Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер һағындағы аҡ халатлы фәрештәләр
Ғүмер һағындағы  аҡ халатлы фәрештәләр Хеҙмәт баҙарында Бөрө медицина-фармацевтика колледжы әҙерләп сығарған белгестәргә ихтыяж ҙур, шуға ла уларҙың 90 процентҡа яҡыны һөнәре буйынса урынлаша. Бында ҡабул итеп, уҡытып, ҡулдарына диплом тапшырып сығарыу менән генә сикләнеп ҡалмайҙар, эшле итеү яғын да хәстәрләйҙәр. Ә быға, нигеҙҙә, медицина-иҫкәртеү учреждениелары менән килешеү нигеҙендә өлгәшәләр. “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы, үҙәк район дауаханалары белгес кәрәклеге хаҡында алдан заявка бирә. Шулай уҡ коммерция дарыуханаларында ла студенттарға ихтыяж бар. Липецк, Пермь, Ҡазан ҡалаларынан да саҡырыу алғандар.

– Беҙҙә уҡып һөнәр алырға теләгәндәр иф­рат күп. XI класты тамамлағас та, IX клас­тан һуң да ҡабул итәбеҙ. Көндөҙгө бүлектә лә (әле мең самаһы студент иҫәпләнә, уларҙың яртыһынан күберәге – бюджет нигеҙендә), ситтән тороп та уҡырға мөмкин. Хатта үҙҙәрендә ошондай уҡ колледж булған төбәктәрҙән дә киләләр. Сәбәбен беҙҙә төплө белем бирелеү менән аңлаталар. Уныһы дөрөҫтөр, сөнки барлыҡ уҡытыусылар ҙа үҙ эшен яҡшы белә, ижади ҡарашлы, заман талаптарын аңлай. Береһен дә айырып телгә алғым килмәй, шуны ғына әйтәм: һәр ҡайһыһы үҙ урынында.
Колледждың матди-техник базаһының ныҡлығы ла ылыҡтыра торғандыр, әлбиттә. 360 урынға иҫәпләнгән дөйөм ятаҡ бар, ике уҡыу бинаһында ете йүнәлеш буйынса белем бирелә. Уҡыу-тәжрибә майҙансы­ғында дарыу үләндәренең төрлөһөн үҫтерәбеҙ. Йыйып, төнәтмәләр, дарыуҙар яһайбыҙ, ҡулланырға өйрәтәбеҙ. Студенттар белемде бик теләп үҙләштерә, ҡыҙыҡһыныуҙары көслө. Юғиһә араларында бығаса хатта юл япрағын белмә­гәндәр ҙә осрай. Шулай уҡ һары мәтрүшкәне, ҡара миләште, әнисте, етенде һәм башҡа ҡайһы бер шифалы үләндәрҙе ҡулына алып та ҡарамаған үҫмерҙәр була, – тип колледж менән таныштырҙы уның директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Татьяна Красильникова.
Әйткәндәй, Татьяна Михайловнаның ғаилә династияһы ошо өлкәлә мәшғүл. Әсәһе ҡасандыр ошонда уҡытыусы була, әле ҡыҙы ла фармацевт һөнәрен һайлаған. Татьяна Красильникова 25 йыл етәкселек итә уҡыу йортона. Ошо осорҙа ул уҡыу йортон Рәсәйҙә алдынғы урынға сығара. Әйтәйек, республика кимәлендәге һөнәри конкурстарҙа колледж гел тәүге урындарҙы яулай. 2008, 2009 йылдарҙа ул “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 урта махсус уҡыу йорто” иҫәбенә инә. Волга буйы федераль округы буйынса класс етәкселәре бәйгеһендә уҡытыусы Рөстәм Солтанов беренсе урынды яулай.
Фармацевтика бүлеге мөдире Айгөл Сураева Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында тыуып үҫә. Пермь фармацевтика институтын тамамлағандан һуң эшкә йүнәлтмә буйынса килә. Күптән түгел Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә студенттары Гөлназ Әхәтова менән Ксения Беспалова икенсе урынды яулаған.
Уҡыу йортоноң тарихына арналған музейҙа республикала дарыуханаларҙың үҫеш осорон сағылдырған бай йөкмәткеле экспозиция менән танышырға була. Йәнә колледждың ғорурлығы – дауалау-иҫкәртеү һәм фармацевтика учреждениелары эшмә­кәрлеген сағылдырған ҡеүәтле техник база. Кластарҙа күп һандағы муляждар, башҡа заманса ҡорамалдар ярҙамында студенттар практик тәжрибә туплай.
Бөрөләге был уҡыу йортон элек-электән яҡшы беләләр тиһәк, яңылыш булмаҫ. 1934 йылда барлыҡҡа килгән, бай тарихлы ул. Заман, әлбиттә, үҙ үҙгәрештәрен индерә тора. Мәҫәлән, 2005 йылда, медицина һәм фармацевтика колледждары берләштере­леп, яңы урта һөнәри белем биреү колледжы барлыҡҡа килә. Ә 2010 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән колледж автономиялы белем биреү учреждениеһы статусын ала.
Әле бында яҡын-тирәләге райондарҙан ғына түгел, ә тотош республиканан, мәҫәлән, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Йылайыр, Бай­маҡ кеүек алыҫ төбәктәрҙән дә килеп уҡыйҙар.
Ҡабул итеү, һөнәри белем биргән башҡа колледждарҙағы кеүек үк, конкурс нигеҙендә үткәрелә. Йәштәр дауалау, шәфҡәт туташы эше, лаборатор диагностика, фармация, акушерлыҡ, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү буйынса кесе медицина хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бүлектәрҙә ҙур теләк менән уҡый. Инеү шарттары дөйөм, бары тик егет һәм ҡыҙҙарҙың һөнәрен яратып һайлауы ғына кәрәк.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512