Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мәҙәктәр Көләмәстәрһеҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереп булмай. Ниндәй генә заман елдәре иҫмәһен, шатлыҡ, ауырлыҡтар килмәһен, улар мәшәҡәттәрҙән арындырып, күңел кәрәҙен тултырып тора. Шуныһы ғына үкенесле: ҡайһы саҡ араларында халҡыбыҙға хас булмаған әсе оятһыҙҙары ла йөрөй. Мәғәнәһен ярлыландырып, “көлкө” яғын ғына ҡалдыра, әйтер һүҙҙең төптә ятҡан ысын асылы юғала. Ундайҙар уйландырмай, зирәктәрҙең төртмә, йор һүҙенең айышын тыңлаусыға еткермәй.
Ләкин был лаҡаптарға ҡағылмай, сөнки улар ниндәйҙер хәл-ваҡиға нигеҙендә, аныҡ ерлектә тыуа, ошо ерлектә генә йәшәй ала. Лаҡап — ғәрәп һүҙе, ”ҡушамат” тигәнде аңлата. Был яғына оҙон-оҙаҡ туҡталмайынса, ял битен уға арнайыҡ. Электән һаҡланған бер нисәһен тәҡдим итеп, уҡыусыларҙан яңыларын көтөп ҡалабыҙ. Бөгөн дә бит заман “нас­ретдин”дары арала йәшәй, тормошобоҙға йәм өҫтәй.

Ҡайын үҫкән

1970 йылдарҙа була был хәл. Баҫыуҙа бер төркөм ағайҙар, апайҙар сөгөлдөр сығара. Ғәли исемле бабай сөгөлдөр­сөләргә төшкөлөккә ҡайнар аш килтерә. Атын арба-йөгө менән “посадка”ла ҡалдыра ла эшселәрҙе ашарға саҡырырға китә. Күрәһең, байтаҡ ҡына йөрөгән был. Баяғы урынға кире килһә, ни күҙе менән күрһен, ат менән арба араһында йыуан ҡайын үҫеп ултыра, ти. Бабай быны күреп шаҡ ҡатҡан. Төшкө ашҡа килгән сөгөлдөрсөләр һындары ҡатып көлгән.
Ә хәл былай булған. Бер шаян Вәли исемле механизатор ағай Ғәли бабайҙың киткәнен генә ҡарап торған да, тиҙ генә атты туғарып, ҡайын ағасын ат менән арба уртаһында ҡалдырып, кире егеп тә ҡуйған, ти.
Хәҙер беҙҙә, берәйһе ҡайҙалыр оҙаҡлап йөрөһә: “Нимә, ҡайын үҫтереп йөрөнөң­мө?” — тип һуҡраналар.

Ф. СӘХИПОВА.
Дәүләкән районы.



МәҙәктәрОлатаһы кәңәше

Яңы өйләнеп донъя көтә башлаған Хәлфетдин: “Нисек итеп йәшәйем икән, олатай?” — тип кәңәш һораған.
Олатаһы аҡ һаҡалын һыйпай ҙа: “Тәүҙә, улым, тырышып эшләп ҡара. Мандый алмаһаң, урлап ҡара. Урлап та тормошоң яйланмаһа, алдап ҡара”, — ти.
Хәлфетдин, олатаһы өйрәткән ошо өс кәңәште тотоп, тырышып эшләй, уңайы сыҡҡанда урлаша, ышанып барыусыларҙы төп башына ултыртҡансы алдап китә. Ана шулай йәшәй отҡор Хәлфетдин.

Б. МӨЛӨКОВ.
Әбйәлил районы.



Ҡотолған

Бер ваҡыт Вәлиәхмәт ағай колхоз баҫыуында көнбағыш йыйып йөрөй икән. Шул саҡ колхоз рәйесе район хакимиәте вәкиле менән килеп сыға. Вәлиәхмәт ағайҙы күреп ҡалғас, колхоз рәйесенең асыуы ҡабара. Ә тегеһе ҡаушамаған:
— Бына, сәскәндә күмәк инек тә ул, йыйғанда бер үҙем ҡалдым,— тигән.
Райондан килгән вәкил, колхоз рәйесенә ҡарап:
— Бер ҡартҡа ғына ышанып ятмағыҙ, халыҡты сығарырға кәрәк,— тип киҫәтеү яһаған.
Шулай итеп, Вәлиәхмәт ағай язанан ҡотолған, имеш.

Һатмаған

Шәкәр заводы беҙҙең ауылдан дүрт саҡрым ғына булғас, жом ала торған ғәҙәт бар. Жомды һәр ваҡыт яҙҙырып ҡына алып булмай, ҡайһы саҡ урлап та килтереп һаталар.
Бер ваҡыт Вәлиәхмәт ағай жом ала. Шундай хәбәр тиҙ йөрөй бит. Иртәгәһенә үк уға килеп тә етәләр.
— Ағай, әйт әле, жомды кем килтерҙе? — тиҙәр.
— И-и, балалар, ҡайҙан беләйем инде, мейес башында ауырып ята инем, ҡулына ғына аҡса тотторҙом да ебәрҙем.
— Кем икәнен танымайһыңмы ни?
— Ҡайҙан таныйым ти, йөҙөнә ҡараманым, йөнтәҫ ҡуллы бер оҙон урыҫ ине, — тигән.

Ҡорһаҡ ҡына...

Вәлиәхмәт ағай Ағиҙел буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыра икән.
Уның ярты көндән артыҡ ултырғанын күргән бер кеше:
— Вәлиәхмәт ағай, иртәнән бирле ултыраһың, туйманыңмы ни? —тигән.
— Ултырып туйҙым да ул, бына (ҡорһағына күрһәтеп) ул туйманы, — тип яуап биргән, ти.

Риф ЙӨҘЛӨКБАЕВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.



Тиҫкәре ат

Бүлексә управляющийы булып эшләгән Фазылйән иртәнге һауынды тикшерергә була.
Фермаға етер алдынан ул баҡса аръяғынан төн­гө ҡарауылдан ҡайтып барған Хужиәхмәт ағай­ҙың арбаһында ниҙер барлығын күреп ҡала. Бының күңе­л­е­нә шик төшә. Тиҙ генә ҡарауылсының артынан китә. Арбала ике ҡапсыҡ ҡатнаш аҙыҡ икән. Управляющий килеп туҡтағанын күргән Хужиәхмәт ағай, атын сыбыр­т­ҡылап, кирегә бора башлай, үҙе:­ “Тиҫкәре ат, ҡайтырға ашыға бит, ферма мө­ди­ре шул ике ҡапсыҡты быҙауҙар аҙбарына инде­рергә ҡушҡайны”, — тип асыулана-асыулана һөй­лә­нә. Хужиәхмәт абзыйҙың зирәклегенә хайран управляющий телһеҙ ҡала.

Ғафуан КАМАЛОВ.
Ҡыйғы районы,
Туғыҙлы ауылы.



“Вис Урал һиңә!”

Олатайым мәрхүм инде. Шулай ҙа уның менән булған мәҙәктәрҙе, яҡты иҫтәлегенә бағышлап, яҙып ебәрергә булдым.
Ул күп йылдар урмансы булды. Бер ваҡыт ағас ҡырҡырға рөхсәт ҡағыҙы менән Рыҫҡужа ауылына мул­ла килә. Ул халыҡтан “Ғәбделәхәт ағасты һәйбәт бирә, бүтәндәр шикелле түгел” тигәнде ишет­кән була. Мулла бер килә, ике килә, ләкин олатайым ағас бирергә уйламай ҙа икән. Аптырағас, ауылына кире ҡайтып китә. Ирҙәр менән һөйләшеп ҡарай. Тегеләр араҡы алып барырға ҡушҡан. Мулла мәгәрис тотоп тағы килә. Сәй эсеп, араҡынан ауыҙ иткәс, күңеле күтәрелгән олатайым:­
— Ана, һиңә вис Урал! — тип ҡала.
Хәҙер ошо һүҙҙәр лаҡап булып йөрөй.

Ҡарлуғас ҒӘБИТОВА.
Әбйәлил районы,
Буранғол ауылы.



“Крыша поехала”

Сит ҡалала йәшәгән берәү беҙҙең ауылда өй тө­ҙөй.­ Бер ваҡыт бик көслө буран сығып, өйҙөң башын алып бәргән.
Уның ҡустыһы телеграмма ебәрә: “Срочно приезжай, крыша поехала”.

Үпкәләү

Беҙҙең яҡтан ике ағай Верхнеуральск ҡалаһына бара. Сарсап, арып, ашханаға инәләр. Түҙмәй, 40 стакан сәй алалар. Ҡайтарып бирерлек ваҡ аҡсаһы булмағас, кассир тағы ике стакан сәй алырға ҡушҡан. Былар, киреләнеп:
— Нимә, беҙҙе һыйыр тип беләһеңме әллә? — тигәндәр икән.

Мәрйәм БАКИРОВА.
Учалы районы,
Ҡобағош ауылы.


Ярамағанмы...

Ташаҫты ауылында икешәр әбейле өс ҡарт йәшәй ине (Әхмәҙулла бабай, Ишназар, Ноғман ҡарттар). Ғәҙел йәшәне улар: әбейҙәр бер-береһенең балаларын ҡарай, бабайҙарҙы алмашлап тәрбиәләй.
Элегерәк көндәшле ҡатындарҙың береһе шым ғына муллаға килә. Күрәһең, үҙен ҡыйырһытылған итеп тойғандыр инде. Өшкөртөү өсөн бер ҡаҙаҡ май, бер тәңкә аҡса килтергән ҡатын иренең үҙен яратмауына зарлана. Шуға ла бетеү өшкөрөп биреүен үтенә. Мулла шаяныраҡ булғандыр инде:
“Уны һөйҙө ни миңә,
Быны һөйҙө ни миңә.
Бер тәңкә аҡса, бер ҡаҙаҡ май —
Ярамаймы ни миңә?!” —
тигән бетеү яҙып биргә­н­.­­­­­­

З. МЫРҘАГИЛДИНА.
Ғафури районы,
Ҡауарҙы ауылы.



Бал өҫтөндә

Элегерәк Шәрип ауылында Әхмәҙулла исемле би­ге­рәк мәҙәк бабай йәшәгән. Ул йор һүҙле булыуы ғына­ түгел, кешеләргә тура килтереп ҡушамат тағыуы менән дә билдәле.
Бер мәл Турғай, Алабуға, Ата ҡаҙ ҡушаматлы ағайҙар феләктән бал алып эсеп ултыра икән. Кемдер ишек ҡаға. Былар тиҙ генә феләкте, өҫтөнә әйбер ябып, ишек төбөнә ҡуйған. Әхмәҙулла ҡарт өйгә ингәндә, тегеләр бер ни булмағандай һөйләшеп ултырған була, ти. Үҙенә бал эсермәйәсәктәрен һиҙгән сәсән Әхмәҙулла, бер аҙ ултыра биргәс, таҡмаҡлап ебәргән:
Ата ҡаҙы — һыу өҫтөндә,
Алабуға — һыу аҫтында.
Турғай һайрай тал өҫтөндә,
Мин ултырам бал өҫтөндә.
Ни ҡылһындар, ағайҙар баллы мискәне сығарырға мәжбүр булған. Хатта Әхмәҙулла бабайҙың яңы таҡмағы өсөн дә күтәргәндәр.

Гүзәл ӘМИНЕВА.
Салауат ҡалаһы.



Килен ашаймы ни?..

Һуғыштан һуңғы ауыр заманда хәлле генә йәшәгән үтә һаран бер ғаилә килен төшөрә.
Фатима килен бик уңған була, көнө-төнө эшләй, әммә, нисек кенә тырышһа ла, ҡәйнәһенә ярай алмай. Уҫал ҡатын хәйерсе киленде үҙ итмәй. Фатиманы табынға ла ултыртмай. Бахырҡай ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән генә туҡлана икән. Бер көндө быларға ҡунаҡ килә. Ҡәйнәһе килененән ҡоймаҡ ҡойҙора, үҙе күҙ ҙә алмай күҙәтеп ултыра. Сәй әҙер булғас, кеше әллә нимә һөйләр тип ҡурҡып, киленде лә өҫтәл янына ултырта. Килен асыҡҡан була, бер ҡоймаҡ ала ла семтеп кенә ҡаба. Ҡәйнә күҙенең ағы менән аҡайып Фатимаға ҡарай ҙа, йылмайған булып, сөсөләнеп:
— Киле-ен, әллә һин дә ҡоймаҡ ашайһың? — тип һорап ҡуя.
Шунан башлап был һүҙҙәр лаҡап булып ҡалған.

Ләлә ХӘСӘНОВА-АБЗАЛОВА.
Туймазы районы,
Бишҡурай ауылы.



Таныш кеүек

Өсөнсө ҡыҙҙары донъяға килгәс, олатайым силсәү­иткә тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға бар­ған.
Унда һорайҙар икән:
— Кем тип ҡуштығыҙ?
Олатайым уйлап торған-торған да:
— Зөһрә... Зөһрә тип яҙығыҙ, — ти икән.
Ҡайтҡас, ҡатыны таныҡлыҡты алып ҡараған да­:
— Һуң, беҙҙең бер ҡыҙыбыҙ Зөһрә исемле бит, һиңә бүтән исем бөткәнме ни? — тип әрләй икән. Олатайым:
— Әйтәм, таныш кеүек ине, — тип яуап биргән.

Н. ҠУНЫСБАЕВА.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.



Һарандан — бер йөк ҡар

Беҙҙең яҡтарҙа ике кеше һүҙгә килешкән. Янсаф Усманға: “Һинең атайың һаран, унан ҡар ҙа һорап алып булмай”, — тигән дә үҙ юлы менән киткән. Ус­­ман бик эскерле кеше булған, үҙе тракторҙа эшлә­гән.
Бына ҡыш үтеп, яҙ ҙа еткән. Урамдар бысрап, ҡарҙар ҙа унда-бында ғына ҡалған. Ләкин Усман Янсаф менән һүҙгә килешкәнен онотмаған. Трактор арбаһын тултырып бысраҡ ҡар тейәткән дә Янсаф­тың кибеп килгән ихатаһына алып барып ауҙарған: “Бына һиңә, Янсаф, ҡар алып килдем, атайым ебәрҙе”, — тигән, ти.

“Бына ер, бына һыу...”

Искәндәр ҡарт пенсияға сыҡҡас, осон-осҡа ялғап машина алған. Машинала үҙе генә йөрөй икән, бер ҙә Мәстүрә әбейҙе ултыртмай, ти.
Мәстүрәһе түҙмәгән, бер көндө: “Үҙең генә ултырып тик йөрөйһөң, мине лә ер-һыу күрһәтеп алып ҡайтыр инең, ҡарт”, — тип һуҡранған. Бер мәл­ Искәндәр ҡарт: “Ултыр, әбей, машинаға, ер-һыу күреп ҡайтырһың”, — тигән икән. Мәстүрә әбей ҡыуанып кереп ултырған. Бабай ауыл осон­дағы йылға ярына туҡтаған. Әбейҙе төшөрөп: “Бына ер, ана һыу! Хәҙер ҡайтып, өйҙә эшең менән бул”, — тигән дә ары елдергән. Мәстүрә әбей аптырап, илай-илай ҡайтып киткән.

Тәлғәт ҠУНАҠОВ.
Йылайыр районы,
Сидоровка ауылы.


Үс алыу

Маһия әбей төшкө сәй эсеп алғас, Фәйрүзәгә йомошҡа барған. Фәйрүзә әбей бабайы менән яңы ғына өҫтәлгә ҡунаҡлағандар икән.
Маһия әбейҙе лә, ай-вайына ҡарамай, мәж­бүрләп тигәндәй, сәй эсергә ултыртҡандар. Ләкин Маһия ныҡ туҡ булған, йүнләп ашай алмаған. Йомошон йомошлап ҡайтҡан.
Фәйрүзә әбей ауылға һүҙ таратҡан: “Бынау Маһия әллә ҡылтамаҡ инде, бер ҙә йүнләп ашай алмай...” Был хәбәр Маһия әбейгә килеп еткән.
Бер көндә ул асыҡҡансы эшләгән-эшләгән дә төшкө сәй ваҡытына Фәйрүзә әбейҙәргә киткән. Уларҙың ашарға ултырған мәле икән. Тәүҙә инәлткән кеше булһа ла, Маһия ихласлап сәй эсергә керешкән. Шулай итеп, ике самауырҙы “йыҡҡан” былар. Өҫтәл­дәге бик күп тәм-том, ризыҡ бөткән. Ул ҡайтып киткәс тә, Фәйрүзә әбей тағы һүҙ таратҡан: “Бынау Маһияның ашарына юҡтыр инде бахырҙың, ҡа­лай асығып йөрөй, бер үҙе ике самауыр сәй эсте­ лә ҡуйҙы”.

Ләйсән БҮЛӘКБАЕВА.
Әбйәлил районы,
Аһылай ауылы.



Зирәк олатай

Айытбай ҡартатайым тракторҙа эшләй. Баҫыуҙа йөрөгәндә йыбанып туҡтай был. Хужа килә лә:
— Нишләп тораһың? — тип тиктомалдан тиргәй башлай.
Ҡартатайым да аптырап ҡалмай, тракторҙың майы бөткән бит, тип аҡлана. Ә хужа ниндәй май кәрәклеген белмәй.
— Һыйырҙың һары майы кәрәк, — ти ҡартатайым. — Бар, өйөңдән ҡайтып алып кил әле.
Аптыраған хужа ҡайтып өйөнән бер биҙрә һары май алып килә.
— Ярай, рәхмәт. Хәҙер китһәң дә була, — тип быны ҡайтарып ебәрә. Үҙе иһә ерҙе һөрөп бөтә лә майҙы өләсәйгә илтеп бирә.
Зирәклеге арҡаһында аҡлана ла белә, майлы ла була.

Гөлнәзирә ИҪӘНОВА.
Баймаҡ районы,
Йомаш ауылы.



Хәйер

Бер йомала Яҡтыбикә әхирәтенең хәлен белергә килә. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ Мәйсәрә әбей әхирәтенең “Хәлеңде белергә килдем әле” тигәнен “Хәйер бирергә килдем” тип ишетә лә, ҡасан ғына бирер икән, тип көтә башлай.
Тегенеһе һаман да хәйерен сығармай. Әллә был­ картуф-фәлән алып килеп өндәшмәй ултырамы икән, тип тышҡа ла сығып әйләнә. Әҙерәк ултырғас, Яҡты­­бикә әбей хушлашып ҡайтып китә. Ә Мәйсәрә әбей, асыуы ҡабарып, үҙ алдына: “Алдаҡсы, хәйер бир­­әм тине лә һүҙгә әүрәп онотто”, — тип һөйләнеп тороп ҡала.

Һанарға онотҡан

Мортаза олатай бик мәҙәк һәм тапҡыр һүҙле кеше булған. Бер ваҡыт был кәбәнен ҡутарып йөрөй икән.
Эргәһенән үтеп барған бер ир:
— Ағай, ниңә кәбәнеңде ҡутараһың? — тип шаяртып һораған. Кәбәне янғанын белгертмәҫкә теләп, Мортаза олатай:
— Ҡойған саҡта күбәнең нисәү икәнен һанарға онотҡанмын. Хәҙер шуны һанап, яңынан ҡоям,— тип тапҡыр яуаплаған.

Р. ҒӘЙНИСЛАМОВА.
Баймаҡ районы.



Кем ғәйепле?

Колхоздың отчет-һайлау йыйылышы бара. Колхоз рәйесе Баһау Абдрахманович докладының бер өлөшөндә, баҫым яһап, былай ти: “Бына бит инде, фермаларҙа бригадир Ғилметдин йөрөй, әзмәүерҙәй веттехник Вафир йөрөй, мин йөрөйөм. Әммә һыйырҙар ҡыҫыр ҡалып бөткән...”
Халыҡ гөр килеп көлөшә, колхоз рәйесе, бер ни булмағандай, һүҙен дауам итә.

С. ӘХМӘТОВ.
Бөрйән районы.



“Ш-ш-шаңҡытты...”

Беҙҙең күрше ауылда ике ағай Ағиҙелгә балыҡҡа төшкән. Балыҡты күп итеп тотоу ниәте менән һыуға шартлатҡыс һалғандар ҙа көтәләр икән, тик ниңәлер шартламаған да ҡуйған.
Тамам аптырағас, береһе һыуға башын тығып тыңламаҡсы булған. Шул саҡ ҡапыл шартлау ишетелгән һәм... үҙе шаңҡып, ағып киткән. Быны күргән иптәше ни эшләргә белмәгән. Барып тотҡас, тегенеһе: “Ш-ш-шаңҡытты...” — ти икән.
Хәҙер берәйһенә һуҡһалар йәки йығылып китһә, ошо һүҙҙе иҫкә төшөрәләр.

Әлфиә БИКМӨХӘМӘТОВА.
Бөрйән районы.



“Ипләп, күҙеңде!..”

Ауылда уттай ҡыҙыу мәл. Колхозда урып-йыйыу эштәре бара. Көндөң һәр минуты, һәр сәғәте ҡәҙерле. Ләкин эшсе көстәр етешмәй.
Тик шешә менән дуҫ ҡайһы бер колхозсылар яратҡан шөғөлдәренән айырылырға теләмәй икән. Бер мәл аҙыҡ базаһында (сеновал) тап шундайҙар ҡарауылсы йортона йыйылып табын ҡороп ебәрә. Күп тә үтмәй, колхоз рәйесе килеп инә лә шешәләрен стенаға селпәрәмә килтереп һуға башлай. Был хәлгә ҡарауылсы түҙмәй. Әллә “аҡбаш”ты йәлләүҙән, әллә хужаны ҡайғыртып: “Ипләп, күҙеңә, улым!” — ти. Һәр шешә селпәрәмә килгән һайын шулай һамаҡлай икән.
Хәҙер ошо һүҙҙәр лаҡапҡа әйләнеп киткән. Яңылыш ҡулыңдан берәй әйбер төшөп китһә лә, эләгеп ҡолаһаң да, “ипләп, күҙеңде!..” тиҙәр.

Гөлкәй ҠАШҠАРОВА.
Баймаҡ районы,
Ишмырҙа ауылы.



“Янғантау”ҙан да яҡшыраҡ

Эскелеккә ҡаршы ҡаты көрәш башланғайны. Магазинда “зәм-зәм” һыуы булмағас, күп кеше бал ҡоя торғайны.
Саҙрый еҙнәй ҙә бер феләк бал әсетә. Шунан, “дегустация” яһау маҡсатында, бер ярты литрлыҡты күтәреүе була — тәҙрәнән ҡыҙыл фуражкалыларҙың өйгә инеп килеүен күреп ҡала. Ни эшләргә? Әгәр әсегән балды күреп ҡалһалар, протокол төҙөйәсәктәр, етмәһә, район гәзитендә лә “маҡтаясаҡтар” тигән уй үтә уның башынан.
Аптырап ҡалмай был — тиҙ генә салбарының бер балағын һыҙғана ла, ойоғон да сисеп тормай, бер аяғын мискәгә тыға. Килеп инә теге иптәштәр. Бөтә өй эсе әсе, һаҫыҡ бал еҫе менән тулған, берәү аяғын ҙур ғына феләккә тығып ултыра. Иҫерек һымаҡ та түгел, тик ауыҙы ғына ҡолағына еткән. “Ни эшләп ултыраһың, ағай?” — тигән һорауҙарына Саҙрый еҙнәй: “Бына, ҡустылар, аяҡ һыҙлап тәҡәтте ҡорота бит, врач кәңәше буйынса дауаланып ултырам әле. Әсе бал һыҙлауҙы баҫа, аяҡта йыйылған һары һыуҙы ла һура, ”Янғантау”ың ары торһон”, — тип яуаплай.


“Ҡуян күстәнәсе”

Горбачев заманында тәмәкегә ҡытлыҡ булып алды. Саҙрый еҙнәй ауылдан бер нисә кеше менән урманда ағас әҙерләй икән.
Бригадала һыҡмыр, бер тин өсөн йәнен бирергә әҙер кешеләр тупланған булған, тарттырмайҙар икән, хатта төпсөктәрен дә һүндереп һалып алалар, ти. “Ҡалалағы улым тәмәке ебәрһә, һеҙҙе лә һыйлармын әле, егеттәр, тарттырып тороғоҙ инде”, — тиһә лә, тегеләр ыжламай ҙа, имеш.
Был эшкә түҙмәгән еҙнәм нисек тә мутлашырға уйлай. Эштән ҡайтышлай мул ғына итеп ҡуян йоморсаларын йыйып ала. Һәйбәтләп мейестә кип­тереп онтай ҙа еҫе сығырлыҡ ҡына итеп тәмәке вағы өҫтәй. Иртәгәһенә бергә эшләгән иптәштәренә алып китә. “Әйҙә, әйҙә, тартығыҙ, егеттәр, әле миндә күп әле ул, улыма рәхмәт инде”, — тип еҙнәм тегеләрҙе ҡыҫтай-ҡыҫтай тарттыра икән. “Әсерәк булһа ла тартырға ярай”, — тип теге ҡомһоҙ әҙәмдәр шатлана, ти. Хәҙер һарандарға ҡарата “ҡуян күстәнәсе” тураһында лаҡап сыҡты.

Фәрүәт ХИСМӘТУЛЛИН.
Бөрйән районы,
Яңы Монасип ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511