Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һуғымығыҙ һимеҙ булһын!”
“Һуғымығыҙ һимеҙ булһын!” Һуғым мәле. Был осорҙа ауылдарҙа – байрам кәйефе. Ҡаҙ өмәләре гөрләй. Мал-тыуары көр булһа, ҡайһылай шәп, тип хужалары ҡыуана. Йылға буйҙарында ҡатын-ҡыҙҙар шау-гөр килеп эсәк-ҡарын сайҡай, өйгә ҡот-бәрәкәт өҫтәп ҡаҙанда аш бешә. Тирә-йүнгә тәмле еҫ тарала.

Һуғым осоро әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ тормошоноң матур бер сағылышы һаналған. Ул – етеш тормош, именлек билдәһе. Туғандар, дуҫтар осрашып күңел асыуға бер сәбәп тә. Миҙгелдең бындай изге йолаһынан ни эшләп әле ҡала халҡы мәхрүм ҡалырға тейеш? Тап ошо маҡсаттан быйыл баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр, 26 декабрҙә, “Ит фестивале” ойошторола. Ул Спорт һарайы майҙанында үтәсәк.
“Һуғымығыҙ һимеҙ булһын!”Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдереүенсә, йәрминкә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдиме менән ойошторола. Бөгөн кәштәләрҙе үҙебеҙҙең аҙыҡ менән тултырыу хаҡында һүҙ алып барғанда, сараның әһәмиәте ифрат ҙур. Беренсенән, ул ауыл хужалығы эшсәндәренә үҙҙәре етештергәнде ҡулланыусыға туранан-тура еткерергә форсат бирһә, икенсенән, ҡала халҡына байрам алдынан таҙа, сифатлы, шул уҡ ваҡытта арзанға ит алыу мөмкинлеге тыуҙыра. Ул мал үҫтереүселәрҙе төрлө ығы-зығынан, тауарын аралашсыларға арзанға биреп ебәреүҙән дә ҡотҡара.
Ҡыш Бабай резиденцияһына сәйәхәт фестивалдең бер йәме булыр тип көтөлә. Яңы йыл почтаһы эшләйәсәк, уның аша донъяның теләгән мөйөшөнә ҡотлау открыт­каһы ебәрергә мөмкин буласаҡ.
Шулай уҡ ит тураусылар парадында республиканың төрлө төбәктәренән килгән егеттәр үҙҙәренең маһирлығын күрһәтәсәк.
Фестиваль төрлө майҙансыҡта үтә: береһендә колбаса, ит деликатестары, ярымфабрикаттар һа­тыл­һа, икенсеһендә Өфө ашнаҡ­сылары ҡунаҡтарҙы төрлө аш-һыу, милли аҙыҡтар менән һыйлаясаҡ, итте дөрөҫ ҡурырға өйрәтәсәк.
Фестиваль барлыҡ халыҡтың күңел асыу байрамына әүереләсәк. Төрлө уйындар, спорт ярыштары ойошторолоп, сәнғәт оҫталарының йыр-моңо, дәртле көйҙәр тантанаға йәм өҫтәр тип көтөлә.



Азат ФАЗЛЫЕВ, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты вазифаһын башҡарыусы:

– Бик кәрәкле сара был. Йәрминкәлә республиканың ит һәм ит аҙыҡтарын етештереүселәр, шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡатнаша. Уны йылына бер тапҡыр ғына үткәреү аҙ. Шуға ла киләсәктә кәмендә ике мәртәбә ойоштороу хаҡында һүҙ алып барыла.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518