Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре
Башҡортостан Республикаһы Мәға­риф­ты үҫтереү институты Координация советының күсмә ултырышын район һәм ҡалаларҙа үткәреү матур йолаға әйләнде. Күптән түгел сара Көйөргәҙе районы мәктәптәрендә уҙҙы. Кәңәшмә мәғариф өлкәһендәге иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе — федераль дәүләт белем биреү стандарттарын уҡытыу процесына индереү һәм уның тәүге һөҙөмтәләрен тикшереүгә арналды. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты Координация советының күсмә ултырышын район һәм ҡалаларҙа үткәреү матур йолаға әйләнде. Күптән түгел сара Көйөргәҙе районы мәктәптәрендә уҙҙы. Кәңәшмә мәғариф өлкәһендәге иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе — федераль дәүләт белем биреү стандарттарын уҡытыу процесына индереү һәм уның тәүге һөҙөмтәләрен тикшереүгә арналды.

Ысынлап та, мәғариф систе­маһына федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү мөһим ваҡиғаға әйләнде. Быйыл белем биреү стандарттары буйынса уҡыусылар һаны 56 процент тәшкил итә. Әлбиттә, уның төп маҡсаты — белем сифатын яҡ­шыр­тыу. Ошо йәһәттән уҡытыу­сының әҙерлегенә, уның методика системаһына ла байтаҡ яңылыҡ­тар, үҙгәрештәр индерелде. Иң мөһиме — хәҙер уҡытыусы әҙер мәғлүмәт кенә көтөп ултырырға тү­гел, ул үҙе лә белемен камил­лаштырырға, яңы мәғлүмәт табыр­ға, яңы күнекмәләргә эйә булырға тейеш.
Уҡытыусының роле баһалап бөткөһөҙ. Шуға күрә Мәғарифты үҫтереү институты был өлкәлә методик үҙәк ролен үтәй. Белем биреүҙең йөкмәткеһен яңыртыу, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү һәм уны мәктәптәргә индереү, уҡытыусыларға уҡытыу-тәрбиә эшенә яңы технологиялар һәм методика индереүҙә ярҙам итеү, асыҡ дәрестәр, семинарҙар, конкурстар, конференциялар, оҫта­лыҡ дәрестәре үткәреү буйынса институт уҡытыусының ныҡлы таянысына әйләнде. Һәр йылда 20 меңдән артыҡ педагог үҙенең квалификацияһын күтәреп, белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙы хәл иткәндә, йөҙәрләгән уҡытыусы, ҡайтанан әҙерлек үтеп, диплом ала.
Һәр кемгә билдәле: уҡыусыға заман талаптарына ярашлы белем биреү өсөн уҡытыусы тәүге сиратта үҙе даими уҡырға, яңы техно­ло­гияларҙы һәм алымдарҙы үҙләш­терергә бурыслы. Әле мәғариф өлкәһендә электрон дә­рес­лектәрҙе һәм уҡыу әсбаптарын ҡулланыу, дистанцияла уҡытыу һәм башҡа алымдар йылдам үҫеш алды.
Был йәһәттән Мәғарифты үҫ­тереү институты һәр уҡытыусыға, һәр педагогка ярҙам итә. Бөгөн уҡытыусының һөнәри камиллашыуын берҙәм белем биреү мөхитен формалаштырыуҙан, методик хеҙмәт­ләндереүҙе күп кимәлле итеүҙән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Бындай структуралар һәр белем биреү учреж­дениеһында ойошторолоп, уҡы­тыу­сыға методик ярҙам күрһәтергә тейеш.
Тап ошо хаҡта институт ректоры Рәмил Мәжитов, ғалимдар, методистар, мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар ҡатнашлығында асыҡтан-асыҡ фекер алышыу булды.
Күсмә ултырыштың Көйөргәҙе районында үткәрелеүе осраҡлы түгел. Төбәктәге башланғыс клас­тарҙа федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү уңышлы тамамланған. Башланғыс һәм юғары класс уҡытыусылары һәм уҡыусылары араһында матур күсәгилешлелек ойошторолған, башланғыс класс уҡытыусылары – өлкән кластарҙың, ә өлкән класс уҡытыусылары башланғыс кластар өсөн программалар менән таныша, бер-береһенең дәрестәренә инеп ултыра, тәжрибә туплай. Бындай тәжрибә өлкән кластарҙа белем биреү стандарттарын индереүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ныҡ ярҙам итә. Бишенсе класта ла, башлан­ғыстағы кеүек үк, эмоциональ мөхит булдырылған, бала­ларҙа уҡытыу­сыларына ҡарата ышаныс, ихлас­лыҡ, оптимизм, серҙе йәшермәй кәңәшләшеү һәм асыҡтан-асыҡ һөйләшеү сифаттары тәрбиәләнгән. Ғәҙәттә, уҡытыусының хеҙмәт емеше “уҡытыусы — уҡыусы”, “уҡыусы — уҡытыусы” мөнәсәбәттәренә ҡарап баһалана. Күп осраҡта төрлө байрамдар, мөһим саралар баш­ланғыс һәм өлкәнерәк кластар уҡыусылары менән бергә үткәрелә. Һөҙөмтәлә балалар яңы терми­н­дарҙы, һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйлә­неш­тәрҙе үҙләштерә, ә уҡытыусы­лар яңы технологиялар, алымдар өйрәнә. “Башланғыс класс уҡытыу­сы­һы” — “Уҡытыусы-предметсы” өсөн махсус күсәги­лешлелек програм­маһы эшләнә, күсеү осоро програм­маһында ике звено мәк­тәп­тә эшләгән уҡытыусылар ара­һында дәрестәр үткәрелә, яңы технологиялар һәм ысулдар ҡул­ла­ныла, балаларҙың йәш үҙенсә­лектәре иҫәпкә алына. Был йәһәттән мәктәп етәкселәре район хакимиәте, мә­ғариф бүлеге етәксеһе ҡатнаш­лығында йылына ике тапҡыр психологик-педагогик консилиумдар үткәрә.
Дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре өсөн район методистары тарафынан синыфтар күсәгилеш­лелеген үҙ эсенә алған алгоритм эшләнгән, ул уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороуҙа ныҡлы ярҙам итә.
Ҡыҫҡаһы, Көйөргәҙе районы мәктәптәрендә башланғыс һәм төп мәктәп уҡытыусылары араһында тығыҙ бәйләнеш, уларҙың күсәги­лешлелеген тәьмин итеү буйынса яңы ойоштороу формалары булды­рылған. Улар матур һөҙөмтә бирә. Күсмә ултырышта ҡатнашыусылар район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары, мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолованың сығышын иғтибар менән тыңланы.
Район уҡытыусылары ултырышта ҡатнашыусылар өсөн асыҡ дәрестәр күрһәтте. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын мәктәпкә индереү һәм уларҙың тәүге һөҙөмтәләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 401

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497