Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер ырыҫы — ир иңендә
Ер ырыҫы — ир иңендә “Искра” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, район Советы депутаты Рәмил Мостафин бөтә ғүмерен тыуған ауылына, яҡташтарына хеҙмәт итеүгә бағышлай. Һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, ғүмер байрамының 60 йәш үренә күтәрелгәндә лә ул ер кешеһе булып ҡала.

Шәмсиямал менән Ғиниәтулла Мостафиндарҙың алты балалы эшсән ғаиләһендә төпсөк малай булып донъяға килә Рәмил. Ата­һы – Яҡшымбәттең тәүге шо­феры. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙенең йөк автомобиле менән яуға китә. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, туған колхозында автомеханик булып эшләй. Атаһына эйәреп, тимер-томор араһында үҫкән Рә­мил­гә тап шул саҡта техника “ене” ҡағыла. Мәктәптән һуң Башҡорт­остан ауыл хужалығы институтында инженер-механик һөнәрен алып, яҙмышын тыуған төбәгенә бәйләй ул.
“Искра” колхозының баш инженеры, партком секретары булып эшләп, байтаҡ тәжрибә туплаған бел­гескә 1990 йылда хужалыҡ рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар. Бына хәҙер 25 йыл инде Рәмил Ғиниәт улы “Искра”ны уңыш­лы етәкләй. Шул осорҙан һуң илебеҙҙең агросәнәғәт тарма­ғы әллә күпме үҙгәреш кисерҙе, бихисап ҡаршылыҡты еңеп сығырға тура килде рәйескә.
Хужалыҡ етәксеһенең ғорур­ла­нып телгә алырлыҡ ҡаҙа­ныш­тары ауылды үҫтереү менән бәй­ле. Кеше­ләрҙең тормошон яҡ­шыртыу, бәрәкәтле тыуған ерҙең ырыҫын арттырыу маҡсаты менән янып йәшәй Рәмил Ғиниәт улы. Эште заманса ойоштороу, яңы­лыҡтарҙы үҙләштереү, хеҙмәт кешеһен ҡәҙерләү үҙ емештәрен бирә. “Искра” хужалығы бөгөн Көйөргәҙе районында ғына түгел, республикала ла иң ҡеүәт­леләрҙең бере­һе. Бында тәжрибә уртаҡлашырға, етди кәңәшмәләр үткәрергә киләләр.
Малсылыҡ, игенселек тармаҡ­тары икеһе лә берҙәй уңышлы алып барыла. Хужалыҡтың 27 000 гектар ере булһа, шуның 17000 гектары – һөрөнтө майҙан­дар. Ырымбур яғынан ҡыуан елдәр иҫеп, һуңғы биш йылда ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡһа ла, заманса техноло­гияларға таянып, мул уңыш үҫтерәләр. Көнбағыш быйыл, мәҫәлән, 5 мең 400 гектарҙа сәселде. “Бизнес-культура”­лар­ға өҫтөнлөк бирелә: гәрсис, нут, етен, сорго үҫтереп тә һата хужалыҡ.
Малсылыҡтағы уңыштары менән дә тотош рес­публикаға өлгө “Искра”. “500 ферма” програм­маһына ярашлы биш комплекс заманса төҫ алды.
Әле хужалыҡта 5 300 баш һыйыр малы булһа, шу­ның бер меңе – һауын һыйырҙары. Көн дә 20 тон­на­ға ҡәҙәр һөт етештерәләр. 300-ләп йылҡы малы тот­ҡас, йәй ҡымыҙ яһап һатыу өсөн дә мөмкинлектәре бар.
Хужалыҡ иртәгәһен ҡайғыртып, күп сығымды төҙө­лөшкә йүнәлтә. Мәҫәлән, көнбағыш һаҡлағысҡа, иген киптергескә ихтыяж күптән үҙен һиҙҙергәйне. Быйыл яңы ҡоролмала 2 мең тонна көнбағыш, кукуруз орлоғо киптерелгән.
Эргәлә генә ҡатнаш аҙыҡ заводы, орлоҡ айырыу ҡоролмаһы төҙөлә. Малҡайҙар йәйен йәшел үлән утлаһа, ҡышын төрлө витаминлы аҙыҡтан өҙөлмәй. Ә был етештереүсәнлекте арттыра. Үҙҙәре сөй, гидравлик шланг етештереүҙе көйләгән. “Искра” хужалығында төҙөлөш эштәрен атҡарыу өсөн экскаватор һәм башҡа кәрәкле техника ла етерлек, ситтән кеше эҙләмәйҙәр.
Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу менән хужалыҡ һабантуй үткәрә. Кооператив эшсәндәренең рәхәт­ләнеп күңел асырлыҡ сәбәбе бар: мал ишәйә, сәсеү уңышлы теүәлләнгән. Хеҙмәт батырҙары сәхнә түренә күтәрелә… Эйе, эшләгән кешене баһалай, ҡәҙерләй белә етәксе.
Тәжрибә туплау маҡсатында сит тарафтарға юлланыу бик файҙалы. Рәмил Ғиниәт улы Ырымбурҙағы, Татарстандағы алдынғы хужалыҡтар­ҙың эшмә­кәр­леге менән таныш, хатта быйыл Израилдә юғары кимәл­дәге агросәнәғәт менән танышып ҡайтҡан.
— Фермаларҙа роботтарҙың һыйыр һауғанын күрҙем! Татарстанда әле бер инвестор шундай тәүге ферманы сафҡа индер­мәксе, — тине, юл сәхифә­ләрен иҫенә төшөрөп, Рәмил Ғиниәт улы. – Ундай замандарҙың беҙгә лә килеп етәсәгенә шигем юҡ.
“Искра” ауыл хужалығы кооперативы 11 ауылды берләштергән. Заманында яҡын-тирәләге хужа­лыҡ­тарҙы тарҡалыуҙан, бөлгөн­лөккә төшөүҙән һаҡлау өсөн үҙ ҡанаты аҫтына алған уларҙы. Һөҙөмтәлә 500-ҙән ашыу кешенең даими эш урыны бар, улар социаль яҡтан яҡланған, ниндәй киҫкен мәсьәлә тыуһа ла, кооперативҡа таяналар. Яҡшымбәт, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Абдул, Яҡуп, Түбәнге Баба бригадалары бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк халҡы бик егәрле — күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Хужалыҡ иһә хеҙмәтсәндәргә игенде, мал аҙығын эш хаҡы иҫәбенә лә, һатып та биреп тора.
– 90-сы йылдарҙан алып ауылдарҙа мәктәптәр, социаль объекттар төҙөнөк, белгестәр өсөн йорттар һалдыҡ. Йылына 30-ар йорт ҡалҡа ине Йәштәр урамында. Шуға ла эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ булманы. Хәҙер һыу, газ бар, урамда – асфальт юлдар. Ауылда һис тә башҡаларҙан кәм йәшәмәйҙәр. Тик эшлә, тырыш ҡына, – ти етәксе.
Тыуған төбәгенең ҡотон нығы­тыуға бөтә көсөн һалған Рәмил Мос­тафин ғаиләһенән дә уңды. Хәләл ефете – Мораптал ауылынан килен булып төшкән Лира Рәүеф ҡыҙы – табип булараҡ 33 йыл төбәк халҡының һаулығы һағында торҙо. Ҡар-буран тимәй, ярҙам көткән кешегә ашыҡты. Халыҡ алдында абруйлы, оло ихтирамға лайыҡ шәхес былтыр ғына хаҡлы ялға сыҡты. Балалары Ләйсән, Азамат – икеһе лә Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, баш ҡалала төп­лән­де, нефть эшкәртеү заводтарында эшләйҙәр. Йәй ейән-ейән­сәрҙәре Әминә, Әҙилә, Рауил, За­ринаның шат тауыштарынан йорт нурға күмелә... Мостафиндар һәр береһенә йөрәк йылыһын өләшә.
– Халҡыма ярҙам итеп йәшәү – минең өсөн ғорурлыҡ. Урамдан үткәндә йөҙөң яҡты, олоһо-кесеһе хөрмәт менән өндәшә. Ошо үҙе бәхет түгелме ни? – ти Рәмил Ғиниәт улы.
Ир-аттың аҫылы ил эшендә һыналыр, ти халыҡ мәҡәле. Рәмил Мостафин, ил хәстәрен иңенә йөкмәп, уңған яҡташтарына таянып, илен-төйәген яңы тормошҡа әйҙәй. Был төбәктәге ыңғай үҙгәрештәрҙең күбеһен уның исеме менән бәйләйҙәр. Тыуған яҡта­рында матур тормош ҡорорға хыялланды, яҡташ­тарын битараф­лыҡ ҡоршауынан йолоп, арҡа­ҙаштар булырға өндәне. Тәүәккәл егеттең ихтыяр һәм зиһен көсө менән бәрәкәтле ерҙең ырыҫы артты. Хеҙмәт кешеһен күрә, күтәрә белде ул. Хужалыҡты тергеҙергә, йорт һалырға, мал-тыуар ишәйтергә, йорт-ихата­ларҙы ҡотайтырға дәртләндерҙе, ағас-ташын да табышты, техникаһын да бирҙе.
Ата-баба нигеҙен һыуытмай, нәҫел тамырын ҡоротмай, тыуған төйәгендә төпләнеп, оя ҡорған, ошо ерҙәрҙе хеҙмәте менән ырыҫлы итергә ынтылған ир-азамат әле күркәм юбилейын ҡаршылай. Халҡына матбуғат һүҙен еткереү йәһәтенән беҙгә даими ярҙам иткән абруйлы етәксе Рәмил Мостафинға артабан да уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518