Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай биргән аҡыл
Атай биргән аҡыл “Улым, бер ҡасан да тәмәкене үҙеңә яҡын юлатма. Мин тартманым, һин дә ауыҙыңа алма”, – тигәйне атайым. Был һүҙҙәрҙән ситкә тайпылманым.

Тәмәке тартыу – үпкә ауырыуҙарының төп сәбәбе. Ошо хәҡиҡәтте аңлап, насар ғәҙәттән ваҡытында арынырға кәрәк. Никотин бит йыландан мәкерлерәк: организмда аҫтыртын ғына үҙ урынын яулап, уны нигеҙенән ҡаҡшата. Бер тапҡыр бирелгән ғүмерҙе ошолай ҡыҫҡартыу гонаһ түгелме һуң?
Мин инде хәҙер өлкән кеше, 90 йәштән уҙғанмын. Бер ҡасан да тәмәке тартмағаныма сикһеҙ ғорурмын. Атайыма ҙур рәхмәт! Ул биргән аҡыл мине Бөйөк Ватан һуғышында үлемдән алып ҡалды: никотин менән зарарланмағас, күкрәгемдәге яраға бирешмәнем.
1947 йылда эске эштәр министрының бойороғо буйынса Йәрмәкәй районына командировкаға ебәрелгәйнем. Ошо сәфәремдә Сажиҙә исемле һылыуҙы осратып, уға бер күреүҙән ғашиҡ булдым. Тәртипле, тыйнаҡ, етди ҡыҙ менән бәйләнешебеҙҙең нығыныуына насар ғәҙәттәрҙән, шул иҫәптән тәмәке тартыуҙан, азатлығым ҙур өлөш индерҙе, тип иҫәпләйем. Хәҙер инде 68 йыл бергә татыу ғүмер итәбеҙ. Флүрә, Роза һәм Рөстәм исемле балалар үҫтерҙек. Эшһөйәр, уңған, кешелекле ул-ҡыҙҙарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Беҙҙе, ветерандарҙы, белем усаҡтарына йыш саҡыралар. Осрашыуҙарҙа ҡатыным менән йәштәргә һуғыш йылдарында күргән-кисергәндәрҙе бәйән итәбеҙ, уларҙы халҡыбыҙҙың изге йолаларына тоғро ҡалырға, насар ғәҙәттәрҙән алыҫ торорға саҡырабыҙ.
Уҙған ғүмеремә күҙ һалам да шундай һығымта яһайым: әгәр тәмәке менән дуҫ булып, һаулығымды, рухымды ағыулаһам, һис ҡасан әлегеләй ҡаҙаныштарға өлгәшә алмаҫ инем. Йәштәргә әйтер һүҙем: аҡылға таянып йәшәгеҙ, тырышып уҡығыҙ, эшләгеҙ. Үҙегеҙҙе генә түгел, халҡығыҙҙың, тыуған ерегеҙҙең мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға өйрәнегеҙ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840