Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәргә юл асыҡ
Йәштәргә юл асыҡБөгөн йәштәр өсөн иң төп проблемаларҙың береһе – торлаҡ мәсьәләһе. Был ысынлап та шулай. Торор урының булмау ҙур мәшәҡәт тыуҙыра, хатта ошо арҡала күп кенә йәш ғаиләләр тарҡала. Балтас районында был мәсьәләне хәл итеү маҡсатында "Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү", "2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү" программаларына һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһына ярашлы аҡса бүленә.
2006 йылдан башлап райондың 65 йәш ғаиләһенә ошондай бәхет йылмайған да инде. Башҡа программалар буйынса ла күптәр өй туйлаған. Әле урындарҙа йәш ғаиләләргә өй һалыу өсөн ер участкалары бирелә.
– Туйыбыҙға бер туған ағайым өйлөк бура бүләк иткәйне, ер участкаһы алып, йорт һалып инергә булдыҡ, – ти Зөлфәт Ғайсин.
Йәш ғаилә тәүҙә йортто Көнтыуыш ауылында, Зөлфәттең атай нигеҙендә, һалырға уйлайҙар, әммә эш мәсьәләһе киҫкен булғас, район үҙәген һайлайҙар. 2005 йылда өйҙөң нигеҙе лә һалына, тик, аҡса етешмәү сәбәпле, төҙөлөш туҡтап ҡала. Әммә Ғайсиндарға бәхет йылмая: өсөнсө балаға әсәлек капиталын алған саҡта, уларҙың ғаиләһен "2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү" программаһына индерәләр. Бер миллион һумға яҡын аҡса тик төҙөлөшкә тотонола. Аҡса булғас, эш тағы ла дәррәү башлана. Ихатала яңы мунса, мал аҙбары ла тиҙ арала күтәрелә.
Бөгөн улар иркен, яҡты, бөтә уңайлыҡтары булған йортта йәшәй. Газ үткән, йылы һәм һыуыҡ һыу өйҙә, бәҙрәф, душ бүлмәһе бар. 15 сутый ерҙә баҡса үҫтерәләр, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон аҫрайҙар. Хужалыҡты уңышлы алып барыу өсөн "Беларусь" тракторы һатып алғандар.
Зөлфәттең әсәһе Хәниә апай ҙа кесе улында, яратҡан киленендә йәшәүенә бик шат. 84 йәште ҡыуған апай һаман теремек, сос, ейәнсәрҙәренә һәр яҡлап ярҙамсы, кәңәшсе, балаларҙы тәрбиәләшергә лә өлгөрә.
Ирина менән Зөлфәт Ғайсиндар Иҫке Балтаста абруйлы һәм ихтирамлы ғаиләләрҙән һанала. Зөлфәт – умартасы, Ирина иһә район үҙәк дауаханаһында фельдшер булып эшләй. Ғаиләлә өс ҡыҙ бала үҫә: Сулпан II класта уҡый, Гүзәл – әҙерлек класына, ә Әлиә балалар баҡсаһына йөрөй.
– Башҡортостанда йәштәргә һәм яңы ғаилә ҡороусыларға республика етәкселеге һәм район хакимиәте тарафынан һәр саҡ иғтибар бүленә. Беҙҙең бер нисә дуҫ ғаилә лә республика программаһы сиктәрендә йортло булды, субсидия алды, – ти Ирина. Әле Ғайсиндар йәшәгән микрорайонда тотош йәш ғаиләләр урамы барлыҡҡа килгән.
Башҡортостанда йәштәрҙең киләсәге өмөтлө, эшләйем тиһәң, яратҡан эшең бар, өйлө булырға теләүселәргә Хөкүмәт һәр яҡлап ярҙам күрһәтә — тырышып эшләргә генә кәрәк.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509