Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бүтән улай эшләмә!”
Ҡала транспортында йөрөгәндә бер нисә тапҡыр шундай хәлгә шаһит булырға тура килгәйне, быныһында үҙем ваҡиға уртаһында ҡалдым.
Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенән “Матбуғат йорто” туҡталышына ике маршрут буйынса “ГАЗел”дәр йөрөй, әммә иртән, һәр кем эшкә ашыҡҡанда, улар тулы була һәм күп туҡталыштарҙы урап уҙа. Оҙаҡ барһа ла, аптырағандан, халыҡ электр транспортына ултыра. Һыуыҡ, иҫке трамвайҙа килгәнең етмәгән, билет һатыусының тупаҫлығына ла түҙергә мәжбүрһең.
500 һумлыҡтан башҡа аҡса булмағанлыҡтан, ул көндө мин дә эстән “тәнҡит”кә әҙер инем. Кондуктор (пенсия йәшендәге апай) тәүҙә аҡсаны ҡулына алды. Унан бер банкнотаға, бер миңә ҡарап торҙо-торҙо ла кире һуҙҙы:
– Бүтән улай итмә! – тине асыулы тауыш менән.
– Мин һеҙгә көн һайын махсус рәүештә 500 һум аҡса һуҙғаным юҡ. Ниңә улай тиһегеҙ? – тип яуапланым, йәнем көйөп.
– Ваҡлатаһы булған! – тип екерҙе инәй.
Бындай мөғәмәләгә минең дә асыуым килде.
– Үҙегеҙҙең ҡағиҙәләрегеҙҙе уҡып сығығыҙ. Унда “Пассажир юл хаҡын түләргә тейеш” тип кенә яҙылған. Мин һеҙгә аҡса һонам, ҡалғаны – һеҙҙең мәшәҡәт, – тим.
– Ах, минең мәшәҡәтме?! – тип ҡыҙа ҡатын. – Ул саҡта мин уны үҙемсә сисәм. Бирегеҙ аҡсағыҙҙы!
Ярты вагон халыҡ беҙҙең ыҙғышҡа ҡарап йылмая, сөнки күпселек ҡасандыр шундай осраҡты үҙ елкәһендә кисергәндер.
Билет һатыусы 500 һумлыҡты сумкаһына һалды ла миңә ҡайтарып бирергә аҡса һанай башланы. Хоҙайға шөкөр, 250 һумын 50-лектәр менән тултырҙы. Ҡалғаны 10, 5, 2 һәм 1 һумлыҡ тимер аҡсаларҙан йыйылды. Ҡуш услап тимер аҡсаны куртка кеҫәһенә тыҡтым.
– Иҫәпләп алығыҙ! – тип “ыҫылдай” кондуктор.
– Рәхмәт, мин һеҙгә ышанам, – тип йылмаям, сөнки былай итеп ҡыланыуыбыҙ өс-дүрт туҡталыш арауығы дауам итә. Билет алдым да тыныс ҡына тора бирәм. Инәй артабан китте.
– Вағыраҡ аҡса бирегеҙ, – тип екерә 100 һумлыҡ аҡса һонған сираттағы иргә. – Минең һеҙгә ҡайтарып бирерлек аҡсам юҡ. Булғанын а-анау иргә бирҙем.
“Етмәһә, мин ғәйепле булып ҡалдым”, – тип уйлайым эстән, “геү” итеп көлөп ебәргән халыҡҡа күҙ һирпеп.
Электр транспортын һаҡлап ҡалыу тураһында күп һөйләйҙәр. Баш ҡала хакимиәте лә, Муниципаль электр транспорты идаралығы етәкселеге лә был йүнәлештә тырышлыҡ һала. Граждандарҙың күпселеге – ихтыяжы булғандан (улар йәшәгән урамда башҡа төр транспорт йөрөмәй), бер өлөшө осраҡлы рәүештә, күпмеһелер баш ҡаланың бер йәме булған был төр транспортҡа хәленән килгәнсә ярҙам итеү (ниндәйҙер кимәлдә патриотизм тип тә атарға булыр ине) маҡсатында ултырып йөрөй. Шул уҡ ваҡытта энергия сығанағына хаҡтың артыуы һәм конкуренция һөҙөмтәһендә трамвай-троллейбустар ҡала урамдарынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Техника паркының иҫкереүе, штатты ҡыҫҡартыу тармаҡта ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Ошоларға пассажирҙарға ҡарата тупаҫ мөғәмәләне лә ҡушһаң, был төр транспорттың киләсәген күҙаллауы ҡыйын түгел...
Ирек ЗАКИРОВ.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506