Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәржемә оҫтаһы
Тәржемә оҫтаһы Әхмәт Ҡотошов – 36 йыл ғүмерен башҡорт совет матбуғатын үҫтереүгә арнаған журналист. Ул –марксизм классиктары хеҙмәттәренең иң оҫта тәржемәсеһе, башҡорт әҙәби телен камиллаштырыуға, уны билдәле бер дәрәжәлә тәртипкә һалыуға ҙур өлөш индереүсе лә.

Әхмәт Шаһиәхмәт улы Ишембай районының Ҡарайған ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Октябрь революция­һы­­на тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙ­рә­сә­­һен­дә бары өс йыл ғына уҡый алыу бә­хет­енә өлгәшә.
Махсус белеме булмауға ҡара­маҫтан, 1920 йылдарҙа башҡорт халҡына танһыҡ журналист һөнә­рен үҙләштерә. Заманында матбуғатты ойоштороу, техник яҡтан тәьмин итеү, шрифттар табыу кеүек мәшәҡәт­тәр күп була. Әхмәт Ҡотошов баш­ҡа эшмәкәр­ҙәр менән бер рәттән мил­ли журналистиканы аяҡҡа баҫтырыу, башҡорт әҙәби телен формалаштырыу менән шөғөлләнә.
Йәштәр бәхетенән ул йылдарҙа гәзит, журнал мөхәрририәтендә, китап нәшриә­т­ендә бар яҡтан да абруйлы, ҙур тәжрибә туплаған өлкән быуын вәкилдәре Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Төхвәт Йәнәби, Ғөбәй Дәүләтшин, Имай Насыри, Булат Ишемғол һәм башҡалар эшләй, улар кәңәш бирә, өлгө күрһәтә.
“Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре сифатында журна­­л­ис­тикаға ылығып, Әхмәт Ҡотошов артабан ошо йүнәлештә етәксе вазифаларҙы башҡара. “Башҡортостан”да эшлә­г­­ән йылдарын һәр саҡ оло хөрмәт менән хәтерләй ине ул.
– Күңелемә оҡшаған эште ошо гәзиттә башланым. Бында журналистика нескә­лек­тәренә төшөн­дөм. Тәүҙә эшсе хәбәр­селәр менән эшләү буйынса бүлек мөди­ре, яуап­лы секретарь булдым. Типогра­фия­­лағылар менән даими аралаша тор­ғай­ным, ысын оҫта булыу теләге уянды… – тине ул.
Республикала йәш журналис­тар­ҙы үҫтереүҙә Әхмәт Ҡотошов­тың тырыш­лығын, эшкә яуаплы ҡарауын белеп, ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты 1930 йылда уны Мәскәү ҡалаһына коммунистик журналистика институтына уҡыр­ға ебәрә.
Быға тиклем мәҙрәсәлә генә уҡыған кешегә ниндәй ауырлыҡ­тарҙы еңергә тура килеүен күҙ алдына килтереп булалыр. Ун йыллыҡ белеме булған кешеләр кимәленә етергә, шулай уҡ юғары уҡыу йорто материалдарын да үҙләштерергә тура килә уға. Нисек кенә ауыр булмаһын, Әхмәт Шаһиәхмәт улы абруйлы профес­сорҙар, уҡытыусылар биргән белемде үҙ­ләш­терә.
Коммунистик журналистика институтын уңышлы тамамлағандан һуң, ул ВКП(б) Үҙәк комитеты аппаратында эшкә ҡалдырыла. Мәскәүҙә оҙаҡ эшләргә тура килмәй – 1933 йылдың октябрендә Свердловск ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан “Урал большевигы” гәзитен ойошторорға йүнәлте­лә. Һуңынан ВКП(б)-ның Силәбе Өлкә комитетына ебәрелә, унда ла башҡорт телендәге гәзиткә етәкселек итә. Тыуған яғын ныҡ һағынған Әхмәт Ҡотошов “Баш­ҡортостан”ға ҡайтып, унда яуаплы секретарь, баш мөхәррир урын­баҫары вазифаларында эшләй.
1939 йылда ВКП(б)-ның Баш­ҡор­тостан Өлкә комитетының мат­буғат секторы мөдире итеп тәғәйенләнә. Халыҡ өсөн әҙәбиәт­кә, бигерәк тә сәйәси әҙәбиәт баҫтырыуға дәүләттең иғтибары ҙур була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сәйәси әҙә­биәт­те баҫтырыу идеология эшенең мөһим участ­каһы иҫәпләнә. Әхмәт Ҡотошов марксизм-ленинизм­ классиктары хеҙмәт­тәрен тәржемә итеү буйын­са мө­хәрририәт мөдире ва­зифа­һына күсә.
Бында ул К. Маркстың, Ф. Энгельстың, В. Ленин­дың хеҙмәт­тәрен тәржемә итеүгә ҙур өлөш индерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, уҙған быуындарҙың художестволы әҙәбиәтенә ихтыяж артҡас, Әхмәт Ҡотошов донъя, рус һәм совет классикта­ры­ның әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыу менән шөғөл­ләнә һәм баҫтырып сығара. Халҡыбыҙҙың патриотик үткәнен художестволы һүҙ аша күрһәткән ошо китаптар Совет Армияһы яугирҙәрен Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөйөк батырлыҡтарға рухландыра.­
Башҡортостан китап нәшриә­тенең баш мөхәррире булараҡ, Ҡотошов Башҡорт­остандың өлкән быуын яҙыусыларына һәм күп кенә танылған шағирҙарына (Рә­шит­ Ниғмәти, Баязит Бикбай, Ҡадир Даян, Сәләх Кулибай, Сәғит Агиш, Хәсән Мөхтәр һәм башҡалар) әҫәрҙәренең сифатын һәм йөкмәткеһен яҡшыртыуҙа ҙур ярҙам күр­һәтә.
Әхмәт Шаһиәхмәт улы башҡорт әҙәби телен формалаштырыу, тәртипкә кил­те­реү эшенә тос өлөш индерә. СССР Фән­­дәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Н. Дмитриев етәксе­легендә рус-башҡорт һүҙлеген төҙөүҙә туранан-тура һәм әүҙем ҡатнаша. Башҡорт АССР-ы­­­ Юғары Советы Президиумы эргәһендәге терминология комиссияһы һәм Республика орфография комиссияһы ағзаһы булараҡ, Әхмәт Ҡотошов хәҙерге башҡорт әҙәби теле ижтимағи-сәйәси терминоло­гия­һын һәм яңы орфографияһын төҙөүгә ҙур өлөш индерә. Башҡорт мәктәптәре өсөн ҡайһы бер уҡыу китаптарын баҫты­рыуҙа булы­ша. Бөгөн дә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү мәсьәләләрен тик­шер­гәндә Әхмәт Шаһиәхмәт улының кәңәштәре, ғәмәли ярҙамы урынлы булыр ине.
Билдәле шәхестең кешелек сифаттары хәҙерге быуын журналистары өсөн, тотош халыҡ өсөн өлгө булырлыҡ. Ул баҫалҡы, яғымлы, ярҙамсыл ине, ҙур абруй менән файҙаланды. Коллегаларына ярҙам итеүҙән баш тартманы, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Иптәштәренә баһалап бөт­көһөҙ ярҙам күрһәтте. Журналист һәм тәр­жемә кадрҙарын әҙерләүҙә лә даими ҡатнашты.
Әхмәт Шаһиәхмәт улының тағы ла бер сифатын – башҡорт халыҡ йырҙарын яратыуын, уларҙы оҫта итеп башҡарыуын билдәләмәй булмай. Һуғышҡа тиклем уның йыр-моңо радио аша ла йыш яңғы­раны. Тыуған ауылы Ҡарайғанға ла һәр саҡ ҡайтты, халҡын, ерен ихлас яратты. Фанил­­ыҡ менән хушлашҡанда ла ошо ауыл­да ине ул.
Башҡорт милли мәҙәниәтен, телен үҫтереүгә күп көс һалған өлкән журналист, оҫта тәржемәсе Әхмәт Ҡотошов республика йәмәғәтселеге тарафынан иҫкә алы­ныр­ға, исемен мәңгеләш­тереүгә лайыҡ. Шәхестең мәшһүр эштәре әле лә башҡа­ларҙы ижадҡа рухландыра.

Рамазан ҠОТОШОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан
Журналистар
союзы ағзаһы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516