Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Айыуға һунар Нисәнсе көн инде Мәрзиә ирен талай. Таң менән күҙен тырнап аса ла тотона ярһырға. Күршеләр ишетер тип уйлау ҙа юҡ. Өйҙә ни, урамда ни әрләшеүҙән башҡаны белмәй. Әрләшә тип, уға ҡаршы һүҙ ҡатҡан кеше лә юҡ инде. Үҙенән-үҙе пыр туҙа.
Тамам биҙрәне Хәлит был ығы-зығынан. Ҡатынының майлап һалһаң да эт еҫкәмәҫ һүҙҙә­рен ишетмәҫ өсөн йәһәннәмгә китергә әҙер. Кешенән оят. Әллә… Башына төрлө уйҙар килә. Буй еткән ҡыҙы менән улы ла ялҡып бөткән.
– Әсәй, етәр инде! – тип әйтеп ҡарайҙар ҙа, ҡайҙа инде ишетеү! Үҙ туҡһаны туҡһан.
– Шым тороғоҙ, хәсрәттәр! – тип йәнә сәсрәп сыға. – Мине тыйырға һеҙ кем әле, маңҡалар? – Тиктомалдан шунса мең һум аҡсаны тоттороп ҡуяйыммы! Һеҙгә рәхәт: ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан. Бына мин ҡырҡҡа ярылырҙай булам…
Балалары башҡаса һүҙ ҡат­май. Уларға ла тиҫтерҙәре ал­дында йәпһеҙ. Әсәләренә ҡар­шы нимәлер әйтеүҙең мәғәнәһе юҡлы­ғын аңлайҙар. Мәрзиә йәнә гөлтләп ҡабы­на, бына нисәнсе көн инде бер үк һүҙҙе тылҡый:
– Нимә тип кенә шуға йоғон­доң, ә? Хәҙер ҡалай ҡотолорға был яфанан? Малды бирмәйем. Ҡыҙыбыҙ быйыл уҡырға керһә, ҡайҙан аҡса табайым? Хәстрүш! Харап, берәү ауыл халҡы алдында шәп булып ҡыланған, имеш. Ғүмер буйы тең­кәмде ҡороттоң!.. Үҙем өйҙә булһам, ике аяғыңдың береһен урманға баҫтырмаҫ инем, иблис. Йә, шулай-шулай бит әле, тип кәңәшләшеү юҡ, рөхсәт һорау юҡ, шул һәүерек­тәргә эйәреп кит тә бар.
Хәлит:
– Мәрзиә! – тип нимәлер әйтергә, аңлатырға уҡтала ла, ҡайҙа уны ишетеү.
– Мәрзиә лә Мәрзиә! Әллә минең исемде тәүгә ишетеүең­ме?!
Хәлиттең башҡаса ҡатынын тыңлар түҙеме ҡалманы. Ҡулын һелтәне лә, бал­таһын эләктереп, сығып китте. Ә ҡатыны үҙ алдына сығынланы:
– Үҙең сәсрәмәгәйе шунда! Был тиклем дә расхудҡа батмаҫ инек, бетең менән түләмәксе булаһыңмы? Һиңә ни бешкән дә төшкән.
Бирге урамдан хәл белешергә килгән әсәһе лә ҡыҙын тыныслан­дырырға тырышты:
– Ҡуйсы әле, ҡыҙым, ул тиклем ҡыҙма, баш ҡайғыһы түгел дә, – тиеүенә ҡул ғына һелтәне Мәрзиә.
– Шул йыртҡыс үҙен генә ботарлаһа, лутсы булған икән!
– Ауыҙыңдан ел алһын! Өләсәйең, мәрхүмә, алтын башлы ҡатындан баҡа башлы ир яҡшы, тип белмәй әйтмәгән. Шул кейәү арҡаһында нужа күрмәй йәшәп ятаһың түгелме ни! Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Аҡсаһын да, малын да таба. Тота­һың да, аҡса юҡ, тип аҙарынаһың. Теге аҙнала ғына ҡалым һуғып, әллә күпме аҡса алып ҡайтҡан. Бир! Алып барып түләһен! Ул ҡағыҙҙы нимәгә тип һаҡлай­һың?
Әсәһенең һүҙҙәренә Мәрзиә мыҫҡыллы йылмайҙы:
– Нимәгә һаҡлайыммы? Тоҙ­лайым! Уның күптән урыны бар. Өҫкә кейергә алмаш күлдәк ҡалманы, кеше күҙенә күре­нергә оят. Ауылда бөтәһенең бүлмә һайын ат башындай телевизор. Ә беҙҙең хан заманындағыһы өңрәйеп ултыра. Әҙәм ыстрамы!
Сәй эскәндә лә Мәрзиә ярһы­уынан туҡтай алманы, йоҙроғон төйҙө:
– Бирермен мин уға аҡса. Хәҙер! Томшоғона. Ана, Ман­сафтың бисәһе бирһен. Шуның албаҫтыһы уны ҡотортоп алып киткән бит, йәшәмәгер!

***
– Ошо айыуҙан күргән яфа!
– Ҡуй инде! Исмаһам, шуны атыусыһы ла юҡ бит, тамам тәҡәтте ҡоротто. Был тиклем шашты лаһа. Анау Санияның бына-бына быҙауларға торған аҡтыҡ һыйырын тамаҡлаған, ти. Хәҙер балаларына аҡты ҡайҙан алыр? Уның күҙ терәп торғаны шул мал бит инде.
– Хәҙер урманға сығыуы ҡур­ҡыныс. Анау ваҡыт ни, Мәрйәм­дәр еләк йыйып йөрөгәндә, ҡаршыларына килеп сыҡҡан, тегеләре биҙрәләрен ташлап ҡасҡан.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа урман батшаһы ауыл халҡын ифрат йонсота. Элек айыу хаҡында өлкәндәрҙән ишетеп кенә белә ине, уларҙың тайыштабан тура­һында һөйләгәнен ҡыҙыҡ күреп тыңла­нылар. Хәҙер ауылға уҡ килеп етә. Йәйен умарталарҙы ҡырға алып барыр әмәл юҡ – күстәрҙе туҙҙыра. Көҙ булһа, ауыл эргә­һендә үк мал-тыуарҙы ҡый­рата башлай. Быйыл ғына тиҫтәгә яҡын һыйырҙы та­маҡланы. Ауыл халҡы үҙ-ара аҙарыныуҙан ары китә алмай.
– Ҡайҙа икән элекке һунар­сылар? – тип иҫкә төшөрәләр.
– Ауылда әүәл ниндәй шәп һунарсылар була торғайны! Улар артылмаған тау-урман ҡалмағандыр. Хәҙер өй һайын ике-өс һәүерек түбә таҡтаһына төкөрөп ятһа ята, аптырап та бирмәйҙәр Бөгөндән донъяһы ишелеп төшмәйме…
Көндәрҙең береһендә Мансаф ағайҙың да өлкән һыйыры ҡайтманы. Ир урманға һәүкәшен эҙләргә сыҡты. Ауылдан китеп, оҙаҡ та барманы, айыуҙың ниндәйҙер малды ботарлап ятҡанын күрҙе лә шым ғына кирегә һыпыртты. Шунса ғүмер кисереп, ул яуыз менән яҡындан тәүгә осрашыуы ине.
Көн аяҙҙа өлгөрөп ҡалайыҡ тип, барса халыҡ зыҡ ҡубып бәрәңге ҡаҙа. Хәлит ҡыҙы менән төшкөлөктө ашап сыҡҡайны ғына бирге урамдағы Мансаф ағай ахылдап килеп етте. Һаулыҡ ҡуштымы-юҡмы, үҙенең хәбәрен теҙә башланы.
– Ҡустым, һыйырымды айыу йыҡҡан. Әйҙә әле шул яуызды дөмөктөрәйек…
Теге мәхлүк һыйырҙы ботарлап, тупраҡ менән күмгеләгән дә табанын ялтырат­ҡайны. Айыу табышын һөрһөтөп ашай шул. Бында уның йәнә киләсәге көн кеүек асыҡ. Емтек янындағы ағас башына һәндерә яһап, дүрт ир шунда уңайлы ғына итеп менеп ятты. Шунда уны көнө буйы көттөләр. Әлбиттә, һаҡ ҡыландылар. Юғиһә тайыштабан ҡурҡыныс янағанын һиҙеп ҡалһа, башҡаса аяҡ та баҫмаясаҡ.
Кискә ҡарай шырлыҡ араһын­да ағас шатырлаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан алпан-толпан тайыштабан үҙе лә күренде. Һунарсыларҙың һулыш­тары йышайҙы. Уңайлы мәлде көттө улар. Бына Хәлит көбәген йырт­ҡысҡа тоҫҡаны. Ба-бах! Айыу бер-ике сайҡалды ла гөрҫ итеп ергә ауҙы...
Ауыл халҡы еңел һулап ҡалған­дай булды.
– Йәтеш булды әле, – тине кемдер.
– Хәҙер урманға барырға ҡурҡыныс түгел.

***
Их, иртә шатланғандар шул!.. Әгәр хәлдең былай булырын белһә, мылтыҡты ҡулына ла алмаҫ ине Хәлит. Шунан алып халыҡ тыныслығын юғалтты, һил генә йәшәп ятҡан илле йортлоҡ ауыл умарта күсе кеүек гөж килде. Был юлы уларҙың йөрәгенә шом һалыусы урман батшаһы түгел ине.
Хәлит төндә кемдеңдер ишекте дөбөр­ләтеп, емереп алып барыуына уянды. Ҡапҡаны ныҡлап бикләгәйне. Нисек үткән­дәрҙер? Хафаланып, ҡатыны ла һикереп торҙо.
– Күршеләргә бер-бер хәл булдымы икән? – тип, ир йүгереп барып ишек асҡайны, ҡаршыһын­да ике милиционер баҫып тора.
– Айыуҙы һин аттыңмы? – Төнгө ҡунаҡтарҙың тәүге һорауы шул булды.
– Эйе!
– Ниңә аттың?
– Атаҡ, ауыл халҡын тамам алйытты бит.
– Тимәк, һеҙ енәйәт ҡылыуы­ғыҙ­ҙы таныйһығыҙ?
– Ниндәй енәйәт булһын ти! Хәҙер үҙебеҙҙе ашағанды көтөп ятайыҡмы?
– Аңлашылды. Кейенегеҙ! – Полиция хеҙмәткәренең фарманы ҡәтғи яңғыраны.
Был төндә ауыл йоҡламаны. Өйҙәрҙә бер-бер артлы ут ҡабынды. Бер-береһенә ҡушылып, эттәр лауҡылданы. Урман батшаһын атыуҙа ҡатнашҡандарҙы уяттылар. Тирә-яҡты шомлоҡ баҫты. Һәр өйгә ингән һайын бер үк һорауҙы ҡабатла­нылар.
– Һеҙ ҙә айыуҙы атыуҙа ҡатнаш­ҡан­һығыҙ, нисек булды? Ниндәй маҡсаттан?
Һуңынан барыһын йыйып, айыуҙы атҡан аҡланға алып барҙылар, фотоға төшөрҙөләр, мылтығын, тиреһен тунаған бысаҡтарҙы тартып алдылар. Һунар хаҡында һәр береһенән бәйнә-бәйнә һөйләтеп, ҡат-ҡат киҫәтеп, ҡул ҡуйҙырт­тылар.
Бынан һуң да милиционерҙар ауылға бер нисә тапҡыр килде.
Бер аҙҙан тәбиғәтте һаҡлау министр­лығы вәкилдәре лә пәйҙә булды. Барыһы ла ҙур ҡайғынан шаңҡығайны.
– Беҙҙең урманда һәр айыу башы ҡәҙерле. Былай ҙа бөтөп баралар. Улар – урман санитар­ҙары, – тип өгөт-нәсихәт уҡыны­лар. Бының аҙағы яҡшы бөтмәйә­сәген аңлаттылар.
Тауҙар ҡосағындағы бәләкәй генә ауылды бығаса хатта район кешеләре лә йүнләп белмәһә, бер нисә көн эсендә уның даны илгә таралды. Телевидениенан, гәзиттән хәбәрселәр килде, төпсөндөләр, соҡсондолар. Төрлө һорауҙар менән баштарын ҡатырҙылар.
Бының менән генә бөтмәне айыу эше. Егеттәрҙе район үҙәгенә көн дә тиерлек саҡырт­тылар, бер төрлө һорауҙы ҡырҡҡа әйләндереп бирҙеләр. Барыһы ла айыуҙы ниңә атҡан көнгә төштө.
Бер аҙҙан суд булды. “Тәбиғәт дошмандары”на мул ғына штраф сәпәнеләр. Уның күләмен ишет­кәс, егеттәр башын тотто! Кемеһелер уны түләү өсөн һыйырын тотондо, икенселәре атын һатып ебәрҙе, өсөнсөләре эш эҙләп Себергә юлланды.

***
Оҙаҡ уйланып ултырҙы Хәлит сабын­лыҡта. Әсе-сөсөгә әллә ни әүәҫлеге булма­һа ла, юл ыңғайы магазиндан алған яртыны уртлай-уртлай йәшлек хәтирәләренә бирелде. Ауылдың иң сибәр ҡыҙҙарының береһенә өйләнде ул. Дуҫлашып йөрөгән мәлдәге наҙлыҡай Мәрзиә йәшәй-йәшәй бөтөнләй икенсе кешегә әүерел­де. Уның хәҙер йәшлектәге хистә­ренең остоғо ла ҡалмағайны.
Хәлиттең был донъяла бер минут та йәшәгеһе килмәне. Улы, ҡыҙы хәҙер үҫте­ләр инде. Ул билендәге ҡайышын алды…
Ирҙе бөтә ауыл халҡы эҙләргә сыҡты. Район үҙәгендәге поли­ция­ға хәбәр иткәйнеләр:
– Әле өс көн булмаған, бәлки, үҙе ҡайтып инер, бензин юҡ, – тигән яуап алдылар.
Уны өсөнсө көнгә генә лапы араһынан тупраҡ менән яртылаш күмелгән килеш таптылар. Ярты кәүҙәһе юҡ. Эргәһендә айыу эҙҙәре ярылып ята...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. артур
    артур от 29.01.2016, 17:59
    ысынлап шулай булдымы? тетрәндерҙе. беҙҙә бит хәҙер хайуан кешенән ҡәҙерлерәк.

  2. Аида Хайртдинова
    Аида Хайртдинова от 03.02.2016, 11:47
    Шәп язылган! Афарин, Венер агай! Дөнья, тормыш шулай шул ул, без уйламаган яктан китереп суга. Кеше гомере, кеше язмышы белән исәпләшү булмавына да йөрәк әрни. Мине дә тетрәндерде бу язма. Туган авылымда да аюлар соңгы елларда бик күпләп үрчи. Шунысы хафага сала...






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506