем. Татар мәктәбенән килгән ҡыҙҙың уҡып алып китеренә шикләнеберәк ҡаранылар-ҡарауын, әммә һынатманым. Былтыр ғына әсәйемдән ишетеп белдем, баҡтиһәң, Рәшит ағай Солтангәрәев башлап яҙыу­сылар семинарынан һуң, мине уҡырға алыуҙы хәстәрләп, мәктәп-интернатҡа барып йөрөгән икән. Иҫән сағында рәхмәт әйтеп өлгөрмәнем, шуныһы ҡыҙғаныс.
– М. Кәрим үҙенең Оло инәйен һәр саҡ хөрмәт менән иҫкә ала. Кеше булып формалашыуҙа, күңел матурлығын биреүҙә, ғөмүмән, тормошто аңларға ярҙам итеүҙә Оло инәһенең роле тураһында бик матур итеп яҙа. Яҙмышты яҙыу әсәй йөрәге аша ла үтә. Һеҙ ғаиләлә өс бала үҫкәнһегеҙ. Өс холоҡ. Әсәйегеҙгә һеҙҙе яңғыҙ ҡарап үҫтерергә тура килә...
– “Оло инәйҙәрем” тураһында әйттем инде. Әсәйемә иһә сабырлығы, уңғанлығы, ҡаһарманлығы өсөн һәйкәл ҡуйырлыҡ. Йәшләй генә ике тапҡыр тол ҡала ул. Иларҙай саҡтарында ла иламай, ҡайғыһын эш менән, йыр менән баҫа. Беҙҙе атайлыларҙан артыҡ итеп үҫтерҙе. Ҡайҙа теләһәк, шунда ебәрҙе, нимә теләһәк, шуны алып бирҙе. Эшкә лә өйрәтте, намыҫлылыҡ, баҫалҡылыҡ, тырышлыҡ, итәғәтлелек, яуаплылыҡ кеүек күркәм сифаттарҙы ла ул һалды. Эш хаҡы наҡыҫ, артыҡ мал да аҫрап булмай, бер һәнәк бесән, бер ус фураж һорап йөҙ һыуын түккән йылдар. Төндәр буйына һатырға шәл бәйләр ине. Мин интернатҡа уҡырға барыр йылды әсәйем менән икәүләп урманда утын әҙерләнек, сөнки ағайым – армияла. Ҡул бысҡыһы менән ике трактор санаһы утын быстыҡ. Уны ярып өйөп киттем. Урманда ағастар ыңғырашып ауғанда, миңә улар илаған кеүек тойола торғайны. Шундай хисле бала булғанмындыр инде.
– Йәшлек иң сағыу бәхетле йылдар менән бәйлелер. Кеше киләсәгенә яҡты өмөт менән баға... Күктә осоп, ҡанат­ланып йөрөгән мәлдәр йыш булдымы, әллә һеҙ үҙегеҙҙе ерҙә ныҡ баҫып торғандарҙан тип иҫәпләйһегеҙме?
– Ҡанатланып осоп йөрөгәндә лә аяҡтарым ерҙән айырылмағандыр. Мин үҙемде, ысынлап та, ерҙә ныҡ баҫып торғандарҙан, артыҡ рациональ кеше, реалист тип иҫәпләйем. Тормош өйрәт­кәндер.
– Студент йылдарында “Шоңҡар” әҙәби түңәрәген етәкләүҙе һеҙгә тапшырҙылар. Ижади мөхит ул саҡта ҡайнап тора ине. Тиҫтерҙәрегеҙ менән әҙәбиәт донъяһына сумдығыҙ. Нимә бирҙе ул осор?
– Ул йылдарҙың баһаһын хәҙер генә аңлайһың. Ниндәй исемдәр, ниндәй ижадсылар – Фәрзәнә Аҡбулатова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәйес Түләк, Фәниҙә Исхаҡова, Рәмил Ҡолдәүләт, Ғәбиҙулла Зарипов, Марсель Искәндәр... Бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәнек. Тәү ҡарамаҡҡа сынъяһауҙай шиғырҙарҙы юҡҡа сығарып һүтеп ташлаған тәнҡитселәребеҙ бар ине. Стена тултырып гәзит сығара, республика матбуғатына шәлкемдәр бирә, яҙлы-көҙлө шиғыр кисәләре үткәрә инек. Сыуаш дәүләт университетына фәнни-ғәмәли конференцияға барҙыҡ. Аҙаҡ Чебоксарҙан “Сильзюнат”тар, Ҡазандан “Әллүки”ҙәр беҙгә килде. Диплом эшемде лә “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәгенең тарихына бағышланым. Етәксебеҙ Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевҡа рәхмәт, студенттарҙың дәрт-дарманын тейешле юҫыҡҡа йүнәлтә белде. “Шоңҡар”ҙа ҡанат нығытҡандар, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, ысын ижадсы булып ҡалды. Ижад сынығыуы бирҙе “Шоңҡар”, юғары зауыҡ, дуҫлыҡ, туғанлыҡ тәрбиәләне.
– Һеҙҙе Мәскәүгә уҡырға ебәрергә булғас, буласаҡ ғүмер юлдашығыҙ менән һөйләшеп, мөхәббәт хаҡына баш ҡалаға барыуҙан баш тартаһығыҙ. Һеҙҙең оло мөхәббәт тураһында дуҫтарығыҙ уйлап сығарған легендамы әллә был?
– Бер-беребеҙҙе юғалтыуҙан ҡурҡҡан­быҙҙыр. Яңғыҙ әсәйемде лә йәлләнем. Өс балаһын бер юлы вузда уҡытҡан кешегә бик ауырға тура килер ине.
– Ғаилә мөнәсәбәттәренә күсәйек. Бөгөнгө йәштәр ғаилә тотороҡлолоғо тураһында һүҙ йөрөткәндә нимәгә иң элек иғтибар итергә тейеш? Ниндәй һынауҙарҙы үтеүе ауырыраҡ?
– Сабырлыҡ, сабырлыҡ, сабырлыҡ кәрәк, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға. Ике мөхиттә тәрбиәләнгән ике төрлө холоҡло кеше бер бөтөн булып йәшәп киткәндә төрлө ҡыйынлыҡтар була. Йәш саҡта үпкәләтер­лек бәләкәй генә сәбәпте лә ҙур, етди итеп ҡабул итәһең. Артыҡ шиксел, артыҡ талапсан, артыҡ үҙ һүҙле булғылайһың. Хәҙер был көлкө тойола. Бер-береңде еңергә, үҙгәртергә, ҡайтанан һүтеп ҡорорға тырышырға ярамай.
Хәҙерге йәштәр башҡасараҡ. Беҙгә ҡыуышта ла ожмах булһа, уларҙың матди талаптары беренсе урынға сыға. Бары­һының да түгел, әлбиттә. Самаһыҙ нәфсе тойғоларҙы үлтерә, минеңсә.
– Уҡытыусы булып эшләү һеҙҙең хыял инеме?
– IV–V класта уҡығанда хыял ине. Етенселә инде журналист булырымды белдем. Ләкин, әлеге лә баяғы мөхәб­бәттер, сит яҡта бер коллективта эшләү теләге көслөрәк булғандыр. Вуздан һуң икебеҙ ҙә Ейәнсура районында Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбендә уҡыттыҡ. Яратып эшләнем. Класс етәксеһе, башланғыс кластарҙа завуч та булдым. Ниндәй генә саралар үткәрмәй инек балалар менән. Ғәҙәттә, уҡытыусылар уҡыусылары менән маҡтана. Башланғыс класта ғына уҡытһам да, Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев менән мин дә ғорурланам.
– Рәйсә, һеҙҙең ғаиләлә – ике ир бала. Ғөмүмән, ул тәрбиәләүҙә нимәгә иғтибарҙы нығыраҡ бүлдегеҙ?
– Иң мөһиме – ысын кеше булып үҫһендәр. Ә был төшөнсәгә бик күп нәмә һалынған. Ир-егеттәрҙе мин оло йөрәкле, ваҡ-төйәккә сәбәләнеп, шикләнеп, икеләнеп бармаған, үҙ көсөнә ышанған, баһаһын белгән, ләкин баҫалҡы, сабыр холоҡло кешеләр итеп күҙ алдына килтерәм. Әлбиттә, итәғәтле, кеселекле, ярҙамсыл, туған йәнле, үҙ тамырҙарына ихтирамлы зат булыуҙарын теләйем. Ҡайһы бер әсәйҙәр улдарына ҡатын-ҡыҙ эшен ҡушыуҙан тыйыла, киләсәктә ғаиләлә абруйҙары төшөр тип ҡурҡа. Мин улай уйламайым. Бергә башҡарығыҙ ҙа бергәләп ял итерһегеҙ, тип өйрәтәм. Ҙур улым беҙҙән айырым йәшәй, бөтәһен дә эшләй белә. Мин барып өйөн йыйыштырып, керен йыуып, ашарға әҙерләгәнем юҡ. Тормошта төрлө хәл тыуа, егеттәр кеше көнлө булып, аслы-туҡлы, әрпеш йөрөмәһен, үҙҙәрен ҡарай-тәрбиәләй белһендәр, тим.
Улдарыбыҙҙың һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтерергә тырыштыҡ. Улар спорт менән дә, һынлы сәнғәт, музыка менән дә шөғөлләнде. Өлкәне Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамланы, инженер-конструктор. Кесеһе шул уҡ уҡыу йортоноң V курсында уҡый, буласаҡ архитектор.
– Телевидение журналисы – иң тын­ғыһыҙ һөнәр. Бик йыш командировка­ларҙа булырға тура килә. Геройҙар тураһында тапшырыу эшләр өсөн уларҙың тормошон, яҙмышын өйрә­нергә кәрәк. Һәр береһе шәхес уларҙың…
– Мин бөгөнгө һөнәремә бик рәхмәт­лемен. Берҙән, ул холҡомдо үҙгәртте, йомоҡлоҡтан, ҡыйыуһыҙлыҡтан, ҡайһы бер комплекстарымдан арындырҙы. Икенсенән, шул тиклем күп кеше менән танышыу, аралашыу шатлығын бүләк итте. Ниндәй генә ишектәр, ниндәй генә күңелдәр асылмай журналисҡа. Бының ҡәҙерен белергә һәм изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк. Һәр ишеткән-күргән серҙе тамашасыға еткерергә ярамай. “Зыян килтермә!” тигән эске цензор булырға тейеш. Ә күпме фәһем, рухи байлыҡ, тормош аҡылы алаһың герой­ҙарыңдан! Уларҙың ышанысына инер, күңел ҡапҡаларын асыр өсөн, әлбиттә, әҙерлекле булырға кәрәк.
– Ҡалыплаштырып булмай. Улар­ҙың эске донъяһын, хатта күңел серен асыу... Ниндәй сифатығыҙ ярҙамға килә?
– Ниндәй генә ҙур шәхес булмаһын, ул – беренсе сиратта кеше. Шундай уҡ көндәлек мәшәҡәттәр менән йәшәй. Ябай ғына, әҙәмсә һөйләшеү уртаҡ тел табырға, контакт булдырырға ярҙам итә. Был – берҙән. Икенсенән, һәр кем менән уның телендә һөйләшә белергә кәрәк. Һөнәре, ҡыҙыҡһыныу өлкәһендә хәбәрҙар булырға тейешһең. Ә был әҙерлек талап итә. Тик артыҡ аҡыллы йәки артыҡ бер ҡатлы булып ҡыланыуҙан һаҡланығыҙ.
Телевидение – үҙе бер донъя. Ҡатмар­лы донъя. Журналистика менән сәнғәттең синтезы. Оҫта журналист булып та, фекереңде тамашасыға еткерә алмауың бар.
– Үҙегеҙҙең тәүге тапшырыуҙарығыҙ бөгөнгөләй йөрәктә уйылып ҡалған­дыр?
– Тәүге тапшырыуым Азат Абдуллин­дың ижадына арналды. “Хәҡиҡәт юлында” тип аталды ул. Уны сығарғансы, Азат ағай менән биш-алты тапҡыр ғына осрашҡанмындыр. Камераға заказ биреп, Иҫәнғолдан Өфөгә килһәм, Азат ағайым телевидениеға төшөүҙән баш тарта ла ҡуя. Ул “Йәшел сауҡалыҡ”та ял итә ине. Беҙ әле әҙер түгел – яуабы. Әллә нисә килеп ҡайттым. Сценарийҙы тулыһынса күргәс, һорауҙар ғына түгел, хатта ул бирәһе яуаптар ҙа ҡағыҙға теркәлгәс кенә, төшөрә башланыҡ. Шундай талапсан кеше ул. Эш барышында ла, мин арыным, тип бүлмәһенә инә лә бикләнә. Беҙ торабыҙ тышта көтөп, Азат ағай, әҙ генә ҡалды бит, әйҙәгеҙ инде, тип ялынабыҙ. Һәйбәт тапшырыу килеп сыҡты, педантлыҡ сигендә талапсан Азат ағай Абдуллин үҙе лә ҡәнәғәт ҡалды. Автор һәм уның геройҙары араһында параллель үткәреп, оҡшаш яҡтарҙы табып, яҙыусының йөрәген өйкәгән фекерҙәрен еткереүгә өлгәштек. Уңышлы алым булды был.
Мин шуны аңланым: тапшырыуҙың форматы бер үк булһа ла, геройҙарыңды штамп буйынса асырға ярамай. Һәр яҙмышҡа үҙ алымыңды табырға, деталь, образ, символ, үҙенсәлек аша килергә кәрәк.
Бик күп шәхестәрҙең тормош юлын, ижадын ҡалыплашҡан формат буйынса ғына асып булмай. Мәҫәлән, Рауил Бикбаевтың глобаль масштаблы фәлсә­фәһен еткерер өсөн көндәлек ығы-зығыны төшөрөү генә аҙ, махсус ҡуйылған кадрҙар кәрәк. Марат Кәримов һәм Факиһа Туғыҙбаева шиғриәте менән танышҡанда күҙ алдында йәнле картиналар тыуҙы һәм шиғри фильмдар эшләү теләге яралды. Программа шиғырҙарын һайлап алып, уларҙы бер композиция ебенә теҙеп, ниәтте бойомға ашырҙыҡ. Гөлфиә Юнысованың тынғыһыҙ булмышын күрһәтер өсөн ҡайҙа ғына булманыҡ: утҡа ла индек, һыуға ла төштөк.
Аҡмулла тураһындағы “Илгиҙәр” фильмы өҫтөндә эшләү яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡабат-ҡабат командиров­ка­ларға йөрөү юҡ. Ғәмәлдә ул шулай булырға тейеш. Телефондан аралашҡан буйынса тәғәйен ауылға барып төшәбеҙ ҙә, шул заманға ярашлы кейем-һалымын да, декорацияһын да табып, урындағы халыҡты йәлеп итеп, кәрәкле сәхнәләрҙе төшөрөп ҡайтабыҙ. Халыҡ шул хәтлем ярҙамсыл, ихлас. Бер ниндәй сығымһыҙ башҡарылды был эш. Быныһы – фондта һаҡланған тапшырыуҙар.
Радио, телевидениены мин елгә әйткән һүҙ менән сағыштырыр инем. Тәьҫир көсө юҡ тигәнде аңлатмай был, ә ҡайһы бер тапшырыуҙарҙың бер тыңлар, бер күрер өсөн эшләнеүе үкенесле. Телевидениела “Арҡайым” зыялылар клубы, “Майҙан” социаль-аналитик ток-шоуы, тура эфирҙа “Төнгө канал” тапшырыуҙары була торғайны. Уларҙың бер генә яҙмаһы ла һаҡланмаған. Ә күпме ҡыҙыҡлы, мәңгелек һәм актуаль темалар күтәрелгән, әңгә­мәләр ойошторолған. Социаль темаларға беҙ ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтабыҙ. Ә фәлсәфәүи темалар, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, онотолдо.
– Һәр бер эште теүәл башҡараһығыҙ. Яуаплылыҡты үҙегеҙҙән алмайһығыҙ. Был тәбиғәттән һалынғанмы? Кемгә оҡшағанһығыҙ?
– Был – әсәй тәрбиәһе. Беҙ бала саҡтан ике әйткәнде көтмәнек. Әсәй әйттеме, ыр­ғып тороп эшләй ҙә башлайһың. Ә баш­лағанды аҙағына еткерергә кәрәк. Этеп-төртөп эшләүгә ҡарағанда бөтөнләй тотонмауың хәйерле.
– Хыялланып киткән саҡтар була. Ҡайҙалыр барыу, сәйәхәт ҡылыу... Йә иһә урман эсендәме, берәй аулаҡ урында, үҙ-үҙеңә бикләнеп кенә ял итеү. Һеҙҙе хыял елкәне ҡайҙалыр әйҙәгәне бармы?
– Сәйәхәттә йөрөү, үҙ-үҙемә бикләнеп ял итеү кеүек хыялдарым булғаны юҡтыр, юҡ. Ғөмүмән, артыҡ хыялланып ултырырға ваҡыт булманы. Моғайын, маҡсат ҡуям да шуға өлгәшергә тырышамдыр. Сөнки, әйтеүемсә, мин – реалист.
– Беҙ бик шәп шағирәне юғалттыҡ, сөнки журналистика үҙ донъяһына әйҙәп алып инде лә бүтән уны ысҡындырманы. Бер яҡтан, насар түгел, күпме тапшырыуҙар фондты байыта, тарихҡа әйләнә, киләсәккә хеҙмәт итә. Ләкин һеҙҙең эстә күпме йырлан­маған йыр йәшәй. Бәлки, шиғырҙар яҙылалыр, матбуғатҡа ғына сыҡмай­ҙыр?
– Шиғыр яҙмай тора алһаң, яҙма, тиҙәр бит. Шиғыр яҙмай тора алам икән, тимәк, минән бик шәп шағирә сыҡмаҫ ине. Шиғриәтте сүпләмәүем менән бәхетле­мендер ҙә, бәлки. Журналистика – шулай уҡ ижад бит ул. Тормошта нимәгәлер то­тон­һам, шуға башкөлләй сумам. Режиссер, монтаж инженеры кеүек һөнәрҙәр ҙә ҡы­ҙыҡлы минең өсөн. Унда ла үҙемде һынап ҡарайым. Был донъяла ҡыҙыҡлы нәмәләр шул тиклем күп. Ғүмер генә берәү – шуныһы үкенесле.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840