Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғилми эшмәкәрлек менән әҙәби ижадтың уртаҡлығы бармы?
Ата-әсәм уҡытыусы булған. Һуғыш алдынан һәм яу барған осорҙа бер-бер артлы Архангел районының Муллаҡай ауылы мәктәбе директоры вазифаһын башҡарғандар. Атайым ВКП(б)-ның райком бюроһы ағзаһы һәм дүрт бала атаһы булып, бронь алһа ла, үҙ теләге менән “фашистарҙы тар-мар итеп еңеп ҡайтабыҙ” тип фронтҡа китә. Взвод командиры дәрәжәһендә 29 йәшендә Харьков янындағы яуҙа һәләк була. Инәйем ҡулында дүрт бала (Маратҡа — 9, Вильгельмға — 6, миңә — 3, Рафаэлгә 1 йәш) ҡала һәм, атайымдың васыятына тоғролоҡ һаҡлап, барыбыҙға ла тормошта аяҡҡа баҫырға ярҙам итә, уҡытыуға бөтә көсөн һала.

Марат менән Вил ағайҙарым V – VI кластарҙа 5-7 саҡрымда ятҡан бүтән ауыл мәктәптәренә йөрөп уҡыны, ә мин 1946 йылда Архангел урта мәктәбенең 1-се класына барҙым, ләкин ярты йылдан уҡыуҙы ташларға мәжбүр булдым. 1947 йылда өлкән ағайым менән – Өфөлә һуғышта һәләк булғандарҙың балалары өсөн асылған 5-се, кесе туғаныбыҙ 1-се балалар йорттарында тәрбиәләнә баш­ланыҡ. Шулай итеп, беҙҙең бала саҡ һәм үҫмер йылдары һуғыш осорона һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килде. Ул ваҡытта ынтылыш “детдом”ға эләгеү бул­һа, хәҙер, киреһенсә, атаһы-әсәһе иҫән булып та етем ҡалған балаларҙы ғәмәлдә ят ғаиләгә тапшырыу зарур, тип фекер йөрөтәләр. Беҙ 9-сы башҡорт мәктәбен 1953 – 1957 йылдарҙа көмөш миҙалға тамамланыҡ. Ағайым, уҡыу алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе, ойоштороусы булыу ме­нән бер рәттән, оҫта һүрәт төшөрҙө, тиң­дәштәре араһында һәр саҡ етдилеге менән айырылып торҙо. Мәктәп йылдарында уҡ мине техниканың, сәнғәттең төрлө йүнә­лештәре ҡыҙыҡһындырҙы: уҡыу прибор­ҙары, радиоалғыстар, фотография, Пио­нерҙар йортонда кино һәм рәсем түңә­рәктәренә йөрөү, мәктәптә стена гәзитен сығарыу, күмәк бейеү һ.б.
Беҙ икебеҙ ҙә Мәскәү дәүләт универ­ситетының геология факультетын уңышлы тамамланыҡ һәм юғары квалификацияға эйә булдыҡ. Унда ингән саҡта хатта беҙҙең белемдең сифатына ҡәнәғәтлек белдереп: “Һеҙ ҡайҙа уҡынығыҙ? Уҡытыусыларығыҙ кем?” – тип ҡыҙыҡһыналар ине. Беҙгә бә­хетле бала саҡ бүләк иткән, тыуған йор­тобоҙҙай яҡын ҙур ғаиләнең (500-ҙән ашыу уҡыусы-тәрбиәләнеүсе) ағзалары кеүек хис итеү мөмкинлеген биргән өсөн ғүме­ребеҙ буйы Совет хөкүмәтенә, тәр­биәсе-уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ.
Марат ағайым – МДУ-ға ингән башҡорт балаларының иң тәүгеләренең береһе. 1958 йылда уҡыуын тамамлағас, Алыҫ Көнсығышта, атаҡлы Магаданда “Дальстройпроект” идаралығында инженер-геолог булып эш башланы. Өфөгә ҡайтҡас, тиҙ арала Көнбайыш Урал инженер-тө­ҙөлөш тресы баш инженерының урын­баҫары итеп тәғәйенләнде. Чукотка, Себер, Яҡут АССР-ын, БАМ трассаларын, илдең башҡа күп объекттарын – “КамАЗ”, “ВАЗ”, “Автонормаль”, “НефАЗ”, Туймазы фарфор, Салауат оптик-механик заводтарын, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һәйкәлен, Республика йорто төҙөлөштәрен – геологик яҡтан нигеҙләне. Артабан “Башгипроводхоз” проектлау инс­титутында 10 йыл директор булып эш­лә­гәндә ул үҙен киң эрудициялы шәхес итеп танытты. Был осорҙа Шишмә районында балыҡ питомнигы, Өфө, Салауат, Нефтекама, Бөрө, Күмертау, Благовещен, Октябрьский, Туймазы, Дүртөйлө, Ишембай һәм Мәләүез ҡалалары объекттарына нигеҙ һалыуҙағы геологик эҙләнеү эш­тәренә уның аҡыл һәм ҡул хеҙмәте инде.
Үҙем Башҡортостанға ҡайтып, нефть сығарыу сәнәғәтендә донъяға билдәле Туймазы нефть промыслаларында оператор, геолог, өлкән геолог, “Башнефть” берекмәһе аппаратында өлкән геолог һәм өлкән инженер, Үҙәк лабораторияның нефть ятҡылыҡтарын разведкалау һәм үҙләштереү бүлеге мөдире вазифаларында эшләп, 1966 – 1970 йылдарҙа Мәскәүҙә аспирантура тамамлап, артабан теоретик һәм эксперименталь лабораторияларҙа, промыслаларҙа эҙләнеүҙәр һәм тикше­ре­неүҙәр, нефть сығарыу тармағының яңы усаҡтарын асыу һәм яңы технологияларын уйлап табыу, уларҙы һынау һәм ҡулланыуҙы ойоштороу менән шөғөллән­дем. Аспирант булараҡ, Башҡортостандың иң ҙур, үҙенсәлекле Арлан нефть ят­ҡылығында ғилми етәксем, өс тапҡыр беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты, күренекле геолог, профессор В. Сенюков менән уйлап тапҡан өр-яңы технологияға һынау үткәрҙек. Ентекле анализ, төплө һығымталар һәм тәҡдимдәр яһап, Мәскәү нефть институтында геология-минералогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлауға өлгәштем. Был хеҙмәтем теоретик яҡтан нигеҙләүҙәр, техник-технологик үҙенсәлектәр, ғөмүмән, фәнни-техник кимәл, новаторҙарса үтәлеш буйынса юғары баһаланды һәм беҙҙең илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә яңы йү­нәлештәге эҙләнеүҙәрҙең әүҙемләшеүенә килтерҙе. Был минең беренсе, айырыуса мөһим ғилми ҡаҙаныштарым иҫәбенә инә һәм Ангола Халыҡ Республикаһына 1978 – 1980 йылдарҙа фәнни-техник ярҙам итеүгә йүнәлтмә алыуға нигеҙ була. Шул осорҙа Нефть сәнәғәте министрлығында баш инженер вазифаһында колониаль ҡоллоҡтан ҡотолған илдең нефть етештереү тар­мағын аяҡҡа баҫтырыу өлкәһендә оператив һәм перспектив мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаштым.
1980 йылда, ҡайтанан Өфөлә эшлә­гән­дә, донъяла беренсе булып ябылыу сигенә еткән нефть ятҡылыҡтарындағы запастың бер өлөшөн микробиологик ысулды ҡулланып сығарыу мөмкинлеген биргән технология уйлап таптыҡ. Ошо уңайҙан үҙебеҙҙең БашНИПИнефть, ВНИИнефтеотдача һәм Көнбайыш Себер­ҙәге КогалымНИПИнефть ғилми-тикше­ренеү институттарында Союзда беренсе нефтте ер ҡатламынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙың микробиологик ысулы лабораторияларын һәм бүлектәрен ойоштор­ҙоҡ. Техноло­гияның бер нисә төрө рес­пуб­ликабыҙҙың — 22, Себерҙең 6 ят­ҡылығында өс тиҫтә йыл ҡулланылды.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында Башҡортос­тан­дың дүрт ятҡы­лығында академик М. Ивановтың (Мәскәү) һәм профессор К. Оппенгей­мерҙың (АҠШ) оҡшаш технологияларына уңышлы һынау үткәрҙек. Үрҙә һаналған эштәрҙе дөйөмләштереп, 1995 йылда Мәскәүҙә техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡланым. Рәсәй iВАК-ы раҫлауынса, был хеҙмәтем шул йылда яҡланғандар ара­һында иң яҡшылар иҫәбенә ингән. Был ваҡытта мин Башҡортостандың Ер аҫты геологияһын өйрәнеү һәм файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары инем. Республикала дәүләт геология хеҙ­мәтен тергеҙеүгә, комитетты ойоштороуға күп көс һалырға тура килде. Беҙҙә ер аҫтын файҙаланыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен төҙөүҙә, Башҡортостандың тәбиғи ресурстарын файҙаланыу буйынса дәүләт концепцияһын әҙерләүҙә ҡатнаштым. 2002 — 2007 йылдарҙа бер үк ваҡытта Өфө нефть техник университеты профессоры булараҡ дәрестәр алып барҙым. Һуңғы ҡаҙаныш — Марат ағайымдың улдары Илдар һәм Салауат менән 2008 йылда Дыуан районының төньяғында Әйәҙ нефть ятҡылығын астыҡ.
Йәш сағымда уҡ шуны аңланым: сәнғәт менән фәндең нигеҙендә ижад ята икән (МДУ-ла V курсҡаса изостудияға йөрөнөм, шул уҡ ваҡытта М. Кәрим, З. Нуриев, Ф. За­ғафуранов, С. Кувыкин, Ҡ. Тимерғәзин һәм СССР Юғары Советы депутаттарының яҡташтар менән осрашыуынан һуң, илһам­ланып китеп, шиғыр ҙа яҙып ҡараным). Артабан уҡыуға (диплом яҡларға кәрәк бит әле) һәм һуңынан башкөллө фәнгә сумдым тип әйтергә була.
Кеше башланғыс белемен, әлбиттә, мәктәптә ала, уның рухын, тормошҡа ҡа­ра­шын әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, музыка, йыр­ҙар, халыҡ ижады тәрбиәләй, сөнки китап уҡымайынса, грамматиканы ғына үҙләштереп, дөрөҫ фекерләп, яҙып та бул­май, минеңсә. Мин әҙәби китаптар – романдар, повестар, хикәйәләр – авторы түгел, ғилми мәҡәләләремдең һәм урыҫсанан башҡортсаға ғилми тәрже­мәләремдең (1993 йылдан бирле “Башҡорт энциклопедияһы”нда тәржемәсе-мөхәррир, әле мөхәрририәт ағзаһы) һаны йәмғеһе 600-гә яҡын, шул иҫәпкә 30 уйлап табыу танытмаһы инә.
Үҙең уйлап тапҡан технологияңды һынағанда, яңы күҙәтелгән, бығаса фәндә булмаған факттарҙың ысынбарлығын иҫбатлағанда, шулай уҡ ғилми проблеманы сисеүҙең актуаллеге, ундағы фактор­ҙарҙың бер-береһе менән бәрелеше йә иһә бер-береһе менән яраҡлашыуы, төп факторҙар һәм уларҙың киреләре, проб­леманың ыңғай сиселешен алдан күҙаллау һәләтенә эйә булыу мотлаҡ. Шулай уҡ, ни ҡылһаң да, уның сценарийын (планын, программаһын) баштан үткәреп яҙып, режис­сураһын да үҙеңә тормошҡа ашырырға кәрәк.
Әҙәбиәт йылына бәйле ҡайһы бер әҙип­тәр менән туранан-тура аралашып йәки яҡындары аша ниндәйҙер кимәлдә хәл-әхүәлдәрен белеп йәшәнем. Рухи яҡтан ҙур йоғонто яһағандарын хөрмәт итеп, шул мәлдәрҙе иҫкә төшөрөп үтке килә. 1947 — 1957 йылдарҙа яҙыусылар Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Ғайса Хөсәйенов, Рәйес Низамов, Рәшит Низамов, Самат Ғәбиҙуллин, Ғәлим Дәүләди 9-сы мәктәптә уҡыны. Балалар йортонда, шулай уҡ музыка һәм театр училищеларында Бәхти Ғайсин, Нәбиулла Мөстә­ҡимов, Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Фәрит Ғәлиев (хәрби дирижёр) тәрбиә­ләнде, ә Ғүмәр Әбделмәнов үҙе күп нәмәгә өйрәтте. Мостай Кәрим, Ғариф Ғүмәр, Яҡуп Ҡолмой, Ғилемдар Рамазанов ағай­ҙарыбыҙ менән осрашыуҙарҙа йыш ҡатнаштыҡ. Беҙҙең алда Башҡорт дәүләт һәм Рус дәүләт драма театрҙары артис­тары бик йәнле тамаша менән сығыш яһай торғайны. Башҡорт әҙәбиәтен уҡыт­ҡан Мәрйәм Ғималова апайыбыҙ Туҡайҙың, Ғафуриҙың әҫәрҙәрен шартлатып яттан һөйләй торғайны, ә бөҙрә сәсле Разия Ниғмәтуллина апайыбыҙ “Дубровский”ҙы уҡығанда, хатта үҙен дә Пушкинға оҡшата инем.
Мәскәүҙә студент булғанда Марат ағайым менән ятаҡта бер йыл бүлмәләш йәшәнек. Башта шунда уҡыған Әхиәр Хәкимов, Зөфәр Әпсәләмов (фажиғәле рәүештә яҡты донъянан китте), ГИТИС-та белем алған Хәмит Яруллин, Әмир Аб­дразаҡовтар, тау инженеры һөнәрен үҙ­ләш­тергән Сафуан Фәхретдинов, Альпир Шакировтар менән аралашыу бәхете тей­ҙе. Өфөгә ҡайтып, бер ҙур өй һалып йә­шәр­гә ине, тигән хыялдары иҫтә ҡалған. Әл­биттә, был бер ҙур ижад йорто булыр ине.
Үкенескә ҡаршы, совет осорона кире ҡайтып булмай. Мәскәүҙә аспирантурала уҡығанда Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Әмир Юлдашбаев шулай уҡ диссертация өҫтөндә эшләй ине. Шуны ла әйтәйем: Ғайса Хөсә­йе­новтың ике туған ҡустыһы Радцил Байназаров, Рәшит Сол­тангәрәевтең ауылдашы Абзал Ҡотломө­хәмәтов – класташтарым, Ғәзим Шафи­ҡов – кәләшем Нәйләнең ауылдашы. Рәшит Шәкүр – коллегам, заманында геология-разведка техникумын тамам­лаған. Осрашҡанда һөйләшеп һүҙ бөтмәй, сәләмләшеп алһаң да – күңел рәхәте.
Беҙ ҙур ғорурлыҡ менән Рәми Ғари­повты телгә алырға яратабыҙ, уның исемен мәктәбем йөрөтә, премияһы бул­дырылған. Хөрмәтле яҙыусылар, гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусылары! Уҡыу йылы башланырға торғандамы, юбилей көнөндәме уның ҡәберенә барып, сүп-сарҙан таҙартып, сәскәләр һалһағыҙ, хәтер ташындағы яҙыуын яңыртһағыҙ, ҙур сауап булыр ине үҙегеҙгә.

Эрнст ЮЛБАРИСОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе,
Рәсәй Тау фәндәре академияһы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518