Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағас бейек булһа ла, тамыры — ерҙә
Ағас бейек булһа ла, тамыры — ерҙә Очерк
Әҙәм балаһының ғүмере бер тын тартып алғандай ғына ҡыҫҡа ла, мәңгелектең үҙе кеүек оҙон да. Уның ҡайһы бер мәлдәре йылдарға торошло. Юлыңда осраған бәғзе кешеләр йөрәгеңдә урын ала ла, йәшәйештең һис бер үҙгәрештәренә ҡарамай, мәңгелеккә шунда ҡала.

Асҡар ҡайынлығы

Хәҙерге тормоштоң ағышына күҙ эйәрәһе түгел. Ҡыҙыл галстуктар тағып, барабандар ҡағып, саң-туҙанлы Асҡар урамдарынан әллә кем булып уҙған беҙҙең пионер йылдарынан һуң селтерләп кенә ятҡан Таңатарҙан, бәлки, диңгеҙ хәтлем алҡыныр һыу аҡҡандыр. Әйткәндәй, атайҙың һуғышта ғәйеп булыуы мине барыбер етемлектә ҡалдыра алманы. Ниндәй сифаттарым өсөндөр инде, пионерҙарҙың район слетына делегат итеп ике мәртәбә ебәрҙеләр. Береһендә хатта колонна башында байраҡ күтәреп тә уҙҙым. Төпкөл ауыл малайы өсөн, аңлаған кешегә, ҙур ышаныс булған бит инде. Әммә ул йыйындарҙың иң хайран ҡалдырғаны — төрлө машиналарҙың эшләп ултырыусы макеттары. Уларын инде Асҡар урта мәктәбенең оҫта малайҙары менән ҡыҙҙары яһаған. Иҫ тә китте, көнләшеү ҙә бар. Ауыл районында район үҙәге әүәл дә шулай ине, хәҙер ҙә мәҙәниәт, мәғрифәт, хатта мода тупланған урын булып ҡала.
Төрлө тарафтарҙан Асҡарға килеп һуғыла торған беҙ ыбыр-сыбырҙың бындағы һәммә нәмәгә күҙе ҡыҙа. Был ҙур ауылда урамдар яҫы ҡалҡыулыҡтарға әле күтәрелә, әле түбәнгә ауыша, ә ҡышҡы селләлә әлеге Таңатар үҙәгенә ҡуша туңа, Асҡар, халыҡ әйтмешләй, һыуы бар ерҙә уты юҡ, уты бар ерҙә һыуы юҡ тигәнерәк хәлдә көн күрә. Шулай ҙа ул беҙгә шат, уйһыҙ-ниһеҙ кешеләр, ҙур түрәләр рәхәтләнеп йәшәгән айырым бер донъя булып тойола.
Әйткәндәй, Асҡарҙа ул йылдарҙа телгә алырлыҡ бер урын була торғайны. Ауылдың төньяҡ ситендәрәк ни мөғжизә менәндер һаҡланып ҡалған ҡайынлыҡ шаулай. Ҡайындар эре, буйсан, йәнде ҡурып барған йәйге эҫегә лә, ҡышҡы әсе бурандарға ла бирешмәй ултырғас, был ағастарға тере йәндәр итеп ҡарай башлайһың. Асҡарҙар өсөн ҡайынлыҡ үҙенә күрә изге урын ине, йәштәр уны ғорурлыҡ менән “роща” тип кенә йөрөттө. Ләкин бер мәл тәбиғәт ҡомартҡыһы ҡазаға тарыны. Тәүҙә епшек ҡар яуып, төндә ҡапыл туңдырып ебәргәйне, боҙҙоң ауырлығынан олондар эйелде, ботаҡтар һынды. Имгәнгән байтаҡ ҡайынды утынға киҫергә тура килде. Бына бәлә, шунан бирле ҡайынлыҡ бирешә, ҡороша башланы. Йәнә лә, 1965 йылда райондың әүәлге статусы тергеҙелгәс, Асҡарҙа төҙөлөш ҡырҡа артты. Теге-был биналар ҡайынлыҡты һәр яҡтан ҡыҫырыҡлай. Хәҙерге хакимдар ҡайындарҙы нисектер ҡурсаларға тырышһа ла, күреп йөрөйөм, улар элекке ҡеүәтен һәм гүзәллеген юғалтты буғай.
Һәр урындың уның ғына йөҙөн билдәләгән тамғаһы, һәр төбәктең үҙ символдары була. Шуға күрә Асҡарҙағы ҡайынлыҡҡа һүҙҙе күберәк сарыф итеүем өсөн уҡыусы, бәлки, ғәфү итер.

Танышмайынса уҡ мөкиббән инем

Уҙған ғүмер, ҡасандыр белгән-күргән кешеләр тураһында әйтергә булһаң, хәтирәләргә төшөп китеү ҡурҡынысы бар. Тыуған яҡ, үҙең шаһит булған хәл-ваҡиғалар, күңелеңә яҡын кешеләр хаҡында һүҙ алып барғанда, бындай хәүеф һине һәр даим һағалай. Был айырыуса олоғайған кешеләргә хас. Ләкин Фәйзрахман Шәйхетдин улы Хисмәтуллин тураһында уйлағанда шәхсән кисерештәрең кесерәйеп, мәғәнәһен юғалтҡан һымаҡ.
Ағайыбыҙ — Әбйәлил районының бөгөнгө йөҙөн дә, тарихын да үҙ ҡулы менән булдырған шәхес. Атайсалыбыҙ өсөн ул һалған хеҙмәт яҡшы билдәле һәм яҡташтары тарафынан лайыҡлы баһа­лана. Хисмәтуллиндың кемлеге һәм хеҙмәте тураһында сиселеберәк һөйләр­ҙән алда бер генә нәмәгә иғтибарҙы йүнәл­тер инем. Ул — райондың тарихын ташҡа баҫып ҡалдырыу өсөн күрһәткән тырыш­лыҡ­тар. Фәйзрахман ағайҙың ифрат бөтмөр һәм сымыры кеше икәнлеге уны белгәндәргә мәғлүм. Әүҙем дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенән бушана төшкәс тә, тынысланманы — Әбйәлил районы тормошоноң күп яҡтары тураһында республика һәм район гәзиттәре сәхифә­ләрендә бәйән итә торҙо. Фәйзрахман Шәйхетдин улы өсөн күҙгә элмәҫлек факт­тар юҡ ине, сөнки бәләкәй генә хәл-ваҡиға аша ул ҙур тормошто күрә белде.
Фронт юлдарын үтеп, Хисмәтуллин Әбйәлилгә ҡайтып төшә. Һуғыш ветераны ул саҡ егермене ашаҡлап ҡына өлгөргән икән. Яу ҡаһарманлыҡ мәктәбе тип һаналһа ла, имен ваҡытта ир-егеткә икенсерәк мәктәп кәрәк. Унда кешеләрҙең тормошон нисек яйға һалыу һабаҡтарын бирәләр. Шуға күрәлер Хисмәтуллиндың башы уҡыуҙан сыҡмай. Бында мин ул йылдарҙа хеҙмәт юлын хәтһеҙ үтеп өлгөргән кешеләрҙе ҡабул итә торған партия мәктәбен генә күҙ уңында тотмайым, ә һәр көнгә көсөргәнешле хеҙмәтте әйтәм. Ул өлкәндәрҙең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһен зиһененә һеңдергән, йәштәрҙең күҙендәге дәртте күрә белгән, халыҡтың һүҙенә ҡолаҡ һалған, ҡараған, күргән, ләкин бер ваҡытта ла һығымта яһарға ашыҡманы. Хисмәтуллин һәр йәһәттән эшсән, ҡаты ҡуллы, тура һүҙле, талапсан кеше ине.
Һәр малайҙың күңеле тартҡан кешеһе була. Мин дә Хисмәтуллинға уны күрмәйенсә, танышмайынса уҡ мөкиббән киттем шикелле. Был ауыл радио селтәре аша уның колхозсыларҙың дөйөм йыйылышындағы сығышын тыңлағас булды. Ҡышҡы кис. Ул саҡ мин Амангилделә туғыҙынсы класта уҡый һәм оло йәштәге Шәмсеҡәмәр инәйҙә тора инем. Колхоз радиоузелы йыйылыш барышын биш ауылға ла тапшыра. Хисмәтуллин, моғайын, ахырғы булып сығыш яһағандыр. Ҡыҙып һөйләй, ҡуйы күкрәк тауышы берсә динамикты ярырҙай көсөргәнә, йә күңелдәрҙе арбарлыҡ йылы төҫ ала.
Баҡтиһәң, миңә генә туған икән тип йөрөгән йорт хужабикәһе Шәмсеҡәмәр инәйем Хисмәтуллинға ла ҡәрҙәш булып сыҡты, шуғамылыр, йыйылыш бөткәс, ул беҙгә килде. Күптәр ғәҙәтләнгәнсә, түрәләргә китмәне, ә кескенә өйөбөҙҙө һәм инәйҙең икмәк менән сәйен хуш күрҙе. Сәйҙән һуң, ҡыҫҡа ғына урындыҡта аяҡташ ятып, ағай менән байтаҡ һөйләшеп өлгөрҙөк. Дөрөҫөрәге, ул һорашты, мин белгәнемсә яуап ҡайтарҙым. Дәрәжәле ҡунаҡ олатайым-өләсәйем, әсәйем менән таныш икән.
Мәктәптән һуң университетҡа индем, районға дипломлы белгес булып ҡайттым. Ул мәлгә Әбйәлил әүәлге статусында тергеҙелгәйне инде. Никита Хрущевтың дәрте менән совнархоздар, партияның сәнәғәт һәм ауыл өлкә комитеттары, үҙ эсенә бер нисә район һәм ҡаланы алған ибәтәйһеҙ, идара итеүгә ауыр парткомдар булдырылғанда, Әбйәлил Белорет менән Сибай ҡалалары араһында ҡаңғырып йөрөп алды. Эштең аҙ-маҙ аңын-тоңон белгән хужалыҡ, партия, совет кадрҙары бер килке күсмәнде тормошон күрҙе. Фәйзрахман Хисмәтуллин, дүрт бала менән, ул осорҙағы “номенклатура” хеҙмәткәрҙәренең яҙмышын тулыһынса уртаҡлашты. Ярай, был әкәмәте лә үтеп китте. Донъя үҙ хәленә әйләнеп ҡайта башланы.
1965 йыл. Асҡарҙа ул саҡ әйтеп аңлата алмаҫлыҡ күтәренкелек, хатта эйфория тип атарлыҡ дәрт бар тормошто солғап алғайны. Дөрөҫ, аҙып-туҙып йөрөгән йылдарҙа элекке район үҙәгендә донъя ҡаужып өлгөргәйне шул. Һәммә хакимлыҡты үҙ ҡулында тотҡан партия райкомы “Райсельхозтехника”ның барак һымаҡ контораһындағы бер нисә бүлмәгә һыйынған. Торараҡ, әлбиттә, райком Совет урамындағы бейек күтәрмәле иң һәйбәт ағас бинаға күсенде. Райсовет башҡарма комитеты ике ҡатлы элекке йортона ҡабаттан сыҡты. Бүтән ыбыр-сыбыр район ойошмалары һәм хеҙмәттәре төрлө, хатта файҙаланып булмаҫлыҡ урындарға ла, килеп тығылды. Мин эшкә төшкән район гәзите редакцияһы мәҙәниәт йортоноң йылытылмай торған сарҙаҡ майҙанына китапхана, кино селтәре һәм мәҙәниәт бүлеге менән өйҙәш булып инде. Бер-беребеҙҙең өҫтөндә тиерлек ултырабыҙ. Уңайлыҡтар — нуль, ә зарланған кеше юҡ, индустриялаштырыу йылдары тураһында төшөрөлгән кинофильмдарҙағы һымаҡ дәрт менән эшләйбеҙ.

Хужабикәләр һыйырын ҡыумаҫ борон…

Хисмәтуллин менән уның командаһы аҙ ғына йылдар эсендә лә бөлөп өлгөргән районға йән өрөүгә ихласлап тотондо. Әбйәлил етәкселәре өсөн ул саҡта иң мөһиме контораларға уңайлап урынлашыу түгел ине бит. Районды мәғәнәһеҙ парткомдарға ҡушыу менән әбйәлилдәр рухи уңайһыҙлыҡ, үҙен хатта кәмһетелгән итеп тойҙо һәм ошо хәлен ауыр кисерҙе. Артабан хужалыҡтарҙа ла эш хөртәй­гәндән-хөртәйҙе. Фермалар һәм мәктәптәр, оҫтаханалар һәм клубтар ҡаҡшаны, юлдар үткеһеҙ хәлгә килде. Электр уты ҙур ауылдарҙа ғына, күптәре менән телефон элемтәһе лә юҡ. Баҫыуҙарҙың уңдырыш­лылығын күтәреү, малсылыҡтан күберәк продукт алыу буйынса эҙмә-эҙлекле, маҡсатлы эш тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ижади фекерләгән, дәртле кадрҙарға әсе ҡытлыҡ. Райондың икмәк балансын, малсылыҡтың абруйын “Урал”, “Красная Башкирия” совхоздары менән “Путь Ленина” колхоздары ғына тотоп тора. Күпселек хужалыҡтарҙа йүнсел, тәжрибәле етәкселәрҙең, агроном­дарҙың, инженерҙарҙың, зоотехниктарҙың, ветеринарҙарҙың һаҡланып ҡалыуы ғына хәлде еңеләйткән һымаҡ.
Фәйзрахман Шәйхетдин улын эш өҫтөндә миңә районда ла, һуңғараҡ Өфөлә лә күреү насип булды. Биллаһи, тим, эшкә шул тиклем дә етди ҡараған бүтән кешене осратманым. Беҙгә, йәш “партизандарға”, ҡарата ағайыбыҙ талапсан ине, хатта ҡоролоҡ та күрһәткәндер. Даланымдандыр, шәхсән миңә уның ҡыҙыу ҡулына эләгергә яҙманы. Тик бер мәл, район гәзите мөхәррире булып эшләй башлағанда, хеҙмәт урыныма туғыҙҙа ғына килгәнемде белеп, еңелсә шелтәләп алды. Хужаның фекеренсә, ауыл районы гәзитенең мөхәррире улай оҙаҡ йоҡлап ята алмай. “Колхоз рәйесе, совхоз директоры һинең шылтыратыуыңды көтөп ултырмаҫ, һөйләшеп ҡалам тиһәң, эштә, исмаһам, етелә бул”, — тигән теләк-бойороҡ миңә етте. Артабан ғүмер баҡый эшкә иң алдан килдем, бүтәндәрҙән һуң ҡалып ҡайттым. Хисмәтуллин иһә райкомына үҙе таң һыҙылыу менән, хужабикәләр һыйырын көтөүгә ҡыумаҫ борон уҡ китә.
Шулай эшләнек. Фәйзрахман Шәй­хет­дин улынан мин тормош, хеҙмәткә мөнә­сәбәт йәһәтенән мөмкин булғанса өйрә­нергә тырыштым. Һүҙгә, вәғәҙәгә тоғролоҡ, һәр кемдең холоҡ-фиғелендәге һәйбәт сифаттарҙы таба һәм күрә белеү, мәсьәләнең төбөнә төшөргә ынтылыу. Фәйзрахман ағай беҙгә аҡырған башлыҡ түгел, аҡылы бар кеше генә башлыҡ икәнлекте үҙ өлгөһөндә күрһәтте. Бер кем дә, иң юғары вазифа үрҙәренә күтәрелгән хәлдә лә, уның сигенә лә етә алмай, ошонда мәңгелеккә лә ҡалмай. “Бейектән дә бейек бар” тигән ябай ғына ҡағиҙәнең асылын аңлау өсөн, әлбиттә, Хисмәтуллин һымаҡ кешеләр эргәһендә булырға кәрәк шул. Хәйер, быға төшөнгән бер мин генә түгелдер, сөнки уның уҡыусылары, уға эйәреүселәр, ана, Әбйәлилдә, тотош республикала әле булһа күп. Ғөмүмән, Башҡортостанда Хисмәтуллин күренекле һәм абруйлы шәхес ине. Уның төптән ныҡ килеш-килбәте ышаныслылыҡты, бешелекте, оҙон ғүмерлелекте кәүҙәләндерә ине, буғай. Әммә көтмәгәндә… Ошонда “Рухнуло вдруг крепкое дерево” тип аталған мәҡәләмдән өҙөк килтермәй ҙә булмаҫ.
“…Фәйзрахман ағай тынды һуңғы мәртәбә алғанда, мин уның эргәһендә түгел инем шул. Ә бит нисәмә йыл бер өйҙә йәшәнек. Әйтеүҙәренсә, түшәк тартып, оҙаҡ ятмаған. Элегерәк үткәргән операциянан һуң ағайыбыҙ һин дә мин һымаҡ ине. Бәләнең ҡайҙан, ҡасан килерен ни хәл белмәк кәрәк? Хисмәтуллин сир-сырхауҙары, проблемалары тураһында сиселеп һөйләмәй ине. Бүтәндәр өсөн ул эске донъяһын асып барманы. Бәлки, шуғалыр, өс тиҫтә йылдан күберәк аралашып та, Фәйзрахман Шәйхетдин улын һәйбәт беләм, тип раҫларға тартынам.
Бер нәмәне ышаныслы тәҡрарлай алам: миңә, университетты тамамлап ҡына килгән йәш белгескә, һәм хәләлем, ул саҡта комсомол хеҙмәткәре Санияға Фәйзрахман Шәйхетдин улы, алыҫ 60-сы йылдарҙа уның тирәһендә булғандарҙан айырмалы, бүтәнсәрәк мөғәмәләлә ине шикелле. Атай йылыһына, ҡурсалауына һыуһаған етемдәргә, ысындан да, өлкән кешенең хәстәрлеген тойоу кәрәк булғандыр. Йәшермәйем, ағайҙан шөрләй ҙә инек, сөнки беҙ йәш саҡта Хисмәтуллин — партия район комитетының беренсе секретары, ә ул йылдарҙа “беренсе”нең власы оһо-һо!..
Әллә күҙем шул ҡәҙәре томаланған, иллә Фәйзрахман ағайҙа миңә һәммә нәмә оҡшай: ҡабаланмай ғына, аҙ ғына сайҡала төшөп атлауы, яурындарын ҡуҙғата биреп алыуы, беҙҙең ише баймабаштарҙы һыуыта торған көсөргәнешһеҙ тауышы, фекерҙәрен аныҡ еткерә белеүе һәм айырыуса — киң мәғлүмәтле булыуы. Ул һәләтле иҡтисадсы-аналитик, бөтмөр хужалыҡ эшмәкәре һәм һәлпәндәп йөрөүгә юл ҡуймаҫ тәрбиәсе ине. Ә инде журналистикаға аяҡ баҫып ҡына торған мине Хисмәтуллиндың иғтибары күтәреп ебәрә, сөнки партия карьераһын башларҙан алда ул район гәзите мөхәррире булып бер нисә йыл эшләп киткән икән. Был хәл беҙҙең ише гәзитселәргә ярҙам иткән дә һымаҡ, икенсе яҡтан, тыныс йәшәргә лә форсат бирмәй. Ифрат белемле һәм ҡәләмле кеше булараҡ, Фәйзрахман ағай илке-һалҡылыҡты, әүеш-тәүеш итеүҙе ғәфү итмәй. Гәзиттәге күп кенә башланғыстар, рубрикалар, темалар йыш ҡына “беренсе”нән килә. Үҙе иһә рус телендә лә, башҡортса ла ҡойоп яҙа, һүҙ самаһын белә, логика, һиҙемләү һәр ҡәләмгир көнләшерлек”.
…Мин хәтергә алып ултырған романтик осорҙан аҙаҡ нисәмә йыл уҙған. Фекерле бер кеше әйтмешләй, беҙ тормошто һәм үҙ-үҙебеҙҙе һүккән арала ғүмеребеҙ үтеп тә китә икән. Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙы менән Фәйзрахман Шәйхетдин улы ике ҡыҙ һәм шунса улан үҫтерҙе. Балалары ата-әсәһенең исемен дә, эшен дә лайыҡлы тотоп йәшәй. Юғалтыуҙар, ҡайғы-хәсрәттәр Хисмәтуллиндар тип аталған оло һәм ныҡлы ҡәлғәне төрлө тарафтан һелкетеп ҡараны, ләкин ул ҡазалар уғын кемгә тоҫҡағанын белдеме икән? Фәйзрахман ағай Асҡарҙағы тәүге йортон ныҡлы нигеҙгә ҡарағас һалып күтәргәйне. Хисмәтуллиндарҙың рухи ҡәлғәһе әле лә, шөкөр, ҡымшанмаҫлыҡ. Раҫлауҙарынса, һәммә таланттар араһынан кеше булыуҙан да гүзәлерәге юҡ. Фәйзрахман ағайҙан да, Шәрифә апайҙан да Хоҙай кешелеклелекте йәлләмәгән.
Йылдар, күҙгә эленмәҫ шәүлә шикелле, яныбыҙҙан үтә торҙо. Баштарыбыҙҙа инде мәңге иремәҫ ҡар ята. Әҙәм балаһына күп нәмә бирелгән, уға тағы ла күберәк кәрәк, әммә тормоштоң бар хазиналары араһында шулар ғына ҡәҙерле: усаҡ тоҡандырыр өсөн ҡороған ағас, тамаҡ сылатыр өсөн оҙаҡ торған шарап, кәйефләнеү өсөн әүәлге дуҫтар һәм уҡыр өсөн боронғо китаптар. Бүтән нәмәләрҙең әһәмиәте юҡ. Юғарыла әйтелгән һәммә ҡиммәттәр ҙә Фәйзрахман Шәйхетдин улы Хисмәтуллинда бар ине.
Бына ошондай кеше, шундай яҙмыш, фәһем алырлыҡ тормош.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511