Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил күләмендә танылған
Ил күләмендә танылған 1954 йылда Октябрьский ҡалаһы тарихында ҡыуаныслы ваҡиға була: ул илдең берҙәм энергия системаһына тоташтырыла. Шуға бәйле урын­дағы нефть-газ сығарыу комплексында “Горэлектросеть” үҙаллы етештереү предприятиеһы ойошторола. Энергетиктарға төрлө осорҙо кисерергә тура килә. Тәүге мәлдә матди-техник хәлде нығытыуға айырыуса күп көс һалына.


Алтмышынсы йылдарҙа ҡала сәнәғәтен һәм социаль структураны электр энергияһы менән тәьмин итеүҙең ҡеүәтле системаһы булдырылып, яңынан-яңы производство ҡеүәттәре төҙөлә. Етмешенсе йылдар үҫеш осоро булараҡ билдәләнә. Хатта ил сәнәғәте өсөн ҙур һынау булған үҙгәртеп ҡороу осоронда оҫта ойоштороу-техник саралар һөҙөмтәһендә предприятиеның тотороҡло эше тәьмин ителә. 2007 йылда предприятие акционерҙар йәмғиәтенә әйләнә. Бөгөн инде Октябрьский электр селтәрҙәре — динамикалы үҫешкә ҡоролған, тотороҡло эшләүсе, юғары технологиялы заманса компания. Финанс-иҡтисади, техник-етештереү күрһәткестәре буйынса ул тармаҡта алдынғылыҡты тота. Иң мөһиме — ул ҡала халҡы өсөн лайыҡлы көнкүреш шарттары тәьмин итә.
Предприятие электр энергияһы тапшырыу менән шөғөлләнә, тышҡы яҡтыртыу системаларын, трансформатор ярҙамсы станцияларын, һауа һәм кабель электр линияларын, диспетчерлыҡ идараһы системаһын хеҙмәтләндерә. Әйтәйек, 2014 йылда “Октябрьский электр селтәрҙәре” йәмғиәте ҡулланыусыларҙы тәьмин итеү өсөн башҡа ойошмаларҙан 241 миллион кВт/сәғәт электр энергияһы алған, шуның 214 миллион кВт/сәғәт күләмендәгеһе һатылған. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа электр энергияһын ҡулланыу темпы үҫә. Был ҡалала бәләкәй, урта бизнес иҫәбенә етештереү ҡеүәттәренең артыуы, торлаҡ төҙөлөшөнең киңәйеүе менән аңлатыла. Энергетиктар ҡулланыусыларҙың үҫә барған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға тырыша.
Предприятие 242 трансформатор ярҙамсы станцияһын, дүрт йөҙгә яҡын көсөргәнешле трансформаторҙы, 682 километр самаһы һауа һәм кабель линияларын хеҙмәтләндерә. Әйткәндәй, ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән ышаныслы тәьмин итеү тәү сиратта һауа һәм кабель линияларының техник торошона бәйле. Шуға донъяның һуңғы ҡаҙаныштарына һәм алдынғы тәжрибәгә нигеҙләнеп, уларҙы үҙгәртеп ҡороу, яңыларын һуҙыу, ғөмүмән, производствоны яңыртыу өсөн ҙур көс һәм сығымдар йүнәлтелә. Мәҫәлән, былтыр ун километр оҙонлоғонда яңы электр линияһы үткәрелгән. Предприятие селтәрҙәрҙе проектлай, төҙөй һәм электр менән тәьмин итеү өсөн ышаныслы саралар күрә. Үткән йылда 400 мең һумлыҡ төҙөлөш һәм ремонт эштәре башҡарылған. Блоклы заманса трансформатор ярҙамсы станцияһы монтажланған. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә заманса, ышаныслы кабель линияһы үткәргәндәр. Яңы 32-се микрорайонда эске майҙан селтәрҙәре төҙөлгән. 38-се һәм 40-сы микрорайондарҙа ла электр менән тәьмин итеү эштәре теүәлләнеп килә. Муниципаль контрактҡа ярашлы ҡала урамдарындағы электр линиялары ремонтланған һәм энергияны һаҡлаусы лампалар ҡуйылған.
Предприятиела инвестициялар йәлеп итеү хәстәрлеге күрелә. Әйтәйек, “2012 – 2016 йылдарҙа Октябрьский ҡала округының электр системаһын үҫтереү инвестиция программаһы” ғәмәлгә ашырыла. Ул ҡаланың үҫеш перспективаһын һәм электр селтәрҙәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Программаға ярашлы, трансформатор станцияларын, электр линияларын реконструкциялау һәм йыһаздарҙы яңыртыу, шәхси төҙөлөш биләмәләрен электр менән тәьмин итеү буйынса ҡоласлы эш алып барыла. Мәҫәлән, ҡала бюджеты иҫәбенә Төркмән ҡасабаһында, шулай уҡ ҡаланың Ҡыҙыл Маяҡ урамында яңы торлаҡ йорттарҙы электр энергияһы менән тәьмин иткәндәр. РП-4, ТП-137 трансформатор ярҙамсы станциялары төҙөклән­дерелгән, күп кенә кабель линиялары һуҙылған. Зәйет ҡасабаһында, Чеверев урамында комплекслы трансформатор ярҙамсы станцияһы монтажланған. 98,2 миллион һумлыҡ планлы ремонт һәм төҙөлөш эштәре башҡарылған.
Урамдарҙы яҡтыртыу линияларын хеҙмәтләндереү — предприятие эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше. Тышҡы яҡтылыҡ ҡаланың йөҙө, архитектура-художество йәһәтенән айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта ул халыҡтың көнкүреше өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Мәғлүм булыуынса, республикала “2011 – 2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында торлаҡ пункттарын тышҡы яҡтыртыу системаһын үҙгәртеп ҡороуҙың маҡсатлы инвестиция программаһы” тормошҡа ашырыла. Октябрьский энергетиктары, һәр ваҡыттағыса, унда әүҙем ҡатнаша. Улар республикала тәүгеләрҙән булып ҡаланы тышҡы яҡтыртыуға идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһын (АСУНО) файҙалана башлаған. Бер йыл эсендә ҡалалағы 126 трансформатор ярҙамсы станцияһында тышҡы яҡтыртыу селтәрҙәренә заманса “АСУНО-КУЛОН” идара системаһы индерелгән. Был оперативлыҡты тәьмин итә, энергияны һаҡсыл тотонорға ярҙам итә. Трансформаторҙарға урынлаштырылған заманса блоктар көсөргәнеште тотороҡло көйләй. Ә инде “ОИК-Диспетчер” оператив-мәғлүмәт комплексы ҡыҫҡа ғына ваҡытта электр фидерҙарындағы хәлде теүәл асыҡларға, һәр подразделениеның хеҙмәт һөҙөмтәһен билдәләргә ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта ҡала округын электр менән тәьмин итеүҙең производство-технологик модель системаһы индерелгән. “Авторекер” автотранспорт мониторинг системаһы ла көйлө эшләй.
Предприятие ҡеүәтле матди-техник базаға эйә. Хеҙмәткәрҙәргә талаптар ҙа, улар тураһында хәстәрлек тә юғары. Уларҙың эш һәм ял шарттары, туҡланыуы, сәләмәтлеге тураһында етди хәстәрлек күрелә. Коллективта футбол иң әүҙем ҡулланылған спорт төрөнә әүерелгән.
Предприятие күрһәткестәре ысын мәғәнәһендә юғары. 2007 йылда ул “Юғары социаль һөҙөмтәле Рәсәй ойошмаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булараҡ Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. 2009 йылда “Иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһы” конкурсында призлы урын яулап, Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының I дәрәжә дипломына лайыҡ булған. “Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү” республика тармаҡ-ара конкурсында ла еңеүсе булып танылғандар. Ә инде 2013 йылда “Рәсәйҙең әйҙәүсе энергетика ойошмалары” реестрына индерелеүе йәмғиәттең ил күләмендә танылыуын раҫлай.

ҺҮРӘТТӘ: предприятие директоры Ринат Ғайсин.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840