Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Торатау: иртәгәһен ишәк ҡайғыртһынмы?
Торатау: иртәгәһен  ишәк ҡайғыртһынмы? Шихандарҙы эшкәрткән, тәү сиратта Торатау һәм Йөрәктауға ымһынған компания менән халыҡ араһындағы низағ яңы кимәлгә сыҡты. Күптән түгел генә республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов Башҡортостан сода компанияһын (БСК) тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Торатауҙы эшкәртмәйенсә лә, сеймал менән тәьмин итеү мөмкинлеге, бының өсөн альтернатив сығанаҡтарҙың барлығы хаҡында йәнә бер тапҡыр әйткәйне.

Төбәк етәксеһенең белдере­үенән һуң БСК-ла айырыуса ҙур ҡәнәғәтһеҙлек, шау-шыу тыуҙы. Компания хеҙмәткәрҙәрен даими эшкәртеү саралары, матбуғат конференциялары үткәрелә башланы. Мәсьәләнең мөһимлеген киң йәмә­ғәтселеккә аңлатыу өсөн пред­приятиеның патриоты булған абруйлы шәхестәрҙе, ветерандарҙы ла йәлеп иттеләр. Шул рәүешле тәҡдим ителгән сығанаҡтарҙың сеймал өсөн яраҡһыҙлығын ны­ҡышмалы иҫбатлау әле булһа дауам итә. Йыш ҡына Төйәләҫ ятҡылығы, Ғүмәр участкаһы ха­ҡында ла һүҙ алып баралар. Мәсьә­ләне ҡабырғаһы менән ҡуя­лар: йәнәһе, йә Торатау эзбизташы, йә компания бөлгөнлөккә төшөп, меңдәрсә кеше эшһеҙ ҡаласаҡ.
БСК етәкселәренең бөгөнгөнө, ваҡытлыса мәнфәғәттәрҙе генә хәстәрләүе, предприятиены алыҫ киләсәкте күҙаллап үҫтереү стра­тегияһының булмауы хайран итә. Әйтәйек, Торатауҙы алдылар, ти. Ләкин был тауҙағы эзбиз тупламы ни бары дүрт йылға етәсәк! Ә артабан нимә? Йөрәктауға, Ҡуштауға тотонорҙармы? Бар нәмәне ер менән тигеҙләп, юҡҡа сығарыр­ҙармы? Киләсәктә шул уҡ “Сода” эшселәренең балалары, ейәндәре нисек йәшәр, нимә эшкәртер һуң?
Компанияның бөгөнгө етәксе­ле­ге башҡалар кеүек үк арзан сей­малға иҫәп тота, бүтән ятҡы­лыҡ­тарҙы эшкәртеү өсөн аҡса түгергә теләмәй. Вагонеткалар сылбырын Шахтауҙан Торатауға һуҙыу өсөн әллә ни ҙур сығым кәрәкмәй бит. Тиҙ ҙә, арзан да. Артабан инде башҡа шихандарға ла ара алыҫ ҡалмай. Әле иһә топ-менеджер­ҙарҙы тотош халыҡтың тарихы менән бәйле булған, уның ғорурлығын һәм оло ҡиммәтен тәшкил иткән үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһын, изге тауҙы ҡулға төшөрөү мәсьәләһе генә борсой.
Шуға күрә БСК етәкселегенең ныҡышмалылығын, уның амбицияларын илебеҙ һәм респуб­ликалағы күп милләтле халыҡтың тарихын мыҫҡыл итеү тип баһалар­ға кәрәктер. Менеджерҙар үҫемлек­тәрҙе күсереп ултыртыу юлы ме­нән һаҡлап ҡалырға тәҡдим итә. Ләкин был осраҡта помидор, ҡыяр түгел, ә тиҫтәләгән уникаль үҫем­лек төрө (уларҙы донъяның башҡа бер төбәгендә лә осратмаҫһың) хаҡында һүҙ барыуын аңлаймы улар? Ошо тауҙы төйәк иткән икән, тимәк, был үҫемлектәр башҡа бер ерҙә лә үҫә алмай, уларҙы күсе­рергә лә ярамай. Сәскә-гөлдәр нәҡ Торатауҙың тупрағын, микроэлементтарын, тәбиғәт шарттарын (ел көньяҡтан иҫә, ҡояш нурҙары 47 градус ауышлыҡта төшә һ.б.) үҙ иткән.
Тағы ла бер ғәжәп фактты бил­дәләргә кәрәк: Башҡортостан Башлығы ла, ғалимдар ҙа, геология өлкәһендәге белгестәр ҙә сеймалдың альтернатив сығанаҡ­тарын тәҡдим итә. Ә компания етәкселеге иһә бер ниндәй ҙә сара күрмәй, үпкә белдергәндәй, бөтә тәҡдимдәрҙе кире ҡаға, тикше­ре­неүҙәр үткәреү өсөн ваҡыт юҡ­лыҡҡа һылтанып, Торатауҙы талап итә. Эзбизташ запасының һайы­ғыуы тураһындағы мәсьәләнең 2014 йылда ғына күтәрелеүе лә аңлашылып етмәй. Минеңсә, был киләсәкте күҙалламаған кешеләргә хас сифат: бөгөнгөһө – беҙҙеке, ә иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын. Предприятие етәкселәрен бер генә нәмә аҡлай – улар хужалары йөкмәткән бурысты үтәргә, үҙҙәренең тоғро­ло­ғон иҫбат итергә тейеш, вази­фа­һынан бушатылған осраҡта, иртәгә үк бөтөнләй икенсе йырҙы йырлаясаҡ.
Быйыл 10 октябрҙә үткәрелгән матбуғат конференцияһында сеймал компанияһының генераль директоры А. Шкурко химия произ­водствоһында саф эзбизташтың ғына файҙа­ланылыуына зарлан­ғайны. Һеҙҙең ихтыяжды алдан күҙаллап, бөтә тауҙарҙа ла саф эзбизташ әҙерләп ҡуймаған өсөн тәбиғәтте ғәфү итегеҙ инде. Шахтау карьерын тәрәндән эшкәртеү мөмкинлеген тәҡдим итәләр. Әммә ошо уҡ матбуғат конференция­һында производство директоры Ю. Иванов ер ҡатламдарын тә­рәнгә төшөп эшкәртеү һөҙөмтәһен­дә Ағиҙелдең һәләк булыу, йыл­ғаның карьерға тулыу ихтимал­лығын билдәләне. Беренсенән, йылға карьерға тул­маһын өсөн алдан уҡ сараһын күрегеҙ (бетон менән нығытығыҙ), икенсенән, һыу баҫҡан осраҡта ла Ағиҙел юҡҡа сыҡмаясаҡ, сөнки карьерығыҙ Каспий диңгеҙе түгел бит. Матбуғат конференцияһы тигәнебеҙ ҡолаҡҡа ятмаған шомло хәбәр таратыуға ҡоролдо. Ләкин халыҡ хәҙер аҡыллы, күп уҡый, күпте белә һәм күптән инде ул әкиәткә ышанмай.
Шул уҡ ваҡытта проблема ярайһы уҡ етди һәм ҡатмарлы. Уны профессионалдар, белгестәр ярҙамында, власть структуралары ҡатнашлығында хәл итергә кәрәк. Фәнни-ғәмәли конференция ойоштороу, унда урындағы, башҡа ҡала­ларҙан, хатта сит илдәрҙән оҫта белгестәр саҡырыу шарт. Сеймал­дың сифатына зарланыуҙы туҡ­татайыҡ. Башҡортостанда ла, Татарстанда ла көкөрт миҡдары ҙур булған ауыр нефтте эшкәртәләр, бензин һымаҡ “таҙа” нефть кәрәк тип, торбаларҙы Чечняға һуҙмай­ҙар бит. Киләсәктә заводтарҙы үҙгәртеп ҡороу юлдарын өйрәнеү зарур.
“Сода” заводы – республикабыҙ ғорурлығы, уны мотлаҡ һаҡлап ҡалырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Торатау шиханын да юғалтырға ярамай.

Вил ТИМЕРБУЛАТОВ,
Рәсәй Фәндәр академияһының
ағза-корреспонденты, Башҡортостан Фәндәр академияһы
академигы, профессор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511