Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн Халыҡ телендә мәҡәлгә әйләнеп барған был “Һәйкәлдәр — тереләр өсөн” тигән ҡанатлы һүҙҙәр минең яҡташым һәм остазым — күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрит Иҫәнғолов трилогияһы романдарының береһенең исеме икәнен әҙәбиәт һөйөүселәр бик яҡшы белә. Бигерәк тә һуңғы айҙарҙа был һүҙҙәрҙе ҡырмыҫҡалылар йыш ҡабатлай, сөнки бында быуат ваҡиғаһына тиңләрлек ҙур-ҙур саралар булды.

Сентябрь айында райондың Шайморатов ауылында ошонда тыуған халыҡ геройы — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа мөһабәт һәйкәл ҡуйылды. Ә октябрҙә Боҙаяҙ ауылында заманында мулла булып эшләгән, һуңынан Салауат Юлаевтың көрәштәше һәм рухташы булған Ҡәнзәфәр Усаевҡа һоҡланғыс һәйкәл асылды.
Бына килеп ноябрь аҙағында райондың Иҫке Бәпес ауылы клубы янында яҡта­шыбыҙ — ошо ауыл Советы биләмәһендә тыуған, башҡорт әҙәбиәтендә ҙур мираҫ ҡалдырған оло әҙип Фәрит Иҫәнғоловҡа һәйкәл урын алды. Шулай итеп, өс ай эсендә кешеләр оҙаҡ ышанып көткән өс һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Был ваҡиғалар тотош район халҡының һөйләп бөткөһөҙ шатлығына әүерелде.
Һәйкәлдәр – тереләр өсөнҺуңғы йылдарҙа Ҡырмыҫҡалыла республика кимәлендә бер-бер артлы әһә­миәтле мәҙәни ваҡиғаларҙың уҙғарылы­уына күнегеп тә барабыҙ инде. Халыҡ-ара “Берҙәмлек” фестивале лә онотол­маҫлыҡ сара булды. 1812 йылда Ватан һуғышындағы еңеүгә, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саралар күптәргә фәһем һәм үрнәк булғандыр.
ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан бында “Сыңла, салғы!” байрамы ойошторолоуы ла республиканан, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙың хәтерендә оҙаҡ ҡалырлыҡ булды. Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Владимир Медин­скийҙың бында һуңғы осорҙа ғына ике мәртәбә килеп ҡайтыуы ла һис юҡҡа түгел. Киләһе йылдың 11 июнендә федераль этнографик һабантуйының планлаштырылыуы ла райондың мөмкинлектәренә ҡарап уйланғандыр.
Уҙған йәй ҡырмыҫҡалылар, Ҡырымдың Белогорск районында республика исе­менән һабантуй уҙғарып, урындағы ха­лыҡты һоҡландырып ҡайтты. Ә райондың үҙендә өҙлөкһөҙ барған төрлө йүнәлештәге сараларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Республикала асылған күп функциялы клубтарҙың һәм моделле китапханаларҙың да күпселеге ошо Ҡырмыҫҡалы районында.
Күптән түгел Һәүәләй, Шайморатов ауылдарында күп функциялы клубтар һәм Иҫке Бәпес ауылында күп функциялы клуб, моделле китапхана, һәйкәл асыу һымаҡ шатлыҡлы саралар уҙҙы. Был ваҡиғалар ошо ауылдар ғына түгел, тотош район халҡы өсөн яуаплы тантаналар һымаҡ тойолдо.
Һәүәләй ауылында күп функциялы мәҙәниәт үҙәген асыу сараһына, ҡышҡы һабантуй һымаҡ, ошо биләмәгә ҡараған барлыҡ ауылдарҙан йыйылғайнылар.
Клуб ҡаршыһындағы майҙанда сәй табыны әҙерләнгән өҫтәлдәр теҙелгән, милли кейемдә йылмайышҡан хужабикәләр һый янына ихлас саҡыра. Боҫрап торған төрлө ризыҡ әҙерләнгән, самауырҙарҙан ҡайнар сәй тәҡдим итәләр.
Һәйкәлдәр – тереләр өсөнҺәүәләй ауыл Советы хакимиәте баш­лы­ғы Тәлғәт Вахитов, туйҙа оло ҡоҙалар көткәндәй, ҡанатланып һәм борсолоп, бер баҫаһын ике баҫып, ҡунаҡтарҙы ҡар­шылай, Бишауыл-Уңғар ауыл клубының “Мираҫ” башҡорт фольклор ансамбле йырлап-бейеп тәбрикләй. Клуб эсендә Ай­ҙар Мөхәмәтгәрәев йырлап бөтөү менән килеүселәрҙе клубтың матди базаһы менән таныштыра. Бер бүлмәлә — бәләкәй балалар, икенсе урында йәштәр — спорт, өлкәндәр төрлө урында үҙ шөғөлө менән мәшғүл. Ҡыҫҡаһы, бында тормош ҡайнап тора.
Ҙур залда Һәүәләйҙән “Әсәйемдең йылы ҡулдары” тип аталған тулҡынлан­дырғыс кисә әҙерләнгәйне. Уны алып бар­ған Бишауыл-Уңғар һылыуы Флүрә Низамова, кисәне асып, тәүге һүҙҙе респуб­ликаның мәҙәниәт министры Әминә Ша­фиҡоваға бирҙе. Ул, халыҡты байрам менән ҡотлап:
— Һеҙ яңыртылған клубта яңыса эшләп, элекке яҡшы традицияларығыҙҙы артабан дауам итеп, күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә яҡташтарығыҙға өлгө күрһә­тер­һегеҙ тип ышанам, — тине.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилева, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, уларҙы ҡаҙаныштары менән ҡотланы, алдағы бурыстарҙың тағы ла яуаплыраҡ булыуын билдәләне.
Район хакимиәте башлығы бер төркөм тыл ветерандарына “1941—1945 йылдар­ҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә — 70 йыл” миҙалдарын тапшырҙы. Улар араһында Фәүзиә Басирова, Рәйсә Ҡор­машева, Фәриҙә Күрпәсева, Дәүләт­килде Мөхәмәтуллин, Ғәтифә Мөхәмә­туллина, Мәрйәм Насирова, Ғәлиә Рамаҙанова, Рәфҡәт Шәйбәков һымаҡ тыл ветерандары бүләкләнде. Артабан бай йөкмәткеле концерт күрһәттеләр.
Легендар халыҡ геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылы Шайморатовта ла күп функциялы мәҙәниәт үҙәге асылыу тантанаһын ашҡынып көтәләр ине. Яңы үҙәктә бөгөнгө заман талаптарына яуап бирерлек уңайлы шарттар тыуҙырылған. Һәүәләй ауылындағы һымаҡ уҡ балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкән йәштә­геләр ҙә байрамға ихлас йыйылған. Рәсәйҙә киләһе йылдың Кино йылы тип иғлан ителеүен алдан тойғандай, шайморатовтар бөгөнгө сараны “Кино донъяһында” тип атаған.
Иҫке Бәпес ауылында инде программа тағы ла киңерәк ине. Клубы янындағы майҙанда күрше Ҡарлыманбаш ауылында тыуған күренекле яҙыусы, С. Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрит Иҫәнғоловҡа бюст асылды. Тантанаға һәйкәлдең авторы — йәш скульптор Илгиз Фәйзуллин да килгәйне. Йыйылған халыҡ клубҡа ғына түгел, урамға ла һыймағандай күренде.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһап:
— Әҙәбиәт йылына старт биргән Ҡыр­мыҫҡалы районы йылды яҙыусыға мәң­гелек һәйкәл ҡуйып йомғаҡлай, — тине.
Клубтағы кисәлә ул ауыл китапха­наһына модель китапханаһы сертификатын һәм мөдире Әлфиә Байдәүләтоваға, район китапханаһы хеҙмәткәре Фәүриә Әбүталиповаға Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Әйткәндәй, китапхана был көнгә үҙенең бинаһын ҡыйып ҡарағыһыҙ итеп әҙерләгәйне. Бер бүлмәлә ошо төбәктә тыуған яҡташ дүрт яҙыусының музейын асҡандар. Унда уларҙың ижадын һәм тормошон сағылдырған күп мәғлүмәт, экспонаттар ҡуйылған. Китапханала шулай уҡ уҡыусы балаларҙың “Кәрәҙ” әҙәбиәт түңәрәге сығарған журналдар тупланған.
Клубта ошо ауыл мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы, шағирә Фирүзә Абдулли­наның яңы сыҡҡан “Барыһы ла яҡшы буласаҡ” китабының исем туйы уҙғарылды.
Ә мин яҡташтарыма артабан да был күтәрелештә яңы уңыштар теләп, һүҙемде Ф. Иҫәнғоловҡа һәйкәл асҡанда уҡыған шиғырым менән тамамлағым килә.

“Һәйкәлдәр — тереләр өсөн” тигән
Һин мәңгелек роман ҡалдырҙың,
Һәр әҫәрең менән күтәрелеп,
Һәр саҡ талант менән алдырҙың.
Һәр яҙғаның тормош көҙгөһөләй,
Һәр яҙғаның һеңде күңелгә.
Сөнки унда — ихлас йөрәк һүҙең,
Уға күҙ нурҙарың түгелгән.
Кесеһе лә, олоһо ла бөгөн
Исемеңде ала хәтергә.
Үҙең иҫән саҡта рәхмәт һүҙен
Өлгөрмәгән инек әйтергә.
Бөгөн мең рәхмәтле яҡташтарың
Һине һәйкәл итеп күтәрҙе.
Хәҙер һының йөҙәр йылдар буйы
Һоҡландырып торор күптәрҙе.
Беҙ өйрәндек һинән яҡшылыҡҡа,
Яманлыҡты яҡын итмәҫкә.
Гел һағынған тыуған төйәгеңә
Һин мәңгегә ҡайттың китмәҫкә.
Күрәһең һин хәҙер бөтәһен дә,
Хыялыбыҙ — мәңге тулмаҫлыҡ.
Беҙ ҙә, ағай, йәшәрбеҙ, тим, ерҙә
Һинең алда оят булмаҫлыҡ,
Һинең алда оят булмаҫлыҡ.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840