Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин күрә алмаған тормош”
“Мин күрә алмаған тормош” Кешенең күңелендә яҡшы һәм уҫал “бүреләр” йәшәй. Ҡайһыһын ашатаһың, шуныһы еңә... Боронғо фәйләсүфтәрҙән ҡалған был хаҡ һүҙҙәр һәр әҙәм балаһына ҡағылалыр. Кеше фәрештә түгел: яңылыша ла, абына ла, изгелектәр менән бер рәттән насарлыҡ та эшләп ҡуя. Шулай ҙа күптәрҙең йөрәгендәге яҡты нурҙар көслөрәк булып сыға. Әммә донъяның тик ҡара төҫтәрен күргән, һәр кемде дошман иткән кешеләр ҙә бар. Улар йәмғиәттә үҙ урынын таба алмай, тик кире күренеште күреп өйрәнгән холҡо ҡайһы саҡта үҙҙәренең генә түгел, янындағыларҙың да тормошон селпәрәмә килтерә...

Ялланып башҡарған сират­тағы эшен алданыраҡ тамам­лаған ир әкрен генә урам буйлап китте. Һәр саҡ кәйефһеҙ йөрөгән Алик бөгөн барыһына ла асыулы, йәне көйә. Көлөшә-көлөшә китеп барған ҡыҙҙар ҙа, нимәлер ха­ҡында гәпләшеп тәмәке көй­рәткән ирҙәр ҙә, үҙ уйыны менән мәшғүл балалар ҙа, хатта нур­ҙарын йәлләмәй һипкән ҡояш та артыҡ, урынһыҙ булып тойола уға. Бала саҡтан был донъяға ни өсөн тыуғанын, тормош мәғәнәһен аңламай йәшәне ул. Өндәшмәҫ, аҙ һүҙле Аликты балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә үҙ итмәнеләр. Ул һәр саҡ яңғыҙы йөрөнө. Һөнәрселек училищеһында ла Алик бер-ике кеше менән генә аралашты. Уҡыуы уртаса барҙы: теләгән сағында ғына дәрестәргә йөрөгән Аликты уҡытыусылар ҙа үҙһенмәне. Йәш егет шулай үҙ яйына йөрөй бирҙе.
Әрме сафына алынғас та, башҡалар кеүек, яҡын иптәштәр тапманы. Һалдат тормошо нисектер уға ҡағылмағандай тойолдо. Тәүҙә төрлө “һынау” үткәреп маташҡан “бабайҙар” ҙа Аликка ҡул һелтәне. Тиктомалға ҡапыл ҡыҙып кит­кән йәки көнө буйы бер һүҙ өндәшмәгән йәш һалдатҡа улар ауырыуға ҡарағандай мөнәсәбәттә булды.
Кешеләр менән уртаҡ тел таба алмаған егет артабан эшкә урынлаша алмай йонсоно. Бер-ике көн эшләгәс тә, холҡон белеп, унан ҡотолоу яғын ҡара­нылар. Был ҡыҙыу ҡанлы егетте тағы ла тупаҫыраҡ, дорфараҡ итте. Тора-бара Аликта үҙен рәнйеткән, мыҫҡыл иткән төҫлө тойолған кешеләрҙән үс алыу теләге уянды. Бергә эшләгән егетте “Һинең барлығың ни, юҡлығың ни...” тигән һүҙҙәре өсөн генә ныҡ итеп туҡманы. Аулаҡта көтөп алған ҡорбанын һис йәлләмәне ул. Туҡмалған кеше дауаханаға эләккәс, эш судҡа барып етте.
Алик үҙенең ғәйебен таны­маһа ла, хеҙмәттәше уны йәлләне, судтан ғәйепләнеүсене иректән мәхрүм итмәүҙе үтенде. Аликтың тәүге мәртәбә хөкөм ителеүен, йәшлеген иҫәпкә алып, шартлы яза бирҙеләр. Хәйер, был уны аҡылға ултыртманы. Ниндәй бәләнән ҡотолоп ҡалыуын аңларға ла теләмәгән Алик эргә-тирәһендәге кешеләргә тағы ла көслөрәк үс тотто. Янында кемдер йылмайһа ла, үҙенән мыҫҡыл итеп көләлер тип ҡабул итте.
Бәхет эҙләп ситкә сығып киткән Алик яҡшы эшкә урынлаша алды. Ҙур ҡалала һәр кемдең үҙе менән генә мәшғүл булыуы егетте бер аҙ тынысландыра төштө. Ятаҡтан урын алды, көнө буйы эштә йөрөнө, ҡайтып йоҡлай ҙа тағы сығып китә. Бүлмәләше менән сменалары тура килмәүе лә уның тормошон еңеләйтте. Мөнәсәбәттәре һирәк-һаяҡ осрашҡанда сәләм биреүҙән үтмәне. Аликка ошонан артығы кәрәкмәй ҙә ине.
Һәүетемсә генә бер йыл да үтеп китте. Бер байрам көнөндә Алик ятаҡта ҡалды. Бүлмәлә­шенең райондашы ла ҡунаҡҡа килгән ине. Бергәләп ашарға ултырҙылар. Байрам уңайынан өҫтәлгә араҡы ла килеп ҡу­наҡланы. Алик тиҙ генә тамаҡ ялғаны ла тороп китте. Тик ҡунаҡтың: “Ҡайһылай етеҙ егет булып сыҡтың әле. Әҙергә хәҙер генә килеп ултырҙың да табан ялтыратаһыңмы? Әйҙә, ҡустым, эттән олоһоң, минән кесеһең тигәндәй, ос магазинға!” – тигән һүҙҙәре ҡапыл һарыуын ҡайнатты.
“Мине эт менән сағыштыра­һыңмы?! Һин кем әле шул тиклем?! Хәҙер үлемеңде ошонда табаһың бит!” – тип, егет ҡунаҡты иҙәнгә һалып туҡмай башланы. Дуҫына ярҙамға ташланған бүлмәләше лә ситкә алып ырғытылды. Тауышҡа күршеләре йүгереп килеп инмәһә, был хәл фажиғә менән тамамланыр ине, моғайын. Егеттәр күмәкләп Аликты көскә айырып алды. Ул һаман да тыныслана алмай, ниҙер ҡысҡыра, ҡунаҡ иргә ынтыла ине.
Алик тағы ла хөкөм эскәм­йәһенә ултырҙы. Был юлы уны, кеше тәненә уртаса кимәлдәге йәрәхәттәр һалыуҙа, үлтереү менән янауҙа ғәйепләп, коло­нияға ебәрҙеләр. Үҙе кеүектәр араһында Алик мөмкин тиклем тыныс булырға, асыуын сығар­маҫҡа тырышты, сөнки бында уның менән оҙаҡ һөйләшеп тормаҫтарын яҡшы аңлай ине ул. “Тормошто күрә алмайым!” – тип йыш ҡабатларға яратһа ла, йәне ҡәҙерлерәк булды. Уның ҡарауы, үҙенән көслөрәктәргә булған асыуын көсһөҙҙәргә төшөрҙө.
Иреккә сыҡҡас, Алик бер эштән икенсеһенә күсеп йөрөнө. Унан ялланып эшләй башланы. Бер көн уны ике туған ҡустыһы эҙләп тапты, ҡунаҡҡа саҡырҙы. Күптән йылы мөнәсәбәт күрмәгән Алик быға аптырап китте. Шулай ҙа, һыр бирмәҫкә тырышып: “Ярай, ваҡытым булһа, барырмын”, – тине.
Ҡустыһы иртә өйләнгән икән. Кәләше алсаҡ, йор һүҙле, уңған хужабикә булып сыҡты. Ул Аликты күптән белгән кеүек бер туҡтауһыҙ хәбәрен теҙҙе, тәүҙә “эйе”, “юҡ”, “белмәйем” тип кенә яуап биреп ултырған ир ҙә асылып китте. Хужабикәнең тәмле-татлы ашы, хужаның үҙен ағай итеп хөрмәт итеүе Аликты күп­мелер мәлгә донъяға булған нәфрәтенән арындырҙы. Уйла­мағанда эҙләп тапҡан туғанының, уның хөкөм ителеүен белһә лә, йылы ҡарашта ҡалыуы күңелен нескәртте. Ә инде был ваҡытта ҡустыһы менән килене Аликка өндәшмәй генә кәләш эҙләй ине. “Һәйбәт ағай ҙа инде. Яҡшы мөғәмәлә күреп, ҡайһылай иреп китте. Ҡулдары ла оҫта. Берәй яҡшы ҡатын менән донъя ҡорһа, һәүетемсә йәшәп китерҙәр ине”, – тине хужабикә иренә.
Тынғыһыҙ йәш ҡатын әхи­рәтенә икенсе райондан апаһы килеп төшөүен, уның яңғыҙ булыуын, әммә кейәүгә сығырға хыялланыуын белеп ҡалды. Бер мәртәбә кейәүҙә булған, балалары юҡ икән. Йәш ҡатын әхирәте менән эшкә тотондо. Шул уҡ кис табын ҡоролдо, Алик менән Әлнисәнең танышыуы ла ыңғай үтте.
Оҙайлы йылдар яңғыҙ йә­шәгән ҡатын менән осрашыу Аликтың тормошон тулыһынса үҙгәртте. Үҙендә ниндәйҙер ышаныс, өмөт барлыҡҡа килеүен тойҙо ул. Һәр кемдә дошман күреү, тиктомалға ҡыҙып китеү, асыуланыу кеүек сифаттары ла онотолғандай булды. Әлнисә уны үҙҙәренең яғына йәшәргә саҡырғас, икеләнмәй риза булды. Унда һуғылып, бында һуғылып йөрөү йонсотҡайны ирҙе.
Ҡатыны ирҙәр ҡулы етмәгәне һиҙелеп торған, иҫке генә өйҙә йәшәгән булып сыҡты. Алик хужаларса эшкә тотондо, иртәнән кискә тиклем туҡылдап, әле бер, әле икенсе урынды йүнәтте, тәртипкә килтерҙе. Әлнисәнең: “Һинһеҙ нисек йәшәгәнмен икән?” – тип алсаҡ йылмайыуын күреү өсөн ул әллә ниҙәр атҡарырға әҙер ине. Алик ялланып эшләп аҡса ла таба башланы.
Әлнисә күршелә йәшәгән инәйҙең хәлен белергә йыш инә торғайны. Түшәктә ятҡан әбей улы менән генә йәшәй, ә уныһы бер ҡайҙа ла эшләмәй, эсә, ауырыу әсәһенә ҡул күтәрергә лә тартынмай. Алик, ҡатынының был өйгә йөрөүен өнәп еткермәһә лә, өндәшмәне. Бер көн риза­һыҙлыҡ күрһәтеүенә Әлнисәһе лә: “Мин бала саҡтан беләм бит инәйҙе. Әсәйем менән аралашып йәшәнеләр. Хәҙер, ауыр хәлгә ҡалғас, нисек ташлап ҡуяйым”, – тине.
Алик ошонан һуң оҙаҡ өн­дәшмәй йөрөнө. Тик ҡатынының үҙе эштә саҡта күршеләренә ашығыуын, сәғәттәр буйы шунда булыуын белгәс, асыуы ҡабарҙы. Был хаҡта уға икенсе яҡ күршеһе “сер” итеп һөйләне: “Ҡайҙан килеп ҡаптың был ҡатынға? Аҙғын бит ул. Ошо күршеләренә барып, бергәләп эсәләр, түшәктә ята тигән әбейең дә көмөшкәне йәштәрҙән ҡалышмай һемерә. Беҙҙең яҡта кейәүгә сыға алмағанға һиңә йәбешкән бит ул. Ә һин, асығауыҙ, йөрөйһөң уның донъяһын рәтләп! Бына күрерһең, бар эшен эшләтеп алғас, һине ҡыуып сығарасаҡ...”
Алик артабан сыҙай алмай, иргә йән көсөнә һуғып ебәрҙе, тегеһе йығылғас, типкеләй башланы. Кемдер шул арала полиция саҡыртып өлгөргән булып сыҡты. Хоҡуҡ һаҡсылары тыныслана алмаған Аликты бүлеккә алып китте.
Әмәлгә ҡалғандай, күр­ше­һенең тән йәрәхәттәре еңелсә генә булып сыҡты. Шулай ҙа Аликка бер нисә тәүлек ултырып сығырға тура килде. Ул ҡайтҡанда Әлнисә барыһын да белә ине. “Тапҡанһың кемгә ышанырға! Тел биҫтәһе бит ул! Бисәләр ҙә уның кеүек оҫта ғәйбәт сәсә белмәйҙер. Шул әҙәм аҡтығы арҡаһында төрмәгә ултырғың килдеме?!” – тип әрләне ул.
Алик, башҡаларға көсө етһә лә, яратҡан Әлнисәһе алдында юғалып-ҡаушап ҡалды. “Ярай, бөттө. Хәҙер уны нимә тип иҫкә алаһың?” – тине лә сығып китергә ашыҡты.
Ошо кис бергә эшләгән ир-егеттәргә тәү мәртәбә ҡушылып, уртаҡ мәжлес ҡороу өсөн аҡсаһын сығарҙы. Һуңға тиклем ултырҙылар. Ҡыҙмаса булып алған ирҙәр өндәшмәҫ Аликка: “Күптән шулай кәрәк ине! Һин беҙҙе кешегә лә һанамайһың тиһәк, былай нормальный мужик икәнһең”, – тигән булды.
Һуң булһа ла, Әлнисә өйҙә юҡ ине. Алик шунда уҡ күршеләренә йүнәлде. Ҡатыны ике ир менән өҫтәл янында ултырған икән. Уҫал ҡарашты күргәс, баҙап ҡалды. “Һин оҙаҡлағас, инәйҙең хәлен беләм тип ингәйнем”, – тип аҡлана башланы ҡатын. Аликтың: “Бар, ҡайт!” – тип ҡысҡырыуын ишетеү менән сығып йүгерҙе. Таныш булмаған ир ҙә һаубуллашып, шым ғына юғалды.
Күршеһе: “Нимә ҡаттың? Барыһын да ҡыуып сығарып бөткәс, әйҙә, үҙең ултыр”, – тине. Алик өҫтәл артына ҡунаҡлау менән уға көмөшкә һондо. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Унан күршеһе Аликты йортон баҫып инеүҙә ғәйепләй башланы: “Әлнисәне көнләштеңме? Көлкө бит был! Уның ниндәй икәнлеген тотош мир белә. Ә һин, әллә ҡайҙан килгән килмешәк, беҙҙең тормошҡа ҡыҫылып маташаһың. Ҡайҙан килдең, шунда олаҡһаң, яҡшыраҡ булыр!”
Береһенән-береһе әшәкерәк, мыҫҡыллы һүҙҙәрҙе яңғыратҡан күршеһен оҙаҡ тыңлап торманы Алик. Уны осора һуғып, типкеләй ҙә башланы. Башын ҡулдары менән ҡаплап маташҡан ир һис тә йәл түгел ине. Ошо йәшенә тиклем йыйылып килгән бар үсен уға төшөрҙө, әммә Аликка был ғына аҙ булып тойолдо. Бер аҙҙан иҙәндә ятҡан тимер таяҡты күреп ҡалып, күршеһен шуның менән туҡмарға тотондо.
Ҡулдары ҡанға батҡан ирен күргәс тә, Әлнисә ниндәйҙер фажиғә булыуын яҡшы аңланы. Алик күршеһенең иҙәндә ятып ҡалыуын әйткәс, барып ҡарарға өндәне. Улар икәүләшеп күрше йортҡа йүнәлде. Ир тере ине әле, хатта өҫтәл янына ултырырға көс тапты. Ирле-ҡатынлы ғәфү үтенеп маташҡандан һуң, ҡайтып китте. Төнөн Алик тағы бер тапҡыр күршеһен барып ҡарарға булды. Тик уныһы йән биргәйне инде...
Алик судта күберәк өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Үҙенең һигеҙ йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм ителеүен дә тыныс ҡабул итте. Күрәһең, ғүмере буйы күңелендә йөрөткән асыу-нәфрәт үҙ ҡорбанын тапҡас ҡына тынысланғандыр...


(Әхлаҡи сәбәптәр буйынса исемдәр үҙгәртеп алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504