Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше ғүмере бар хазинанан ҡиммәт
Кеше  ғүмере бар хазинанан ҡиммәт Ноябрь башында Стәрлетамаҡтың Техник урамында ҡот осҡос авария була – юғары тиҙлектә елдергән “9-сы” маркалы “Жигули” ҡаршыға килгән “ЗиЛ”ға бәрелә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдәге егет урында йән бирә. Әлеге автоһәүәҫкәр — юл ҡорбандарының быйыл инде 14-cеһе. Әлбиттә, бында йыл башында бер юлы өс ир-егеттең ошондай уҡ әжәл табыуын, башҡа осраҡтарҙы ла миҫал итеп килтерергә булыр ине. Уларҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел… Шулай ҙа башҡаса фажиғәгә тарымаҫ өсөн хәүефһеҙлек сараларын күреп була бит! Ошо хаҡта Башҡортостандағы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы, полиция майоры Ринат Нәҡиф улы ФӘРХЕТДИНОВ менән фекер алыштыҡ.

— Стәрлетамаҡта юл-транспорт фажиғәләре ҡор­бандары һуңғы йылдарҙа артамы?
— Ғөмүмән, үткән 10 айҙы күҙ уңында тотҡанда, төрлө юл-транспорт ваҡиғалары, үкенескә ҡаршы, быйыл артты – 159. Уларҙа йәмғеһе 172 кеше тән йәрәхәте алған, 12 кеше вафат булған. Бәхеткә күрә, ҡорбандар һаны быйыл кәмене.
— Был тәңгәлдә статис­тиканың яҡшырыуын нин­дәй­ҙер эш һөҙөмтәһе тип атарға буламы?
— Әлбиттә. Башта шуны асыҡлап үтәйек: ҡала буйынса теркәлгән юл фажиғәләренең күбеһе автомобилдәрҙең ҡар­шы яҡ һыҙатҡа барып сығы­уына бәйле. Был йәһәттән ғинуар-октябрь айҙарында ғына 58 бәрелеш булған. Ә кемдәр һуң улар? Билдәле, тиҙлек яратҡан йәштәр йә иһә эскән көйө рулгә ултырған ир-ат. Атап әйткәндә, һуңғылары арҡа­һында үткән 10 айҙа 11 ава­рия булған һәм уларҙағы ете ҡорбандың 5-еһе — эскән води­телдәр намыҫында.
Ошо күренеште күҙ уңында тотоп, хеҙмәткәрҙәр алдында һалмыш килеш рулгә ултырыу­сыларға ҡаршы көрәште көсәй­тергә тигән бурыс ҡуйылды. Был тәңгәлдә көндәлек хеҙмәт, махсус рейд-операциялар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Иртәнге инструктаждарҙы үткәргәндә лә һәр саҡ ошо темаға баҫым яһайым.
Үкенескә ҡаршы, әле аҙ ғына наряд менән дә тәүлегенә 3-4 иҫерек водителде асыҡлайбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡот осҡос күрһәткес был! Бер яҡтан хәҙер закон да ҡаты, икенсе тапҡыр эсеп эләгеүселәргә енәйәт эше лә ҡуҙғатыла башланы, ҙур күләмдәге штраф, төрмә каме­раһы, водитель танытма­һынан ҡолаҡ ҡағыу һымаҡ күренештәр һағайтырлыҡ, әммә әҙәм балаһы, күрәһең, аңламағас, аңламай, һуңғы сиккә барып етә. Көнө-төнө киң мәғлүмәт саралары алкоголь, наркотик ҡулланыусылар менән бәйле иҫ китерлек енәйәттәр тура­һында һөйләп тора, ә һабаҡ алыусылар һирәк һымаҡ. Әлеге көндә, мәҫәлән, ҡала урамдарында 54 водитель эскән килеш инде икенсегә тотолдо. Улар­ҙың 40-ына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. 0,16 промиль алкоголь ҡулланыу рөхсәт ителгән хәлдә лә, юлға айыҡ организм һәм айыҡ аҡыл менән сығыу хәйерле!..
— “Аҙ ғына наряд ме­нән…” — тинегеҙ. Хеҙмәт­кәр­ҙәргә ҡытлыҡ бармы әллә?
— Бөгөн бүлектә 40 кеше иҫәпләнә, әммә уларҙың һәм­мәһе лә хәүефһеҙлек өсөн юл буйында көрәшә тигәнде аңлатмай был. Һәр кемдең үҙ бурысы: берәүҙәр прото­кол­дарҙы судҡа тапшырыу менән шөғөлләнә, икенселәр пропаганда алып бара, водитель танытмаһы бирергә, транспортты ла теркәргә кәрәк. Юл буйына тәүлегенә ни бары ике экипаж сыға. Ярай улар хәүеф­һеҙлек һағында ғына торһа икән дә, юл-транспорт фажи­ғәләрен теркәү ҙә нәҡ ошо егеттәр иңендә бит. Ғөмүмән, нарядҡа эш етерлек.
Әлбиттә, ҡалала автомобил­дәрҙең ниндәй тиҙлектә киле­үен билдәләүсе стационар (бағанаға беркетелгән) ете камера эшләй. Бынан тыш, тиҙ ҡоролмалы тағы өс камера бар, уларҙы юл-транспорт ваҡи­ға­лары йыш була торған урын­дарға ҡуябыҙ. Һуңғыларының береһе генә лә тәүлегенә тиҙлек тәртибен боҙған 250 водителде асыҡлай. Ә “стацио­нарҙар” иһә тағы ла күберәк. (Ошонан һуң хәүефһеҙлек хаҡында һүҙ йөрөт инде). Эйе, камералар — юлдарҙағы тиҙ­лекте контролдә тотоуҙа ҙур ярҙам. Уның ҡарауы, ҡаршы йүнәлешкә сығып киткән води­телдәрҙе техника әлегә асыҡ­лай алмай, “хәүефһеҙлек ҡа­йышын” таҡҡан-таҡмағанды ла күрмәй, эскеселәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға автомобилдәр арта барған заманда 300 меңгә яҡын кеше йәшәгән ҡалала ни бары ике экипаждың ғына сафта булыуы һорауығыҙға үҙе үк яуаптыр.
Бөгөн юл хәүефһеҙлеген кешелә бала сағынан уҡ ҡа­нына һеңдерергә мәжбүрбеҙ – техника заманы шуны талап итә. Был йәһәттән белем биреү учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Кескәйҙәргә светофор төҫтәрен аңлатһаҡ, ҙурҙарына юл фажиғәләренең сәбәптәрен сисәбеҙ. Ҡулда­рына саҡ водитель танытмаһын алыусылар өсөн ҡат-ҡат әңгә­мәләр ойошторола. Шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары – уң ҡулыбыҙ. Тик был тәңгәлдә хәл-ваҡиғалар ғәйбәт өсөн түгел, ғибрәт булараҡ таралһын ине. Юлда кеше хатаһында тәжрибә туплау отошлораҡ бит.
— Ә шулай ҡайһы берҙә ҡатмарлы хәлдәр булғылай. Мәҫәлән, үҙ машинаңда кемделер тиҙ генә дауаханаға илтергә тура килә, тик юлда тиҙлекте сикләүсе билдә то­ра. Был осраҡта ни ҡылырға һуң?
— Килешәм. Әммә сикләү ҙә бит осраҡлы ҡуйылмаған. Тимәк, хәүефһеҙлек бар, шуға ике ут араһында ҡалырға тура килә рулдә барыусыға. Был осраҡта ундай хәлгә тарыған водителдең юлында автоинс­пектор осрауы отошло. Сөнки беҙ ауыр мәлдә булыусыларҙы тәү ҡараштан аңларға ты­рышабыҙ, кәрәк булһа, дауа­ханаға йәки башҡа тейешле урынға оҙатып ҡуябыҙ.
— Мөнәсәбәт хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер күренеште һыҙыҡ өҫтөнә алмай булмай: юлыңда бер нисә саҡ­рым алдараҡ авто­инс­пек­торҙар торһа, ҡаршыға килеүсе водитель башҡаларға был хаҡта яҡтыртҡыстары ярҙа­мында иҫкәртә. Инспекция вәкиле булараҡ, ошо күре­нешкә ниндәй ҡарашта­һығыҙ?
— Нисек кенә сәйер тойол­маһын, ыңғай ҡараштамын, сөнки иҫкәртеү алғас та, водитель тиҙлеген кәметә, “хәүеф­һеҙлек ҡайыштарын” ҡапшай башлай, ә алдағы 15 метрҙа нимә көткәнен белеү мөмкин түгел.
Улай ғына ла түгел, “авто­инспекторҙар дәүләт ҡаҙнаһына килем йыйырға сыға” тигән лаҡап йәшәһә лә, хәүефһеҙлек тәү сиратта водитель менән пассажирҙарҙың үҙҙәре өсөн кәрәк бит! Бер генә миҫал: нисәмә кеше “хәүефһеҙлек ҡайышын” эләктермәү арҡа­һында һәләк була, махсус креслола ултырырға тейешле күпме бала бәрелеш мәлендә салондан сығып оса.
— Ысынлап та, юлдарҙа бигерәк тә сабыйҙарҙың вафаты үкенесле...
— Аварияла ҡорбандар булһа, һәр саҡ үҙем дә барырға тырышам. Бындай осраҡтарҙы күп күрһәм дә, ниндәйҙер ки­мәлдә психолог булһам да, ысынын әйтәм, кисереүе, ай-һай, еңел түгел. Бер ҡорбан менән күпме яҙмыш, күпме ваҡиға бәйле бит, күпме тормошҡа ашмаған хыялдар ҡала.
Эйе, тимер ҙә төҙәтелә, йә­рәхәттәр ҙә уңала, тик бына ғүмерҙәрҙе генә кире ҡайтарып булмай. Кеше ғүмере бар хазинанан ҡиммәт!
— Һүҙҙе бер күренеш ме­нән йомғаҡлағы килә: эле­герәк “Стәрлетамаҡ – әҙәпле водителдәр ҡалаһы” тиҙәр ине. Бөгөн дә был хәҡиҡәткә таянырға мөмкинме?
— Ҡалала теркәлгән юл-транспорт фажиғәләренең 53 проценты йәйәүлеләр йәки үткәүелдәргә бәйле. Тимәк, халыҡ һаман да водителдәрҙең ихтирамына өмөт итә, юл аша тейеш булмаған урында сығып барһа ла, машиналар, туҡтап, үткәреп ебәрер, тип уйлай. Ә ғәмәлдә хәл башҡасараҡ килеп сыға. Был йәһәттән үлемесле осраҡтар ҙа юҡ түгел. Тимәк, хәҡиҡәт тарихта ғына ҡалды. Атап әйткәндә, хәҙер тейешле урында сығып барғанда ла уяулыҡ талап ителә. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, йөрөгән юлдар ҡорбанһыҙ булһын!

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518