Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәт һиңә, Рәшит ағай!
Рәхмәт һиңә, Рәшит ағай! “Ике дуҫтың береһе ҡол була”. Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтең тыуыуына 80 йыл тулған көндә ошо әйтем һәм ағайыбыҙҙың “Башҡортостан” гәзитендә байтаҡ йыл элек баҫылған шул уҡ исемле мәҡәләһе иҫкә төшә.

Заманында ҙур шау-шыу тыу­ҙырғайны ул яҙма. Әҙипте яҡлау­сылар ҙа, ҡаршы фекер әйтеү­селәр ҙә булды. Яҙыусыны бор­соғаны шул ине: Өфөлә һәм тағы бер нисә ҡалала бер-бер артлы төрөк лицейҙары асылды. Уларҙа уҡыу башлыса инглиз телендә барҙы. Һәйбәт уҡыған малайҙар һайлап алынды. Шулай уҡ тө­рөктәр беҙҙә бер нисә йыл дауамында “Заман” тигән гәзит сы­ғарып ятты. Быларҙың бушҡа эшләнмәгәненә шик белдереп, Төркиәнең күп йылдар алға ҡарап, үҙҙәренең ниндәйҙер ниәттәрен тормошҡа ашырырға уйлағандарын һиҙем­ләп, йәмәғәт­селекте һағай­тырға мәжбүр итте Рәшит Солтан­гәрәев. Бөгөнгө тор­мошо­боҙ уның хаҡлығын раҫ­ланы. Әүлиә лә булған икән Рәшит ағай. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, төрөктәр быларҙың барыһын да Американың бойо­роғона, баҫы­мына бирелеп, бәлки, ике яҡтың уртаҡ килешеүе буйынса эшләгәндер тигән уйҙар тыуа. Сөнки шул заманда төрөк лицейында уҡыған балаларҙың иң һәйбәттәрен, белемлеләрен, аҡыллыларын, имтихан аша һайлап алып, туғыҙынсы класҡа Америка ғаиләләренә таратып биргәндәр. Шунда мәктәпте тамамлап, университетҡа инеп, юғары белем алған йәштәрҙең күбеһе сит илдә ҡалды. Уларҙың һәр төрлө өлкәләге уңыштары, асыштары шул дәүләтте үҫтереү­гә ҙур өлөш индерә. Бөгөн ул балалар — утыҙ йәшкә еткән ир-егеттәр.
Был һауанан алынған миҫал­дар түгел, ә аныҡ факттар. Күп­тәре Төркиәлә эшләп, Америка–Төркиә фирмаларында хеҙмәт юлын башланы һәм әле лә дауам итә. Башҡортостанға ҡайтҡан­да­ры күпме булды икән ул бала­ларҙың. Бындай статис­тиканы алып барыусы ла юҡтыр, моға­йын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Бер быуын йәштәрҙе юғалтты республикабыҙ. Хәйер, бер генә быуын булдымы икән? Әгәр ҙә шунда Рәшит ағайҙың ошо сығы­шы булмаһа, артабан хәлдәр нимә менән бөтөр ине икән, уйлауы ла ҡурҡыныс. Ысынлап та, “Ике дуҫтың береһе ҡол була” тигән мәҡәләһенән һуң төрөк лицейҙарында тикшереүҙәр башланды һәм, күп етешһеҙ­лектәр асыҡланып, белем усаҡтары ябылды. Бына ул яҙыусы һүҙе­нең, сығышының тәьҫире!
Рәшит Солтангәрәевтең пуб­лицис­тикаһы тураһында иҫкә алғанда, уның тағы ла бер шундай шау-шыу тыуҙырған мәҡәлә­һен әйтмәй китеү мөмкин түгел. Ул — “Элек бында бейейҙәр ине” тигән сығышы. “Башҡортостан” гәзитенең бер бите тулып баҫыл­ған мәҡәләһен­дә яҙыусы һәр башҡорт өсөн, республикабыҙҙың баш ҡалаһын­да йәшәгән һәр милләт кешеһе өсөн ҡәҙерле, изге урынға әйләнгән Салауат Юлаев һәйкәле янында әрмән­дәрҙең шашлыҡ бешереп, аҡса эшләп ятыуына әсенеп, йөрәге әрнеп яҙғайны. Был сығышына ла бик күп хат килде редакцияға, байтағы гәзиттә баҫылды ла. Ҡыҙ­ҙырылған ит еҫтәре, төтөн менән бергә әрмәндәр ҙә изге урыныбыҙҙан юҡҡа сыҡты.
Яҙыусы һүҙенең ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын, йәмәғәт­селекте күтәрергә һәләтле икәнен күрһәтте Рәшит Солтангәрәев. Яҡташым, ауылдашым тип әйт­һәм дә була (сөнки мин Таймаҫта бишенсе кластан алып унынсыға тиклем уҡып, урта мәктәпте тамамланым), Рәшит ағайҙың юбилейы уңайынан матбуғат битендә сығыш яһарға уйламағайным да. Олпат, күренекле яҙыусы ха­ҡын­да замандаштары, бергә эшләгән ҡәләмдәштәре, дәрәжәле ағайҙар һүҙ әйтер тип көткәйнем. Шағирә һәм журналист Фәрзәнә Ғөбәйҙул­лина “Ашҡаҙар” радио­һына “Беҙҙең донъя” тапшырыуына күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар менән ике­беҙҙе саҡырғас, әлеге мәҡә­ләне яҙмай булдыра алманым. Башта ниңә икебеҙҙе лә саҡырҙы икән, тип аптырағайным. Баҡһаң, Рәшит ағай “Ер һәм йыр” исемле очерктар китабында – Хәсән Назар, “Ғаилә рухы” тигән яҙма­һында беҙҙең ғаилә – әсәйем, ата­йым, шағирә апайым Миңле­гөл Хисамова – тураһында телгә алған.
Рәшит ағайҙың 75 йыл­лығын­да Таймаҫтағы осрашыуҙа Баш­ҡортостан Яҙыу­сылар союзының ул саҡтағы рәйесе, күренекле шағир Риф Тойғонов әҙип ха­ҡында иҫтәлектәр китабын тупла­уы тураһында әйткәйне. Ул йы­йынтыҡ, моғайын да, Рәшит ағай­ҙың әлеге юбилейына сығырға тейеш булғандыр. Ләкин Риф ағай ҙа юҡ хәҙер, ҡулъя­ҙманың яҙмышы ла билдәһеҙ. Шул саҡта Рәшит ағай тураһында үҙемдең дә иҫтәлектәр яҙып бирмәүемә үкенеп ҡуйғайным. Әле килеп, Фәрзәнә Ғөбәйҙул­лина радиоға саҡырғас, үкене­стәрем яңырҙы һәм яҡташ ағайҙың рухына әйтер һүҙ­ҙәремде еткерергә булдым.
Минән йыш ҡына: “Һин яҙыу­сының ауылында уҡы­ғанһың, Рәшит ағай ҡәләмдәш дуҫтары менән мәктәбегеҙҙә булғандыр, танышыуығыҙҙы хәтерләйһең­ме?” – тип һорай­ҙар. Юҡ, мин уҡыған йылдарҙа Рәшит ағай тыуған ауылына, мәктәбенә яҙыу­сылар менән килмәне, үҙем дә аптырай торғайным, тере әҙипте күрһәң ине, тип уйлай инем. Рәшит ағай үҙе лә ул ваҡытта тәүге китабын сығарған йәш яҙыусы булған. Унан һуң әлеге шикелле ауылдарға маршрут автобустары, таксиҙар ҙа йөрөмәй ине. Шәхси машина тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Рәшит ағайҙың бер туған апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы эшләгән Күмертау­ҙағы гимназияла ғына Мостай Кәрим, Шәриф Бикҡол кеүек яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа булған.
Шуға күрә яҡташ ағай менән Өфөгә университетҡа уҡырға кил­гәс кенә танышып арал­ашырға насип булды. Әйткәнемсә, Рәшит ағай апайымдарҙың өйөндә бул­ғанда әсәйем менән һөйләшергә әүәҫ ине. Аҙаҡ беҙгә: “Тарих – һеҙҙең өйөгөҙҙә. Әсәйегеҙҙән барыһын да һөйләтеп яҙып алып ҡалығыҙ”, – тигәне хәтерҙә. Ошондай осрашыуҙарҙан һуң беҙҙең хаҡта “Ғаилә рухы” тигән мәҡә­лә­һен яҙҙы ла инде. Унда һу­ғыш­тан яраланып ҡайтҡан, гос­питалдәрҙә ятҡанда өс ҡалын дәфтәр шиғырҙар яҙған, апайым менән икебеҙгә ғүмер биреп, һуғыштан һуң алты йыл ғына йәшәп, 28 йәшендә генә яҡты донъянан киткән атайыбыҙ Сәлимйән Ноғман улы хаҡында, һуғыш башланғанда ун өс йәштә булып, ун биштә тракторға ултыр­ған, аҙаҡ та бөтә ауыр эштә бил бөгөп, 25 йәштә тол ҡалған, ике баланы аяҡҡа баҫтырып, үҙе аяҡһыҙ ҡалып, ике тиҫтә йылдан ашыу ярҙамға мохтаж булып йәшәүенә ҡарамаҫтан, бөтә мат­буғатты, яңы сыҡҡан һәр китапты уҡып барып, үҙе лә гәзит-жур­налдарға яҙышып, балдаҡ аша үткәрерлек йоҡа шәлдәр, төрлө биҙәктәр һалып мамыҡ шәлдәр бәйләгән әсәйем Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙы тураһында бик йылы мәҡәлә яҙҙы. Апайым менән икебеҙгә лә ҙур өмөттәр бағлауын белдерҙе. Ошо мәҡә­ләһен беҙ апайым Миңлегөл Хисамова менән ике­беҙҙең бергә сыҡҡан “Миләш тәлгәштәре” тигән китабыбыҙға баш һүҙ итеп биреп ебәрҙек.
Яҡташ булараҡ, ижадыма иғтибар күрһәтә торғайны. “Гәзит эшенә бик бирелеп, шиғриәтеңде лә онотма”, — тип кәңәштәр ҙә әйтә ине.
Башҡортостан Яҙыусылар союзында йәштәр менән эшләү бүлегендә лә хеҙмәт итеп алды Рәшит ағай. Шул саҡта йәш яҙыусыларҙың Мәскәүҙә үткән VIII Бөтә Союз кәңәшмәһенә Гүзәл Ғәлиева, Эльмира Сәсән­баева менән бергә миңә лә фатиха бирҙе. Шиғырҙарымды Ғә­зим Шафиҡовтан, Роберт Палдән тәржемә иттереп, гәзиттә баҫ­ты­рып, хәйерле юл теләне. “Был бик мөһим сара, ошондай кәңәш­мәлә Мостай Кәрим Рәсүл Ғам­затов кеүек бик күп күренекле шағирҙар менән танышҡан. Ижа­дыңа яуаплы ҡара, беҙ һиңә ҙур ышаныс белдерәбеҙ”, – тип оҙат­ты. Унан ҡайтҡас, союзда ла, йәштәр алдында ла беҙҙең отчетты тыңлатты. Әле булһа, Рә­шит ағайҙың өмөтөн, ышанысын аҡлай алдыммы икән, тигән шиктәр йөрәгемде өйкәй. Журналистика бик күп көстө, ваҡытты ала, шиғриәттә тулыһынса асылырға мөмкинлекте сикләй шул.
Рәшит ағайҙың 50 йәшлек юбилейын Актер йортонда матур итеп билдәләнеләр. Шунда бала­лар­ҙың сығышын әҙерләү бурысы миңә тапшырылды. Башҡорт гим­назияһы уҡыусыларына Рәшит ағайҙың китаптарының, әҫәрҙә­ренең исемдәренән шиғри юлдар яҙып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙек. Эй шатланды, балалар һымаҡ ҡыуанып, ихлас рәхмәт әйтте. Юҡтан ғына ла күңеле була торғайны шул.
Рәшит ағайҙың тағы ла бер фекере онотолорлоҡ түгел. “Һуғыш балалары – тарих яралары” тигән китабыма тотонор алдынан уның менән кәңәш­лә­шергә булдым. Һуғыш ваҡытында бөтә ауыр эште ҡатын-ҡыҙ, ҡарттар менән бергә төпкә егелеп тартҡан балаларҙың фиҙакәр­лектәре хаҡында иҫтәлектәрен яҙып сығарырға уйлағанымды белгәс, ул миңә былай тине: “Һәр яҙыусының, нисә генә йыйынтыҡ сығарһа ла, төп бер китабы була. Әгәр һин ошо ниәтеңде тормошҡа ашырһаң, ул да һинең төп кита­быңа әйләнәсәк, тарихта ҡалыр­лыҡ хеҙмәт буласаҡ. Тик был изге эшең һүҙҙә генә ҡалмаһын”. Шөкөр, бөгөн Рәшит ағай алдында ла, әсәйем рухы алдында ла (ул да был китабымдың сығыуын шул тиклем ныҡ теләгәйне) йөҙө­мә ҡыҙыллыҡ килерлек түгел, тип әйтә алам. Ветерандарҙың һорауы, үтенесе буйынса быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап “Һуғыш яралаған бала саҡ” исемле икенсе китабым да донъя күрҙе. Унда Рәшит ағайҙың апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙының да иҫтәлектәре урын алды. “Китап” нәшриәтенә рәхмәтем сикһеҙ. Инде Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллы­ғына ла өсөнсө китапты әҙерләй башланым. Уныһын да күреп ҡыуанырға яҙһын. Яу йылдары шаһиттары арабыҙҙан китеп бөтмәҫ борон уларҙың йөрәк әрнеткес хәтирәләрен киләсәк быуын, тарих өсөн яҙып алып ҡалыу – изге бурысыбыҙ. Ошоно аңлап, үҙе лә һуғыш осоро ба­лаһы булараҡ, Рәшит ағайҙың һүҙҙәре изге эшемдә көс биреп тора.
Мин уҡыған Таймаҫ урта мәк­тәбе хәҙер Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөтә. Белем усағына килеп ингәс тә, уның бюсы ҡар­шылай. Мәктәптә яҙыусының музейы булдырылған. Үткән юбилейына ҡайтҡанда, беҙ күренекле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина исе­мендәге премия лауреаты, Рәшит ағай менән бергә эшләгән Факил Мырҙаҡаев менән музейға яҙыусының һирәк фотоларынан тупланған альбом бүләк иттек. Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән фотохәбәрсе Анатолий Виноградовтың бай архивынан алынған пленкаларҙы заманса кадрҙарға күсереп, әҙиптең бик күп фотоһына икенсе ғүмер бирҙек.
Мине генә түгел, иптәшем Ниязды ла, улыбыҙ Азаматты ла яҡын күрҙе Рәшит ағай, гел һо­рашып, ҡыҙыҡһынып, сәләмдәрен еткереп торҙо. Бер саҡ шулай урам буйлап өсәүләп китеп барабыҙ. Ҡаршыла Рәшит ағайҙы күргәс: “Ана, ҙур яҙыусы килә”, — тинек улыбыҙға. Азамат шунда уҡ: “Мостай Кәримме?” — тип һорай һалды. Рәшит ағай менән тиңләшкәс, шуны һөйләп көлдөр­гәйнек: “Ярай инде, мине шулай ҙур кешегә тиңләгәс,” – тип ҡыуа­нып, Азаматтың арҡаһынан һөйҙө лә: “Һин Баймаҡмы, Күмертау­мы?” — тип һораны. Бала аптырап ҡалманы: “Баймаҡ та, Күмер­тау ҙа”, — тип яуап ҡайтарғас, Рәшит ағай рәхәт­ләнеп көлдө. “Ҡара һин уны, маладис, әллә өйрәтеп ҡуйҙығыҙмы, берегеҙҙе лә кәмһетмәй бит”, — тине шунан.
Рәшит ағайҙың бер һүҙҙе йыш ҡулланыуын бөтәһе лә хәтерләй­ҙер, моғайын. Ул ҡылым­ға гел “бу­лаһыңмы” тигән һүҙҙе ҡыҫ­тырып һөйләшә торғайны: “Шунда эшләп йөрөгән булаһыңмы, шулай тип әйткән булдыңмы”. Юҡ, был һүҙҙе бер ниндәй ҙә кәмһе­теү, көлөү ниәтенән әйтмәй ул, ә нисектер яҡын күреп, үҙ итеп еткерә. Рәшит ағайҙың хатта яҙыусылар тураһында сығарған көләмәс­тәрендә лә ниндәйҙер әсе көлөү, мыҫҡыл итеү, рәнйетеү кеүек хистәр юҡ. Үҙен дә ҡәләм­дәштәре бер ваҡытта ла исеме менән түгел, ә Солтангәрәй тип кенә йөрөттө. Сөнки яҙыусылар араһында Рәшит исемле әҙиптәр күп ине.
...Һүҙҙәр матдиләшә, тиҙәр. Рәшит ағай ҙа үҙенең 60 йәшлек юбилейында: “65 йәшкә хәтлем йәшәһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем”, — тип әйткән, имеш. Бындай һүҙҙәрҙе хатта шаяртып та ишеттерергә ярамай. Хоҙайҙың “Амин!” тигән сағына тура килгәндер...
...Әҙиптең юбилейы Әҙәбиәт йылына тура килеүе ҙур мәғәнәгә эйә. Ул бөгөн дә – Башҡортостан яҙыусылары сафында. Рәшит Солтангәрәев башҡорт әҙәбиәте тарихында оҫта хикәйәсе булараҡ үҙенең лайыҡлы урынын алды. Хәсән Назар ағай әйткәнсә: “Башҡорт әҙәбиәтендә өс шәп хикәйәсе бар: Сәғит Агиш, Рәшит Солтангәрәев, Шакир Янбаев. Рәшит Солтангәрәевтең хикә­йәләрен Чехов, Шукшин ижадтары менән йәнәш ҡуйырға мөмкин”. Әммә быныһы инде — бөтөнләй икенсе һөйләшеүҙең темаһы. Ә мин уға үҙемдең рәхмәт һүҙҙәремде еткереп, рухын ҡыуандырырға теләнем.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батыр
    Батыр от 25.12.2015, 19:46
    Мостай Кәрим,Рәшит Солтангәрәйев публицистикаһы халыҡ тормошона үҙгәреш керетерҙәй йоғонто яһай торғайны. Публицистика өлкәһендә эшләү,халыҡты борсоған мәсьәләне матбуғатҡа сығарыу - һәр яҙыусының бурысы.Тик Ринат Камал,Зөһрә Ҡотлогилдинанан башҡалар был өлкәгә иғтибар бирмәй,минеңсә.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519