Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәниевтең ырыҫ сере
Ғәниевтең ырыҫ сере Беҙҙең заман кешеһе юҡ-барға зарланырға, тиктән генә балауыҙ һығырға аптырап тормай. Уларға ҡар яуыу, буран ғына түгел, фәнни китаптарҙа быға тиклем булмаған “кәйеф төшөргөстәр” ҙә тәьҫир итеүе ихтимал. Хәйер, зарланам тигән кешегә сәбәп аҙмы ни?

Ә бына Благовар ауылында йәшәгән Алик Ғәниевтең донъяға ҡарашы бө­төнләй башҡа. Быға 1997 йылдағы фа­жиғә йоғонто яһаған тип әйтеп булмай. Ул үҙе шундай кеше: тырышып донъя көтә, бәләкәйҙән эшләргә ярата, хатта бер минут та тик ултыра белмәй. Ә бит юл фажиғәһенең йәш егеттең тормошона кире тәьҫир итеүе бик ихти­мал ине. Күҙ асып йомған арала бер ҡулһыҙ, аяҡһыҙ тигәндәй тороп ҡал әле!.. Алла һаҡлағандыр унда рух ныҡлығын! Ҡайғы күргән, тәне һыҙлаған минуттарҙа ла донъянан ваз кисергә уйламай ул.
Һиҙеп тораһығыҙҙыр, хөрмәтле уҡыу­сым, был хаҡта геройым менән һөй­ләшеүе, нимәлер һорауы ла еңел түгел, әммә ул үҙе шундай теремек, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡараған әңгәмәсе булып сыҡты. Һис аптырап торманы, уңайһыҙланып ҡына һорау биреүемә ҡарамаҫтан, тотто ла үҙенең йәшәү рәүеше хаҡында һөйләй башланы. “Ни яҙған – шул күрелгән инде. Аҡырып илап ултырып булмай бит. Тормош ҡуй­ған шарттарҙа матур итеп йәшәй белергә кәрәк. Һәр хәлдә, ҡу­лымдан килгән тиклем шулай эшләргә тырышам. Ана, шағир Муса Йәлил концла­герҙа ҡаны менән шиғыр яҙған. Ә мин бит – иректә: ни теләйем, шуны эшләй алам. Йәнә лә, Аллаға шөкөр, күҙҙәрем күрә. Иң ауыры тома һу­ҡыр­ҙарға. Кү­ҙең күргәс, теләһә ниндәй эште тотоп эшләргә ынтылырға була!..”
Был – Алик­тың һүҙҙәре. Матур йәшәргә тырышҡан кешенең донъя гүзәллеген тоймауы мөм­кин түгел: ә уны күңеле нескәләр генә күрә. Йөрәгендәге тәрән ки­серештәренең ни тиклем икән­леген бары үҙе генә белә тор­ған­дыр Алик. Бәлки, ҡатыны Эльзаға ла яҡшы таныштыр ул тойғолар: 2005 йыл­да никахлашҡан был пар – бер-береһенә ныҡлы терәк.
Алик Валерий улы – районда органик ер эшкәртеү ысулы менән тәүгеләрҙән булып баҡсасылыҡ эшенә тотонған эш­ҡыуар. Тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙан ҡайтып килмәй, тырышып-тырмашып үҙенең дә, ерҙең дә ырыҫын арттыра уҙаман.
Шәхси эшҡыуар кәсебен 2002 йылда күңел ынтылышына таянып башлап ебәрә. Дөрөҫөн әйткәндә, тәүге осор уның түҙемлеген генә түгел, бөтә ниәт­тәрен ныҡлыҡҡа һынай. Әммә ерҙә үҫкән малай был эшкә бер көнгә генә түгел, ә ғүмерлеккә килгәнен яҡшы аң­лай. Фрунзе исемендәге ауыл хужа­лығы кооперативынан арендаға алған 2 гектар ерҙән йәшелсә ултыртҡан көн­дән алып ҡайтып килмәй. Шуныһы иғ­тибарға лайыҡ: Алик килем артынан йән-фарман ҡыумай. Холҡо шулайҙыр егеттең: ул яйлап, йәшелсә культураларын өйрәнеп, тәбиғәт шарттарына ярашлы булыуын да иҫәпкә алып, күҙәтеү эштәре алып бара. 2006 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған белгес крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға ҡарар итә һәм шул уҡ йылда эшен башлап та ебәрә. Бөгөн Алик Ғәниевтең 52 гектар ере, биш тракторы һәм йәшелсәләрҙе ташыу өсөн тағылма инвентары бар.
Ерҙе органик эшкәртеү технология­һына нигеҙләнгән шөғөл экологик яҡтан таҙа продукция етештереүгә булышлыҡ итә. Юҡҡа ғына Ғәниевтең йәшелсә­ләре тыуған районында ғына түгел, күр­шеләрҙә лә ҙур ихтыяж тыуҙыр­май­ҙыр. Бәрәңге (7 гектар), кишер, кәбеҫтә, ҡыяр, помидор (1,5 гектар), шулай уҡ әнис, сельдерей һәм башҡа тәмләткес үләндәр үҫтерә ул баҫыуҙарында. Хатта ҡарбуз да ултыртып ҡараған. 1,5 гек­тарлыҡ быуа ла – шәхси эшҡыуарҙың ҡарамағында.
Тауарҙы етештереүҙә голландия технологияһын ҡуллана эшҡыуар, йәғни йәшелсәне ултыртҡандан алып һыу һибеүгә, утауға, уңышты сифатлы итеп һаҡлауға тиклем барлыҡ эш механик циклда башҡарыла. Алдынғы Европа фирмаларының техникаһы ярҙамында атҡара был эште йүнсел һәм уның хеҙмәткәрҙәре. Алик орлоҡтоң иң яҡшы­ларын һайлап һатып ала, сөнки эшең менән етди шөғөлләнергә, уңышҡа ире­шергә теләһәң, уның һәр этабында ла профессионал булып ҡала белеү мө­һим. Шәхси эшҡыуарҙың баҫыуҙа­рын­да йыл һайын ике тоннанан ашыу йәшелсә етештерелә. Улар муниципаль сауҙа, төрлө ауыл хужалығы йәрминкә­ләре аша барып етә ҡулланыусыға.
Беҙ барғанда Алик IV класта уҡы­ған улы Нияз менән тракторына ултырып ҡайтып килә ине. Йортона ингәс, тағы ла хайран ҡалдым эшлекле ирҙең йәшәү рәүешенә. Әзмәүерҙәй буй-һын еткереп, урам буйлап эсеп йөрө­гәндәрҙе алып килеп күрһәтергә кәрәк ине! Ир хәстәрле булғас, ҡатын таҫ­тар­лы, тип юҡҡа ғына әйтмәгән хал­ҡы­быҙ. Эль­заның уңған хужабикә икән­леге бөх­тәлектән үк күҙгә салынып то­ра. Ауыл ерендә лә кешеләр ҡала­лағы һы­маҡ, бөтә шарттарҙы үҙҙәре булды­рып, бына тигән итеп көн күрә! 5 йәшлек ҡыҙҙары Камилә лә, ана, ҡул араһына инеп бара.
Бөгөн ниндәй пландар менән йәшәй тип уйлайһығыҙ Аликты? Ул ҙур баҡса булдырып, унда алмағастар ултыртҡан. Улар ҙа үҙенә айырым тәрбиә талап итә. “Әле үҫентеләр генә. Әммә емеш баҡсаһы, бер күтәрелеп китһә, алмаларын бирә башлар!” – ти хужа.
Аликка ҡарап, һис икеләнмәйенсә, күктән көтөп ята торғандарҙан түгел, тип әйтеп була. Ул өҫтәлендә хәләл ри­зыҡ булһын өсөн йылдың 365 кө­нөн­дә көс түгә. Күҙ алдығыҙға килте­рә­һегеҙме уның баҡсаһындағы йәшел­сәләрҙең, емештәрҙең тәмен? Райондаштары, төбәк эшҡыуарҙары маҡтаған Алик Ғәниевтең уңыштарын ауыҙ итер­гә яҙһын. Һәр хәлдә көслө рухлы был ир-егеттең намыҫлы хеҙмәтен юғары баһалап, Башҡортостандың Ауыл хужа­лығы министрлығы юҡҡа ғына 2012 йылда Маҡтау ҡағыҙы бирмә­гәндер. Ә 2013 йылда ул “Башҡортостан Респуб­ликаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” бил­дәһе менән бүләкләнгән. Һы­ғым­та­ны үҙегеҙ яһағыҙ! Бик зарлан­ғығыҙ килһә, Благовар егете Алик Ғәниев менән барып танышығыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509