Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Утты һүндерҙеңме, һыу ағып тормаймы?
Утты һүндерҙеңме,  һыу ағып тормаймы? Фатирҙарыбыҙ йылы, һыу ағып тора. Урамдарҙы таҙарталар. Ҡыҫҡаһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләгән һәр кеше көнитмешебеҙҙең уңайлығы өсөн тырыша. Шулай ҙа был өлкә ҡатмарлы булып ҡала. Күптәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең ҡыйбатлығына зарлана. Үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға аныҡлыҡ индереүҙе һорап, Өфө ҡалаһының “Дим” торлаҡ хужалары ширҡәте рәйесе Илдус Сибәғәтулла улы Ҡолһаринға мөрәжәғәт иттек.
– Илдус Сибәғәтулла улы, эштәр нисек?
– Кешенең йәне булған кеүек, йорт­тарҙың да йәне бар. Эшеңде асыҡ күңел менән, яратып, сифатлы итеп башҡарһаң, фатирҙа йәшәүселәр ыңғай ҡараш менән йәшәһә, уның күренеше лә матур була. Беҙҙең ҡарамаҡта – күп ҡатлы дүрт йорт, 472 фатир. Уларҙа 1200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Биләмәлә уйын, хоккей майҙан­сыҡ­тары бар, ял итеү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған, эскәмйәләр ҡуйылған, автомобиль парковкалары хәстәрләнгән. Ҡышҡы миҙгелгә һәйбәт әҙерләндек, барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, тейешле йылылыҡ ваҡытында бирелде. Хеҙмәткәрҙәрҙең тынғыһыҙ эше һөҙөмтәһендә йорттарҙан йылылыҡ һәм яҡтылыҡ, крандарҙан һыу өҙөлмәй.
Утты һүндерҙеңме,  һыу ағып тормаймы?Подъездан сыҡҡас, тәүге бордюрға ҡәҙәр юл, тротуар ғына беҙҙең биләмәгә ҡарай. Ихата ҡала ҡарамағында булһа ла, машиналар йөрөй торған юлдарҙы, сәскә түтәл­дәрен, ағас үҫкән майҙандарҙы үҙебеҙ йыйыш­тырабыҙ. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгәс, беҙ халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәт­ләндерергә бурыслы. Әлеге ваҡытта торлаҡ реформаһына ярашлы, дөйөм мөлкәткә фатир хужаларының хоҡуҡтарын теркәү һәм шулай уҡ ерҙе билдәләү эштәре бара.
– Түләү тигәндән, барыһы ла ваҡы­тында иҫәпләшәме?
– Төрлөләре бар, түләмәгәндәренә тәүҙә иҫкәртеү хаттары ебәрәбеҙ. Ҡолаҡ һал­майҙар икән, судҡа бирәбеҙ. Һәр кесе йомала халыҡты ҡабул итәбеҙ, шунда уларҙы саҡырып һөйләшәбеҙ.
– Ысынбарлыҡта халыҡ ҡулланған һыуҙың кубометры күпме тора?
– Һыу, йылылыҡ, электр энергияһы хаҡын республиканың Хөкүмәт тариф комиссияһы билдәләй. Тариф йыл һайын үҙгәреп тора. Шуның өсөн һәр кемде түләү генә түгел, мәҫәлән, һыуҙы күпме ҡулла­ныуыбыҙ мәсьәләһе лә борсорға тейеш. Беҙҙең күҙәтеүҙәр буйынса, фатир хужалары һалҡын, йылы һыуҙы, йылылыҡты, электр энергияһын һаҡсыл тотона белмәй. Шуның өсөн дә 2009 йылдың 23 ноябрендә ҡабул ителгән 261-се Федераль закон үлсәү приборҙары ҡуйыуҙы тәҡдим итә. Идарасы компаниялар, торлаҡ хужалары ширҡәте коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсе предприятиелар менән йылы, һалҡын һыу, йылылыҡ, электр энергияһы буйынса килешеү төҙөй. Әммә унда күп кенә пункттар коммуналь хужалыҡ ресурстарына ихтыяжға бәйләп яҙылған. Килешеүҙәрҙе ныҡлап ҡараһаң, беҙҙең бурыстарҙың күп, ә хоҡуҡтарҙың аҙ булыуы күренә. Мәҫәлән, бер генә килешеүгә лә улар коммуналь хеҙмәт­ләндереү буйынса бер берәмек калькуляцияны керетмәй. Шуға ла беҙгә биргән һыуҙың кубометры, электр энергияһының бер киловаты, гигакалорияның күпме тороуы билдәһеҙ ҡала.
Икенсенән, “Өфөводоканал” муниципаль унитар предприятиеһы килешеүҙә дөйөм һыу күрһәткестәрен алғанда имза ҡуйырға тейеш, әммә документта улар яғынан абонент кенәгәһе теркәтелгән, ә торлаҡ ширҡәте яғынан уның булырға тейешлеге ҡаралмаған. Бәхәсле осраҡтар килеп сыҡҡанда, ул сағыштырып ҡарау өсөн кәрәк. Әле генә шундай хәл булды: “Өфө инженер селтәрҙәре” пред­прия­тиеһы киләһе йылға яңы килешеүҙәр төҙөй, беҙ: “Бер гигакалорияға калькуляция күпме, күрһәтегеҙ, беҙ белергә тейеш, ниңә тарифтар ҙур?” – тип ҡыҙыҡһындыҡ. Улар: “Республика йәки ҡала тариф комис­сияһында беҙҙең калькуляциялар бар”, – тип яуап бирҙе. Ысын­барлыҡта улар килешеүҙе беҙҙең менән төҙөй, шуның өсөн үҙ-ара яҙмала калькуляция тер­кәлергә тейеш, тип уйлайым.
– Күптәр кви­тан­цияның аң­ла­йышһыҙ бу­лыуына зар­ла­на, түләүҙәр са­манан тыш арттырыла, тиҙәр.
– Һәр нәмәлә тәртип булырға тейеш. Закон буйынса түләүҙәрҙе һәр айҙың унынсы көнөнә тиклем түләргә тейеш булһаҡ та, беренә ҡәҙәр үк бирелергә тейеш, айҙың 25 – 26-һына тиклем күрһәткестәрҙе яҙып тапшырырға кәрәк. Квитанцияларҙы алғас та һәр кемдең бурысын түләүе мөһим. Әм­мә ҡайһы берәүҙәр ике-өс айға ҡәҙәр һуҙа. Шунда килеп тыуа ла инде аңлашыл­маусылыҡ. Ике айҙыҡы бергә ҡушып яҙыла. Унан компьютерға индергәндә һандарҙың буталып китеүе бар. Кемдер, уны-быны уйлап тормай, бара ла түләй. Шуға был осраҡта идарасы компанияға, торлаҡ хужалары ширҡәтенә йә булмаһа берҙәм иҫәп-хисап кассаһы үҙәгенә (ЕРКЦ) барып, барыһын да аныҡлау мөһим.
– Дөйөм йорт ихтыяждарына ла аңлатма бирегеҙ әле.
– Бурыстар ваҡытында түләнмәһә, ҡулланылған күрһәткес арта бара. Сығым күбәйә, дөйөм йорт ихтыяжы (ОДН) арта, халыҡ аптырашта ҡала. Бөгөн ОДН буйынса беҙҙең йорттарҙа йәшәүселәр араһында килешмәүсәнлек юҡ, сөнки фатирҙарҙың 98 процентында үлсәү приборҙары бар, бөтәһендә лә пломба ҡуйылған. Шулай булғас, ОДН һалҡын, йылы һыуға әҙерәк килеп сыға. Халыҡ уны норматив буйынса түләй, ҡалғаны торлаҡ хужалары ширҡәте өҫтөндә ҡала. Һаҡсыллыҡ, яуаплылыҡ кәрәк, шул ваҡытта ғына түләү буйынса ҡытыршылыҡтар килеп сыҡмаясаҡ.
– Түләүҙәр йыш арта…
– Тарифтарҙың үҫә барыуына бер ҡасан да ри­заһыҙлыҡ белдермәнем. Тормош алға бара, яңы технологиялар ҡабул ителә. Яңыртам тиһәң дә, эш аҡсаға барып төр­төлә. Шуға ла тарифтарҙың артыуын тәбиғи хәл тип ҡабул итәм.
Алдан әйтеүемсә, мине бәғзеләрҙең һаҡсыл булмауы борсой. Бөтә нәмә үҙе­беҙҙән башлана. Тәрбиә, һаҡсыллыҡ, хужаларса ҡарай белеү кәрәк. Ҡайһы ваҡыт көндөҙ ҙә әллә нисә фатирҙа ут янып тора, кәрәк булмаһа ла, ике-өс телевизор эшләй. Энергия һаҡлаусы лампочкалар, энергияны аҙ ашаусы светодиодлы лампочкалар, утты үҙенән-үҙе тоҡандырыусы датчиктар ҡуйыу мөһим. Йыуынғанда һыуҙы саманан тыш ағыҙмаҫҡа, йылылыҡты ла самаларға кәрәк. Шулай ҙа кәйефте ҡырған хәлдәр хаҡында ла әйтеп үтәйем: бәғзеләре ваҡытында иҫәпләшергә онота, икенселәре ҡулланған күләмдән аҙ күрһәтә, өсөнсөләре төрлө шикле аҙымға бара.
– Бөгөн күптәр капиталь ремонт өсөн түләүгә зарлана. Был аҙым дөрөҫ булдымы?
– Иртәме-һуңмы, фатир хужалары алдында йортто капиталь йүнәтеү мәсьәләһе торасаҡ һәм Торлаҡ кодексында күрһә­тел­гән исемлеккә ярашлы эштәрҙе атҡарырға тура киләсәк. Шуның өсөн фатир хужалары төбәк операторына мөрәжәғәт итә, банкта капиталь йүнәтеү буйынса махсус иҫәп асып, унан файҙалана ала. Шуны ла әйтергә кәрәк: төбәк программаһында йорттарҙы капиталь йүнәтеү оҙаҡ йылдарға планлаштырылған булһа, фатир хужалары һайлаған махсус иҫәп тиҙ арала өйҙө ипкә килтереүгә уңайлы форсат бирә. Был осраҡта аҡсаның ҡайҙа киткәнен, күпме тотонолғанын үҙаллы күҙәтергә мөмкин. Мин уны дөрөҫ ҡабул ителгәндер, тип уйлайым.
– Күптән түгел танышым һеҙҙең шир­ҡәткә ҡараған йорттан фатир һатып алғай­ны, ул бындағы тәртипкә, уңай­лылыҡҡа ҡыуанып бөтә алмай. Хатта түләү ҙә башҡаларҙан аҙыраҡ икән.
– Ысынлап та, беҙҙең йорттарҙа йә­шәү­селәр ҡәнәғәт. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн йыл һайын нимәлер эшләргә тыры­шабыҙ. Мәҫәлән, былтыр машиналар ҡуйыу өсөн туҡталҡалар, балаларға уйын майҙан­сыҡтары хәстәрләнек, ағастар ултырттыҡ, сәскә түтәлдәре ҡуйҙыҡ, быйыл видеокамералар урынлаштырҙыҡ. Әлбиттә, ошо урында тырыш эшсәндәребеҙ хаҡында ла әйтергә кәрәктер. Сантехниктар Айбулат Шакиров, Дмитрий Ермолаев, Ринат Бикбаев, йыйыштырыусы Валентина Васильева, урам таҙартыусылар Линар Ғаязов, Азат Йәсәүиев үҙ эшен намыҫ менән башҡара.

Венер ИСХАҠОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498