Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарҙар илткән сәләм-хәбәрҙәр
Яҙылмаған ҡанун инде ул: йәше лә, ҡарты ла ап-аҡ, сихри ҡышты түҙемһеҙләнеп көтә. Ниһайәт, тап шундай миҙгелгә аяҡ баҫабыҙ ҙа шикелле. Тирә-яҡтың хозурлығы, камиллығы һүрәткә төшөрөүҙе генә үҙһенмәй, күңелдәргә инеп ҡуна, илһамландыра, хистәрҙе байыта, аңлатып та ғына булмаҫлыҡ һоҡланғыс, матур кәйеф тыуҙыра. Редакцияға килгән хаттар араһында ла ошо ҡышҡы ихласлыҡ, изгелек менән һуғарылғандар байтаҡ. Рәхмәт тә, шатлыҡ та, көйөнөс тә бар уларҙа. Сираттағы тупланмала ошо хаттарҙың тос-тос өлөштәрен тәҡдим итәбеҙ
* * *

Гөлфирә ҒӘСКӘРОВА,
Дәүләкән ҡалаһы:

“...“Башҡортостан”дың һәр һанын уҡып, республика, ил, донъя яңылыҡтары менән танышып барабыҙ. Тормош-йәшәйешебеҙ, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәр тураһындағы мәҡәләләр, яҡшы кешеләр хаҡындағы һүрәтләмәләр, тарихҡа, әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә арналған яҙмалар бик оҡшай”.

* * *
Рәйлә ИШБУЛДИНА, Өфө ҡалаһы:
“... М. Ғафури исемендәге Башҡорт даүләт академия драма театрында Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған X Рәсәй шәрҡиәтселәр съезы үтте. Беҙ унда бөйөк шәхестең балалары Иҫәнбикә, Субидәй Туғандар менән осрашып, атайымды һәм ҡартатайымды иҫкә алдыҡ. Атайым Әхмәтғәли Ишбулдин 1896 йылда Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Мәҙрәсәлә Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә уҡыған, дуҫ булғандар”.

* * *
Хәмит ЙӘҒӘФӘРОВ, Ҡырмыҫҡалы ра­йоны:
“...Иҫке Шәрәй ауылының Телеграф урамында халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итәсәк скважина асылды. Был изге эште тормошҡа ашырыу – Өфө ҡалаһындағы Киров районының “Ишбулды” мәхәлләһе ағзаларының тырыш, күркәм хеҙмәте. Хәҙер халыҡ таҙа, хәүефһеҙ һыу эсеү мөмкинлегенә эйә”.

* * *
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районы:

“...Ғәзиз Башҡортостанын, халҡын яратҡан, туған телебеҙҙең тоғро һаҡсыһы булған олуғ ғалимәнең бар булмышы халыҡ хәстәре менән һуғарылыуы – һоҡланғыс күренеш. Беҙҙең райондағы белем усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур көс һалды Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы. Мәһәҙей мәктәбенә өр-яңы трактор алып бирҙе, ул әле һаман ҡулланыла – балалар мәнфәғәтендә файҙаланыла. Китапханаларҙы байытыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Фирҙәүес Хисамитдинова райондағы һәр мәктәпкә инеп, хәл-әхүәлен һорашып, техник базаһы менән танышып сығырға ла ваҡыт тапты. Белем усағына килеп ингәндә үк һәр кем менән яғымлы, ихлас һаулыҡ һорашып, иғтибар бүлеп, һөйләшеп үтә ине. Эшен бик яратып башҡарҙы. Бөрйән халҡы исеменән Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, сәләмәтлек, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!”

* * *

Вараҡа Ғәләүетдинова, Ишембай районы:
“...Бына тағы гәзиткә яҙылыу ваҡыты етте. Ҡыуанып барып яҙылдым. Райондаштарымдың подписка буйынса 3-сө урынды алыуҙарына һөйөндөм, ә насар һөҙөмтә биргән төбәктәр өсөн көйөндөм.
Эргәлә генә – Торатау. Уның хозурлығына һоҡланып туя алмайым. Халыҡ көслө, ошо ғорур тауҙы һаҡлап ҡалырлыҡ ғәйрәтебеҙ бар. Йәшәһен “Башҡортостан”! Рух һүнмәһә, илебеҙ йәшәр”.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509