Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет серен белә улар
Бәхет серен белә улар Языков ауылынан Миләүшә һәм Фәнис Абзаловтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә, бәхетле йылмайыуҙарына ҡараһаң, был кешеләр шул тиклем рәхәт, бер ҡайғы күрмәй йәшәй, донъялары имен, уларға муллыҡ күктән яуа икән, тип уйларға ла була. Бәлки, бәрәкәт, ысынлап та, күктән яуа торғандыр, сөнки икеһе лә ишле ғаиләлә үҫкәс, уларҙың туғандарына, яҡындарына, таныштарына ныҡлы терәк, ышаныслы ҡалҡан икәненә бына инде бик күп йылдар шаһитмын.

Кешеләрҙең рәхмәте, ҡыс­ҡырып әйтмәһәләр ҙә, риза булып ҡалыуы барыбер эҙһеҙ үтмәй бит ул. Абзаловтар ҙа ҙур ҡайғылар кисерһә лә, иң тәү сиратта, бер-береһенә ҡеүәт бирә белде. Башта Фәнистең ата-әсәһе бер-бер артлы яҡты донъя менән хушлашты. Ул ваҡытта Благовар районының Яныш ауылында йәшәй ине әле йәштәр. Миләүшәнең атаһының да һис көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа китеп барыуына бына хәҙер тиҫтә йыл булып килә. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була: әле был эш килеп сыҡмай, әле тегенеһендә ҡаршылыҡтар тыуа. Әммә ғаиләнең ныҡлығы ла тап аңлашып, бер-береңә таяныс була белеүҙәлер, күрәһең. Бер үк телдә һөйләшеп тә, аңлаша алмаған шундай саҡтарыбыҙ аҙмы ни? Ә уларҙың мөнәсәбәте хатта күҙ ҡарашынан аңлашыуға ҡайтып ҡала. Ниндәй эш башҡарһалар ҙа, нимәгә генә тотонһалар ҙа, бергәләп, кәңәшләшеп башҡара улар.
Балаларын да шулай өйрәткәндәр. Беҙ барып төшкәндә VII һәм II класта уҡыған улдары Денис менән Ислам мәктәптән ҡайтып, өйгә эштәрен теүәлләй ине. Өлкән ҡыҙҙары Эльвина, атаһы юлын һайлап, бөгөн Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса белем ала. Атаһы юлын һайлап тигәндән, Фәнис Фәрит улы ла Яныш урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфөлә 52-се һөнәрселек училищеһында, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында уҡыған. Төрлө өлкәлә үҙен һынап ҡараған. Бөгөн юғары уҡыу йортонда белемен камиллаштыра.
Ә бит шәхси эшҡыуар булып киткәнсе, уға байтаҡ ҡаршы­лыҡтар аша үтергә тура килә. Беҙҙә бик күп яңы документтарға ҡул ҡуйылһа ла, уларҙы ҡулланып эшләй белеүселәр һирәгерәк шул. Аллаға шөкөр, Фәнис Абзалов төбәктә тәүге­ләрҙән булып тәүәккәлләп ер мәсьәләләре буйынса шәхси эшҡыуарлыҡты башлап ебәрә. Рәсәйҙә, Башҡортостанда ҡабул ителгән закондарҙы, тап бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бәйле ҡанун­дарҙы, башҡаларҙың тәжрибәһен ныҡлы өйрәнгәндән һуң, ул ҡыйыу аҙымдар менән үҙенең шәхси эшен асырға ҡарар итә. Район поликлиникаһында шәф­ҡәт туташы булып эшләгән ҡатыны Миләүшә лә уның ниәтен хуплап ҡаршы ала. Ер, күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләр, документтар әҙерләү, хатта ябай ғына кәңәш менән дә яҡташтары уларға мөрәжәғәт итә.
Әлбиттә, һәр эштең үҙенсәлектәре булған кеүек, шәхси эшҡыуарлыҡта килем алыу менән бергә һалым түләү, тейешле органдарға ваҡытында отчет биреү кеүек талаптар ҙа бар. Уныһына ла төшөнөргә әллә ни күп ваҡыт кәрәкмәгән ғаилә башлығына. “Кеше башҡара алмаҫлыҡ эш юҡ ул донъяла”, – тип ҡабатларға ярата ул.
Йәнә лә был ғаиләлә кире, тиҫкәре хәбәр һөйләмәйҙәр. Уларҙың һәр эше башында, һәр аҙымдары алдынан доға менән бергә “Беҙ булдырабыҙ!” тигән һүҙҙәр ята. Баҡтиһәң, бәхет сере ябай ғына икән дә: ул һинең донъя­ны ҡабул итеүеңә, яҡын­дарың менән бергә булыуыңдан шатлыҡ кисереүгә бәйле. Бындай ғаиләләр менән аралашҡандан һуң күңелдә уларҙың бәхетенең бер өлөшө менән һуғарылғандай тояһың үҙеңде. Ҡалай дөрөҫ әйтелгән киң билдәле һүҙҙәрҙә: бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш. Эйе, уларҙа именлек, хеҙмәт тәрбиәһе хөкөм һөрә, бер-береһенең кисерештәренә ихтирам ярылып ята!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518