Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тоҙаҡ аҙым һайын
Тоҙаҡ аҙым һайынИкмәк алырға тип кенә магазинға ингән кеше йыш ҡына хуш еҫле батон йә сайка тотоп сыға. Маркетологтар йоҡламай, йылдан-йыл ҡулланыусыға йоғонто яһарҙай замансараҡ ысулдар уйлап таба. Һөҙөмтәлә күҙалланмаған әйбер һатып алып, хәләл көсөбөҙҙө түгеп алған аҡсаны магазинда ҡалдырабыҙ.

Кем хәйләкәр — шул ота

Әгәр муллыҡта йәшәйһең, нисек итеп аҡса табыу хаҡында уйланмайһың икән, уны уңлы-һуллы таратыуҙың зыяны юҡ. Психологтар аҡса туҙҙырыуҙы депрессиянан сығыу юлы булараҡ та тәҡдим итә. Әммә янсығындағы “байлығын” иҫәпләп кенә тотонғандар өсөн артыҡ сығым кәрәк түгел.
Сауҙа залында тауарҙы ҡулланыусының психологияһын яҡшы өйрәнеп урынлаштыралар. Супермаркеттарҙа зал өс өлөшкә бүленә. Иң башта, кассалар алдында — ҡиммәтле тауарҙар. Бында, ғәҙәттә, хаҡтарҙы сағыштырып, рәттәр буйлап йөрөргә ваҡыты булмаған кешеләр тауар һайлай. Залдың үҙәгендә уртаса хаҡтағы кәрәк-яраҡ урынлаштырыла. Әйберҙәрҙең күп өлөшөн беҙ тап ошонда һайлайбыҙ. Шуға күрә тауарҙарҙың иң ҡыйбатлыһы күҙҙәр тәңгәленә, йәғни “алтын кәштә”гә тура килә, юғарыла һәм түбәндә арзаныраҡтары теҙелә.
Иң кәрәклеләре һәм арзаныраҡтары залдың өсөнсө өлөшөндә, йәғни иң төптә була. Бында һөт, икмәк, колбаса кеүек көн һайын ҡулланыла торған ризыҡтарҙың һәр төрлөһө бар. Һатып аласаҡ тауарын барлап, кеше зал буйлап үтә һәм юл ыңғайы кәрзиненә күҙенә салынған башҡа әйберҙәрҙе лә һала.
Касса эргәһе — артыҡ сығымдарҙан ҡотолорға теләгән кеше өсөн ҡурҡыныс урын. Тәү ҡарашҡа, артыҡ ҡиммәт булмаған, әммә “кеҫәгә һуҡҡан” ваҡ-төйәк тап ошонда ҡуйыла. Бәләкәй магазиндарҙа кәрәге бармы-юҡмы икәнлеге уйланылмай алынған тауарҙарҙың һаны сауҙа әйләнешенең 50 процентын тәшкил итеүе билдәле.
Акция иғлан итеү һәм тауарҙы арзанға һатыу — кешене йәлеп итеүсе киң таралған алым. “Бер тауар хаҡына икене алығыҙ”, “Бөгөн — арзанға һатыуҙың һуңғы көнө” кеүек рекламалар көслө ихтыярлы һатып алыусының психикаһын да емерергә һәләтле. Ымһындырғыс тәҡдимгә ҡаршы тороу еңелдән түгел. Һуңынан бының өҫтәмә сығым һәм һис тә кәрәге теймәгән әйбер булыуы асыҡлана.
Артыҡ сығымдарҙан ҡотолорға ошондай алымдар ярҙам итә.
Һатыусыларҙың мутлығын алдан белгәндә уйланылмаған тауар һатып алыуҙан ҡотолорға мөмкин. Түбәндәге кәңәштәр ымһындырғыс тәҡдимдәрҙән баш тартырға булышлыҡ итер, моғайын.
- Аҙыҡ-түлек магазинына һәм баҙарға ас килеш бармағыҙ.
- Билдәле маркалағы тауар һайлағанда уны “алтын кәштә”ләгеһенән юғарыраҡ йәки түбәнерәк урынлашҡан ошондай уҡ әйбер менән сағыштырып ҡарарға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ул тауарҙың хаҡы күпкә арзаныраҡ, сифаты ла “алтын кәштә”ләгенекенән ҡалышмай.
- Магазинға юлланыр алдынан нимә кәрәк булыуын асыҡлағыҙ һәм, башҡа тәҡдимдәргә иғтибарығыҙҙы йүнәлтмәйенсә, тауарҙы шул исемлеккә ярашлы ғына һайлағыҙ.
- Планлаштырылған сығымдар өсөн генә етерлек аҡса алығыҙ.
- Туп-тура магазиндың төпкө өлөшөнә үтегеҙ.
- Аҙналыҡ сығымдарҙы алдан иҫәпләргә ғәҙәтләнһәң, һаҡсыллыҡҡа өйрәнеү һәм маркетологтарҙың хәйләле ауына ҡаршы тороу ауыр түгел. Шәмбе көн бер аҙнаға меню төҙөп, көнкүреш химияһы өсөн һәм башҡа төр сығымдарҙы иҫәпкә алып, күпме тотоноуыңды алдан күҙалларға өйрәнергә була. Ул сағында ҙурыраҡ әйбер һатып алыу өсөн аҡса йыйыу еңеләйәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516