Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көрәш дауам итә...
Көрәш дауам итә... “Был яуызды еңеп буламы, юҡмы?” – Яҙ һайын, саҡ баш ҡалҡытҡан йәш бәрәңге үҫентеләрендә колорадо ҡуңыҙҙарының ҡыбырлашыуын күреп, шулай тип уйларға мәжбүр булаһың. Ә бит былтыр йәй уларҙы нәҫел-нәсәбенә хәтлем ҡоротҡан һымаҡ инек... Ғалимдар уларға ҡаршы яңы препараттар уйлап табып тора, әммә ҡуңыҙҙың быға иҫе лә китмәй, үрсей генә... Яңыраҡ Өфө биологтары был йүнәлештә бик көслө дарыу – Bacillus subtilis (Сенна таяҡсаһы) бәшмәгенән яһалған препарат – ҡулланыу юлын тапты.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты тәҡдим иткән был препарат үҫемлектәрҙең туҡыма­һына үтеп инә һәм артабан шунда йәшәй. Ғалимдар тәжрибә үткәр­гәндә ошо Сенна таяҡсаһының колорадо ҡуңыҙҙарына тәьҫирен дә өйрәнде. Улар лаборатория шарттарында ҡуңыҙҙың ҡарышлауыҡ­тарына ошо бәшмәктән алынған микроорганизмдарҙы “ашатты”. Һөҙөмтәлә 21 көн үтеүгә оло ҡуңыҙҙар бирешә башлай, уларҙың йәшәү һәләте ҡырҡа кәмей, ә ҡарышлауыҡтар бер тәүлек үткәс тә сиргә һабыша һәм ҡайтанан терелә алмай.
“Bacillus subtilis” вирусы үҫем­лек­тәргә зыян килтермәй, кешегә лә һис зарары юҡ. Был препаратты, ғалимдар раҫлауынса, колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ғына түгел, башҡа күп төрлө баҡса ҡоротҡостарына ҡаршы көрәштә лә файҙаланып була.
– Колорадо яуызы менән күп йыллыҡ көрәштә еңеп сығырға ярҙам итәсәк сара, ниһайәт, табылды, тимәк? – Был һорауҙы мин ошо институт хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы Галина Беньков­скаяға бирҙем.
– Юҡ шул, – тип көрһөндө Галина Васильевна. – Һәр яңы препаратҡа был ҡуңыҙ тиҙ яраҡлаша, һәм артабан уны ҡулланыу көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. Кибеттәрҙә ялтырауыҡлы ҡаптарҙа төрлө исемдәр менән һатылған препараттар ҙа асылда бер үк тәьҫир көсөнә эйә, бер-береһенән айырылмай. Беҙҙең күп йыллыҡ тәж­рибә күрһәтеүенсә, колорадо ҡуңы­ҙына ҡаршы дарыуҙы төрләндереп торорға, әленән-әле яңыларын эшләргә кәрәк.
– Ә донъяның алдынғы илдә­рендә, мәҫәлән, Европала уға ҡаршы нисек көрәшәләр һуң?
– Уларҙа ла – шул уҡ проблема. Фәҡәт Англияны ғына айырым телгә алырға мөмкин – был дәүләт еренә ҡуңыҙ тарала алмай. Берҙән, Англия менән Европа ҡитғаһы араһындағы Ла-Манш боғаҙы кәртә булып торһа, икенсенән, карантин яҡшы ойошторолған.
– Тимәк, 70-се йылдар урта­һында Балтик буйынан беҙҙең яҡтарға һалам менән килтерелгән был бөжәкте карантин булдырыу юлы менән туҡтатырға мөмкин инеме?
– Бында карантин ғына әллә ни эшләй алмай барыбер. Уҙған дәүер эсендә ҡуңыҙ Башҡортостанға былай ҙа әллә ҡасан килеп еткән булыр ине, ул көнсығышҡа табан күсеп килә лә башлағайны. Балтик буйы республикалары, мәҫәлән, ул саҡта былай ҙа беҙҙең ил ере булды бит. Һалам ташыу уның килеүен бер аҙға тиҙләтте генә. Шуны ла әйтергә тейешмен: йәшелсә түтәл­дәрен бер туҡтауһыҙ ағыулау беҙҙең организмға ла кире тәьҫир итмәй ҡалмай. Иң хәүефһеҙ ысул – колорадо ҡуңыҙҙарын һәм уларҙың ҡарышлауыҡтарын ҡул менән йыйыу. Көн һайын. Былай итеп ҡоротҡос бөжәкте бөтөрөп булмай, әлбиттә, ләкин бәрәңгенең төп өлөшөн һаҡлап ҡалырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514