Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Солохҡа табан бер аҙым
Солохҡа табан бер аҙым Сүриәлә ваҡытлыса солох иғлан ителде. Урыны, ваҡыты билдәле — Сүриә Ғәрәп Республикаһы... 27 февраль... Урындағы ваҡыт менән 24.00 сәғәттә... Документта ҡаралған шарттар тулыһынса үтәлерме, юҡмы — уныһын киләсәк күрһәтер. Бөгөн иһә Рәсәй менән Америка араһындағы был килешеү, иң мөһиме, донъяны өсөнсө Бөтә донъя һуғышы сигенә алып барып еткергән иң аяуһыҙ ҡан ҡойошто көйләү мөмкинлеген бирә. Нәҡ донъя һуғышы сигенә... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һис тә арттырыу түгел, ә сәйәси ысынбарлыҡ...

Һуңғы биш йылда Сүриә тө­бәктәге иң эре илдәрҙе генә түгел, ә ҡеүәтле дәүләттәрҙе лә — Бер­ләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек советы ағзаларын — ылыҡтырҙы. Хәтерләһәгеҙ, тәү­ҙәрәк яҡтар Сүриә мәсьәләһен тыныс юл менән генә көйләү мөмкин­леген билдәләгәйне. Әммә рәсми белдереүҙәргә ҡарамаҫтан, Да­маскка хәрби баҫым артҡандан- артты. Һөҙөмтәлә Сүриәнең ҡо­раллы көстәре бер нисә фронтта алышырға мәжбүр булды. Шуға оппозицияла ла сәйәси маҡсатҡа һуғыш менән генә өлгәшеп була тигән ҡараш нығынды.
Сүриәләге хәл-ваҡиғалар Әсәд­тең ярҙам һорап Рәсәйгә мөрә­жәғәт итеүенән үҙгәреш алды. Был осраҡта төп факторҙы, моғайын да, беҙҙең Ҡораллы Көстәр уй­на­ғандыр — һауа-йыһан оборонаһы, ракетаға һәм һауа һөжүменә ҡаршы С-400 ҡоролмаһы, һауа-диңгеҙ флоты... Иң мөһиме – Көнбайыш Рәсәйҙең Сүриә мәсьә­ләһен көс ҡулланып хәл итеүгә юл ҡуймаясағын аныҡ аңланы.
Әлбиттә, сираттағы килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙа ла ауыр­лыҡ­тар буласаҡ. Документҡа ҡарата дәғүә белдереүселәр Сүриә оп­по­зиционерҙары араһында ла, Рәсәй сәйәсмәндәре сафында ла етерлек. Әйтәйек, Сүриәнең сәйә­си оппозиция лидерҙары был килешеүҙе, ғөмүмән, американдар тарафынан хыянат тип ҡабул итә.
Ҡыҫҡаһы, солох тураһында ки­лешеү бар, ваҡыты, урыны бил­дәле, әммә әлеге лә баяғы ышаныс юҡ.
Беренсенән, АҠШ Рә­сәйҙең был килешеүҙе үтәренә алдан уҡ шик белдерҙе. Сөнки документҡа ярашлы, утты туҡ­татыу шарттары Рәсәйҙә тыйылған ИГИЛ-дан һәм БМО-ның Именлек Советы тарафынан террорсы тип танылған башҡа ойошмаларҙан тыш, низағ­тың барлыҡ яҡтарына ҡағыла. Ә бит бөгөн Әсәдкә ҡаршы нәҡ ИГИЛ, “Джебхат-ан-Нусра” һәм террорсы тип танылған башҡа ойошмалар һуғыша. Бында ла Минск киле­ше­үендәге кеүек бөтә бәләне Рә­сәйгә япһарып ҡуйма­һалар ярай ҙа.
Икенсенән, төбәктә “бойондо­роҡ­һоҙ” хәрби контингент бар­лыҡ­ҡа килде. Улар Рәсәй менән дә, АҠШ менән дә, Әсәд менән дә, хатта оппозиция менән дә иҫәп­ләшмәй.
Өсөнсөнән, Сүриә ерендә Рәсәй менән АҠШ-тың үҙҙәренә ҡаршы сәйәсәт алып барған көстәр бар. Уларға инде кемдең кем булыуы ла, шул уҡ килешеүҙәр ҙә барыбер.
Дүр­тенсенән, Рәсәй үҙе был киле­шеүҙең үтәлеренә ышанып бөтәме икән? Килешеүҙе төҙөү менән уны үтәү бер түгел бит.
Ғөмүмән, Мәскәү ҙә, Вашингтон да әлеге хәлде белә, аңлай һәм килешеүҙе боҙмаҫ өсөн ҡулда­рынан килгәндең барыһын да эшләр тип ышанғы килә. Әммә был осраҡта икенсе бер мөһим мәлде күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: өлгәшелгән солох, һис шикһеҙ, Рәсәй менән Америка араһындағы мөнәсәбәттәргә йо­ғонто яһамай ҡалмаҫ. Ни тиһәң дә, бөгөн Рәсәй үҙ позицияһын нығытып, тышҡы сәйәсәт принциптарынан баш тартмаясағын һәм АҠШ-ҡа урынһыҙ дәғүәләр ташларға йыйынмауын асыҡ күрһәтте. Һөҙөмтәлә Мәскәү менән Вашингтон мәсьәләне көйләүҙең берлектәге принцибын төҙөнө. Был иһә киләсәктә һуғышҡа юл ҡуймай, мәсьәләне сәйәси юл менән хәл итеү мөмкинлеген бирер тип ышандыра.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының 70-се сессияһындағы сығышын хәтер­ләйҙер. Ул саҡта ил етәксеһе Көн­байыш лидерҙарына: “Ни ҡылға­нығыҙҙы хәҙер аңлайһығыҙмы?” — тип ҡаты ғына мөрәжәғәт ит­кәйне. Төрлө фекер уятты, әлбит­тә, әлеге сығыш. Әммә бөгөн Көн­байыш Рәсәйҙең Яҡын Көнсы­ғыштағы сәйәсәтен күпкә аңлыраҡ ҡабул итә башланы. Һәр хәлдә, төбәктең оло һәләкәттән һаҡлап алып ҡалыныуын бер кем дә инҡар итә алмай. Иң мөһиме — солохҡа табан бер аҙым яһалды...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514