Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерҙе сабырлыҡ оҙайта
Ғүмерҙе сабырлыҡ оҙайта Бәләкәй сағымдан уҡ күреп-белеп йөрөйөм аҡ яулыҡлы, йөҙөнән ихласлыҡ бөркөлөп торған был инәйҙе. Урамда осрағанда иҫәнлек-һаулыҡ һорашып үтһәм дә, бер ҙә яҡындан аралашырға тура килмәне ауылдашым менән. Әммә һуңғы бер нисә йылда уның тормошона ҡарата ҡыҙыҡһыныуым артҡандан-артты. Шулай булмаҫлыҡ та түгел: ул — Иштирәктә 102 йәшен тултырған иң өлкән кеше. Һәм, ниһайәт, бөгөн мин Сиражиә Йәнгирова янында уның ғүмер йомғағын яйлап ҡына һүткәнен тыңлап ултырам.

Ул ауылдың ярлы крәҫтиәндәре Динислам Яҡуп улы менән Сәриә Ғәбделғәлләм ҡыҙы ғаиләһендә өсөнсө бала булып 1913 йылда донъяға ауаз һала. Аслыҡ йылдарының бөтә ауырлығын елкәһендә күтәргән ғаиләлә туғыҙ баланан өсөһө генә иҫән ҡалып, буй еткерә.
Ҡыҙға мәктәптә белем алыу бәхете теймәй, шулай ҙа ул мәҙрәсәлә абыстайҙа бер аҙ уҡып йөрөй. 25 йәшендә Сиражиәне ауылдың уңған егете Мөхәммәтхарисҡа кейәүгә бирәләр. Шул йылдарҙа ойошҡан колхозға улар бергә ғаилә ҡорғандан һуң инә. Һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрап, матур ғына йәшәй башлайҙар. Әммә йәштәрҙең бәхете оҙаҡҡа бармай, алты йыл парлы торғандан һуң, үпкәһенә һалҡын тейҙергән ире мандый алмайынса вафат була. Бер-бер артлы тыуған өс сабыйҙары ла ғүмерле булмай: беренселәре — 4 йәштә, һуңғылары йәш ярымлыҡ саҡта төрлө сирҙәрҙән йән бирә. Ҡайғыһын эсенә йоторға тырышҡан Сиражиә көн-төн колхоз эшендә була. Ураҡ урып, көлтә бәйләү, бесән сабыу, ашлыҡ елгәреү, яҙғы бысраҡта бата-сума орлоҡ алып ҡайтыу — был эштәрҙең береһенән дә ҡалмай ул.
— Ул йылдарҙы, һуғыш осорон тетрәнмәйенсә иҫкә алырлыҡмы һуң?! Тамаҡ ас, өҫ-башҡа кейем, аяҡҡа сабата ла етерлек түгел. Яҙ, йәй еткәнде түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Урмандан ҡапсыҡ тултырып балтырған тажы, ҡаҡы алып ҡайтабыҙ. Тәүгеһен ҡаҙанда эҫе һыуҙа ҡабартып алаһың да, унан ҡабат ҡайнатырға һалып, бешкәс, һығып, төйәһең. Уға бер аҙ он ҡушып, мейес эсендә сөсө күмәс әҙерләргә була. Кесерткән, ҡаҡы кеүек үләндәр янына бер-ике ҡашыҡ он эләкһә, аш бешереп ашайбыҙ. Янып-бешеп самауыр сәйе эсәбеҙ ҙә эшкә сығып йүгерәбеҙ. Сәй үләнен дә урмандан алып ҡайтабыҙ. Уға еләк япраҡтары ла ҡушып, төйнәп күгәртәбеҙ. Хәҙерге сәйҙәр кеүек үк тәмле булмаһа ла, бынамын тигән эсемлек килеп сыға. Шулай итеп, урман беҙҙе аслыҡтан үлеүҙән һаҡлап ҡалды, балам, — ти Сиражиә инәй.
Һуғыш тамамланыр алдынан 36 йәшлек тол ҡатын күрше Ҡарабаш ауылы кешеһе Шәйнурға икенсегә кейәүгә сыға. Беренсе ҡатыны үлгән, балалары үҫеп, яңғыҙ ҡалған иргә был ваҡытта 60 тулған була. Улар Иштирәктә Сиражиәнең йортонда йәшәй башлай.
— Өйөбөҙ иҫкереп бөткәйне. Колхоздан үгеҙ алдыҡ та шуның менән ҡышын урмандан өйлөк ағас ташыныҡ. Билдәле, рөхсәт менән инде. Йәйен бына әле йәшәп ятҡан йортобоҙҙо күтәрҙек. Икебеҙ ҙә колхозда тырышып эшләнек. Үҙем алты йыл тракторсыларға аш бешерҙем. Хәтһеҙ йылдар ашлыҡ амбарында эшләнем, төндәрен ҡарауылсы булып та торҙом. Бер ҡара эштән дә ҡурҡманым, ҡайҙа ҡушалар, шунда йөрөнөм. Өс балабыҙ тыуҙы. Баш балам Йәмиғнурыбыҙ сабый саҡта уҡ үлде. 1947 йылда тыуған ҡыҙыбыҙ Дәһинә, йәшләй генә Ҡаҙағстан яғына сығып китеп, ғаилә ҡорҙо. Ара йыраҡ булғас, һирәк ҡайтты, аяныс, 2004 йылда вафат булып, шул яҡта мәңгелеккә ятып ҡалды. 1949 йылғы улыбыҙ Филлүр Дүртөйлөлә йәшәй. Атайҙары туҡһанға етә яҙып вафат булды, — тип иҫкә ала Сиражиә инәй.
Уны яҙмыш һынауҙары алдағы көндәрендә лә көтөп кенә торған, күрәһең. Ул ваҡытта Филлүр, үҙе кеүек үк аҡыллы һәм уңған Фәнүзәгә өйләнеп, Дүртөйлө ҡалаһында йәшәп, эшләп йөрөй. Әммә көндәрҙән бер көндө һоҡланып ҡарап торорлоҡ баһадир кәүҙәле утыҙ йәшлек ир, мотоциклы менән ауыр юл фажиғәһенә тарый, умыртҡа һөйәге һына.
— Улым шул көндәрҙән башлап коляскала. Ярай әле киленем Фәнүзә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ла бирешмәйенсә, уны бала кеүек тәрбиәләй. Үҙе ашнаҡсы булып эшләне, хәҙер хаҡлы ялда. Ғаилә таянысы булып улдары Илдар үҫте. Ул, үҙ ғаиләһен ҡороп, айырым йәшәй. Яҙмыштың күп һынауҙары, тән-йән һыҙланыуҙары аша үткән улым инвалид машинаһында үҙе йөрөй. Киленем менән бергә килеп, хәлемде белем торалар. Хәҙер инде күп ваҡыт ул машинаһында ултырған килеш йә урамдағы эскәмйәлә генә һөйләшәбеҙ, сөнки коляска менән йөрөүе уңайһыҙ. Инде балаҡайҙарым тигеҙ генә йәшәһен. Таң атҡан һайын киленемә рәхмәттәр уҡып, уларға Хоҙайҙан сәләмәтлек теләйем, — тип күҙ йәштәрен һөртә ағинәй.
Яҙмыш һынауҙарына бөгөлөп төшмәгән әбей утыҙ йылға яҡын инде ейәне Радик менән бергә йәшәй. Ҡыҙҙары Дәһинә, беренсе иренән айырылғас, Радикты бәләкәй сағынан уҡ Иштирәктә ҡалдырған. Малай бәләкәйҙән Октябрьскийҙағы интернат-мәктәптә белем алған, армияла хеҙмәт иткән. Шунда ашнаҡсы һөнәренә өйрәнеп, һалдат кухняһында эшләгән. Һуңынан Ҡаҙағстанда шахтер ҙа булған. 1987 йылда ауылға, өләсәһе янына ҡайтҡас, башта мәҙәниәт йортонда, унан һуң фермала эшләне. Һуңғы йылдарҙа өләсәһен тәрбиәләй.
— Яңыраҡ ҡына 50 йәшен билдәләгән ейәнем —иң яҡын терәгем. Мин унһыҙ ҡанатһыҙ ҡош кеүек. Радик мейескә ут яғып, өйөбөҙҙө йылыта, хатта өлгөргәндә икмәк тә һала. Ул бешергән көлсә, табикмәк, бәлеш кеүек ризыҡ бик тәмле була. Инде Хоҙайым үҙемде унан айырмаһын, — тип теләй Сиражиә инәй.
Һикәлтәле ғүмер юлында етемлек әсеһен дә татыған, бала ҡайғыларын да күп күргән, әммә бер ҡасан да бөгөлөп төшмәгән сабыр йәнле Сиражиәне ауыл халҡы ағинәй тип хөрмәт итә. Ауыл клубында байрам ойоштороп, уның 100 йәше билдәләнде.
Үҙе бигүк уҡый-яҙа белмәһә лә, Ҡөрьән аштарында мулла-абыстайҙарҙан аяттар, доғалар отоп алған, зирәк, иманлы Сиражиә инәй ғүмере буйы кешеләргә ярҙамсыл булды, ихлас аралашып йәшәне.
— Ул әле лә бирешмәй: таяҡҡа таянып, яҡындағы магазинға ла бара, күрше-тирәләренә хәл белешергә лә инә, ашҡа ла йөрөй, — ти уның тураһында күршеһе Рәжүҙә Ғәлләмова.
“Оҙон ғүмерлелек сере нимәлә?” тигән һорауыма ағинәй былай яуапланы: “Насар ғәҙәттәрем булманы. Үҙ еребеҙҙә үҫкән, тәбиғәт биргән ризыҡ менән туҡландым. Сабыр булдым. Бер ҡасан да кешеләргә насарлыҡ теләмәнем. Ғүмерем хеҙмәттә үтте. Эшләгән кешенең башында кәрәкмәгән борсоулы уйҙар оҙаҡ тормай. Мәрхәмәтле булыу ҙа ғүмерҙе оҙайта”.
Яҙ көнө Сиражиә Йәнгирова Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан 1941 — 1945 йылдарҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙал менән бүләкләнде. Уны, өйөнә килеп, Ҡарабаш ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәфит Шәнгәрәев тапшырҙы. “Һеҙҙең тылдағы батырлығығыҙҙы һәр ваҡыт хәтерҙә һаҡлаясаҡбыҙ. Икһеҙ-сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ һеҙгә!” — тип йылы тойғоларын еткерҙе ул.
Асыҡ, нурлы йөҙлө ауылдашыбыҙға ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, хәйерле ҡартлыҡ һәм дә ауылыбыҙҙың йәме булып оҙаҡ йәшәүен теләп ҡалабыҙ.

Зәлифә КАШАПОВА,
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840