Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Таныш булығыҙ – яңы исем!”
“Таныш булығыҙ – яңы исем!” Бынан биш тиҫтә самаһы йыл элек “Совет Башҡортостаны” гәзитендә ошондай баш менән йәш шағирә Гөлфиә Юнысованың тос ҡына шиғырҙар шәлкеме сыға. Уларҙы баҫмаға тәжрибәле ҡәләм оҫталары Рәми Ғарипов һәм Рәшит Шәкүр әҙерләп бирә. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы әлеге ижад емештәре менән әҙәбиәткә ышаныслы баҫып килеп инә.


Ошо көндәрҙә Башҡорт­остан Башлығы Рөстәм Хә­митов хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тап­шырҙы. Биш тиҫтәнән ашыу бүләкләнеүсе араһында машина эшләүселәр, энергетиктар, мәғариф, мәҙәниәт, фән эшмәкәрҙәре бар ине.
– Йылды яҡшы тамам­лай­быҙ. Һалым йыйыу, сәнәғәт етештереүе, инвестициялар буйынса былтырғы күрһәткес­тәрҙе уҙып киттек. Республика социаль өлкәләге барлыҡ бурыстарҙы атҡарып килә. Башҡортостан – Рәсәйҙең тото­роҡло һәм уңышлы үҫеш­кән төбәктәре исемлегендә. Быға һеҙҙең фиҙакәр хеҙмә­тегеҙ арҡа­һында өлгәшәбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Залда йыйылғандарҙың бе­реһе лә дан-шөһрәт ҡаҙаныр өсөн тырышмай, бары тик үҙ эшен урын-еренә еткереп баш­ҡара. Һәр бүләкләнеүсене алҡыштар менән ҡаршы­ланылар, ә уларҙың барыһы ла тәү сиратта коллективына, ауылдаштарына, ғаиләһенә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Был бүләктең иңдәренә ни тиклем ҙур яуаплылыҡ булып ятыуын билдәләнеләр.
Тантананан һуң бер нисә кеше менән һөйләшеп, шат­лыҡтарын уртаҡлашырға өлгөр­ҙөк. Илеш районындағы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡы­тыусыһы Руфина Мифтахова “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен алыуынан ныҡ тулҡын­лан­ғайны.
– Фортепиано дәрестәре би­рәм. Тәү сиратта балалар күңе­лендә классик музыкаға һөйөү уятҡым килә. Бынан тыш, халыҡ ижадына ла ҙур иғтибар бүләбеҙ, сөнки боронғо йырҙар илһөйәрлек менән һуғарылған, – тине ул.
“Башҡортостандың атҡа­ҙанған физик культура хеҙмәткәре” исемен алған Юрий Айғужин Мишкәләге Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә утыҙ йылға яҡын эшләй. Сәләмәт быуын тәрбиәләү өсөн күп көс һала.
– Беҙҙекеләр район, республика кимәлендәге ярыш­тарға сыҡһа, сикһеҙ һөйөнәм, уңыштарына ҡыуанам. Уҡы­тыусы өсөн тәү сиратта шул бәхеттер, – ти ул.
Эльза Сәғиҙуллина – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының “Башланғыс мәктәп”, “Мәктәпкәсә тәрбиә” бүлектәре мөхәррире. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелде.
– Мәғариф системаһында һуңғы йылдарҙа байтаҡ үҙгә­реш булды. Журналыбыҙҙың маҡсаты – заман талаптарына яуап бирерлек алдынғы эш тәжрибәләрен тәҡдим итеү, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү, уларҙы яңы алымдар менән таныштырыу. Беҙҙең хеҙмәтте баһалағандары өсөн рәхмәт! – тине ул.
Гөлфиә Иҙелбаева иһә сараның биҙәге булды. Уның эргәһенә хәбәрселәр генә түгел, бүләкләнеүселәр ҙә йыйылды. Уҡытыусылар шағи­рәгә балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре, йырҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, башҡалар ҙа йылы тойғоларын йәшермәне.
– Бөгөн үҙемде бәхетле тоям. Шул уҡ ваҡытта иңемә оло яуаплылыҡ һалынды. “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән юғары исем артабан емешлерәк эшләргә этәреп торасаҡ, – тине Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы.
Ул – “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исемен алған 15-се кеше, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иһә икенсе. Гөлфиә Иҙел­баеваның 35 китабы бар, 400-гә яҡын шиғырына компо­зиторҙар көй яҙған. Әҫәрҙәре 25 телгә тәржемә ителгән.
Тантана аҙағында Рөстәм Хәмитов барыһына ла ғаилә именлеге һәм тыныс күк йөҙө теләне. Ысынлап та, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына был ике төшөнсә бер-береһенән айырылғыһыҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509