Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берәгәйлек – бергәлектә
Берәгәйлек – бергәлектә Тыуған яҡҡа ҡайтҡан һайын, ауылдаштарҙы күреп, төрлө уйҙарға сумам. Дөрөҫ, уңғандар матур йәшәй. Кемеһелер ҡорт тота, икенселәр күпләп мал-тыуар аҫрай. Әммә уларҙың көс һалып үҫтергәнен ваҡытында һата алмай аҙапланыуына кәйеф ҡырыла. Мәҫәлән, быйыл бәрәңге уңды. Ҡыуана-ҡыуана уны ҡаҙып алған халыҡ артығын һатып файҙаһын күргеһе килһә лә, ни ҡылырға белмәй. “Берәү килограмын биш-алты һумға йыйып йөрөй”, – тигән хәбәре аптыратты ауылдашымдың. Ә бит баҙарҙа уның хаҡы егерме һумдан да кәм түгел.

Баҙар… Ғәҙәттә, унда ризыҡты етеш­тергәндәр түгел, ә башҡалар һата. Сөнки крәҫтиән өсөн бөгөн баҙар әллә нисә йоҙаҡҡа бикле. Үҙе һата алмағас, аралашсы кәрәк. Шуға ла меҫкен ауыл кешеһе ал-ял белмәй үҫтергәнен арзанға булһа ла уға тоттороп ебәрә. Талпан һымаҡ йәбешкән аралашсы. Һөҙөмтәлә ул байый, ә йән асырғанып мал үҫ­тергән, ауырыған ваҡытта ла хатта түшәктә ята алмаған ер кешеһе һаман да мандый ал­май. Бөгөн тап ошолай еңел генә кеҫә ҡа­лынайтырға әүәҫләнеп алғандарҙан ҡул­ланыусылар кооперацияһы ҡотҡарыр ине, ти белгестәр.
Сер түгел: ауыл кешеһенең табышының ни бары 16 – 18 проценты үҙенә ҡала. Ә бит коопе­рацияға берләшһә, аҙыҡты эш­кәр­теү, һаҡлау, тейешле урынға илтеү, һатыу өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ. Йәғни баҫыуҙан һа­тып алыусы кәштәһенә барып еткәнсе барлыҡ мәшә­ҡәт аралашсыһыҙ башҡарыла. Әлбиттә, үҙ хеҙмәте өсөн тейешле аҡса алған ер кешеһенең дәрте күтәрелә, ең һыҙғанып эшләргә теләк уяна.
Был юҫыҡта өлгө булырҙай миҫалдар етерлек. Мәҫәлән, Миәкә районынан “Баш­ҡортостандың бал байлығы” крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Илдус Ғүмәров, кооперация нигеҙҙәренә таянып, ҡулланыу­сылар йәмғиәтен ойошторған, үҙенә күр­ше-тирәләге ете райондың умартасыларын берләштергән. Бөгөн ул уңышлы эшләй. Туймазыла йәшелсә үҫтереүселәр­ҙеке бар. Иглиндарҙың тәжрибәһе лә фәһемле. Унда ит һәм һөт етештергән фермерҙар бергә ойошоп, үҙҙәрендә сауҙа нөктәләре асҡан. Дөрөҫ, улар әлегә юридик йәһәттән нығы­тылмаған, ә килешеп эш итә. Журналистар менән бер осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлиев был хаҡта: “Киләсәктә һөҙөм­тәле эшләү өсөн был ғына аҙ, юридик йә­һәттән нығыныу кәрәк. Хоҡуҡи статус алғанда уларға субсидия бүлеүҙе арттырыу мөм­кинлеге лә арта. Мәҫәлән, әле фермер булараҡ, улар дәүләттән бер һум алһа, кооперативта торһа, был һан ике һумға етәсәк”, – тине.
Ысынлап та, фермер хужалыҡтарының кооперацияһы ауыл продукцияһы етештереү­се­ләренең һөҙөмтәле эшләүгә илткән иң ышаныслы юлы. Быны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та билдәләне.
Бер ултырышта Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Харис Шаһиев: “Ҡул­ла­ныусылар кооперативтары ауылдарҙа хужалыҡ мәшәҡәттәрен дә хәл итешер ине”, – тип дөрөҫ әйтте. Мәҫәлән, элек колхоз ауыл халҡына һәр эштә булышты. Ат, транспорт һорап хужалыҡҡа барҙылар. Бының өсөн хаҡты ла күп һораманылар. Хәҙер уның менән берәү ҙә шөғөлләнмәй. Газ, һыу үткәреү, электр селтәрҙәре һуҙыу ҙа – һәр кемдең шәхсән эше.
Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ итеүҙең бәләкәй өлгөләре өҫтөнлөклө йүнәлеш ала, илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Былтыр ғына үҙ эшен башлаусылар һаны 300-гә артып, әле барыһы алты мең самаһы фермер ер эшкәртә, иген үҫтереү, мал-тыуар үрсетеү менән шөғөлләнә. Республикалағы һыйыр малының – 66, һарыҡ-кәзәнең – 98, йыл­ҡының – 70, балдың – 75 , бәрәңгенең – 98, йәшелсәнең 83 проценты фермерҙар, шәхси хужалыҡтар иҫәбенә тура килә.
Әлбиттә, кооперация фермерлыҡты кө­сәй­теүгә, эреләтеүгә килтерәсәк. Был үҙ нәүбәтендә табышлы эшләүгә юл аса. Бөгөн сауҙа селтәрҙәренә аҙыҡ-түлектең даими килеп тороуы кәрәк. Ә һәр кем былай эшләй алмай. Кооперативҡа берләшкән эшҡыуарҙар үҙ-ара килешеп, уны эҙмә-эҙлекле башҡарыр ине.
Рәсәйҙең ауыл кооперацияһы тарихы үт­кәндәргә ҡайтып ҡала. Бынан 180 йыл са­маһы элек Байкал аръяғында Петровский заводында һөргөнгә ҡыуылған декабристар ҡулланыусылар йәмғиәте ойоштора. Уны “Ҙур артель” тип исемләйҙәр. Ә Столыпин реформаһы ваҡытында ул ныҡлы тамыр йәйә: 1917 йылда 50 миллион кеше кооператив ағзаһы була. Әммә 20-се йылдар башында революция, һуғыш афәте, аслыҡ-яланғаслыҡ менән крәҫтиәндәр ныҡ миктәй. Яңы власть крәҫтиәндең аралашсыларҙың ҡорбаны булыуын аңлап, ҡаҙна аҡсаһына, башҡа төрлө алымдар менән ярҙам итә.
Мәҫәлән, дәүләт предприятиеларына уларҙың тауарын кооперация аша һатып алыу тәҡдим ителә. Һөҙөмтәлә биш йылда, 1926 йылға, хужалыҡтар етештереүҙе һуғыш осорондағына тиңләгән. Бер аҙҙан кооперация колхоз йүнәлешен алып, уҙған быуаттың 90-сы йылдарына ҡәҙәр йәшәй. Ә инде унан һуң ер кешеһе, был тармаҡ дәүләт ҡурсауынан ситләштерелде.
Донъя тәжрибәһе лә кооперацияның уңайлы алым булыуын күрһәтә. Бөгөн Америкала барлыҡ ауыл хужалығы етештереү­селәре лә шулай берләшкән. Үҙҙәре был хаҡ­та: “Әлдә кооперация бар, беҙ унһыҙ яр­ты йыл эсендә тарҡалып, юҡҡа сығыр инек”, – ти.
Беҙгә терәлеп ятҡан Финляндияла ла фермерҙарҙың тормошона көнләшерлек. Бөтәһе лә кооперативҡа берләшкән. Ул ризыҡ етештерә, эшкәртә, техника өсөн запчасть, яғыулыҡ һатып ала. Хатта фермерҙар­ға аҡса биреп торған кооператив банктары эшләй. Уларҙың бөтә нәмәһе лә бар, тех­никаһы ла, элеваторы ла. Ә беҙҙә элева­торҙарҙың барыһын да шәхси ҡулдарға биреп бөттөләр. Хужалыҡтарға ашлығын киптерергә, һаҡлар­ға кәрәк, уларға тап­шырһаң, яртыһын кире юғалтаһың.
“Кооперация хәрәкәтен йәнләндереү – көнүҙәк мәсьәлә. Бары шул саҡта ғына ауыл халҡы, ер кешеһе үҙенең ауыр хеҙмәтенең хаҡын аласаҡ. Был – үҙ сиратында ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуҙың бер ысулы. Әлбиттә, бының өсөн сығым да, һөҙөмтәле эшләгән закон да кәрәк”, – ти белгестәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ғәли
    Ғәли от 05.12.2015, 23:08
    1.Венер туған, ижадығыҙҙы бик яратам.Тормошто,ысынбарлыҡты халыҡсан тел,юмор менән һеҙҙең кеүек оҫта һүрәтләүселәр күп түгел.Бер бәләкәәәәс кенә тәҡдимем бар: ижадығыҙҙа диалект һүҙҙәрен ҡулланып,телде байытыу мөмкинлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмаһағыҙсы.
    2. Өҫтәге мәҡәләгеҙ бик кәрәкле.Артабан ошо мәҡәләлә күтәрелгән проблеманың тормошта нисегерәк хәл ителеүе тураһында ла беҙгә - уҡыусыларығыҙға- хәбәр итеп торһағыҙсы.Был өлкәлә алға китеш бармы - юҡмы - белге килә. Ысынлап та,ауыл кешеһе һис мандый алмай .Рәхмәт,төплө мәҡәләгеҙ өсөн.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506