Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтынға бысраҡ йоҡмай
Алтынға бысраҡ йоҡмай Был шылтыратыуға ай ярым ваҡыт уҙҙы. Оҙаҡ уйланып йөрөнөм ул турала. Әле Континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары бара. Шуға күрә ошо һөйләшеүгә кире әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек тыуҙы.

...Ғинуар уртаһы. Телефоным шылтырай. Гәзит уҡыусы апай икән. “Һеңлем, һеҙ хоккей тураһында яҙаһығыҙ. Беҙҙең яратҡан “Салауат Юлаев” командаһы уйынын иғтибарһыҙ ҡалдырмайһығыҙ, рәхмәт. Тик теге ни... уның исемен алмаштырырға кәрәк”.
Телһеҙ ҡалдым. Нисек инде “алмаш­ты­рырға”? Милли батырыбыҙ исемен йөрөткән командабыҙҙың ни ғәйебе бар? 55 йыл тарихы булған клубҡа тота килеп икенсе атама ҡушырғамы?..
Апай дауам итте: “Башҡа хоккей коман­даларының береһе лә шәхес, герой исемен йөрөтмәй. Йә “Динамо”, йә “Трактор”. Һөҙөм­тәлә ҡаршы яҡ көйәрмәндәре беҙҙең “Салауат Юлаев”тыҡылар менән һүҙгә килешеп, милли батырыбыҙҙың рухын мәсхә­рәләй, мыҫҡыл итә. Шуға күрә команданың исемен алмаштырырға кәрәк”.
Эш бына нимәлә икән! Ысынлап та, ҡай­һы бер көйәрмәндәрҙең тәртибе, үҙ-үҙен то­тошо яҡшы түгел. Мәҙәнилек – инсафлыҡ, сабырлыҡ, дәғүәсегә булған ихтирам тойғо­һо бөтөнләй юҡ уларҙа. Киреһенсә, миҙгел ба­рышында бысраҡ һүҙ атышыу, йәмһеҙ ҡы­ланып намыҫҡа тейеү, исем аташыу ке­үек күренештәр сәскә ата. Еңелгән команда яҡлылар ғына түгел, еңгәндеке лә шулай итә.
Спорт донъяһында фанаттарҙың ҡағиҙә­ләргә һыймаған ҡылыҡтары менән төрлөсә көрәшәләр. Айырым кешеләргә лә, клубҡа ла штраф сәпәйҙәр, башҡа дисциплинар яза ҡулланалар. Ни эшләйһең, тәртип боҙоу­сылар табылып ҡына тора...
Шулай ҙа исем алмаштырыу мәсьәләһен күтәреү уйын эш түгел. Сәбәп табылған ос­раҡта ла. Йәмғиәттә лә бер төрлө генә фе­кер булмаясаҡ. Мин, мәҫәлән, ғүмер бу­йы беҙҙең хоккей коллективының баты­ры­быҙ исемен йөрөтөүе менән ғорур­лан­дым. Киреһенсә, тарихи шәхесте һынлан­дырған Рәсәйҙәге берҙән-бер команда (Боронғо Римдағы Спартак исемендәге Мәскәү клубын иҫәпкә алмағанда) булыуы күңелде ел­кендерә. Көҙҙән алып яҙғаса уның үҙ боҙобоҙҙағы уйындарына барғанда арена тултырып “Са-ла-уат! Са-ла-уат!” тигән ауаздар яңғырай. Бер аҙға ғына күҙеңде йом­һаң, үҙеңде быуаттар төпкөлөнә барып сыҡ­ҡандай, шунда был саҡырыуҙың киң ҡырҙарҙа шаңдау булып таралып, гүйә, хал­ҡыңдың олуғ шәхесенә төбәлгәнен тояһың...
“Салауат Юлаев” – аҫаба халыҡ ҡына тү­гел, бөтә республика бренды. Русмы, та­тар­мы, башҡортмо милләтенән булыуына ҡарамаҫтан, команданың барлыҡ көйәрмән­дәрен берләштерә ул. Шунда түгелме һуң уның көсө?! Милли геройыбыҙҙың исемен ҡурсалайбыҙ тип, үҙ-үҙебеҙгә бикләнеү, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнау дөрөҫмө, мәсьә­ләне хәл итәме?
Иҫләйһегеҙме, 2011 йылдың апрелен? Эйе-эйе, юлаевсыларҙың КХЛ чемпионы булған мәлен. Тап шул миҙгелдә, тап шул плей-офф осоронда илдәге күпме кеше Салауат Юлаевтың исемен ныҡлап ишетте лә уның кем икәнлеген белеп ҡалды. Кем финалда һуңғы матчты ҡараған, хәтерләй­ҙер: баш арбитр уның бөтөүен белдереп һыбыҙғы һыҙғыртҡас, Рәсәй телеканалы комментаторҙары командабыҙ тарихына байҡау яһап, батырыбыҙ рухына ла баш эйҙе. Ә тапшырыу һуңында Салауат Юла­евтың кемлеген әйтеп, уның бер шиғырын уҡып ишеттерҙеләр. Ошонан да ҙурыраҡ мәртәбә бармы икән башҡорт өсөн?!
Ә инде теге йән көйөгө көйәрмәндәргә килгәндә, тәрбиәһеҙ кешеләр һәр ерҙә лә бар. Әйләнә-тирәгеҙгә бағығыҙ әле... Йә­мә­ғәт транспортында, банкта, магазинда сиратта – һәммә урында дорфа, бәйләнсек, түҙемһеҙ күршеләр осрап ҡына тора тү­гел­ме? Нисек уйлайһығыҙ, был мәсьә­лә­ләрҙе хәл итеү өсөн дөйәғош һымаҡ башты ҡомға тығыу ярҙам итерме икән? Һәр бер шундай хәлгә ғәмһеҙ булһаҡ, күрмә­мешкә һалышһаҡ, донъя яҡшырып китерме һуң?..
Эйе, Салауат Юлаев исеме беҙҙең өсөн изге. Уны бысратыуға юл ҡуйырға ярамай. Әммә был ҡәҙерле тарихыбыҙҙы бик аҫтына алып та булмай. Былай ҙа батшалар быуат­тар буйына Салауаттың исемен телгә алыу­ҙы тыйған. Хәҙер килеп үҙ теләгебеҙ менән шул юлды һайлайыҡмы? Уға ҡалһа, вәх­ши­ҙәр Өфөләге батырыбыҙ һәйкәлен дә быс­ратҡыланы. Әммә ул һәр саҡ, яңынан тыуғандай, бейек яр буйындағы изге урынын­да тора бирә. Бер кемдең дә башына Салауатыбыҙҙы берәй аҙбарға йәшереп бикләп ҡуйыу уйы килмәй. Сөнки беләбеҙ: алтынға бер ҡасан да бысраҡ йоҡмай.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504