Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эткә лә, малға ла закон кәрәк
Эткә лә, малға ла закон кәрәк Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигәндәй, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшкәндә генә ярайһы уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Килешеп эшләү киләсәккә маҡсаттар билдәләгәндә айырыуса ныҡ ярҙам итә. Район һәм ҡалаларҙа йыш ҡына төрлө сетерекле хәлдәр сыҡҡылай, ҡайһы бер муниципалитет депутаттары үҙҙәрендәге ябай ғына берәй проб­лема менән күҙгә-күҙ бәрелешкәндә юғалып-албырғап ҡалыусан йә уны ситләтеп үтеүсән, шуға күрә йәнле аралашыуҙар һәр йәһәттән дә, төрлө саҡта ла кәрәк. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Башҡортостанда урындағы үҙидара тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу һәм тормошҡа ашырыу тураһында” тигән темаға ҡоролған кәңәшмәгә Иглин һәм Шишмә район Советтары депутаттары ла саҡырылды.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай­ҙың урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйын­са комитеты рәйесе Румил Аҙна­баевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, парламентарийҙар өсөн бигерәк тә урындағы депутаттарҙың фекере мөһим, сөнки үҙҙәрендәге хәл-торошто уларҙан да тәрәнерәк белгән кеше юҡ.
Ашаған түгел, тураған белә, ти­ҙәр. Беҙ, ҡалала төпләнеүселәр, ығы-зығыла мәж килеп, тегендә сабабыҙ, бында йүгерәбеҙ, ҡыҫҡа­һы, үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнай­быҙ. Әйтәйек, шул уҡ ауылда ни булып ятҡанын тик таныш-то­нош­тарҙың йәки туғандарҙың һөйлә­гән­дәренән генә беләбеҙ. Баҡтиһәң, тыныс тигән ауыл күптәр уйлағанса уҡ түгел икән дә, хатта артыҡ шау-шыу тыуҙырмаһа әле! Юғиһә депутат һынлы депутаттар ошо мәсьәләгә йөҙ менән боролор инеме?! Мәҫәлән, ауылдың һаҡсыһы һаналған эттәргә “дүрт аяҡлы дуҫ­тар” тип яғымлы өндәшергә өйрә­нелгән, әле килеп шул хайуандар кешенең дошманына әйләнһенсе!
– Берәҙәк эттәрҙең үрсеүе һәммәһен дә хафаға һала, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе Рәсүл Ғосманов. – Билдәле сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн 140 мең тирәһе эт һәм бесәй урам ҡыҙыра. Улар йоғошло ауырыу тарата, кешегә ташлана, малды һәм ҡош-ҡортто тамаҡлай. Йылына 3 меңдән ашыу граждан йыртҡыс хайуандарҙан зыян күрә. Иң ҡыҙғанысы — шуларҙың 30 проценты балалар.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа берәҙәк эттәрҙе аулау тураһында закон ҡабул ителгән, хәҙер иһә ошоға нигеҙләнгән акт эшләнелә, тимәк, муниципалитеттарға про­блеманы хәл итеү өсөн тулы хоҡуҡ биреләсәк.
Рәсүл Үзбәк улы былтыр Өфөлә эт өйөрөнөң бер мәктәп уҡыусыһын өҙгөсләүен иҫкә төшөрҙө. Берәҙәк эттәрҙе юҡ итеү буйынса бәхәстәр тынмай. Кемдер күргән-тотҡан береһен атырға ҡуша, икенселәр берәй үҙәккә урынлаштырырға кәрәк тигән тәҡдимен еткерә. Минеңсә, ниндәй генә йән эйәһе булмаһын, һәр ваҡытта ла әҙәмсә ҡараш, кешесә мөнәсәбәт тейеш. “Доброта” приютының был тәңгәлдә изге эш башҡарыуы — шуға асыҡ миҫал. Ҡыҙыҡлы бер күренеш: унда ҡайҙан һәм ниндәй хәлгә төшкән­дәрҙе генә килтермәйҙәр, бейәләй кеүек бәләкәсенән алып башмаҡ ҙурлығына хәтлем. Законға ярашлы, хужаһыҙ эттәрҙе тотоп питомникка алып баралар. Белгестәр уларҙы таҙарта, йоғошло ауырыу­ҙарға һәм ҡотороуға ҡаршы прививка яһай, ашата һәм стерилләй. Аяғына баҫҡан ҡайһы берәүҙәрен һаҡ ойошмалары, хатта эске эштәр идаралыҡтары үҙҙәренә алыуҙы ғәҙәт иткән, әммә һирәк булһа ла тегеләрҙең хужаһы табыла, бәғзе­ләрен эт яратҡандар үҙҙәренә ала, бүтәндәре тотолған еренә алып барып киренән иреккә сығарыла. Әгәр эт ысынлап та ауырыу тип табылһа, ул укол ярҙамында мәңгелеккә “йоҡлатыла”.
Шишмә һәм Иглин райондарында, баш ҡалаға яҡын урынлашҡас, билдәле, шәхси баҡсаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Яҙын ҡаланан эте-бесәйе менән ауылдағы икенсе йорттарына килеп йәшәүселәр, ғәҙәттә, һыуыҡтар башланыуға Өфөгә яңғыҙы ғына ҡайтып китә. Бына ошондай йәнһеҙ бәндәләрҙе нисек аңларға? Улар яҙмыш ҡосағына ташланған берәҙәктәр өйөрөн тулыландырыуға ҙур өлөш индерә ләбаһа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл йыл да ҡабатлана.
Эт тигәндән, ирекһеҙҙән тау битләүендә утлап йөрөгән һыйырҙар, көтөүҙе өйөрөп йөрөгән эт, ә унан өҫтәрәк ҡалҡыулыҡта йоҡомһорап ятҡан көтөүсе күҙ алдына килеп баҫты. Ҡайһылай рәхәт, еңел генә аҡса эшләргә мөмкин икән дә! Ысынында бөтә ерҙә лә шулаймы? Юҡтыр. Сығыш яһаусы шулай уҡ ҡарауһыҙ малдарҙың оло юлдарға сығып, юл һәләкәтенә сәбәпсе булыуы, улай ғына ла түгел, шуның арҡаһында кеше ғүмерҙәренең өҙөлөүе тураһында ла бик әсенеп һөйләне. Көтөү ойошторолмаған яҡтарҙа бит хәл бөтөнләй бүтәнсәрәк, ауыл автомобиль трассаһына яҡын урынлашһа, бигерәк тә хәүефле.
Алыҫ йөрөйһө түгел, “Өфө – Белорет” юлын ғына алайыҡ. Унда йәйгеһен юл буйы һыйыр малы һәм ат менән тулы, уларға хатта һарыҡ-кәзәһе ҡушыла. Өфөнән Сибай тарафтарына юлланғанда шаһит булған күңелһеҙ ваҡиға һаман иҫкә төшә. Белорет районының Бирҙеғол ауылы янында, Хәҡәтҡаҙы тигән йылғаға етәрәк, йөк машинаһы буралай һыйырҙы бәрҙергән. Мал ҡаршы яҡ һыҙатта ни үле, ни тере түгел тигәндәй саҡ ҡыбырҙап ята. Зәғифлегенә ҡарап тормай, тығын тыуҙырмаһын өсөн уны ир-ат “һоп та һоп” килеп юл ситенәрәк шылдырып һалды. Ауылдыҡылар күп йыйылып китте, участковый килде, әммә берәү ҙә “был минең һыйыр” тип әйтергә йөрьәт итмәне, эйе, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан шөрләне. Таяҡ ике осло була тигән шикелле, бындай ҡазаның урман яҡтарында йыш теркәлеүен әйтте­ләр. Әгәр ҙә ки хужаһы табылһа, малын ҡарауһыҙ йөрөткәне өсөн ул ҙур күләмдә штраф түләйәсәк. Кемдең үҙ кеҫәһенән аҡсаһын сығарғыһы килһен, ти, тешеңде ҡыҫып булһа ла түҙәһең, бәлә-ҡаза ошоноң менән бөтһөн, тип теләйһең. Ярай, был осраҡта юл-транспорт фажиғәһендә мал ғына зыян күргән. Әгәр берәй еңел автомобиль һыйыр өҫтөнә менеп китһә, әҙәм ба­лаһының ғүмере ҡыйылыуы ла бар бит әле.
Ҡолағына билдә тағырға йәки янбашына тамға һуғырға була ла инде малдың – депутаттар ҙа шундай фекерҙә. Хужаһын табыу йәки яуаплылыҡтан ҡасҡандарҙы тотоу өсөн ҡайһылай шәп буласаҡ, йәнәһе.
Ултырышта: “Йорт малдары” тигән яҙыу бар ҙа инде”, — тинеләр. Мал аҡылһыҙ бит, уҡый белмәй, уға юл билдәһе бар ни, юҡ ни, барыбер, тип мәрәкәләп тә алдылар.
Баяғы машина төкөп имгәткән һыйыр һауыҡҡанмы-юҡмы, фараз итеүе ауыр, кем әйтмешләй, мал булмағандыр ул. Үләкһәне кеше күҙенән алыҫ урынға йә урман эсенә һөйрәтеп килтереп, шунда ҡалдырып китмәһендәр ине тип теләйек.
Ултырышта үлгән малды күмергә урын табыу мәсьәләһе буйынса ла бәхәс ҡупты. Хәйер, республикабыҙҙа был маҡсатта байтаҡ аҡса бүленә икән. Шунан файҙаланып, 2016 йылда Иглин районында үлгән малды күмеү урынын тергеҙергә ниәтләнеләр.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Виктор Пчелинцевтың фекер алышыуҙы йән­лектәр донъяһынан кеше те­маһына күсереүе юҡтан түгел ине.
Виктор Александрович билдә­ләүенсә, кадрҙар мәсьәләһендә нескә урындар юҡ түгел. Ауыл ерендә эттәрҙе тотоу, көтөүҙе ойоштороу кемдең иңендә? Ошо мәшәҡәттәр менән шөғөлләнеүсе бармы? Йәки бөгөн хакимиәт башлығы вазифаһына кеше табып булмағанда эттәр тураһында һөйләшеү урынлымы? Һүҙ ҙә юҡ, ул – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.
– Әле ауыл хакимиәте башлығы йөгөн тартырлыҡ лайыҡлыларҙы табыуы бик ауыр, – тине комитет рәйесе. – Ул кеше юридик яҡтан грамоталы ла булырға тейеш, өҫтәүенә йөкмәтелгән бурысын ҙур оҫталыҡ менән башҡарһын.
Ысынлап та, өйҙә хужаның күп түгел, ә берәү генә булыуы – һәр йәһәттән дә тәртиптең нигеҙе ул. Шуның шикелле бөтә яҡлап алып ҡарағанда ла ауыл биләмәһе өсөн ошо хакимиәт башлығы тулыһынса яуап бирә. Тик бөтә ерҙә лә власть вәкилдәре вазифаһын еренә еткереп башҡарамы — быныһы инде киләһе мәҡәләгә ерлек булыр.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506