Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлбарыҫ менән кәзә тәкәһе
Юлбарыҫ менән кәзә тәкәһеЯңы йыл яҡынлаша. Күңел мөғжизә көтә. Балалыҡтан сығып, Ҡыш бабайҙың барлығына ышанмаһаң да, барыбер ниндәйҙер яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өмөтләнәһең...


Әҙәм балаһының фиғеле шундай. Әммә тормош аяуһыҙ. Әле бер мәшәҡәт, әле икенсе ғәрәсәт, әле өсөнсө афәт сығып ҡына тора. Иртән радио-телевизорҙы асһаң, Интернет­ҡа инһәң, ҡот осмалы яңылыҡтарҙан сәсең үрә торорлоҡ. Мәҫәлән, уҙған ял көндәрендә генә Башҡортостанда 27 юл-транспорт фажиғәһе булып, дүрт кеше һәләк булған, 33-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған... Ханты-Манси автономиялы округының Лянтор ҡала­һында мунсала янғын сығып, һигеҙ үҫмер ғүмере менән хуш­лаш­ҡан... Новосибирскиҙа өс йәшлек бала балалар майҙансығында рәшәткәләр араһына ҡыҫылып быуылып үлгән...
Донъяла ла тыныс түгел. Тегендә лә, бында ла террор акттары баш­ҡарыла, Сүриә менән Ираҡта һуғыш тынырға уйламай, ошо арҡала иле­беҙ менән Төркиә араһында ла бәйләнештәр киҫкенләшә...
Ә шул хәтлем бөтәһен дә онотоп, байрам хәстәре менән йәшәге килә. Ыңғай, матур тойғолар кисерге килә. Һау, дуҫ, ҡайғы белмәй, бәхетле йәшәге килә! Һуң, иң тылсымлы мәл етә бит.
...Ошо тынғыһыҙ осорҙа кешеләр өсөн бер бүләк булды был яңылыҡ. 26 ноябрҙән Приморье крайының Владивосток менән Находка ҡала­лары араһында урынлашҡан Шкотово ҡаса­баһындағы сафари-парк иң популяр урынға әүерелде. Унда экскурсияға килеүселәр һаны көндән-көн арта, бынан журналистар, бел­гестәр өҙөлмәй, Интернет селтәрен­дәге сайтына инеп, көндәлек яңы мәғлүмәт белеүселәр, видеояҙма ҡараусылар бихисап. Ни булған һуң?
Амур атамалы юлбарыҫ менән Тимур ҡушаматлы кәзә тәкәһе дуҫ­лашҡан! Эйе-эйе, бер кәртәлә йәшәй­ҙәр, бер һауыттан ашайҙар, бергәләп саф һауала йөрөйҙәр, уйнайҙар. Амур һәр иртәлә вольерҙан дөйөм паркка сыға ла ҡапҡа янында Тимурҙы көтөп ала.
Тарихы былай. Амур янына аҙна­һына ике тапҡыр тере кәзә, ҡуян, ҡабан ебәрәләр, сөнки йыртҡыс һунар итеп туҡланырға тейеш. Ә бына сираттағы ҡорбанын ул ашай алмай. Ул ваҡытта исемһеҙ генә кәзә тәкәһе януарҙан ҡурҡыу түгел, ҡаты ҡаршылаша. Һөжүмгә күсергә маташҡан юлбарыҫҡа мөгөҙҙәрен төбәп, аяуһыҙ яҙмышына күнергә ашыҡмай ул. Кәзә йылында кәзәгә бәхет йылмая – ахырҙа Амур уның батырлығын баһалап, тыныс­лыҡта ҡалдыра. Хайуандар бер-береһенә өйрәнеп, дуҫлашып китә. Тимур хатта йыртҡысты уның йоҡо бүлмәһенән ҡыуып сығара, иптәше ҡыйыҡ башында төн үткәрә башлай.
Тәүҙә был хәлгә аптырап бот сапҡан йәмәғәтселек асыҡҡан януар ҡорбанын тамаҡлап ҡуйыр тип хәүефләнгәс, парк хеҙмәткәрҙәре дуҫтарҙы айыра. Һәр береһенә айырым ашау һәм йоҡлау урыны булдыра. Әммә Амур төнө буйы үкереп сыҡҡас, көндөҙ уларҙы йәнә бергә ҡушалар. Һәм юлбарыҫ тыныс­лана!
Әйткәндәй, сафари-парктың ба­ғыу­сылары юҡ, ул үҙ иҫәбенә көн күрә. Етмәһә, үҙе ай һайын юл­барыҫтар һәм леопардтарҙың реаби­литация үҙәгенә аҡса күсерә, Шкотово ҡаса­баһындағы сүп-сар контейнер­ҙарынан көнкүреш ҡал­дыҡтарын сығарыуҙы финанслай. Быны белеп ҡалған халыҡ ярҙам тәҡдим итә башланы. Парк етәк­селеге сайтта банк иҫәбе реквизиттарын урынлаштырҙы.
Ә 1 декабрҙә ҡурҡыныс хәбәр таралды: йәнәһе, Амур Тимурҙы ашаған! Хайуандарҙың яҙмышын күҙәткән кешеләр ҡара ҡайғыға ҡалды, парк хеҙмәткәрҙәрен кәзәнең хәүефһеҙлеген тәьмин итмәүҙә ғәйепләне... Бәхеткә күрә, был уҫал шаяртыу ғына булып сыҡты. Кәзә тәкәһе иҫән-һау, эре генә тек-тек баҫып йөрөй, юлбарыҫ элеккесә уны бик хөрмәт итә һәм ҡурсалай.
Шөкөр, тип тын алды халыҡ. Һуңғы айҙарҙа тик насар хәбәрҙәр ишетеп арыған кешеләргә был мөғжизәле Яңы йыл әкиәте бик кәрәк ине. Ул иртәнге көнгә, тормошта барыбер яҡшылыҡ еңеп сығырына ышаныс уята. Был донъяла иң юғарыһы кешелеклелек сифаты икәнлеген иҫбатлай. Тик ошо кешелеклелек өлгөһөн беҙгә хайуандар күрһәтеүе генә йәл. Көслө характерлы, ҡыйыу кәзә йә изге күңелле, миһырбанлы юлбарыҫ ише генә була алмайбыҙмы ни?!.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 172

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840