Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бәхет ҡырҙа түгел, Мырҙала!”
“Бәхет ҡырҙа түгел, Мырҙала!” Тарихҡа күҙ һалғанда, был яҡҡа беренселәр рәтендә аяҡ баҫҡан башҡорттар тәүҙә Юлыҡ йылғаһы буйындағы Ислам тигән ауылда нигеҙ ҡора. Эргә-тирәлә лә буш ятҡан ялан-ҡырҙар ифрат күп була. Шуға күрә, халыҡ ишәйергә тотонғас, айырым кешеләр яйлап башҡа ерҙәргә күсә башлай. Араларынан Мырҙа, Төлкөбай, Шыуышбай, Үҙәкбай, Байназар атлы ир-уҙамандар әлеге Мырҙа ауылының урынын килеп ҡарап, йәшәү өсөн уңайлылығын тикшерә. Ата-бабанан килгән игенселек, малсылыҡ кеүек кәсептәрҙе киң йәйелдереү мөмкинлеге ҙур булыуын билдәләйҙәр. Һоҡланғыс тәбиғәт, Һәйет тауы, Таналыҡ буйы... Яҙғыһын ҡар иртә ирей, ҡыш көслө бурандар булмай, ҡоҙоҡта һыу туңмай... Тәүәккәл ир-уҙамандар тап ошонда нигеҙ ҡорорға ҡарар ҡыла. Ауылға Мырҙа ҡарттың исеме бирелә. Иш янына ҡуш булып, был ергә Иҙрис, Илекәй, Таһир, Барак исемле кешеләр ҙә күсеп килә. Яңы урында яңы тормош башлана.
Ауылдың рәсми исеме 1-се Мырҙа булһа ла, халыҡ уны Түшауыл тип йөрөтә. Бында 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Күркәм төйәк Баймаҡ районының Богачевка һәм Йылайырҙың Һултантимер ауылдары менән сиктәш. Район үҙәге Аҡъярға тиклем 70 саҡрым ара үтергә кәрәк булһа, Баймаҡҡа иһә – ни бары 35 километр.
1-се Мырҙанан данлыҡлы кешеләр – бейеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Мөхәмәт Иҙрисов, Ленин ордены кавалеры Нәбиулла Ниғәмәтов – сыҡҡан.
...Ҡышҡы аҡлыҡҡа сумған ауыл. Хас та әкиәт донъяһы. Һәйет тауы менән Таналыҡ йылғаһы сихри тынлыҡта серем итә. Тормош бер мәлгә туҡтап ҡалғандай. Төнө буйы ябалаҡлап яуған ҡарҙан таҙартылып өлгөрмәгән юлда еңел машинабыҙ ҙа, тәбиғәт менән бергә ял итергә теләгәндәй, туҡтап ҡалды. Беҙ иһә мәкегә һыу эсергә юл һалған һәүкәштәрҙең эҙе буйлап ауылға табан киттек.


Ҡайнар күңелгә нимә ҡамасаулай ала?

Ауылдың клубы заманында гөрләп торҙо, тиҙәр. Әле лә, халыҡ әҙерәк, бина һалҡыныраҡ булыуға ҡарамаҫтан, мәҙә­ниәт усағы күңелдәргә йылылыҡ таратыуын дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китапхана ғына ябылып ҡуйған, шулай ҙа фонд шул килеш һаҡланған. Клуб мөдире Лидия Ниғәмәтова ауыл халҡын рухи аҙыҡтан өҙмәй, баҫмаларҙы яҙып биреүҙе дауам итә. Оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләгән кеше бит ул, кешеләрҙең ихтыяжын яҡшы аңлай. Ә бындағы халыҡ ифрат уҡымышлы, ғилемгә ынтылыусан. Рухи үҙәккә элек тә күп йөрөгәндәр, көндәлек гәзит-журнал менән танышып барғандар. “Ҡултығына китап ҡыҫтырып ҡайтырға сыҡҡан ауылдаштарымды оҙат­ҡанда күңелемдә һүҙ менән әйтеп бөтә алмаҫлыҡ кинәнес кисерәм”, – ти Лидия Ғәлимйән ҡыҙы.
Ул клуб мөдире бурысын да ҙур ихласлыҡ менән атҡара. Төрлө сараларҙы даими үткәреп, халыҡтың тормошона йән өрә.
– Көҙ Оло йәштәгеләр көнөн, Ураҙа, Ҡорбан байрамдарын, йәрминкә үткәрҙек, – ти клуб мөдире. – Йәйгеһен иһә йәштәр дискотекаға йөрөп кинәнде, концерттар әҙерләп ҡуйҙыҡ. Халыҡ беҙҙә шул ҡәҙәр дәртле ул! Бына Яңы йыл байрамына ла күпләп киләсәктәр. Беләм: костюмдары әле үк әҙер. Ошондай осраҡта нисек инде байрам үткәрмәйһең?! Ҡайнар күңелгә һалҡын бина ғына ҡамасаулай аламы һуң?!
Әйткәндәй, ауыл урамы түренә ҡуп­шыҡай шыршы күптән ҡунаҡлаған. Тиҙҙән биҙәнеп тә алһа...
Ғөмүмән, мәҙәниәткә иғтибарлы мырҙа­лар. Ныҡлы нигеҙле клуб та халыҡҡа әллә күпме йыл хеҙмәт итергә әҙер.

Урамдан
ике ҡыҙ атлай...


“Бәхет ҡырҙа түгел, Мырҙала!”Уҡыусылар аҙайып, кластар ҡыҫҡар­тылғас, мәктәп бинаһының бер яғы фельдшер-акушерлыҡ пункты итеп үҙгәртелгән. Отҡан хужалар: хәҙер яҡты, йылы, заманса уңайлыҡтарға эйә һаулыҡ һаҡлау учреж­дениеһыҙ төпкөлдөң тормошон күҙ алдына ла килтереп булмай.
Биш саҡрым алыҫлыҡтағы Первомайский ауылынан көн дә йәйәү йөрөп эшләгән Рәсимә Баракованың хеҙмәтенән халыҡ бик тә ҡәнәғәт. Фельдшерҙың эшкә һуңла­ғанын йәки иртә ҡайтып киткәнен хәтер­ләмәйҙәр. Төрлө хәл булып, ҡайтанан саҡыртырға тура килгәндә лә, Рәсимә Ғәбдрәшит ҡыҙы һуҡранмай, тиҙ арала ярҙамға ашыға.
Сибай ҡалаһы янындағы Төйәләҫ ҡасабаһында тыуып үҫкән ул. Медицина училищеһын тамамлағас, был яҡҡа килен булып төшкән. Ун ике йыл инде Түшауылға йәйәү йөрөп эшләй.
– Халыҡ ифрат яҡшы бында, – ти Рәсимә Ғәбдрәшит ҡыҙы. –Тәбиғәттең матурлығы, таҙалығы, сафлығы урындағы кешеләргә йоғонто яһамай ҡалмайҙыр: барыһы ла һау-сәләмәт тип әйтергә мөмкин. Күпселекте өлкән йәштәгеләр тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, булған сирҙәре лә “ҡарттарса”. Йөрәк-ҡан та­мыр­ҙары ауырыуҙары яфалай күптәрен. Көнөнә тиҫтәгә яҡын кеше мөрәжәғәт итә. Йөрөй алмаған сирлеләр, яңы тыуған сабыйҙар янына даими барып, ярҙам күрһәтеп торам. Район дауаханаһы етәк­селегенә ҙур рәхмәт: барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин итәләр. Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтөн шарттар бар.
Мәктәпкә килгәндә, унда ике генә бала уҡый. Фаягөл Кинйәбаева – икенселә, Таңсулпан Ниғәмәтова – беренселә. Алдағы йылдарҙа кластар тулылана башлаясаҡ: тиҫтәнән ашыу бала буй еткерә, ти өлкәндәр. Уҡытыусы Хәфизә Йәнсәйетова менән танышырға насип булмаһа ла, Фаягөл һәм Таңсулпанды тап иттек. Көләкәс ҡыҙҙар ҡар бәрешә-бәрешә дәрестән ҡайтып бара ине. Арҡаларында – ауыр портфель.
– Икебеҙ ҙә тырышып уҡыйбыҙ, тик яҡшы билдәләргә өлгәшәбеҙ, – тип кемуҙарҙан уңыштары менән уртаҡлашты ҡыҙҙар.

Бишек моңон
тыңлап үҫкәс


“Бәхет ҡырҙа түгел, Мырҙала!”Хәҙер сабыйын сәңгелдәктә бәүелтеп, бишек йыры һуҙып йоҡлатҡандар һирәк осрай. Хатта ундайҙарҙы күргәнем дә юҡ, тиер инем... Әле тап ошо моңдо ишетеп, бала сағыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Күркәм йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәте­беҙҙе, боронғо шөғөлдәрҙе онотмаған, боҙмай дауам иткән ихлас күңелле, тырыш, уңған төпкөл халҡына ҙур рәхмәт!
Дилбәр менән Мәжит Кинйәбаевтар биш балаға ғүмер биргән. Өлкәндәре Батыр хәҙер инде үҙе ике ҡыҙ үҫтерһә, Илмир Сорғот ҡалаһында эшләй, Тимур Аҡъярҙағы тау колледжында белем ала. Үрҙә танышып үткән Фаягөл дә – ошо күркәм ғаиләнән. Кескәйҙәре Айгизә иһә сәңгелдәктә бәүелә, уның янында барыһы ла өлтөрәп тора. Ҡыҙсыҡ шуҡ ағайҙарын да, апаһын да үҙ “көйө”нә бейетергә әүәҫ.
– Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, – ти бәхетле әсә. – Малайҙар ҙурая төшкәс, йортобоҙға нур өҫтәп Фаягөл донъяға килде. Ул үҙенә бәләкәй туған һорай баш­лағас, Айгизәне алып ҡайттыҡ. Йәнә Элиза һәм Элина исемле ейәнсәрҙәребеҙ үҫеп килә. Мөлдөрәмә тулы бәхетебеҙ! Бала­ларыбыҙ имен-һау булһын, тип теләйем көн дә.
Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ситтә эшләй икән, шуға күрә йорт мәшә­ҡәттәре күп осраҡта хужабикәнең иңенә төшә. Ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, ҙур баҡса... Йорт эштәренән бер аҙ бушаған сағында ҡулына бәйләмен ала Дилбәр. Күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йы­лыһын ҡушып бәйләгән әйберҙәре сағыу, матур килеп сыға. Диван япмалары, ултырғыс түшәктәре йортон йәмләһә, йомшаҡ ойоҡбаш- бейәләйҙәре, башлыҡ, шарф, кофталары балаларын йылыла иҙрәтә.
– Ауылһыҙ йәшәй алмайбыҙ, – ти Кинйәбаевтар. – Төпкөлдә ғүмер итеүе – үҙе бер бәхет. Әлбиттә, тырышырға кәрәк, шунһыҙ булмай.

Өмөт кенә
һауыҡтырһа икән...


“Бәхет ҡырҙа түгел, Мырҙала!”Түшауылдағы өлкән кешеләрҙең күбеһе ҡырҙа, балалары эргәһендә йәшәй. Ә бына 85 йәшкә етеп килгән Зөһрә инәй Кинйәбаева тыуған еренә ныҡлы ереккән. Үҙе әйтмешләй, йәшләй генә “йыраҡҡа” – күршеһенә – кейәүгә сыҡҡан ул. Ире бик иртә вафат булғас, яңғыҙ ҡатынға дүрт баланы үҫтереү өсөн көнө-төнө колхозда хеҙмәт итергә тура килгән.
– Башҡармаған эш ҡалманы инде, – тип ғүмер ебен тағатты ағинәй. – Бала­ларҙы уҡытырға, кейендерергә, ас йөрөт­мәҫкә тырыштым. Тиҫтерҙәре араһында кәм-хур булмаһындар тинем. Үҙҙәре лә бәләкәйҙән тырыш булды, бер-береһенә ярҙамлашып, күп һөнәр белеп үҫте.
Зөһрә Оморҙаҡ ҡыҙына Хоҙай йәнә бер ҙур һынау ебәргән: тракторсы булып эшләп йөрөгән берҙән-бер улын фалиж һуҡҡан. Әле Шәфҡәт әсәһе ҡарамағында. Инәйгә улын ҡарау еңел түгел, ярай әле ярҙам­лашырға социаль хеҙмәткәр бар. Әсәй кешегә балаһы гелән сабый булып ҡала бит: бәпкәләй баға улын ағинәй. “Нисек кенә һауыҡтырырға?” – тип йөрәге өҙгө­ләнә. Өфөләге табиптарға йүнәлтмә алыуы ауыр бит.
“Бәхет ҡырҙа түгел, Мырҙала!”– Урындағы фельдшерға йыш мөрә­жәғәт итергә тура килә, – ти Зөһрә инәй. – Рәхмәт инде, саҡырһаҡ, шунда уҡ йүгереп килеп етә. Быға ҡәҙәр шылтыратып әйтә торғайныҡ. Әле медпункттың телефоны өҙөлөп тора, тисе... Ни эшләрбеҙ?


“Әүәл һәр нәмәнең ҡәҙере булды”

Ауыл халҡының уңған, дәртле булыуы өйҙәрҙең төҙөклөгөнән үк күренә. Хәйер, ҡыйығы бер аҙ ҡыйшайған, ҡапҡаһы ҡолаған буш йорттар ҙа бар-барлығын. Шулай ҙа бында электән ғүмер иткәндәр нигеҙенең ҡотон һүндермәй. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәйҙәр. Шундай уңған ғаилә­ләрҙең береһе – Фәтхиә менән Хөсәйен Кинйәбаевтар.
Йорт хужаһы оҙаҡ йылдар Ленин орденлы “Матрай” совхозында хеҙмәт иткән. Ойошма тарҡалыуға дусар булғас, ауылға алыҫ түгел урынлашҡан Башҡортостан шахта проходкалау идаралығының шахта­һында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Тын­ғыһыҙ ир-уҙаман әле лә буш ултырмай: уның таҡта ярыу цехы гөрләп тора. Оҫта хужаның йортон үҙ ҡулы менән яһаған әйберҙәр биҙәй. Хөсәйен ағай әле өйгә төкәтмә эшләп, унда барлыҡ уңайлыҡ тыуҙырыу менән мәшғүл. Әйткәндәй, быйыл ауылға район етәкселеге ярҙамында һыу торбалары һуҙылып, күптәр йортона һыу үткәргән.
Хужабикә баҡсасылыҡ менән шөғөл­ләнеүгә әүәҫ, төрлө сәскә үҫтерергә ярата. Тәҙрә төбөндәге миләүшәләре күҙҙең яуын ала. “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр тигән һүҙҙәрҙе оноторға ярамай”, – ти Фәтхиә апай.
Ә йорт хужаһын иттең хаҡы төшөүе борсой.
– Малдан әллә ни файҙа күреп булмай хәҙер, – ти ул. – Ит йыйырға ситтән йыш киләләр, үҙҙәре бик арзанға ала. Бир­мәйенсә сара юҡ шул, аптырағандан тоттороп ебәрәбеҙ. Элекке кеүек ит алыу­сылар, тире йыйыусылар юҡ бит. Уйлап китһәң, хайран ҡалаһың. Әүәл һөйәкте лә, алама кейемде лә, быяланы ла, ҡағыҙҙы ла йыя торғайнылар. Хәҙер иһә, ана, Таналыҡ буйы ҡыйлыҡҡа әйләнеп бара. Халыҡ буш пластик һауыттарҙы, полиэтилен ҡаптарҙы ла ташлап китә, улары серемәй ята...

Сабый тауышынан арынмаҫ

“Бәхет ҡырҙа түгел, Мырҙала!”Иң ҡыуаныслыһы шул: байтаҡ йәштәр ауылда ҡала. Быға күбеһенең вахта ысулы менән Башҡортостан шахта проходкалау идаралығында эшләүе лә булышлыҡ итәлер, моғайын. Эш бар икән, бәхетте ниңә ситтән эҙләргә?!
Мәҫәлән, Зилә менән Марс Бараковтар ауылда ҡалыуына һис тә үкенмәй. Уларҙың кинйә ҡыҙҙары Миләгә ике генә йәш әле, тәтелдәп йүгереп йөрөй. Йәштәр Марстың ата-әсәһе менән бергә йәшәй – төпсөк малай тыуған нигеҙенең ҡотон һүндер­мәҫкә бурыслы.
Зилә Баймаҡ районының Йомаш ауылынан килен булып төшкән. Халыҡтың ихлас күңеллелегенә, уңғанлығына, ярҙам­сыллығына һөйөнөп бөтә алмай ул. Йәш­тәр, балаларын ишәйтеп, бында ныҡлы төпләнергә ҡарар иткән. “Бәхет ҡырҙа түгел, Мырҙала!” – ти улар.
Яңыраҡ өйләнешкән Розалия менән Дамир Ниғәмәтовтар ҙа тормошон ауылдан тыш күҙ алдына килтерә алмай. Ғаиләлә Алина исемле ҡурсаҡтай ҡыҙ үҫә. Ғөмүмән, ҡасандыр Мырҙа олатай нигеҙ һалған төйәк сабыйҙар тауышынан арынмаясаҡ әле.

* * *
Милли мөхит, атай-олатайҙар рухы, быуындар бәйләнеше, милләтебеҙ килә­сәге... Ошо иң изге төшөнсәләрҙе ҡола­сына һыйҙырған беҙҙең төпкөлдәр. Унда төйәкләнгән замандаштарыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡҡа һынмайынса, үҙ көсө менән донъя көтә, балалар үҫтерә, милләтенең тамырҙарын һуттан айырмай. Ошондай изге ерҙән гелән йәшәүгә көс алып ҡайтам. Көрт аша үҙемә яңы юл ярам кеүек. Яҙмы­шын ауыл менән бәйләгән ҡәрҙәш­тәребеҙҙең ихласлығы, дәртлелеге, уңған­лығы, талымһыҙлығы, түҙемлелеге хайран ҡалдыра, матур йәшәргә ынтылышы ғашиҡ итә. Тик иғтибарҙан ситтә генә ҡалдыр­маһындар ине уларҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509