Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Биш бармағы кеүек белә
 Биш бармағы кеүек белә Була бит тыйнаҡ кешеләр. Гәзиткә яҙырға теләгемде белдергәс, ризалығын ала алмай торҙом. – Ҡуй әле, районда мин генә түгел дә инде… – тип үҙенең хеҙмәттәштәрен телгә алды.

Һуғыш ветераны Ғәлләм биш балаһы менән тол ҡала. Иң өлкәненә – 18, төп­сөгөнә ни бары ике йәш. Ҡанаты ҡайы­рылған, иңенә оло һынау төшкән яңғыҙ ир ни хәл сабыйҙарын аяҡҡа баҫтырыр ҙа нисек тормошон яйға һалыр? Бәхетенә күрә, Аллаһтың мәрхәмәтле йәне табыла. Борай районының Иҫке Киҙгән ауылында ғүмер иткән 33 йәшлек Гөлсимә яҙмышын Ғәлләм менән бәйләй. Ғаиләлә йәнә биш бала донъяға килә. Әҙибә – шулар араһында иң төпсөгө.
– Бик күңелле үҫтек. Бәләкәй саҡта өйҙәге ҙур өҫтәл тирәләй теҙелешеп ултырып ашай инек. Эш бүлешеп ултырманыҡ. Кем нимәгә өлгөрҙө, шуны башҡарҙы. Бер-беребеҙҙе аңлап аяҡҡа баҫтыҡ, – тип иҫкә ала ул бала саҡ йылдарын.
Ҡанат нығытҡан туғандар бер-бер артлы төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша. Ауылдағы урта мәктәпте тамамлаған Әҙибә, күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу уйы менән, Бөрөләге кооператив училищеһына уҡырға инә.
– Һатыусы булырға хыялландым. Һөнәрем, кешене шатландырыу ҡыуаныс бирә миңә… – Бына шулай ябай ғына аңлата ул үҙе­нең эшенә мөкиб­бән­леген.
Уҡып бөтө­рөү­гә, ра­йон үҙәге Иҫке Балтас ауылында яңы универмаг асыла. Әҙи­бә шунда эшкә урынлаша. Ун алты йыл бында хеҙмәт итә ул. Яҙмышын да йә­нә­шәнән таба. Класташы, бергә уйнап үҫкән ауылдашы Данил Нәж­мет­динов ҡыҙға күптән күҙ һа­лып йөрөгән икән. Армия хеҙмәтенә оҙа­тып ҡалған Әҙибә уны кө­төп ала. Айҙар, исемле ул, Эльвира исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Айҙар, Ҡазан ҡала­һындағы универси­теттың механика факультетын тамамлап, эшләп йөрөй, Эльвира IX класта белем ала. Уҡыуҙа ла, йәмә­ғәт эштәрендә лә әүҙем.
Декрет ялынан һуң шәхси эшҡыуар саҡы­рыуы буйынса авто­мо­билгә запас частар һатҡан магазинға сыға Әҙибә апай. Бында айырыуса ҙур ҡыҙыҡ­һыныу менән бирелеп эшләй ул. Тәжрибә туплап иптәше менән кәңәшләшеп, үҙ магазинын асып ебәрәләр.
Әҙибә Нәжметдинова автомаши­наның запас частарын биш бармағы кеүек белә! Ир-егеттәр аңлап бөтмәгән күп нәмәләрҙе ул “отлично”ға үҙләштер­гән. Беҙ әңгәмәләшкән арала ундан артыҡ кеше кереп, әле теге әйберҙе һораны, әле быныһына заказ бирҙе. Үҙе рулдә йөрөмәгән Әҙибә Ғәлләм ҡыҙының шул хәтлем деталдең исем­дәрен, тәғәйенләнешен белеп бөтөүенә хайран ҡалырлыҡ.
– Хәтерем бик һәйбәт минең. Бер ҡарау менән барыһын да иҫтә ҡал­дырам. Башта күберәк үҙебеҙҙең илдә етештерелгән автомобилдәргә деталдәр алып ҡайта инек. Хәҙер сит ил машиналарына ла килтерәбеҙ, – тип эш серҙәре менән уртаҡлашты ул.
– Ә ни өсөн үҙегеҙ рулгә ултыр­май­һығыҙ? Танытмағыҙ бармы?
– Үкенескә ҡаршы, әлегә юҡ. Телә­һәм, булдырам, әлбиттә. Тик әлегә бар­лыҡ яуаплылыҡты ла үҙ өҫтөмә алып бөтөрмәйем, тимен. Ирем, буй еткергән улым бар. Эшкә илтеп ҡуялар, алып ҡайталар.
Бына шундай ҡыҙыҡлы, тәүәккәл кеше ул Әҙибә Нәжметдинова, шуға ла магазинынан кеше өҙөлмәй.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505