Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур йәшәүҙәргә ни етә?!
Матур йәшәүҙәргә ни етә?!Вәсилә Ситдиҡова — районда иң өлкән йәштәге кеше. Ул оҙаҡламай 101 йәшен ҡаршыларға йыйына.
— Түбәнге Ҡоҙаш ауылында 16 мартта тыуғанмын, — ти ул. — Өлөшөмә төшкән оло ғүмер йомғағын тыныс ҡына һүтәм шулай...
Уға үҙ ғүмерендә яҡшыһын-яманын күп татырға тура килгән, тормоштоң ярһыу йылғаһы Вәсилә инәйҙе яҙмыш ярҙарына аҙ ҡаҡҡылап һуҡҡыламаған.
Ҡоҙашта Ғарифйән ҡыҙын “хәтерле Вәсилә” тип йөрөтәләр. Бөтә үткән хәл-ваҡиғалар уның күҙ алдында. Заманында белем алыу тәтемәһә лә, сос ҡыҙ Ҡөрьәндең байтаҡ сүрәләрен яттан өйрәнә. Эшкә әрһеҙ, талымһыҙ булып үҫә. Орсоҡ буйындай ғына сағында өлкәндәр менән йәнәш баҫыуҙа сүп утай, иген ура, көлтә бәйләй.
Сибәр ҡыҙға күҙ һалыусылар күп була, ә Вәсилә тальян гармунында һыҙҙырып уйнаусы Гәрәйҙе һайлай.
Йәш ғаиләнең иң оло шатлығы — бала көтөп алыу. Бәхет Ситдиҡовтарға ла йылмая. Бер-бер артлы өс улдары донъяға килә. Ғаилә тормошо йылдан-йыл түңәрәкләнә, тулылана бара. Әммә Бөйөк Ватан һуғышының башланыуы бөтә уй-хыялдарҙы селпәрәмә килтерә.
Оҙаҡ та үтмәй, Гәрәй ҙә фронтҡа китә. Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн Вәсилә бөтә тырышлығын һала, эштән баш күтәрмәй. Сабата кейеп, арҡаға тоҡ аҫып “Көйәҙе” станцияһынан орлоҡ ташыуҙары бөгөнгөләй күҙ алдында.
Ҡайғы-афәт Ситдиҡовтар ҡапҡаһын шаҡымай, урап уҙа. Гәрәй яу яланынан йортона иҫән-аман ҡайтып инә. Донъяларын йәмләп, йәнә ике улдары донъяға килә.
Ә йылдар һиҙелмәйенсә уҙа ғына.
— Күпте күрҙем, балалар, — ти йөҙйәшәр. — Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышын да, егерме беренсе йылғы аслыҡты ла. Мал менән бергә үҙебеҙ ҙә үлән ашаныҡ. Ғәзиз балаҡайҙарымды юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килде.
Ситдиҡовтар ғаиләһендә тыуып үҫкән балалар эшһөйәрлеге, булдыҡлылығы менән айырылып тора. Улар төрлө тармаҡта хеҙмәт итә. Араларында механизатор, ветеринария врачы, шахтер, элемтә хеҙмәткәре лә бар. Бишеһе лә атайҙары кеүек гармунда өҙҙөрөп уйнай.
Әсә кеше өсөн иң ауыр ҡайғы — ғәзиз балаһын юғалтыу. Бынан да ҙурыраҡ хәсрәт һәм фажиғәнең булыуы мөмкин түгел. Улдары Филғәт — ҡырҡ биш, Әхнәүи — илле ете, Мөхәмәтхәй илле туғыҙ ғына йәштәрендә гүр эйәһе була.
Ғүмер йылдары ҡатмарлы булһа ла, Вәсилә инәй һәйбәт күрә, ҡолаҡтары ла яҡшы ишетә. Йөҙ йәште уҙһа ла, таяҡтың нимә икәнен дә белмәй. Үҙе әйтмешләй, йыш ҡына урамға “прогулка”ға сығырға ярата. Замандаштарының кәмеп бөтөп барыуына зарланып та ала:
— Ауылда хәл белешеп, сәй эсеп, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырлыҡ әхирәттәр ҡалманы. Ут күршем Рәсимә лә баҡыйлыҡҡа күсте. Бик йәшләй генә. Мин һикһән биш йәшемдә урманда йүгереп йөрөп еләк йыя инем әле.
Инәйҙең хәтеренә иһә йәштәр көнләшерлек.
— Ҡартым менән бергә илле биш йыл татыу, матур ғүмер кисерҙек, — ти ул. — Ике улым иҫән-һау. Фәнир — ҡырҡынсы, Рим — илле өсөнсө йылғы...
Ошо йәшенә ҡәҙәр үҙаллы донъя көткән Вәсилә Ситдиҡова быйыл ғына ҡышын Фәнир һәм Рим улдарының ғаиләһенә барып һыйынған. Йәшел сирәмгә аяҡ баҫҡас та, тыуған нигеҙемә ҡайтам, тип ашҡына үҙе.
— Килендәрем бик тәүфиҡлы, итәғәтле, — ти йөҙйәшәр. — Татыу йәшәнек, юҡ-барҙы урамға сығарып сәсмәнек.
Ауылда йәшәүсе килендәре Фәриҙә, Мөршиҙә һәм Галина үҙ сиратында иһә ҡәйнәләрен маҡтап бөтә алмай.
— Йортобоҙға күҙ-ҡолаҡ, балаларыбыҙға изге өләсәй булды, — ти улар.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, кәңәшләшеп ғүмер иткән Ситдиҡовтар ейәндәрҙе һанай-барлай башлағас ҡына бер аҙ бәхәсләшеп алды. Шаҡтай ауыр эш булып сыҡты нәҫел-нәсәптең иҫәбенә сығыу. Вәсилә инәйҙең ун биш ейән-ейәнсәре, егерме ике бүлә-бүләсәре бар икән.
Финат ШАКИРЙӘНОВ.
Тәтешле районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840