Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Дала киленеБайрам һайын үҙҙәренең моңло йырҙары менән район халҡын ҡыуандырған, күптәрҙең һөйөүен яуларға өлгөргән “Тамсылар” өлгөлө һәм “Сулпан” халыҡ вокаль ансамблдәре етәксеһе Роза Вахитова хаҡында хәйбуллалар тап шулай ти. Ә бит уның Хәйбулла далаларына эшкә килеүе лә осраҡлы була.
Стәрлетамаҡ ҡыҙы Роза Өфөлә сәнғәт институтын тамамлағас, кемдер уға Хәйбулла районына самолет оса, унда эшкә барһаң, ҡайтып йөрөүе еңел буласаҡ, тип әйтеп ысҡындыра. Ул саҡта баш ҡаланан Аҡъярға самолеттан башҡа транспорттың йөрөмәүен башына ла килтермәгән ул, күрәһең. Хәйбуллаға эшкә ебәреүҙәрен һорай. Ҡала мөхитендә тыуып үҫкән йәш ҡыҙҙың был аҙымына бер аҙ аптыраһалар ҙа, уҡыу йорто етәкселеге уның теләгенә ҡаршы килмәй. Шулай итеп, Роза Вахитова хеҙмәт юлын Аҡъяр музыка мәктәбендә башлай.
Йыраҡтан АН-24 самолетында осоп, эшкә килеүен килә ул, әммә йыш тыуған яҡтарына ҡайтырға мөмкинлек булмай. Бер аҙҙан һауа юлы ла ябыла, Сибай аша поезда Өфөгә барыу өсөн генә өсәр көнләп ваҡыт китә. Шул осорҙағы мәлдәрҙе иҫләп, йыр-моңға һөйөүем, эшемде яратыуым бар һағыныуҙарымды баҫҡандыр, күрәһең, ти Роза Рифҡәт ҡыҙы. Көндөҙ музыка мәктәбендә балалар менән шөғөлләнһә, кис район мәҙәниәт йортонда ололар менән мәж килә. Хәйбулла егете Талип Вахитов менән яҙмыштарын бәйләгәс, бөтөнләйгә был яҡтарҙа йәшәргә ҡала.
Юҡ, үкенмәй ул, киреһенсә, хәйбуллаларҙың киң күңелле, йыр-моңға бай булыуына һоҡланып йәшәй. Йырларға тип килгән бер баланы ла бороп сығармай, күңелен төшөрмәй, улар менән етди шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй: уның тәрбиәләнеүселәре, вокаль ансамблдәр әленән-әле район, республика бәйгеләрендә, халыҡ-ара фестивалдәрҙә призлы урын яулай. Быйыл балаларҙың “Тамсылар” ансамбле ойошторолоуына — 10 йыл, “Сулпан” халыҡ вокаль ансамбленә 25 йыл тула. Әле улар ошо юбилейҙарҙы лайыҡлы ҡаршылау өсөн яңы йырҙар өйрәнә.
Ғаиләһе менән дә бәхетле Роза Рифҡәт ҡыҙы. Тормош иптәше менән сәскәләй өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Динара, Стәрлетамаҡта юғары белем алып, үҙ аллы тормош ҡорған. Уртансыһы Эльвира, әсәһенең бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Санкт-Петербург ҡалаһында табиплыҡҡа уҡый. Кинйәләре Элина һигеҙенсе класта белем ала. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла, музыка мәктәбен тамамлап, моңло йырлай, төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнай. Ҡасандыр самолетта Хәйбулла далаларына эшкә килгән йәш ҡыҙ, бөгөн күңеленән ошо даланың матурлығына һоҡланып, моңло йырҙар ижад итә, ә тәрбиәләнеүселәре уларҙы бар тарафтарға осора.
Кәримә ИШБУЛДИНА.
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518