Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Венер ағай урамдарҙан үтмәгәс...
Венер ағай урамдарҙан үтмәгәс... 80-се йылдар башы булғандыр уҙған быуаттың. Әллә ниндәй эске ынтылыш менән гәзит-журналдарға мәҡәләләр, шиғырҙар ебәрә башланым. Бигерәк тә “Пионер”ға яҙғы килеп кенә тора, сөнки унда һәр хатыңа яуап биргән ағай эшләй. Ваҡытлы матбуғатҡа ярарлыҡмы һинең әйберең, юҡмы, уныһы хаҡында ла бит тултырып аңлата. Бына шулай башта ситтән тороп, аҙаҡ яҡындан танышып киткәйнем бар ғүмерен тип әйтерлек балалар баҫмаларына арнаған, “Башҡортостан” гәзитендә лә эшләп алған Венер ағай Йәнбәков менән. Башҡорт балалар матбуғатында Зөһрә Ҡотлогилдина менән Венер Йәнбәковтың рәсми булмаған мәктәбе барлығын бөгөн бер кем дә инҡар итә алмаҫ.

Был хаҡта яҙып та сыҡҡаным, һөйләгәнем дә булды. Әммә яңынан иҫкә төшөрһәм, моғайын, зыян итмәҫ тим, күңелем өсөн ҡәҙерле замандашым, остазым Венер Йәнбәковты яҡты донъя менән хушлашыуына бер йыл тулған көндәрҙә хәтергә алып. Беҙ бала саҡта гәзит-журнал алдырмаған бер генә ғаилә лә булмағандыр ул. Ауыл-ҡалалар менән бергә “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Азат хатын”, “Пионер” журналдарын, “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортостан пионеры” гәзиттәрен уҡыйҙар. Дәртләнеп китеп мин дә үҫмерҙәр журналына яҙыша башланым. Матур кәңәштәрен биреү менән бергә Венер ағай яҙмаларҙы ҡыҙыл ручка менән төҙәтеп тә сыға, кәрәк урында әрләп тә ебәрә. Әммә ана шул рәүешле ваҡытлы матбуғат баҫмаһына мәғлүмәт яҙырға өйрәтте ул. Күптәр һыу буйы итеп мәҡәлә яҙа белә, ә бына ҡыҫҡа ғына яңылыҡты эшкәртеп, гәзиткә баҫырлыҡ хәлгә еткерә алмайбыҙ ҡайһы саҡ. Эйе, еңел эш түгел, хатта бының өсөн йылдар китә.
Шиғырҙарыңды күберәк һал, тигән мөрәжәғәт менән хат килеп төштө бер көн. Блокнотымда күпмеһе бар, бөтәһен дә күсереп-нитеп тормайса Венер ағайға һалып ебәрҙем. Күп тә үтмәй ҡулъяҙмаларым кире әйләнеп ҡайтты, әммә кешегә күрһәтерлек түгел инеләр. Һәр хәлдә балалығым менән шулай уйланым, хатта бер килке ғәрләнеп, яуап яҙмай йөрөнөм әле өлкән дуҫыма. Сөнки мин әллә ни күреп яҙған шиғыр­ҙарымды Венер ағай кәрәген биреп төҙәткән, шиғыр төҙөлөшө, рифма, ритм тураһында аңлатып, блок­нотым­дың буш биттәрен дә тултырып ҡуйған. Ә бит, дөрөҫөн әйт­кәндә, был хаҡта, ысынлап та, мәктәптә ентекле өйрәтелмәй. Уның хаттары аша үҙем өсөн Ким Әхмәт­йәнов кеүек юғары кимәлле әҙә­биәтсене астым. Эйе, ул ваҡытта уның “Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғ­риәт” кеүек шиғриәт­тең етди сәнғәт институтын кәүҙәләндергән баҫманы аңлауы миңә ауыр ине. Әммә йәшемә тәғәйен кәрәкле мәғлүмәтте барыбер алғанмындыр. Үпкәләң­керәп йөрөүемде һиҙҙе бит ағай. “Һин юғалма, Мәкәш ҡарасманы, хат-сәләмдәр оҙат, мин көтәм. Айырһа ла беҙҙе йылдар, юлдар, Айыра алмаҫ шиғриәттән”, – тигән шиғыр юлдары ла ингән сәләм килеп төштө.
Бына һиңә мә – нимә икән ул ҡарасман? Беҙҙең яҡта ундай һүҙ юҡ, шуға күрә мәғәнәһенә төшөнөргә тырышып өйҙәге­ләрҙән һорап ҡа­раным, берәй ҡара йөҙлө кешегә ҡарата әйтелгәндер, тинеләр. Дөрөҫ аңламанылар, тип уйланым мин, әммә йылдар үткәс, Өфөлә беренсе тапҡыр Венер ағайҙы күргәс, һорауыма яуап үҙенән-үҙе табылды. Баҡтиһәң, шиғри шәлкемгә ебәрелгән фотола шул тиклем ҡап-ҡара ҡыҙыҡай булып төшкәнмен, шуға күрә ул мине ҡара сырайлы бер бала тип уйлаған икән. Ә инде Өфөгә уҡырға инергә килеп, “Аманат” булып сыға башлаған журнал редакцияһын барып тапҡас, үҙенең ғәжәпләнеүен йәшермәй бүлмәне яңғыратып көлөп ебәрҙе Венер ағай. Ауыл балаларынан бер мин генә килмәгәйнем унда. Ҡулынан килгәнсә, һәр бере­һенә ярҙам итеп, хатта БДУ-ның ректоры исеменә хат яҙып, рекомендация бирҙе “Аманат” журналы редакцияһында эшләүселәр.
Райондаштарым, йәш хәбәрселәр Нурия Фазлыева менән Әлиә Мөхә­мәҙиеваның мә­ҡәләләре матбуғатта йыш күренә ине. Улар мәктәп тормошон, ауыл күренештәрен сағыл­ды­рып, ҡыҙыҡлы яҙмалар баҫтырҙы. Яҡ­таш­тар менән яҡындан танышып китеүем дә тап ана шул йәш журналистарҙы туплаған бү­леккә уҡырға инеп китеү менән бәйле булды.
Стәрлетамаҡ театры өсөн махсус төркөм ойошторолоп, шунда уҡый башлап ҡына йөрөгәндә Венер ағайҙан хат килеп төштө. Белмәйем, башҡалар өсөн был, бәлки, ҡыҙыҡ та түгелдер, әммә тап ошо сәләм яҙмышымды ҡырҡа үҙгәртте лә ҡуйҙы. Бөтәһен дә ташланым да кире ауылыма уҡырға ҡайттым. Ә инде артабан башҡа бүтән уй ҙа инеп сыҡманы – бары тик БДУ һәм журналистика бүлеге!
Уҡыған ваҡытта ул беҙгә, ауылдан килгән ҡыҙҙарға һәм егеттәргә, ярҙам итеп торҙо. Беренсе уҡыу йылы аҙағына беҙ курс эше яҙырға тейеш инек. Тыуған яғымда эшләп киткән күренекле башҡорт яҙыусыһы Али Карнай ижады ҡыҙыҡ­һын­ды­рыуы хаҡында әйттем кураторыбыҙ, шулай уҡ ҙур яҙыусы, ғалим Миҙхәт Ғәйнуллинға. Ул әҙиптең тыуған яғына барып ҡайтырға кәңәш итте. Тик нисек? Ғөмүмән, ишеткән дә яғым түгел Мишкә районы. Әлбиттә, билдәле журналист Венер ағай Йәнбәков менән кәңәшләшергә кәрәк тигән фекергә килдем. Шулай эш­ләнем дә.
Уның ихласлығы был юлы ла көтөлгәндән артыҡ булды. Миңә “Аманат” журналы исеменән командировка ойоштороп, төбәк хакимиә­тенең мәҙәниәт бүлеге менән алдан һөйләшеп ҡуйып, уңыштар теләп оҙатып ҡалды. Һис белмәгән яҡҡа тәүге тапҡыр яңғыҙым юлға сығыу берсә шомландырһа ла, икенсенән, яҙғы тәбиғәт кәйефте күтәреп ебәрҙе. Ә инде Мишкә районы үҙәгенә барып төшөү менән ҡаршы алып тороуҙары, яҙыусының Оло Шаҙы ауылына юлланғанда тыуған кисерештәрҙе аңлатып бөтә алмам бөгөн. Ошо сәфәремдән һуң Мишкә районына ғашиҡ булдым мин. Хәҙер инде атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың, уның атаһы Мөхәмәтзакир мулланың изге төйәгенә нисәмә тапҡыр барғанмындыр, уныһын хәтерләмәйем дә, әммә унда юлды миңә Венер ағай асты.
Оло Шаҙыла яҡын туғандай күреп ҡаршы алдылар. Ауылдағы музей, яугирҙәр иҫтәлегенә ултыртылған ҙур аллея, Али Карнай хаҡындағы яңы мәғлүмәттәр, “Ҡыҙыл атлылар” фронт гәзитенең фотографы Мөхәм­мәт Усманов олатайҙың адресына юлығыуҙар, әҙиптең улының иҫән булып, Ялтала йәшәүе тураһындағы хәбәрҙәр яңы ижадҡа этәрҙе. Ҡайтҡас, барыһын да бер тынала һөйләп кенә аңлата алмағаным хәтерҙә. “Курс эшең шунда кафедрала ятыр ҙа ҡалыр, уларҙы матбуғатҡа мәҡәлә итеп бирергә онотма”, – тип өҫтәне ул. Ә инде балалар баҫмаһында әҙерләгәндәренә үҙе мәғлүмәттәр өҫтәп, тулыландырып баҫтырҙы.
Бына ошо рәүешле тәнҡитләмәй генә, үҙе күрһәтеп мәҡәлә яҙырға ла өйрәтте ул. “Ҡатмарлы һөйләмдәр менән уҡыусыны аптыратырға кәрәкмәй, был бит фәнни хеҙмәт түгел, кешегә нисек итеп һөйләйһең, ана шулай яҙ!” – тип тә өҫтәне. Юҡҡа ғына, күрәһең, үҙ заманында Венер ағай “Пионер” журналында эш башлағас, баш мөхәррир, күренекле прозаик Динис Бүләков: “Йәнбәков килгәс, ҡулдан эш төшөр әле, уҡымлы яҙмалар ҙа артыр”, – тимәгәндер. Сөнки ағайыбыҙ, ысынлап та, һәр ҡулъяҙманы матбуғатҡа ентекле әҙерләй, балаларҙа ижадҡа өмөт уята, күңелен үҫтерә белә. Әллә ана шул үҫмерҙәр баҫмаһында эшләү тәьҫире ине, Венер ағай һис ҡасан да зар­ланыу белмәне, донъяға яҡты ҡараш менән баҡты.
“Башҡортостан” гәзитендә эшләй баш­лағас, беҙ элекке аралашыу ихтыяжы менән уға барабыҙ, ә ул, әйтерһең, әллә кемдәр килгәндәй, ҡолас йәйеп ҡаршы ала, яңы темалар тәҡдим итә, элегерәк баҫыл­ғандары өсөн гонорар мәсьәләһен хәл итә башлай. Белмәйем, бөгөн уның кеүек авторҙар менән күңелен биреп эшләгән кеше бармы икән? Башҡаларға ризаһыҙлыҡ белде­реүҙән әйтмәйем быны, ә бары Венер ағайҙың рухи ҡаһарманлығын баһаларға теләүемдән. Бөгөн инде исемдәре билдәле бик күп журналистар, шағирҙар ҡасандыр үҙ заманында тап Венер Йәнбәковтан йылы хат алған һәм ҡанатланып китеп, ваҡытлы матбуғатҡа яҙыша башлаған.
Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған ағайыбыҙ үҙе лә бер нисә китап авторы ине. Әммә уның бер ҡасан да: ”Мине Яҙыусылар союзына алығыҙ!” – тип йөрөгәнен хәтерләмәйем. Ул баҫалҡы рә­үештә башҡорт балалар матбуғатына хеҙмәт итте. Әгәр “Атайсал” китабы шиғырҙарҙан тор­һа, икенсеһе тап бәләкәстәр өсөн ба­ғышланғайны. Әйткәндәй, беренсе йыйын­тығы сыҡҡас, шағир Рәми Ғарипов уға бағышлап шиғыр ҙа яҙа. Әҙиптәр араһында арнауҙар ижад итеү – ғәҙәти күренеш. Бына әле мин, киреһенсә, Венер Йәнбәковтың Рәми ағайға арнап яҙған шиғырын иҫемә төшөрҙөм. Унда “Урамдарҙың йәме киткәндәй, Рәми ағай унан үтмәгәс...” тигән юлдар бар. Минең дә күңел урамымдың бер мөйөшө китек: башҡорт матбуғатына йөрәк нурын һипкән Венер ағай юҡ фанилыҡта. Эйе, ул әллә ниндәй ҙур исемдәр артынан да ҡыуманы, дәрәжәләр тип тә сапманы, ә күңелен биреп, йәне теләгән эшен башҡарҙы, балалар йөрәгенә яҡты нур һалды. Беҙҙең донъялыҡтағы хеҙмәтебеҙҙе лә бит иң һуңында Күктәгеләр баһалай. Иманым камил, Венер ағайҙың фиҙакәрлеген унда, моғайын, иманлы, яҡты маҡсатлы хеҙмәт тип нарыҡлағандарҙыр!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512