Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәйғорҙай сағыу ғүмер
Йәйғорҙай сағыу ғүмер Һәр ауылдың йөҙөн уның кешеләре билдәләй. Учалы районындағы Яңы Байрамғолда ла заман менән бергә атлаған, аҡылы һәм тырышлығы тормошто биҙәгән, эше, күңеле, уйҙары ла күркәм кешеләр күп. Шулар араһынан ағайыбыҙ Риф Әхмәтйән улы Әхмәҙиев һәм еңгәбеҙ Фәниҙә Мөждәбә ҡыҙы Ямалетдинова тураһында һөйләгем килә.


Ғүмер буйы Ватанына ерегеп йәшәгән, ауылы өсөн бар көсөн һалып хеҙмәт иткән Риф ағай ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Әхмәтйән бабай – тирә-яҡҡа билдәле тирмәнсе, әсәһе Кәтифә әбей һауынсы булған.
Ауылда VII класты тамамлағас, Наурыҙ урта мәктәбендә белем ала Риф. Булыр бала бишектән тигәндәй, VI кластан унынсыны бөткәнсе каникул ваҡытында колхозда хисапсы булып эшләп, үҙенең хеҙмәт емешен татый: сығарылыш кисәһендә “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Етди ҡарашлы, уйсан, талапсан, йөрәк утын ерҙән алған Риф ағайҙы тормош юлдары Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына алып килә. Уны уңышлы тамамлап, 1961 йылда Байрамғол совхозының 7-се бүлексәһендә, йәғни Яңы Байрамғолда агроном булып эш башлаған егет хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған ауылында хеҙмәт итә: 21 йыл агроном, 18 йыл идарасы була. Ошо йылдарҙа ул комсомол һәм партия ойошмаларын да етәкләй, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында юғары белем алырға ла өлгөрә. Яландарҙың тау-тау ашлығы, ауыл йәштәренең эшен, ялын ойоштороу, өмәләр — барыһы ла уның иңендә булды. Ал-ял белмәй башҡарылған тырыш хеҙмәте юғары баһаланды: ул — Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
“Йәшәү — хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул,
Унан башҡа йәшәү юҡ миңә”,
— тигән юғары талаптар менән йәшәгән Риф ағай – бер үк ваҡытта нескә күңелле, кеселекле, кешелекле, күңеле менән моңло шәхес. Моң уға атаһынан – Әхмәтйән бабайымдан – киләлер, сөнки ул оҫта скрипкасы ине. Заманында Яңы Байрамғол һандуғасы Нажиә Аллаярова ла, район фестивалендә бабайымдың скрипка моңдарына ҡушылып, “Зөлхизә”не йырлап, Өфө сәхнәләренә күскән. Әйткәндәй, минең матур тауышлы инәйем дә – бабайымдың туғаны – йәшлегендә гармунда уйнаған.
Туғандар араһында ҡумыҙҙа, мандолинала, фортепьянола, саксофонда оҫта уйнаусылар бар. Нәҫелебеҙҙең был һәләтен дауам иттереп, V класта уҡыған ейәнсәрем Нәркәс Жамалова, Бөтә Рәсәй йәш музыканттар конкурсында ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаны һәм лауреат исемен яуланы. Бабайымдың өс улы ла, үҙенә оҡшап, күңел моңдарын гармун, баян телдәре аша яңғыратты.
Әсәһенең йомшаҡ, йылы һүҙҙәрен ишетеп, һөйөп баҡҡан ҡараштарының йылыһын тойоп үҫкән Риф ағай. Бала саҡтағы ошо йылы хистәргә үҫеп еткәс төрлөсә яуап бирә балалар. Ә Риф ағайҙың инәһенә булған мөнәсәбәте иҫ киткес йылы, матур, бөтәһенә лә өлгө булырлыҡ ине. “Инәй, асыҡманыңмы, һыуһаманыңмы?” – тип өҙөлөп тороуҙары, арҡаһынан һөйөп алыуҙары иҫ китмәле булды. Хатта эш ваҡытында форсат табып инәһенең хәлен белешергә бара, сәй эсереп китә ине. Балаһының матур тормошонда ҙур хөрмәткә сорналып, тыныс күңел менән йәшәгәнгәлер, әбейем дә 90 йәшкә тиклем етте. Бына шулай әсә рәхмәтен алғанға юлдары уң, тормошо ла ырыҫ-бәхеткә сорналған Риф ағайҙың.
Уға Хоҙай бөтә нәмәне лә тултырып биргән. Мөхәббәттән дә уңды ул. Наурыҙ мәктәбендә уҡығанда уҡ Ҡолош ауылы ҡыҙы Фәниҙә еңгәбеҙ менән осрашып, һуңынан ғаилә ҡорғандар. Буласаҡ еңгәне тәүге тапҡыр ауыл сәхнәһендә күрҙем. Наурыҙ мәктәбе уҡыусылары беҙгә “Тальян гармун” пьесаһын килтергәйне. Төп героиняны уйнаған, тулҡынланып торған ҡара сәс толомдары биленә төшкән һомғол буйлы, һылыу, матур тауышлы апайҙы оҙаҡ ҡына иҫтән сығармай йөрөгәйнем.
Белорет педагогия училищеһын тамамлаған еңгәбеҙ тәүге осорҙа биологиянан, музыканан уҡытты, һуңынан башланғыс кластарҙа эшләне. Биолог булараҡ, мәктәпте гөлдәргә күмде. Тау битендә булыуға ҡарамаҫтан, мәктәп баҡсаһында нимәләр генә үҫтермәне! Музыка уҡытыусыһы булараҡ, мәктәп хоры ойошторҙо, уҡыусыларҙы, бигерәк тә малайҙарҙы йырға йәлеп итте. Район күләмендә үткән үҙешмәкәр түңәрәктәр смотрында беҙҙең мәктәп һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. X класты тамамлағас, мәктәптә пионервожатый булып ике йыл эшләнем, шуға ла быны бик яҡшы хәтерләйем.
Ауылыбыҙға яҡты нур булып килеп инде ул. Йыл әйләнәһенә тәҙрә төптәрендә күкрәп сәскә атҡан гөлдәр йылмая. Күп кенә төрҙәрен ауылға тәүләп ул килтерҙе һәм башҡаларға таратты. Баҡсаһында үҫмәгән йәшелсә юҡ. Аҡыллы, тырыш, уңған еңгә бөтәһенә лә өлгөрә. Уның һәр ваҡыт нескә тойомлауы, зауыҡ менән кейенеүе, бөхтәлеге ауылыбыҙҙың һәр ҡатын-ҡыҙына өлгө булды. Төҫ-ҡиәфәте генә түгел, күңел матурлығы, күркәм холҡо менән дә һоҡландырҙы ул беҙҙе. Йәштәргә килен-ҡәйнә араһындағы татыулыҡ өлгөһөн дә күрһәтте.
Тырыш хеҙмәте өсөн “РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған еңгәбеҙ ауыл, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне: ауыл Советында бер нисә йыл рәттән депутат, мәктәптә профсоюз ойошмаһы етәксеһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы, иптәштәр суды рәйесе... Еңгәбеҙҙең һүҙе эшенән айырылмай, ауылда ихтирам итәләр уны.
Ағайым менән еңгәм өс бала үҫтереп, барыһына ла юғары белем алырға, үҙаллы тормош юлына баҫырға ярҙам итте. Балаларына тырышлыҡ һәм хеҙмәт һөйөү үрнәге булдылар.
Тормошта ағы ла, ҡараһы ла була тигәндәй, уларҙың шундай тыныс, уңышлы ғүмер көҙҙәренә әсе һағыш елдәре лә ҡағылып үтте: ауылдың шәп егете булған бик кеселекле, кешелекле Рим ҡустыбыҙ бынан биш йыл элек ҡаты ауырыуҙан донъя ҡуйҙы. Был ауыр юғалтыуҙы ата-әсә сабыр кисерҙе, бөгөлөп төшмәне. Ҡайғыларын эш менән баҫтылар. Уларға ҙур түҙемлек теләйбеҙ.
Риф ағай менән Фәниҙә еңгә, бер-береһен бер ҡараштан аңлап, уртаҡ уйҙар, уртаҡ хистәр менән янып, ҡулға-ҡул тотоношоп, бына 53 йыл ҡабатланмаҫ ғүмер юлынан лайыҡлы парҙарҙың иң гүзәле булып атлай.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840