Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыһанды үҙләштереү ҙә беҙгә бәйле
Йыһанды үҙләштереү ҙә беҙгә бәйле Ошо көндәрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһына ингән авиация комплексы предприятиелары етәкселәре Өфөләге приборҙар һәм моторҙар эшләү берекмәләренең эшмәкәрлеге менән танышты.

Приборҙар эшләү берек­мәһенең башҡарма директоры Марат Бәдғет­ди­нов стратегик ойошмалар исем­легенә индерелгән пред­приятиеның авиация, йыһан тәғәйенләнешендәге, нефть һәм газ йүнәлешендәге продукция сығарыуға һәм хеҙ­мәтләндереүгә махсуслашыуы хаҡында һөйләне.
Рөстәм Хәмитов менән “Ростех”тың авиация комплексы предприятиелары етәкселәре ойошмала 2011 – 2020 йыл­дарға иҫәпләнгән “Рәсәй Федера­цияһының оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты, авиация һәм йыһан техникаһын йыйыу цехында булды. Бында төрлө самолеттар, вертолет­тар өсөн авиация ҡорамал­дары, “Союз” һәм “Прогресс” кеүек йыһан караптары өсөн приборҙар етештерелә.
Артабан төбәк Башлығы пред­прия­тиеның хеҙмәт коллективы һәм профсоюз вә­кил­дәре менән осрашты. Унда берекмәне техник яҡ­тан ҡайтанан йыһазлан­ды­рыу, сығарылған продукция күләмен арттырыу мәсьәлә­ләре тикшерелде.
– Предприятиеғыҙ республика өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, уның бай тарихы бар, – тине Рөстәм Зә­ки улы. – Әлбиттә, уның әүәл­ге данын тергеҙеү ха­ҡын­да хыялланаһығыҙҙыр. Былтыр был йүнәлештә эш башланды. Беҙ яңы­рыу юлына баҫтыҡ. Әлеге ҡаҙаныш­тар ҙа алға барыуыбыҙҙы сағылдыра.
Эш сәфәре артабан Мо­торҙар эшләү берекмәһендә дауам итте. Ул – “Хәрби авиа­ция өсөн двигателдәр” дивизио­нының төп пред­прия­тиеһы. Бында турбореактив авиация двигателдәре, газ һурҙырыу агрегаттары, вертолет двигателдәре өсөн деталдәр, газ-турбиналы энергетика өлкәһе өсөн продукция сығарыла һәм хеҙ­мәт­ләндерелә. Тауарҙың яртыһынан күберәге экс­портҡа китә.
Рөстәм Хәмитов “Ростех” дәүләт корпорацияһының авиация комплексы предприятиелары етәкселәре менән инженерлыҡ-етеш­тереү комплексында булды. Бында улар граждандар авиацияһы двигателдәрен эшләү технологиялары ме­нән танышты.


Автор: М. ӘМИНЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510