Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 5 — 11 мартҡа йондоҙнамә
Айҙың икенсе аҙнаһында көсөргәнеш артасаҡ. Көтөлмәгән шикле ваҡиғалар тынысһыҙлыҡ тойғоһо тыуҙырыр. Һеҙҙе аңларҙар тип өмөтләнмәгеҙ – көрсөк шарттарында бер телдә һөйләшеү мөмкин түгел. Унан тыш, артыҡ әүҙемлек һәм тиҙ арала ниҙер атҡарырға тырышыу өҫтәмә ҡаршылыҡ тыуҙырасаҡ. Эх, һеҙгә бер аҙға туҡтап торорға ине лә бит, булмаҫ шул! Шул уҡ ваҡытта бөтөнләй көтмәгән юҫыҡтан ярҙам килеүе ихтимал. Финанс мәсьәләләре бик уңышлы хәл ителер. Әммә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: был көндәрҙә аҡса ғына түгел, мөхәббәт ҡолона ла әүерелеүегеҙ ихтимал. Иғтибарлы булығыҙ: һәр ялтыраған әйбер алтын буламы?
Дүшәмбе – уңышлы көн, эштә лә, шәхси тормошта ла күпкә өлгөрөрһөгөҙ. Шишәмбелә ҡаршылыҡлы ваҡиғалар күп булыр, шуға күрә мөһим саралар планлаштырмағыҙ. Шаршамбыла төп бурысығыҙ артыҡ тырышлыҡ күрһәтмәүҙән ғибәрәт, сөнки планды арттырып үтәүҙән бигерәк, берәй нәмәне боҙоп ҡуйыуығыҙ бар... Кесе йома – ял көнө. Йома башланғыстар өсөн ҡулай түгел, бигерәк тә – иртәнге сәғәттәр. Әммә башланған эштәрҙе тамамлап ҡуйыу өсөн ошо көндән дә уңайлыһы юҡ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Үҙгәрештәр көтә. Кемдер аралашыу даирәһен үҙгәртер, бәғзе берәү сит илгә эшкә китер, ә кемдер донъя мәшәҡәттәренә сумыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Һил көндәр. Уларҙың шундай булыуын үҙегеҙ тәьмин итергә тейешһегеҙ. Ниндәйҙер ғәмәлде башҡарырға ашыҡмағыҙ – барыбер яңынан эшләргә тура киләсәк.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Финанс мәсьәләләренә ҡарата етдилек талап ителә. Һеҙгә ғәмәлде тикшереү генә түгел, ә уны хәл итеү өсөн яңы кешеләрҙе ылыҡтырырға ла кәрәк.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Биргән вәғәҙәләрҙе үтәү мәле еткән түгелме? Барыһына ла өлгөрмәҫмен, тип уйлайһығыҙмы? Ваҡытты һуҙырға тырышығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
План ҡороу һәм уларҙы үтәй башлау өсөн ҡулайлы осор. Был тормоштоң һәммә тармағына ла ҡағыла.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Телегеҙҙе тыйығыҙ. Кемдер серен ышанып сискән икән, был хаҡта өндәшмәгеҙ, юҡһа бер-ике көндән башҡаларға ла мәғлүм буласаҡ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был аҙналағы ваҡиғалар – быға тиклем һеҙҙең менән булған хәлдәрҙең сағылышы. Ниҙер оҡшамаймы? Ә һеҙ үҙегеҙҙең ҡылыҡтарығыҙҙы нисек баһалайһығыҙ?

Саян (24.10 –22.11)
Кемделер ниҙәлер инандырырға теләһәгеҙ, был пландың нисек эшләүен һүрәтләгеҙ. Һөҙөмтәләр әле үк бар икәнлекте иҫбатлағыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үҙ-үҙегеҙҙе юғарыраҡ баһалағыҙ, шул саҡта башҡалар ҙа хөрмәт итер. Яҡын кешегеҙҙе яңылыш уйларға мәжбүр итеүегеҙ бар.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Низағлы, ҡатмарлы аҙна, бер кем менән дә тиҙ генә килешеп булмаҫ. Түҙемлерәк булығыҙ – тиҙҙән барыһы ла яйға һалынасаҡ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡәҙимге көндәр түгел: эштә лә, шәхси тормошта ла тикшереүҙәр көтә. Бына ошо саҡта бик үк ыңғай булмаған дөрөҫлөк асылыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тап һеҙҙең тырышлыҡ менән кемгәлер ҡарата мөнәсәбәтегеҙ үҙгәрер. Быға тиклем дә шик-шөбһәләрегеҙ булғандыр, әммә һығымта яһарға ашыҡмағанһығыҙ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509