Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мөһабәт тирәк Эш сәғәте һуға. Ул эре генә килеп инә. Һиҙелеп тора, кәүҙәһен тура тоторға, үҙенән йәшерәктәргә һыр бирмәҫкә тырыша. Артислығы ла бар: йәштәр кеүек ыҫпай, сибәр, матур күренергә теләй...
Бына шундай кеше ине ул күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев.


Ғөмүмән, ул был донъяла үҙенең баһаһын белеп йәшәне, күңеленән дә, былай ҙа үҙен үҙ ерендә хужа итеп тотто, үҙаллы фекер йөрөттө. Һәр әйбергә, күренешкә үҙ ҡарашы булды. Ҡайһы берҙә ғәм халыҡ, нығынған йәмәғәтселек фекеренә ҡаршы сыҡты (мәҫәлән, “Ике дуҫтың береһе ҡол була”, ”Алтын? Юҡ, кәрәкмәй” мәҡәләләре), ғүмеренең аҙағынаса инанған коммунист булып ҡалды, ниндәй хәлдә лә иманынан яҙманы. Данлағаны, инанғаны — социалистик ҡоролош; баҙар мөнәсәбәттәрен ҡабул итмәне, ерҙе һатыуға ҡаршы булды... Социализмды яҙмышы һанаһа ла, был осорҙа халҡыбыҙҙы таратып, төрлө өлкәләргә бүлгеләүгә, шулай ассимиляциялауға, туған телде уҡытыуҙа төрлө кәртәләр ҡороуға ҡаршы ине. Ауыл гөрләһен, уның киләсәге өсөн йәнем фиҙа, тип йәшәне. Ғүмере буйы ауылды йырланы.
...Текә генә баҫып, үҙ урынына үтә. Ҡалҡыу буй-һын. Әйтерһең, һыубаҫар төбәктәге мөһабәт тирәк. Бөтә килеш-килбәтенән шәплек (әллә эрелек, әллә ғорурлыҡ, әллә үҙ дәрәжәңде белеү) бөркөлөп тора. Эйе, бер аҙ һауалығы ла, ҡупыҡлығы ла булғандыр инде. Әммә быға хаҡы ла бар ине: ул үҙенең кемлеген, нимәгә һәләтле булыуын һәм, иң мөһиме, ижадының кимәлен, ҡиммәтен белеп йәшәне. Ә шәхес иң тәүҙә үҙенә баһа бирә, үҙе белә үҙенең кемлеген! Һуңынан үҙен кеше алдында, йәмғиәттә раҫлай... Мәшһүр әҙиптең ижад емештәре халҡының күҙ алдында булды, баһалай алыр кешеләр баһаланы. Минеңсә, шундай хикәйәсеһе булһа, башҡорт прозаһы ғына түгел, урыҫ әҙәбиәте лә ғорурланыр ине (әйткәндәй, урыҫтың күп нәмәһенә ул үҙе лә һоҡланып йәшәне).
...Урынына ултырғас, телефонды ала. “Алло, таныныңмы?.. Нисек? Ағайың берәү бит ул!” Эйе, ул башҡорт әҙәбиәтендә берәү ине. Атаҡлы хикәйәсе. Әҙәбиәтебеҙҙә Сәғит Агиш, Шакир Насиров, Фәрит Иҫәнғолов традицияларын дауам итеүсе. Сәғит Агиш урынына ҡалған мәҙәксе. Тел маһиры, һөйләү оҫтаһы. Һуңғараҡ үҙенең ҡайһы бер көләмәстәрен “Ағиҙел” журналында ла баҫтырып сығарҙы.
Берәү ине ул. Һәм беҙ, ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре, етемһерәп ҡалдыҡ. ”Ағиҙел” журналы редакцияһында үҙенең һуңғы көндәренәсә тир түкте, хәҙерге башҡорт прозаһын етәкләне (һуңғы йылдарҙағы бөтә ҡулъяҙмаларҙы тиерлек күҙҙән үткәрҙе). Аҙаҡҡы аҙнала дүшәмбе көн шылтырата: “Сырхап торам, тымау, ахыры: врачҡа барам”. Беҙ уны, ике-өс көндән эшкә сығыр, ҡабат урынына килер ҙә ултырыр, тип көттөк...
Ул, әйтерһең, һыубаҫар төбәктәге иңһеҙ тирәк. Шул ғорур, мөһабәт ағас һин дә мин ултырған еренән гөрһөлдәп ауҙы ла ҡуйҙы. Әйтерһең, аяғөҫтө көйө генә йығылып китте әҙәбиәтебеҙҙең баһадиры, бер таяуы, алтын бағаналарының береһе!
...Бына ишек асылыр... Ул. Шул уҡ: бер аҙ һауалы, ихлас йылмая, кәүҙәһен тура тоторға тырыша... Уның көлөүе лә — мәҙәксе көлөүе: шаян, төрттөрөп-ҡытыҡлап алыу­сы көлөү. Күҙен ҡыҫа төшөр, барыбер был ихлас, кешелекле көлөү, һине яҡын итеп мәҙәкләү булыр. Юҡ, уға мәкерле көлөү, аҫтыртын мыҫҡыллау хас түгел. Ул хатта үҙен ҡыйыр­һытыусыларға ла кенә тотманы буғай. Ауыҙ күтәреп әрләшә белмәне, асыуын эсенә йомдо — эстән һыҙланды, йөрәген шулай бөтөрҙө.
Эйе, ул үҙенең шәп, оло яҙыусы булғанын белеп китте, ә ҡалғаны — тереләр ихтыярында, ҡалғаны — тәҡдир ҡулында.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 310

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497